«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УРАҘА ТОТАҺЫҢМЫ?
+  - 

Ураҙала нисек дөрөҫ туҡланырға икәнен белмәү ошо изге ғәмәлдең бәҫен ебәрергә лә мөмкин. Шуға ла бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.

Ауыҙ асыу (ифтар) ваҡыты еткәс, ашарҙан алда 0,5-1 литр бүлмә температураһындағы газландырылмаған минераль һыу эсергә һәм 3-5 бөртөк хөрмә йәки башҡа төрлө киптерелгән емеш (йөҙөм, күрәгә, ҡара емеш) ашарға.
Төп ризыҡланыуҙа тиҙ эшкәртелеүсе аҙыҡтарға - еләк-емеш (банан менән авокадонан башҡа), йәшел тәмләткес үләндәр, үҫемлек майы һалмайынса ғына салат, йәшелсәнән еңелсә аш, һөт ризыҡтары тәҡдим ителә. 40-60 минуттан һуң һыу йә үлән сәйе эсегеҙ. Ит, он ризыҡтары, майлы, ҡырҡыу аҙыҡтар ашамағыҙ, сәй, кофе, газлы эсемлектәр эсмәгеҙ.
Иртәнге сәхәрҙә иһә, киреһенсә, оҙаҡ эшкәртелеүсе һоло, арпа ярмаһы, ҡарабойҙай, һоро дөгө бутҡаларына, сәтләүек һәм ҡуҙаҡлыларға өҫтөнлөк бирегеҙ. Сөгөлдөр, кишер, кәбеҫтә, таш ҡабаҡты сей килеш тә, бешереп тә ашарға мөмкин. 200-300 мл һыу эсеү етеп торор, юғиһә, ашалған ризыҡ насар эшкәртелер.
Был мәлдә еләк-емеш, балыҡ, ит, шулай уҡ майлы, ҡырҡыу, тоҙло һәм ыҫланған ризыҡтарҙан тыйылыу яҡшы, сөнки улар көндөҙ һыуһатасаҡ икәнен белеп ҡуйығыҙ.
Төнгө мәлдәрҙә йоҡо туймауы ла ихтимал, ләкин ваҡытты дөрөҫ файҙаланғанда, был хәлде еңеләйтергә була. Шуны иҫтә тотоғоҙ: көндөҙгө сәғәт 13.00-тән 16.00-ға тиклемге арала 40-60 минут йоҡлап алыуға ваҡыт бүлегеҙ. Көндөҙгө йоҡонан ҡыйынлыҡ кисергән хәлдә, һалҡынса душ ҡойоноғоҙ. Бында һәр кемдең үҙен нисек тойоуына бәйле. Эҫенән һәм көслө хис-тойғоға бирелеүҙән һаҡланығыҙ. Һәр ваҡыт йылмайырға, яғымлы булырға тырышығыҙ һәм фәҡәт изге хәбәрҙәр генә һөйләгеҙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.06.17 | Ҡаралған: 1513

Киске Өфө
 
Асыулы, ҡараңғы йөҙлө бер әҙәм йәмәғәт транспортында китеп бара һәм уйлай: "Тормошта бер йүнле нәмә юҡ, барыһы ла эс бошорғос. Етәксем - яуыздың яуызы, ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ..." Ә яурынында ултырған фәрештә блокнотына уның һүҙҙәрен сыйғыслай:"...барыһы ла эс бошорғос. Ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ, етәксем - яуыздың яуызы... Һуң был һүҙҙәрен ул кисә лә, унан алда ла яҙҙырғайны бит... Ниңә кәрәк икән уға былар? Ярай инде, үҙе шулай теләгәс, үтәргә тура килә..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru