«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАРЫ ЙӨҘЛӨЛӘР ҘӘ ЗӘҢГӘР КҮҘЛЕЛӘР ҘӘ – БЕҘҘЕКЕЛӘР
+  - 

Әүҙем башҡорт йәштәре беҙҙе ҡыҙыҡлы проекттар менән ҡыуандырыуын дауам итә. Бөгөнгө көндә "Урал мираҫы" тигән исем менән таныш #БашЭтноФорум мәғариф форумы авторы, #UfaForum проекты авторҙашы, шулай уҡ республикала воркаут хәрәкәтен булдырыусы һәм уға нигеҙ һалыусы, сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыусы Роберт ДӘҮЛӘТШИН яңы проект тәҡдим итә. Light Bashkirs - Һары башҡорт тип атала ул.

Бик үҙенсәлекле был проект идеяһы нисек барлыҡҡа килде?
- Һәр милләттең үҙ мәҙәниәте, үҙ холҡо, үҙенә генә хас тышҡы ҡиәфәте була. Күптәрҙең аңында башҡорттар ҡара сәсле, ҡара күҙле, ҡара ҡашлы, ҡуңыр йөҙлө, тигән ҡараш йәшәй. Әммә беҙ бит төрлө. Һәр ырыуҙың үҙенә хас йөҙө лә бар. Мәҫәлән, мин үҙем тап һары башҡорт. Бәләкәй саҡтан уҡ бер күренешкә осрайым: мине белмәгәндәр араһында милләтем тураһында һүҙ сыҡһа, башҡорт тип танымайҙар. Урыҫһыңдыр, тиҙәр, йәки башҡа милләттәрҙе атайҙар. "Башҡорт" тигән вариантты иң аҙаҡтан ғына әйтәләр, йә бөтөнләй әйтмәйҙәр. Үҙем ошоноң менән даими осрашҡас, был хаҡта уйланып йөрөй инем. Башҡорт ул тик ҡара күҙле, ҡуңыр йөҙлө тигән стереотипты юҡҡа сығарыр һәм башҡаларҙың башҡорттарҙың тышҡы ҡиәфәте тураһындағы белемдәрен киңәйтергә теләп, ошо проект барлыҡҡа килде.

Уның шарттары менән дә таныштырып үтһәң…

- Был проект бер нисә этаптан торасаҡ. Әлегә уның беренсе этабы ғына. Унда йәшел, зәңгәр, һоро күҙлеләр ҡатнаша ала. "Бәйләнештә" социаль селтәрендә махсус төркөм булдырылған. Унда 30 июнгә тиклем асыҡ төҫлө күҙле башҡорттар милли кейемдә фотоға төшөп, шунда ебәрергә тейеш. Бөгөнгө көндә унда 150-нән ашыу фото килгән. Һайлап алыу турын үткәндәр өсөн фотосессия 8 июлдә, "Урал мираҫы" этнофорумы сиктәрендә буласаҡ. Ул этник стилдә эшләнәсәк. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ, ваҡыт бар әле, барыһын да был фотопроектта ҡатнашырға саҡырабыҙ. Шулай уҡ беҙгә ярҙам итергә теләүселәргә шат буласаҡбыҙ. Был социаль проект, ижади ҡарашлы фотографтар, видеоператорҙар, дизайнерҙар, рәссамдар, милли кейемдәр тегеүселәр, милли биҙәүестәр яһаусыларҙы ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Был проектҡа ғалимдар ҙа ҡушылып, уны фәнни яҡтан нигеҙләйәсәкме?

- Социаль тикшеренеүҙәр институты фәнни яҡтан беҙгә ярҙам итәсәк. Ошо уҡ төркөмдә үк бер нисә мәҡәлә баҫыласаҡ. Нигеҙенә фәнни мәғлүмәт һалынғанда ғына уның ҡиммәте буласаҡ. Проекттың маҡсаты - башҡорттарҙың тышҡы ҡиәфәте тураһындағы ҡараштарҙы киңәйтеүгә генә түгел, ә ситтәрҙең халыҡтың этник мәҙәниәтенә иғтибар йүнәлтеү ҙә. Шуға ла бында бөтөн нәмә лә әһәмиәтле.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.17 | Ҡаралған: 982

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru