«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕШЕЛӘР ТОРМОШ МӘҒӘНӘҺЕН ТАПҺЫН
+  - 

Баш ҡалала үҫкән милләттәштәр араһында төрлө һөнәр кешеләрен осратырға мөмкин. Ә бына кеше күңелен аңлаусылар, уларға рухи һәм шәхси үҫеш йәһәтенән ярҙам итеүселәр, моғайын, бик һирәктер. Бының өсөн тәү сиратта кешеләрҙе яратырға, улар күңелен аңларға, проблемаларын асылың аша үткәрергә, уларға камиллашыу һәм үҫеш юлын күрһәтеү кәрәктер. Сираттағы әңгәмәсебеҙ, кешенең шәхси үҫеше һәм был тормоштағы тәғәйенләнеше буйынса эксперт, психолог, ҡатын-ҡыҙҙар курстарын һәм консультацияларын ойоштороусы, педагогия фәндәре кандидаты Гөлнәзирә ЙӘНТҮРИНА - нәҡ ана шундайҙарҙан.

Бала саҡтағы хәтирәләр - иң яҡтыһы һәм иң сағыуы, улар кешене ғүмер буйы оҙата бара. Үҙегеҙҙең бала сағығыҙҙағы Өфөнө нисек итеп хәтерегеҙҙә һаҡлайһығыҙ. Ғөмүмән, баш ҡалалағы бала саҡ ниндәй ул?

- Минең бала сағым бай һәм сағыу хәтирәләргә тулы, сөнки атай-әсәйем театрҙарға, башҡа мәҙәни, шулай уҡ төрлө сараларға йөрөргә яратты. Шуға күрә, беҙ бала саҡта уҡ тулы мәҙәни программа күреп, шул мөхиттә ҡайнап үҫтек. Ул ғына ла түгел, шәхсән үҙем бик күп түңәрәктәргә йөрөнөм: музыка мәктәбенә, баскетбол, теннис, бадминтон. "Мираҫ" коллективында бейеү менән етди шөғөлләндем. Шулай ҙа иң сағыу хәтирәләрем ғаилә менән бәйле. Һәр ял көндәре өйөбөҙҙә ғаилә концерттары үтте. Атайым, республикала билдәле шәхес, биология фәндәре докторы Сәфәрғәле Йәнтүрин һәм ағайым Урал ҡурайҙа, әсәйем Вилүрә Зиннәт ҡыҙы мандолинала уйнай, ә мин бейейем, төрлө күренештәрҙе сәхнәләштерәм, пародиялар яһайым. Атайым халыҡ йырҙарын өйрәтә. Беҙ йыш ҡына ғаилә ансамбле менән төрлө сәхнәләрҙә, телевидениела сығыш яһай инек. Ҡыштарын иһә һәр ял көндәре саңғыла шыуҙыҡ. Теләйбеҙме, юҡмы, әммә был яҙылмаған ҡағиҙә ине. Өйҙә тик башҡортса ғына һөйләштек һәм был традиция әлегәсә дауам итә. Атай-әсәйем телгә, милли мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләй алған һәм шуға ла ағайым да, мин дә, һеңлем дә, ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, барыбер ҙә илһөйәр, телһөйәр булып ҡалабыҙ.

Тел төбөгөҙҙән аңлашылыуынса, һеҙ тәбиғәтте бик ныҡ яратаһығыҙ. Мегаполиста һуңғы йылдарҙа йәшелләндереү эштәре бик әүҙем бара, ҡала хакимиәте башлығы ла төп маҡсаттың ҡала эсендәге парк түгел, ә парк эсендәге ҡала булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Һеҙ ошо үҙгәреште тояһығыҙмы?

- Атайым эколог булғанлыҡтан, өйҙә һәм тәбиғәттә уның талап-кәңәштәрен аныҡ үтәнек. Хатта бала саҡта ихатала "Йәшел патруль" ойоштороп, уның капитаны ла булдым әле. Ғөмүмән, тәбиғәт менән бәйләнешебеҙ бала саҡтан килә һәм әле лә дауам итә. Олимпик паркты, "Юность" бассейнын яратам. Был урындар минең өсөн көс сығанағы булып тора. Баш ҡала эсендәге үҙгәрештәр, әлбиттә, күңелгә бик яҡын. Ә инде парк эсендәге ҡала идеяһын хупларға һәм ошо ваҡыттың еткәнен көтөргә генә ҡала.

Атайығыҙ тураһында шундай итеп һөйләйһегеҙ, тимәк, һеҙҙең ғаиләлә лә, башҡорттарҙа борон-борондан килгән атай абруйын һаҡлау йолаһы - беренсе урында тора?

- Ысынлап та, атай абруйы көслө һәм уның һүҙе һәр кем өсөн ҡанун. Мин ҡыҙ кеше булараҡ, уны инандырырлыҡ итеп нисек әйтергә, ниндәй һүҙҙәр табырға тип уйлана торғайным һәм был минең өсөн дипломатияға беренсе аҙымдарым булғандыр. Ғөмүмән, беҙҙең ғаилә нигеҙендә ир-атҡа ихтирамлы ҡараш йәшәй. Шуның өсөн ағайым да иң-иңе. Ғөмүмән, беҙҙә ғаилә культы ҙур урында тора. Бәлки, шуғалыр ҙа, барыбыҙ ҙа ныҡ татыу һәм дуҫбыҙ, һәр саҡ бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Атай-әсәйем - ике һоҡланғыс көслө, сағыу, һәләтле шәхестәр. Атайым көслө рухлы, һәр саҡ позитив, барыһына ла ярҙам итергә тырышыусы кеше. Уны барыһы ла ярата, һәм ул беҙҙең өсөн аҡыл, нәзәкәт һәм һиҙгерлек өлгөһө булып тора. Әсәйем - тәбиғәте менән фиҙаҡәр. Ул шул тиклем асыҡ һәм бар көсөн кем өсөндөр сарыф итергә тейеш. Бөтөн нәмәне йөрәгенә яҡын ҡабул итә. Атай-әсәйемә беҙҙең хаҡта хәстәрлек күргәндәре, терәк булғандары, аҡыллы кәңәштәре, ярҙамдары өсөн мең рәхмәтлемен. Ә ағайым менән һеңлем - улар Аллаһы Тәғәлә бүләге! Ғаиләлә татыулыҡ, тыныслыҡ, бер-берең тураһында хәстәрлек булғанда ғына тормош түңәрәк була. Шундай ғаиләлә тыуыуым менән дә бәхетлемен, тип әйтә алам.

Һеҙ үҫкәндә баш ҡалала башҡортса белем алыу мөмкинлеген биргән мәктәптәр ул тиклем күп түгел ине. Шулай ҙа белем үрҙәрен ниндәй мәктәптә яуланығыҙ?

- Баш ҡаланың 20-се мәктәбендә (хәҙер Ф. Мостафина исемендәге Башҡорт ҡала гимназияһы) уҡыным. Ул замандарҙа мәктәп бөтөнләй икенсе ине. Беҙ, уҡыусылар, белем усағында үҙебеҙҙе хужа итеп тойҙоҡ. Ҡайһы берҙә, хатта малайҙар дәрес ҡалдырһа, улар менән һөйләшеүҙе уҡытыусылар миңә йөкмәтә торғайны. Ниңәлер егеттәр мине тыңланы. Бәлки, улар менән ихтирамлы һөйләшкәнгәлер. Ғөмүмән, мәктәп йәшенән ирек һөйөүсән булдым. Әгәр миңә ихтирамһыҙ мөнәсәбәт күрһәтһәләр, ундай кешеләрҙе тыңламай инем.

Бик йыш Башҡортостандан ситтә, хатта сит илдәрҙә булаһығыҙ. Башҡорттарҙың менталитеты башҡаларҙан нимәһе менән айырыла?

- Эйе, бәхеткә күрә, сәфәрҙә бик күп йөрөйөм. Сит илдәрҙә лә дуҫтарым бик күп. Ситтә йәшәүҙең үҙенең ыңғай һәм кире яҡтары бар, әммә менталитеттарҙы сағыштырыуы бик ауыр. Донъя бик ҙур һәм киң, шуға унда төрлө менталитеттар, төрлө милләттәр мотлаҡ булырға һәм улар бер-береһен ҡабатламаҫҡа тейеш. Шулай ҙа халҡыбыҙҙың турайып баҫыуын, элекке рухын кире ҡайтарыуын, рух азатлығына өлгәшеүен һәм үҙ-үҙенә ышаныуын бик теләр инем. Бының өсөн рухи үҫеш кәрәк. Рухи үҫеш тигәндә күптәр динде күҙ алдына килтерә. Минең өсөн рухи үҫеш - һәр кешенең асылында сағыу нур булыуын, һәр кеше камил тәбиғәтле икәнен аңлауҙа. Рухи үҫеш - ул аҡыл туплау, тормош мәғәнәһен аңлау, кешеләргә хеҙмәт итеү. Халҡымдың ғәфләт йоҡоһонан, битарафлыҡтан уянып, аңлы рәүештә йәшәй башлауын, аңда ҡалыплашҡан сикләүҙәрҙән арынып, мөмкинлектәр, муллыҡ, үҫеш алдында азат булыуын бик теләйем. Был, моғайын, һәр башҡорттоң хыялылыр. Мин ошоға нисек өлгәшеү юлын беләм. Тәү сиратта, был тормошҡа ни өсөн килгәнеңде аңлау кимәлен күтәрергә кәрәк. Ике вузда эшләгәнемдә миңә шул тиклем ауыр ине. Унда минең мөмкинлектәрем сикләнде, күңелем киңлек, ирек талап итте. Бөгөн, шөкөр, үҙем яратҡан һәм күңелем тартҡан эш менән шөғөлләнәм. Был - минең тәғәйенләнешем: кешеләргә үҙҙәрен асырға, үҙҙәренә ышанырға, тормош мәғәнәһен табырға, ауыр хәл-тороштан лайыҡлы сығырға ярҙам итәм. Йөҙләгән кеше тормошон үҙгәртте. Шуға ла үҙ өҫтөңдә эшләү һәм тормошоңдо үҙгәртеү мөмкинлектәре тураһында тулы ышаныс менән һөйләйем. Бөгөн хатта Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында ғына түгел, Болгарияла, Швейцарияла семинарҙар үткәрәм.

Швейцария тигәндән, һеңлегеҙ Айһылыу шунда йәшәй һәм йыл һайын бөтөн ғаиләгеҙ менән унда һабантуй ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ҡатнашаһығыҙ...

- Һеңлем ут бөрсәһе бит ул, шуға сит илдә лә уның һабантуйҙар ойоштороуына аптырайһы түгел. Ә беҙ уға ярҙам итеү өсөн ғаиләләребеҙ менән Башҡортостандан барабыҙ. Быйыл мин генә, ваҡыты семинар менән тап килеп, бара алманым, ә атай-әсәйем, ағайымдар унда. Барыбыҙ ҙа илһөйәрлек рухында тәрбиәләнгәнбеҙ һәм ҡайҙа ғына булһаҡ та башҡорт мәҙәниәтен пропагандалап, төрлө саралар үткәрәбеҙ һәм үткәрәсәкбеҙ.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.06.17 | Ҡаралған: 981

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru