«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ - БЕРЕНСЕЛӘР!
+  - 

Алтай - төрки халҡының алтын бишеге һанала. Алтайлылар легендаһы буйынса, дошмандар тарафынан төркиҙәр юҡҡа сығарылған ваҡытта, Күк Тәңре үҙенең тоғро бүреһен ярҙамға ебәрә. Ҡанлы һуғыштан һуң тере ҡалған бер бәләкәй малайҙы шул бүре Алтай тауҙарына ҡасырып, үлемдән һаҡлап алып ҡала. Шул ир бала һәм бүре тоҡомонан бөтә төрки халыҡтары ярала...

Ысынлап та, Алтай - төркиҙәр өсөн бик боронғо һәм изге ер. Шуға күрә Алтай республикаһының баш ҡалаһы Таулы Алтайҙа төрки телдәре, әҙәбиәте һәм фольклоры буйынса Бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһы үткәрелеп килеүе ғәжәп түгел. Яңыраҡ ҡына үткән "Филология. Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының телдәре һәм әҙәбиәттәре (төрки телдәр төркөмө)" олимпиадаһына Алтай, Башҡортостан, Тыва, Саха-Яҡут республикалары командалары саҡырылды. Ҡатнашыусылар ике көн буйына иҫке төрки телендәге рун яҙмалары, төрки халыҡтарының хәҙерге грамматикаһы, әҙәбиәте һәм фольклоры буйынса белемдәренә һынау тотто. Олимпиада барышында фәнни-ғәмәли конференция һәм төрки халыҡтарының мәҙәниәте фестивале лә уҙҙы. Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса ете төркөм араһынан беҙҙең Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары командаһы I урын яуланы. Шәхси беренселектә 3-сө курс студенты Наҙгөл Сәлимйәнова II урын алды. Бынан тыш, "Иң яҡшы фәнни эш өсөн" I дәрәжә диплом - Айбулат Сәсәнбаевҡа, II дәрәжә диплом Асия Ильясоваға тапшырылды. Шулай уҡ "Төрки телдәренең тарихын, дешифровкаһын иң яҡшы белеүсе" номинацияһына - Динара Ғилданова, "Төрки халыҡтарының мәҙәниәтен төплө белеүсе" номинацияһына - Лилиә Сәйфетдинова һәм "Хәҙерге төрки телдәрен иң яҡшы белеүсе" номинацияһына Ильяс Сағынбек лайыҡ булды.
БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенттары олимпиадала беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Үткән йылдарҙа ла беҙҙең студенттар был сарала әүҙем ҡатнашып, юғары баһаға лайыҡ булғайны. Беҙ башҡа төрки ҡәрҙәштәр менән матур дуҫлыҡ бәйләнештәре булдырҙыҡ. Таулы Алтайҙа хәҙер беҙҙе танып, саҡырып, көтөп торалар. Ошондай саҡырыуҙарға яуапһыҙ ҡалмайынса, Таулы Алтайҙа үткәрелгән сараларға барырға мөмкинлек тыуҙырған өсөн БДПУ ректоры Раил Мирвай улы Әсәҙуллинға, башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситоваға, студенттар төркөмөнөң етәксеһе Вадим Зәйнулла улы Толомбаевҡа һәм факультетыбыҙҙың бай тәжрибәле уҡытыусыларына рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Яҙгөл СӘЛИМОВА, Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.06.17 | Ҡаралған: 1165

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru