«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АСЫҒЫП ТАҘАРЫН
+  - 

2016 йылда физиология һәм медицина өлкәһе буйынса Нобель премияһына Япония биологы Ёсинори Осуми лайыҡ булды.

Токионың Технология университетынан күҙәнәк биологияһы белгесе аутофагия механизмдарын асҡан өсөн юғары награда алды. Аутофагия - күҙәнәктең кәрәкмәгән өлөштәрен, йәғни унда ултырған төрлө "сүп-сарҙы" утилләштереү йәки ҡайтанан эшкәртеү процесы. Термин грек теленән "үҙ-үҙен ашау" тип тәржемә ителә.
Был феноменды ғалимдар уҙған быуаттың 60-сы йылдарында таба, әммә уның серенә төшөнә алмай. 90-сы йылдарҙа быны Осуми тормошҡа ашыра. Тәжрибәләр үткәреп, ул шулай уҡ аутофагия өсөн яуап биргән гендарҙы аса. Осуми Нобель премияһын яңғыҙы ғына алған 39-сы ғалим.
Аутофагия тере организмдарға, шул иҫәптән кешегә лә хас. Уның ярҙамында күҙәнәктәр артыҡ өлөштәрҙән, ә тотош организм - артыҡ күҙәнәктәрҙән ҡотола.
Тәбиғәт күҙәнәктәргә артыҡ йәки зарарлы булып күренгән нәмәләрҙе эшкәртеү һәләте биргән. Ябайлаштырып әйткәндә, күҙәнәктәр "сүп-сарҙы" махсус тоҡтарға - аутофагосомаларға йыя. Артабан контейнерҙарға - лизосомаларға күсерә. Улар лизосомаларҙа тарҡала һәм үҙләштерелә. Ҡабаттан эшкәртелгән продукттар күҙәнәкте туҡландырыу йәки уны яңыртыу өсөн файҙаланыла. Аутофагия ярҙамында күҙәнәк уға эләккән инфекциянан һәм барлыҡҡа килгән токсиндарҙан таҙара. Был процесс организм стресс кисергәндә, мәҫәлән, асыҡҡанда, нығыраҡ эшләй башлай. Был осраҡта күҙәнәк эске ресурстар иҫәбенә, йәғни төрлө тупланған "сүп-сар", шул иҫәптән ауырыу тыуҙырыусы бактерияларҙан энергия эшләй башлай.
Япония ғалимының асышы шуны раҫлай: асығыу йәки ураҙа тотоу файҙалы - организм ысынлап та аутофагия иҫәбенә таҙарына. Ул шулай уҡ организмды иртә ҡартайыуҙан да һаҡлай. Хатта, бәлки, яңы күҙәнәктәр барлыҡҡа килтереү, организмдан дефектлы аҡһымды һәм зарарланған күҙәнәк эсендәге элементтарҙы сығарып, уны төҙөк хәлдә тотоуы һөҙөмтәһендә, йәшәртәлер ҙә әле. Ә аутофагия процесының боҙолоуы Паркинсон ауырыуына, шәкәр сиренә, хатта яман шешкә алып килә. Ошоно аңлаған медиктар хәҙер боҙолоуҙы дауаларға һәләтле яңы дарыуҙар уйлап таба. Ә инде организмды профилактикалау маҡсатында ҡайһы берҙә уны стресс торошона индереп, ас тотоп алырға ла мөмкин.
Бына ни өсөн өләсәй-олатайҙарыбыҙ ураҙаны көтөп алған һәм уның бер көнөн дә үткәрмәй тоторға тырышҡан икән. Сөнки ураҙа тотҡанда ла организмды алдан әҙерләү зарур - бер нисә көн элек һыу ғына эсеп, ашҡаҙан-эсәк трактын таҙартып алыу мотлаҡ. Ә бөтөнләй бер нисә көн ас тороп дауаланыусыларға хатта клизма эшләү талап ителә. Әгәр эсәктәр таҙармайынса асығыу процесы башланһа, организмға унда тупланған "сүп-сар" сығып (аутофагия), организм ағыуланыуы ихтимал. Ошо талаптарҙы үтәгәндә инде ураҙаның бик күп файҙаһы бар. Мәҫәлән, ун бер ай дауамында эшләгән ашҡаҙан һәм уға бәйле булған ағзалар ял итә һәм сихәт-сәләмәтлеккә юл таба. Тәндә тупланған көс ҡеүәтләнә; ураҙа тотоусыларҙа көндөҙ ҡан ағышының яйланыуы, күҙәнәктәрҙәге һыуҙың әҙәйеүе һөҙөмтәһендә йөрәк рәхәтлек кисерә; ураҙала нервылар системаһы ла бер еңеллек эсендә ҡала һ.б. Тимәк, мосолмандар асығыу файҙаһын элек-электән белгән. Тик Нобель премияһын барыбер ҙә япон ғалимы алды...

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.06.17 | Ҡаралған: 1059

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru