«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҢЫ ШӨҒӨЛ ӨЙРӘНЕРГӘ ТЕЛӘҺӘГЕҘ УҠЫУСЫ ТАБЫҒЫҘ
+  - 

Мәҡәләнең башындағы был һүҙҙәрҙе Әбйәлил районы Буранғол ауылынан "Кейеҙ йорто" етәксеһе Зөлфирә Ишбулды ҡыҙы Мәхийәнованан ишеттек. Ул бына 17 йыл инде семәрле кейеҙҙәр баҫа, был эштә ярайһы уҡ уңышҡа ла өлгәшкән. Әйтәйек, уның хеҙмәт емештәрен Франция, Кипр кеүек сит дәүләттәр кешеләре һатып алған. Зөлфирә Мәхийәнованың уңыш сере ниҙә? Ауылда йәшәп, конкурентлыҡҡа һәләтле тауар етештереп буламы? Һәм оҫталығыңды арттырыу өсөн ни өсөн уҡытыусы түгел, ә уҡыусы табырға кәңәш ителә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Әбйәлил оҫтабикәһенең үҙ яуабы бар. Уның уңыш тарихы ауылда йәшәүселәргә лә, ҡала халҡына ла - уңышҡа өлгәшергә теләгән олоһона-йәшенә лә яҡшы өлгө, файҙалы белем булыр, тип ышанабыҙ. Һүҙ - ҡунағыбыҙға.

- Әбйәлил районы Исҡаҡ ауылында мәҙәниәт йорто мөдире булып эшләгән сағымда ауылыбыҙҙан 4 километр алыҫлыҡта ятҡан күрше Буранғол ауылындағы "Кейеҙ йорто"на етәксе итеп тәғәйенләндем. Тәүҙәрәк мунса ҙурлыҡ ҡына йортта эшләһәк, тора-бара ауыл хакимиәте беҙгә ҙурыраҡ йорт һалып бирҙе. Бөгөн предприятиебыҙ ике ҡатлы бинала урынлашҡан.
"Кейеҙ йорто"ноң тап Әбйәлил ерендә эшләүе юҡҡа түгелдер. Кейеҙ баҫыу шөғөлө беҙҙең яҡтарҙа киң таралған. Уның сәбәбе, минең уйымса, инәйҙәрҙең йола ташламауында. Беҙҙең яҡта элек-электән ҡыҙҙарға бирнәлеккә кейеҙ әҙерләгәндәр. Ҡыҙ кейәү йортона күскән саҡта бирнәһен - кейеҙен дә биреп ебәрер булғандар. Был йоланы ҡайһы бер инәйҙәр бөгөн дә онотмаған. Минең үҙемдең дә бирнә-кейеҙем бар ине. Шулай итеп, бирнәгә кейеҙ әҙерләү йолаһының һаҡланып ҡалыуы арҡаһында был күренеш бөгөнгәсә килеп еткән дә инде.
Традициялар нигеҙендә кейеҙ баҫыу эшен йәнләндереп ебәреү әллә ни ҡыйын булманы. Әлбиттә, ҡайһы бер ауырлыҡтар ҙа булды. Әйтәйек, тәүҙәрәк үҙебеҙҙең түңәрәккә мәктәп балаларын йәлеп итеү ауырға төштө. Ни өсөн тигәндә, кейеҙ баҫҡанда ҡайнар һыу менән эш ителә. Шунлыҡтан, ата-әсәләр балаларын беҙҙең түңәрәккә йөрөтөргә ҡыйынһына ине. Ә беҙ тоттоҡ та үҙ балаларыбыҙ менән шөғөлләнә башланыҡ. Ул саҡта 5-6-сы синыфтарҙа уҡыусы балалар хәҙер ҙурҙар инде. Беҙҙең түңәрәккә йөрөй башлаған балаларҙың тәүге уңыштары башҡаларға ла ышаныс өҫтәне - тәүҙәрәк беҙҙе һынап ҡына күҙәткән ата-әсәләр үҙ балаларын беҙгә йөрөтөргә, балаларына яңы һөнәр өйрәтеү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышты. 2000 йылдарҙа беҙҙең эш йәнләнде. Эшебеҙгә йәштәрҙе, балаларҙы йәлеп итеүсе ике сәбәптең береһен, ыңғай миҫалды, әйттек инде. Икенсеһе - ата-бабалар шөғөлөнә яңыса ҡараш булдырҙыҡ. Йәғни, беҙ кейеҙ етештереүҙе сәнғәт әҫәре ижад итеү кимәленә күтәрә алдыҡ. Кейеҙгә традицион ысул менән биҙәк һалғанда улар, тәүге формаһын юғалтып, тарала ла китә ине. Аныҡ ҡына сиге булмаған һүрәт, әлбиттә, сәнғәт әҫәре тип аталыуҙан алыҫ тора. Шуға ла беҙ үҙебеҙгә уҡыусылар йәлеп иттек. Ябай уҡыусылар түгел, ә рәссам һөнәрлеләрен һәм ошо һөнәргә уҡып йөрөүселәрҙе.
БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Тәлғәт Хәсән улы Мәсәлимов үҙенең студенттары менән йәй һайын беҙгә килә. Маҡсаттары кейеҙ баҫыу серҙәрен төшөнөү икәнен әйтеп тороуҙың кәрәге юҡтыр. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, рәссамдар-ҙан кейеҙгә һүрәттәр төшөрөү оҫталығын үҙләштереп ҡалабыҙ. Шулай итеп, беҙ - уларҙы, улар - беҙҙе өйрәтә, байыта. Рәссамдарҙың кейеҙгә һүрәт һалыу ысулы былай: улар биҙәкте энә ярҙамында һала. Шунлыҡтан, семәр нескә лә, айырым-асыҡ та килеп сыға. Ике яҡлы тәжрибә уртаҡлашыу һөҙөмтәһендә кейеҙгә рәсемдәр төшөрөү күренеше барлыҡҡа килде. 2011 йылда Әбйәлилдә "Берҙәмлек" халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале үтте, донъяның 17 иленән вәкилдәр килде. Был ваҡиға беҙҙең эшмәкәрлегебеҙ тарихына алтын ептәр менән яҙылды. Шул сарала минең шәхси эштәремде Һиндостан, Франция, Кипр, Германия, АҠШ вәкилдәре һатып алды. 30 һумға һатып алынып, 250 һумға теттерелгән йөндән бәйләнгән күкрәксенде бер француз 3 мең һумға һатып алды.
Һәйбәт итеп шөғөлләнһәң, был эштән ярайһы уҡ килем алырға ла була. Хәҙер кейеҙ модаға инеп китте бит. Беҙҙең тарафтан "аҡса саҡыра торған тауар" тип аталған ваҡ ҡына уйынсыҡ быйма-сувенирҙар, семәрле кейеҙ түбәтәйҙәр, биҙәкле быймалар, рамға ҡуйылған кейеҙ картиналарыбыҙ ҙур һорау менән файҙалана. Күптән түгел Өфөләге "Өфө-Ладья" күргәҙмәһенә килеп, ҡасандыр беҙҙә уҡып киткән таныш рәссамдарҙың матур-матур эштәрен күрҙек. Халҡыбыҙҙың боронғо был кәсебен заман талаптарына ярашлы итеп үҫтереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индереүебеҙ беҙҙе ҡанатландыра, дәртләндерә, рухландыра. Беҙҙең артыбыҙҙа аҙнаһына 4-әр сәғәтлек дәрестәргә йөрөүсе балалар һәм үҫмерҙәр тора. Улар араһынан был милли кәсепте шәхси эшҡыуарлыҡ дәрәжәһенә еткерер егеттәр, ҡыҙҙар ҙа килеп сығыуы бик ихтимал әле.

Шулай итеп...
Ҡунағыбыҙ - Әбйәлил районы Буранғол ауылы "Кейеҙ йорто" етәксеһе Зөлфирә Ишбулды ҡыҙы Мәхийәнованың һөйләгәненән кем ниндәй фәһем, аҡыл алыр - әлегә билдәһеҙ. Бәлки, кемдер тәүәккәлләп кейеҙ баҫыуға тотонор, кемдер битараф ҡалыр, ә кемдер, бәлки, үҙ эшендә әлеге ыңғай миҫалды - бер-береңде өйрәнеүҙе файҙаланып, оҫталығын камиллаштырып, эшен йәнләндерер. Һәр хәлдә, бер кем дә отолмаҫ.

Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.17 | Ҡаралған: 973

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru