«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӨРЛӨ МИЛЛӘТТӘНБЕҘ. ТИМӘК, БӨТӘҺЕН БЕР "ТАРАҠ МЕНӘН ТАРАУ" УРЫНҺЫҘ
+  - 

Утыҙ һигеҙ йыл мәктәптә эшләгән дәүерҙә халыҡ мәғарифының әллә ни хәтле үҙгәрештәр кисереүенә шаһит булырға, төрлө эксперименттарҙа ҡайнарға тура килде. Заманың ниндәй - йәшәйешең дә шундай шул. Глобалләшеү, төрлө технологиялар үҫеше осоронда йәшәйбеҙ бит. Шуға ярашлы, мәктәптәрҙә дәреслектәр ҙә әленән-әле үҙгәреп тора. Ярай ҙа бит улар балаларҙың аң кимәлен, психологик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙөлһә...

Былтыр бер әсәнең беренсе синыф балаһына дәрес әҙерләткәненә шаһит булырға тура килде. Бала "Букварь" китабы буйынса уҡый икән (авторҙары: Р.Н. Бунеев, Е.В. Бунеева, О.В. Пронина). Китапта "Федераль дәүләт мәғариф стандарттары" тип яҙылған. Дәрестә Кк, Нн хәрефтәрен өйрәнгәндәр. Ҡыҙыҡ өсөн генә дәрестә өйрәнгән хәрефтәргә ниндәй һүҙҙәрҙе миҫал итеп килтергәндәрен яҙып алғайным: Луганск, Кострома, Игарка, Инта, Курск, Клин, Минск, Котлас, Лимпопо, Миссисипи, Монако, Миссури, Нагасаки, Канары, Ниагара, Осака, Токио һ.б. Бала ауырлыҡ менән уҡыны был ят һүҙҙәрҙе. Бер дәрестә генә анау хәтлем географик атамаларҙың мәғәнәһен беренсе класс балаһының мейеһенә һеңдереп буламы? Уҡытыусыһы тиреһенән сыға яҙып аңлатырға тырышҡан хәлдә лә, был һүҙҙәр баланың аңына барып етмәгәненә иманым камил. "Миссури", "Ниагара", "Монако" һ.б. һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен аңлатыр өсөн әллә нисә дәрес кәрәк. Берәй ауыр хәл килеп тыуһа, үҙ илен биш тингә һатыр сит ил граждандарын тәрбиәләйбеҙме икән ни, тип аптырауға ҡалдым. Әсәй кеше:
- Сит телдән кергән һүҙҙәрҙең нимә аңлатҡанын һорап ҡуймаһа ғына ярар ине, тип ҡурҡып ҡына торам, ҡайһы берҙәрен үҙем дә белмәйем бит, - тине, әсенеп.
- Әллә стенағыҙға ҙур карта элеп ҡуяһығыҙмы? - тигән булдым, аптырағас.
Хатта карта элгән хәлдә лә, был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе баланың аңына барып етмәйәсәге көн кеүек асыҡ бит. Белорет педагогия училищеһында уҡыған саҡтарҙы, беҙгә тырышып-тырмашып белем биргән, уҡытыусы һөнәренә һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусыларымды һәр саҡ һағынып, ҙур хөрмәт менән иҫкә алам. Белем биреп кенә ҡалмаған, бөтөн яҡтан да тормошҡа әҙерләп сығарған бит улар беҙҙе. "Башланғыс класс уҡытыусыһы" дипломын алып сыҡһаҡ та, һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрҙә эшләгәндә, башҡа предметтар менән бер рәттән, рәсем, музыка, хеҙмәт, физкультура дәрестәрен дә уҡытырға тура килә торғайны. Практика ваҡыттарында уҡытыусыларыбыҙ: "Дәрестә балаға аңлашылмаған бер генә һүҙ ҙә ҡалырға тейеш түгел", - тип, һүҙлек өҫтөндә эшкә ныҡ иғтибар бирерҙәр ине. Аңлашылмаған һүҙҙәрҙе айырым карточкаларға яҙып, һүрәтен йәки, мөмкин булһа, әйберҙең үҙен килтереп күрһәтер инек уҡыусыларыбыҙға.
Һуңғы йылдарҙа "Федераль дәүләт мәғариф стандарттары" тип, бөтә башланғыс синыф балаларын юғарыла телгә алынған дәреслек менән уҡыта башланылар. Быйылғы йылдан беренсе синыф балалары икенсе "Букварь" китабын ("Школы России") уҡыйҙар. Был дәреслек тәүгеһенә ҡарағанда күпкә уңайлыраҡ. Нисек кенә булһа ла, элекке дәреслектәр Тыуған илеңә, халҡыңа ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләне. Хәҙер беренсе космонавтың кем икәнен һәм уның ҡасан йыһанға осҡанын белмәгән балалар ҙа етерлек.
Интернетта бер ҙур ғына ҡалала "Удмуртия ниндәй ил? Ҡайҙа урынлашҡан?" тигән һорау үткәреүҙәре тураһында уҡығайным. Журналист урамда осраған бер кешене туҡтатып, шул һорауҙы бирә. Шаҡ ҡатырлыҡ бит: Рәсәй Федерацияһы эсендәге республикаларҙы, унда ниндәй милләт кешеләре йәшәгәнен бөтөнләй белмәйҙәр булып сыға. Нисәмә кеше араһынан ни бары береһе генә дөрөҫ яуап бирә.
Ниңә яҙам һуң әле мин быларҙы? Әлеге шул интернетта: "Баланы илһөйәр, рухлы башҡорт итеп тәрбиәләгән "Тормош һабаҡтары" дәреслектәре сүплеккә сығарып ташлана", - тигән юлдарҙы уҡып, йөрәгем өшөп китте. Бөтә мәктәптәрҙә лә балалар Федераль дәүләт мәғариф стандарттары буйынса уҡытылырға тейеш, тип, уҡытыу пландарынан йылдан-йыл төбәк компоненттары ҡыҫырыҡлап сығарыла. Һәр милләт балаһы үҙ телендә һөйләшһә, ата-бабаларынан ҡалған мираҫты, йырҙарҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы өйрәнһә, насармы икән ни? Үҙ илебеҙҙә, Башҡортостаныбыҙҙа йәшәп, ике генә сәғәт әсә телен уҡытып, балаға ниндәй белем, тәрбиә биреп була? Бигерәк тә ҡала мәктәптәрендә телде белгән балалар менән бөтөнләйгә белмәгән балалар бер класта бергә уҡығанда, ниндәй тел тәрбиәһе булыуы мөмкин! Бынан ни файҙа? Оптималләштерәбеҙ, аҡсаны һаҡсыл тотонабыҙ, тип, ваҡытты бушҡа әрәм итеү, балаларҙы ыҙалатыу, туған телгә ҡарата нәфрәт тәрбиәләү була бит был. Быларҙың эҙемтәләре нисек булыр икән? Үҙ телен белмәгән, бәләкәй илен яратмаған бала ҙур илдең патриоты була алырмы?
Һәр милләт балаһында тәбиғи милли үҙенсәлек (природосообразность) һаҡланырға тейеш, тип иҫәпләйем. Ата-бабаларҙан быуаттар буйына мираҫ итеп тапшырыла килгән тәрбиә, донъяуи белем, ауыр хәл-ваҡиғаларға тарығанда, әҙәм балаһына ярҙам итмәйенсә ҡалмай. Атайымдың бер фронтовик танышының яҙмышы тураһында һөйләгәне хәтеремдә уйылып ҡалған. Һәр иртә яҙҙан беҙҙең ауыл кешеләре, Нөгөш буйлап һал ағыҙып, ялан яҡ кешеләренә һаттылар. Атайым һалға сыҡҡан һайын дуҫ-иштәрен, хеҙмәттәштәрен күреп, хәл-әхүәлдәрен белешеп, күңеле күтәрелеп ҡайтыр ине. Уның бер танышы һуғыш ваҡытында әсирлеккә эләгеп, ғәрәп илдәренең береһенә барып сыҡҡан. Ул атайыма үҙе тураһында ошоларҙы бәйән иткән: - Күмәк әсирҙәр туйынып ултырабыҙ. Беҙҙән әҙ генә ситтәрәк ғәрәптәр урынлашҡайны. Ашап бөткәс, ғәҙәтем буйынса "Аллааһу әкбәр!" тип, битемде һыпырып ҡуйҙым. Кинәт мине ғәрәптәр һырып алдылар ҙа ниндәй сүрәләр белеүем тураһында һораша башланылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер сүрә лә белмәй инем шул. Ҡайһылай булһа ла, шул ғәрәптәр миңә Тыуған илемә ҡайтырға ярҙам иттеләр...
Учалының 12-се Башҡорт лицейында эшләгән саҡта башланғыс кластарҙа "Шәжәрә" байрамы үткәргәйнек. Башҡорт балалары ла, башҡа милләт балалары ла был сараға ихлас әҙерләнеп, матур итеп шәжәрәләрен төҙөп килделәр. Ғорурлыҡ менән үҙҙәренең ата-бабалары тураһында һөйләнеләр, хатта ғаилә архивынан булған иҫтәлекле әйберҙәрен дә килтерҙеләр. Сығышы менән Баттал ауылынан булған икенсе класс балаһы бик борон ауылдарына Баттал исемле олатаһы нигеҙ һалыуы тураһында һөйләне. Ул, күҙҙәрен осҡонландырып: "Үҙем ҙур үҫкәс, улым тыуһа, Баттал исемен ҡушам", - тип өҫтәп ҡуйҙы. Ошо түгелме ни тыуған ереңә, халҡыңа оло мөхәббәт, быуындар бәйләнеше, күсәгилешлелек!
Хоҙай Тәғәлә халыҡтарҙы төрлө милләт кешеләре итеп яралтҡан, шулай булғас, бөтәһен бер "тараҡ менән тарау" урынлымы? Йәмғиәтебеҙҙә кешене асылынан яҙҙырыр аҙғын тормош, талау, үлтереш тураһында көнө-төнө төрлө яҡлап мәғлүмәттәр ағылған заманда баланы туған телендә һөйләшеүҙән, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнеүҙән мәхрүм итеү урынлымы? Юҡ, был ҙур енәйәт, тип иҫәпләйем. Уйланығыҙ, йәмәғәт! Көсләп асҡан күҙҙең яҡтыһы булмай. Һәр бала үҙ туған телендә һөйләшергә, шәжәрәһен, тыуған еренең тарихын белергә, батырҙары менән ғорурланып үҫергә тейеш, шул саҡта ғына беҙ милләт булып һаҡланып ҡала алырбыҙ.

Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА.
Учалы районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.17 | Ҡаралған: 842

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru