«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТОРМОШТА ҮҘ УРЫНЫҢДЫ ТАБЫУ…
+  - 

Башҡорт йәштәренең Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән сараларҙа һирәк ҡатнашыуы тураһында һәр ваҡыт борсолоу белдерәбеҙ. Ни өсөн аҡыллы, белемле йәштәребеҙ шундай ваҡиғаларҙан ситтә ҡала, үҙ ҡаҙанында ҡайнап йәшәүҙе дауам итә, тигән һорауҙы күптәргә биргәнебеҙ булды. Был юлы ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү өсөн Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының баш белгесе Розалия Мортаева, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филологияһы факультеты деканының уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Азалия Хурамшина һәм Башҡорт дәүләт университеты студенты Ильяс Таштимеров менән тап ошо хаҡта әңгәмәләштек.

Йәш быуындың бөгөн нимә менән ҡыҙыҡһыныуын белеүе ауыр түгел, күбеһе компьютер һәм телефон артында, тиҙәр. Һеҙ йәштәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән, үҙегеҙ төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан кешеләр булараҡ, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында яҡшыраҡ беләһегеҙ һымаҡ...

Р. Мортаева:
Күңеленә ятҡан шөғөлө булған йәштәр бөгөн төрлө йүнәлештә эшләй, уларға спорт та ҡыҙыҡ, бизнес та, мәҙәниәт тә. Ә бына IT технологиялар менән ҡыҙыҡһыныусы башҡорт йәштәре, ысынлап та, һирәк. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы үҙ эшен яратып башҡарған, үҙе һайлаған йүнәлештә үҫешергә теләп, тырышып йөрөгән әүҙем йәштәр менән эшләй. Сөнки улар үҙен дә, эшен дә күрһәтә белә.
А. Хурамшина: Йәштәр компьютер артында файҙаһыҙға, ваҡыт үткәреү өсөн генә ултырмай. Һуңғы ике йылда студенттар менән күп эшләйем, улар интернет донъяһынан төрлө йүнәлештәр буйынса үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәтте эҙләй икәнен яҡшы беләм. Был уларға үҙҙәренең тормош маҡсатын ғәмәлгә ашырыуға ярҙам итә. Спорт һәм сәләмәт тормош буйынса Рәсәй кимәлендә лә, республика тарафынан да яҡшы пропаганда алып барылғанға күрә, йәштәр ошо өлкәлә әүҙемләште. Хәҙер төрлө спорт төрҙәре буйынса ил һәм хатта донъя кимәлендәге чемпиондарыбыҙ бар. Спорттан тыш, йәштәр ғилми һәм социаль проекттарын тормошҡа ашыра, мәҡәләләр яҙа, яңы асыштар яһай. Шул уҡ ваҡытта мәҙәни саралар ҙа үткәрәләр, бейеү-йырға маһирҙар күп.
И. Таштимеров: Беҙгә барыһы ла ҡыҙыҡ, һәр өлкәлә үҙеңде һынап ҡарағы килә, шуға ла төрлө эштәр менән шөғөлләнәбеҙ. Үҙем спорт яратам, мәктәп йылдарынан уҡ видео төшөрәм, фотолар редакторлау программаларын өйрәнә башлағайным, әле дизайн эшен үҙләштерәм. Дизайн кешенең ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтерә, берәй сараны рекламалау өсөн үҙенсәлекле, креатив, зауыҡлы һәм иҫтә ҡалырлыҡ афишалар булырға тейеш бит. Хәҙер техник белемлеләр заманы, тиһәләр ҙә, йырсы, бейеүсе, йәш шағирҙар ҙа күп арабыҙҙа.

Әйткәндәй, башҡорт йәштәре өсөн үткәрелгән күп саралар һабантуй формаһына ҡоролған. Был уларҙың ихтыяжына ҡарап тыуған сарамы? Белем алыу мөмкинлеге биргән етди сараларҙа үҙебеҙҙең йәштәр ҡатнашамы?

Р. Мортаева:
Һуңғы бер-нисә йылда Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы Рәсәй кимәлендә үткәрелгән форумдарға республика йәштәрен йәлеп итеү буйынса форумдар ойоштора башланы. Йәштәргә белемен камиллаштырырға, идеяларын тормошҡа ашырырға һәм фекерҙәштәр табырға булышлыҡ иткән сараларҙы тағы ла әүҙемләштерергә иҫәп тотабыҙ. Былтыр, мәҫәлән, "Уфа-форум"ды үткәрергә ярҙам иткәндә йәштәргә ниндәй йүнәлештәр ҡыҙыҡлы, ниндәй шәхестәр менән осрашып, тәжрибә уртаҡлашырға теләктәре барлығын белдек. Ул форумда йәштәргә тарих, әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәләре менән берлектә бизнес, уңышлы кеше булыу серҙәре, IT технологиялар өлкәһе, PR һәм башҡа йүнәлештәр буйынса лекциялар ойошторолдо, һәр кем үҙенә кәрәкле мәғлүмәт алды. Беҙҙең йәштәр Рәсәй кимәлендәге форумдарҙа әүҙемерәк ҡатнашһын һәм проектарын яҡларға өйрәнһен өсөн район кимәлендә форумдар үткәреп сыҡтыҡ. Тәүге эш - кәүеш, тигәндәй, ҡайһы бер урындарҙа был саралар тейешле кимәлдә ойошторолмағандыр ҙа, бәлки, әммә әүҙем йәш-тәр үҙенә кәрәкле, файҙалы мәғлүмәт алды. Шунан, алынған белемдәрҙе нығытыу ниәтендә апрелдә Өфөлә "Смарт-тау" төбәк форумын үткәрҙек, унда дүрт йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты. Былтыр Волга буйы округының "iВолга" йәштәр форумында ҡатнашырға теләп, 500-ҙән ашыу ғариза килһә, быйыл 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдерҙе. "Территория смыслов на Клязьме" форумында ла ҡатнашып, проекттарына финанс ярҙам алды егеттәр. Был сараларға эләгеүе ауыр, ҡала ерендә уҡыған йәштәрҙең генә мөмкинлеге бар, тип уйлап, көсөн һынап ҡарауҙан ҡурҡмаһын ине йәштәр. Ауыл йәштәренең ҡыҙыҡлы идеялары күберәк була ул хатта. 2014 йылда Октябрьск ҡалаһынан Александр Юдин исемле егет беренсе тапҡыр "Йыл волонтеры" республика конкурсына тәҡдим ителде, шунан 2015 йылда "iВолга" форумына "Лица Победы" проекты менән барып ҡайтты. Унан һуң Волонтерҙарҙың төбәк штабын етәкләне, хәҙер Мәскәүҙә эшләп йөрөй. Бына шулай, иң мөһиме, үҙ көсөңә ышанырға, ниндәйҙер идея булһа, шуны башҡаларға еткерергә кәрәк. Теләгән кешегә мөмкинлектәр күп, "Росмолодежь" Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығы 30 йәшкә тиклемге йәштәр араһында төрлө конкурстар, форумдар, тренингтар үткәреп тора. Улар ҙа беҙҙең йәштәрҙең иғтибар үҙәгенән төшөп ҡалмаһын ине.
А. Хурамшина: Мин байтаҡ форум, конкурс, ғилми конференция һәм башҡа сараларҙа әүҙем ҡатнашам, уларҙа үҙеңә кәрәкле йүнәлеш буйынса һәр ваҡыт мәғлүмәт, белешмә табырға була. Берәй проект буйынса эш башлар алдынан тәүҙә ғилми етәксем Луиза Сәмситоваға мөрәжәғәт итәм. Дәүләт тарафынан ярҙам кәрәк булһа, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы диалогҡа һәр ваҡыт асыҡ, ҡасан мөрәжәғәт итһәң дә, ярҙам итергә әҙер торалар. Һәр хәлдә, дәүләт йәштәргә идеяларын, проекттарын тормошҡа ашырырға башланғыс ярҙам күрһәтмәй тип әйтеп булмай. Бары тик, күптәр ниндәй һорау менән ҡайҙа, кемгә мөрәжәғәт итергә белеп бөтмәй. Ҡағыҙ мәшәҡәтенән, күп кабинеттар үтеүҙән ҡурҡып ҡалыусылар бар йәштәр араһында. Әлбиттә, уларға йомошон ниндәйҙер әҙер схемалар буйынса йомошларға мөмкин булыуы тураһында махсус лекциялар уҡылһа, яҡшы булыр ине. Сөнки хатта эш башлаған бизнесмендарға ла бизнес төҙөү юлдарын, ҡайһы инстанцияға мөрәжәғәт итергә, ниндәй документтар йыйырға икәнен аңлаталар. Йәштәргә лә шундайыраҡ ярҙам кәрәк ине ул.
И. Таштимеров: Ысынлап та, кәңәшләшергә кәрәк булған саҡта кемгә мөрәжәғәт итергә белмәгән осраҡтар була. Миңә Йәш яҡташтар берлектәре ассоциацияһы егеттәре-ҡыҙҙары ярҙам итте, ундағы әүҙем йәштәр менән аралашып, һорашып белеп, форумдар һәм проект эштәре менән ҡыҙыҡһынып киттем. Әлегә "Смарт-тау" төбәк форумында ҡатнаштым, был сара тәжрибә уртаҡлашырға, яңы танышлыҡтар булдырырға ярҙам итте. Тырыш йәштәргә ҡарап, киләсәктә шулай уҡ тырыш, әүҙем булырға, уңыштар яуларға маҡсат ҡуйҙым үҙемә.
Р. Мортаева: Күп йәштәр министрлыҡтарға йә башҡа дәүләт ведомстволарына мөрәжәғәт итә һәм йыш ҡына идеяһын тормошҡа ашырыу өсөн аҡсалата ярҙам һорай. Әлбиттә, кемгә бина, кемгә транспорт, кемгә кәңәш менән ярҙам иткән хәлдә лә, аҡсалата ярҙамға өлгәшеү бик үк еңел хәл ителмәй. Шуны аңларға кәрәк: әгәр ҙә дәүләттән матди ярҙам алаһығыҙ икән, һеҙ атҡарасаҡ эш дәүләт өсөн икеләтә файҙалы булырға тейеш. Шуның өсөн, дәүләт тарафынан шарттар тыуҙырылмай, тип йә башҡа сәбәптәргә һылтанмау, үҙ идеяңды тормошҡа ашырыу юлдарын эҙләгәндә ныҡышмал һәм тырыш булыу кәрәк йәштәргә. Бер тапҡыр килеп сыҡманы икән, яңынан эш башларға ҡурҡмаһын ине улар. Әйткәндәй, маҡсатлы башҡорт йәштәре юҡ түгел. Мәҫәлән, "Воркаут үҙәге"асырға грант алып, Воркаут фестивале үткәргән егеттәр тәүҙә Әлшәй районы Раевка ауылында ғына эш башлағайны. Александр Гизалов әйтмешләй, лифт менән беренсе ҡаттан икенсеһенә күтәрелгән арала ла үҙ проектын һата белергә тейеш кеше. Әгәр ҙә был эш кемгә, нимә өсөн, ҡайҙа кәрәк икәнен үҙең белһәң, уны башҡаларға ла аңлатып, маҡсатҡа ашырыу мөмкин.

Ә бына ниндәй проекттарың яҡлау табасаҡ, ҡайһы идеяңды хуплаясаҡтар, ниндәй йүнәлештә эшләгәндә уңыш яуларға була икәнен һәр кем һиҙемләп белергә тейешме?

А. Хурамшина:
Мәғариф форумдарында ҡатнашып ҡарамаған йәштәр проект һүҙенән ҡурҡа, был көс етмәҫлек эш тип уйлап яңылыша. 2004 йылдан алып төрлө форумдарҙа ҡатнашам, "Селигер" - хәҙер "Территория смыслов", "Таврида", "Мы - россияне", "iВолга" мәғариф форумдары - иҫкә төшкәндәре генә. Тәүге шарт: һин ҡатнашасаҡ сарала һинең проектыңдың эстәлеге күрһәтелгән йүнәлештәрҙең береһенә тап килергә тейеш. Ҡайһы бер форумда ҡатнашыусы йәштәрҙең кимәле беҙҙең студенттарҙың белем кимәленән дә түбән, проекттары ла мөһим, эстәлекле булмауы бар. Әммә уларҙың проекты еңеү яулай, сөнки улар форумға проектын камиллаштырырға, еренә еткереп эшләргә тип килгән. Әгәр ҙә проектың үҙеңә лә оҡшай, уның буйынса артабан эшләргә теләгең дә бар икән, форумдың һәр көнөндә шул турала башҡаларға һөйләйһең, фекер уртаҡлашаһың, ҡайһы бер етешһеҙлектәрен камиллаштыраһың һәм бөтәһен дә нәҡ һинең проектың еңеү яуларға тейеш, тип күндерәһең. Проектың көслө булмаҫҡа ла мөмкин, ләкин башҡалар шунан да шәп идея юҡ икән, тип уйларға тейеш.
Р. Мортаева: Йөҙ кешене ебәрәбеҙ икән форумдарға, шуларҙың унауһы көнө-төнө проекты буйынса эшләп, һөҙөмтәләргә өлгәшеп ҡайта. Күп йәштәр турист булып ҡына бара. Беренсе тапҡыр ҡатнашҡанда проекттары булмаһа, аңларға була әле уларҙы, әммә проекттар конвейерын үтмәйенсә, спикерҙар менән һөйләшмәйенсә, үҫеш тә юҡ. Ә бына ниндәй йүнәлештә эшләнгән проект еңеү яуларға, жюри ағзаларының күңеленә ятырға мөмкин, тигән һорауға килгәндә инде, Азалия әйткәнсә, күңелеңә ятҡан һәм ваҡытыңды сарыф итеүе йәл булмаған йүнәлеште һайларға кәрәк. Мәғариф форумдарына барғанда үҙең ҡатнашҡан секцияның темаһына ярашлы һуңғы яңылыҡтар менән мотлаҡ таныш булырға кәрәк.
А. Хурамшина: Һәр нәмәнең һөҙөмтәһе булырға тейеш, матди яҡтан ғына түгел, рухи йәһәттән дә. Ҡайһы бер форумдарға мин яңы идеялар ишетеп, үҙебеҙҙә шуларҙы тормошҡа ашырыу юлдарын эҙләргә дарманланып, дәртләнеп ҡайтыу өсөн барам. Һәр нәмә сағыштырыуҙа күренә, тәжрибә туплап йөрөргә һәм файҙалы танышлыҡтар булдырырға кәрәк. Һуңынан ул таныштар менән берлектә берәй ҙур, халыҡ-ара кимәлдәге проект эшләйбеҙ, ғилми хеҙмәт яҙабыҙ, кәңәшләшеп торабыҙ.

Бынан бер-нисә йыл элек башҡорт йәштәре араһында лидер һаналған йәштәр бөтөнләй башҡа сифаттарға эйә ине. Бөгөн йәштәр өлгө алған лидерҙар ниндәй?

Р. Мортаева:
Бөгөн йәштәр аҡыллы, белемле һәм һәр һүҙен уйлап әйткән, күренерлек эштәр башҡарған йәштәштәрен лидер тип күрә. Башҡорт йәштәре араһында тиҫтерҙәренең көс-дарманын позитив, ыңғай, файҙалы яҡҡа йүнәлтә белгән шәхестәр бар. Беҙ уларҙы "Уфа-форум" мәғариф форумы барған саҡта күрҙек, улар һымаҡ маҡсаттарына өлгәшә, үҙ позицияһын дөрөҫ ҡуя белгән лидерҙар менән эшләүе лә еңел. Былтыр ҡайһы бер башҡорт йәштәренең Рәсәй, халыҡ-ара мәғариф форумдарында ҡатнашыуы һәм еңеүҙәр яулап ҡайтыуы ла шундай лидерҙар барлыҡҡа килеүенә бәйле. Республиканың, халыҡтың киләсәген ҡайғыртҡан йәштәр мәғрифәтселек, белем алыу юлына өҫтөнлөк бирә башланы.
А. Хурамшина: Әгәр ҙә лидер тип үҙ артынан башҡаларҙы эйәртерлек кеше тураһында әйтһәк, өлкәнерәк бер шәхесте күҙ алдына баҫтырырға кәрәк, минеңсә. Йәш кешегә үҙ тиҫтере артынан барыу перспективалы түгел һымаҡ. Минең өсөн лидер - ул мине шәхес итеп үҫтереүсе ғилми етәксем. Ә йәштәштәр араһында партнерлыҡ, тигеҙ аралашыу мөнәсәбәттәре генә булыуы мөмкин. Борон да башҡорт халҡының лидерҙары аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр булған, улар менән кәңәшләшкәндәр, улар аҡылын тыңлағандар. Сөнки улар донъя күргән, тәжрибәле кешеләр, һәм йәштәрҙе лә нимәгә-лер өйрәтә ала. Шуға ла тиҫтерҙәрҙе, үҙемдән йәшерәктәрҙе партнер итеп күрәм, берәй эшкә өйрәтһәм, кәңәш бирһәм дә, тиңдәшем менән мәғлүмәт бүлешеү итеп кенә ҡабул итәм. Хәҙер күп йәштәр ошолай фекер йөрөтә, һәр кемдең үҙ фекере бар, һәр кем уйлай белә, хатта аралашыу даирәһен дә уйлап һайлай беләләр. Элекке кеүек, берәүҙе лидер тип күреп, бер һүҙһеҙ уның артынан эйәреү, уны юғарыға күтәреү күренеше беҙҙең быуынға хас түгел.
И. Таштимеров: Лидер тигәндә, ул кешене башҡаларҙың йөрәгендә үҙ идеяһы менән ут тоҡандыра алған, күңелендә берәй уй, ынтылыш уята белгән шәхес, тип таныйым. Мәктәптә уҡығанда үҙемдән өлкән синыфтарҙа белем алған әүҙем, өлгөлө уҡыусылар минең өсөн лидер булараҡ һынлана ине. Сөнки мин тап уларға ҡарап, шундай уҡ тырыш, белемле, маҡсатлы булырға өйрәндем һәм нәҡ улар кеүек Өфөлә уҡыуымды дауам итергә хыялландым. Мине һоҡландырған, үҙҙәрендәге утты миңә күсергән, шундай уҡ идеялар менән янырға булышлыҡ иткән йәштәр -минең өсөн лидерҙар. Мине лә, минең тиҫтерҙәремде лә ошондай ыңғай, позитив фекерле кешеләр ылыҡтыра ла инде.

Ә шулай ҙа хәҙерге йәштәр, һеҙ әйткәнсә, үҙҙәренән олораҡтарҙы лидер итеп һанап, уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һала, кәңәшләшеп эшләй беләме? Әллә заман башҡа - заң башҡа, тип һанаған йәштәр ололар менән бигүк аңлашып бармаймы?

А. Хурамшина:
Бөтәһе өсөн дә әйтә алмайым, ләкин мин белгән йәштәр һәр ваҡыт оло йәштәге тәжрибәле ағай-апайҙарҙың һүҙенә ҡолаҡ һалырға әҙер. Хәҙер бит хис-тойғоларға таянып түгел, төптән уйлап, һәр нәмәнең асылына төшөнөп эш итә торған заман. Һәр ишеткән яңылыҡты, кешенең һүҙен, ҡылығын анализлап, сәбәбенә төшөнә белергә, һүҙеңде үлсәп һөйләргә кәрәк. Шуға күрә, ололарҙан кәңәш һорау, проблемаларҙы хәл иткәндә кәңәшләшеү мөһим.
И. Таштимеров: Ололар, тигәндә, мин үҙемдән өлкәнерәк йәштәге, ләкин йәш ағай-апайҙарҙы күҙҙә тотам, уларға ҡарап үҙемдә лә лидерлыҡ сифаттары тәрбиәләргә тырышам, уларға ҡарап өйрәнәм. Баш ҡалаға уҡырға килгәндә ниндәй сараларға йөрөргә, ниндәй эштәр менән шөғөлләнергә икән, тигән һорау килеп тыуғас та, интернет селтәре аша БР Йәштәр берлектәре ассоциацияһы ағзаларының эшмәкәрлеге менән танышып, уларға ылығып киттем. Әле мин ниндәйҙер сараларҙа ҡатнашам, эштәр эшләйем икән, нәҡ шул ағай-апайҙар өлгөһөнә таянам...
А. Хурамшина: Был урында бәхәсләшергә була, сөнки мауығып китеү һәм лидер артынан эйәреү - икеһе ике төрлө нәмә. Дуҫтар, таныштар берәй сарала ҡатнашырға саҡырһа, ниндәйҙер эш тураһында һөйләһә, мин дә мауығып китеп, уларға эйәрәм. Улар мине дәртләндерә, сәмләндерә ала һәм беҙ ярышып, берәй эште башҡарырға мөмкинбеҙ. Ә лидер минең шәхесемде үҫтерергә ярҙам итеүсе, үҙенең тормош тәжрибәһенән сығып кәңәштәр биреүсе, юл күрһәтеүсе, аңлатыусы оло йәштәге кеше. Ололар, әлбиттә, йәштәр кеүек һәр яңылыҡты ҡыҙыҡ күреп ҡабул итеп, мауығып китмәй. Сөнки уларҙың донъяға ҡарашы формалашҡан. Ә шулай ҙа ул заман заңын тоя, үҙенә таныш булмаған мәғлүмәтте инҡар итмәй, ә төбөнә төшөп өйрәнә, фекер йөрөтә. Бына шундай заман менән бергә атлаусы оло йәштәге лидерҙар бар һәм мин улар артынан эйәрә торған, уларҙы һанлаусы йәштәрҙәнмен.
Р. Мортаева: Гөлфиә апай Янбаева менән бер һөйләшкәндә, ул: "Киске Өфө" гәзите редакцияһында башлыса йәштәр эшләй, тимәк, мин уларға нимә оҡшай, улар нимә тураһында фекер йөрөтә, улар нимә теләй икәнен белергә тейешмен", - тигәйне. Бына шундай үҙенән кесе булғандарҙың һүҙенә, фекеренә ҡолаҡ һала белгән, үҙ тәжрибәһенән сығып, кәңәш итә алған оло быуын кешеләре бар һәм уларҙы үҙеңә өлгө итеп ҡуйырға кәрәк. Донъянан артта ҡалған оло кешеләрҙең һүҙен йәштәр тыңламай, шуға ла, әгәр ҙә лидер оло йәштәге кеше тип фекер йөрөтһәк, уның заман менән бергә атлаған шәхес булыуы мөһим.

Башҡорт йәштәрен туплаған төрлө йәмәғәт ойошмалары бар, шуларҙың береһе - БР Йәштәр берлектәре ассоциацияһы. Ошондай ойошмалар булыуы йәштәр өсөн нимәһе менән әһәмиәтле, уларҙың эшен нисек баһаларһығыҙ?

Р. Мортаева:
Беҙ бөгөн шундай проблемаға килеп терәлдек: йәштәрҙең насар ғәҙәттәргә бирелеп китеүен иҫкәртеүсе органдар бөтәһе лә 18 йәшкә тиклемге балалар менән эшләй. Балалар баҡсаһында, мәктәптә балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе ҡаты контролдә тотабыҙ ҙа, унан һуң уларға иғтибар кәмей. Юғары уҡыу йорттарында иң әүҙем студенттарға ғына иғтибар итәләр, ҡалғандар күҙ уңынан ысҡына. Шуға күрә, 18-30 йәшкә тиклемге йәштәрҙе йәлеп иткән йәмәғәт ойошмалары булыуы бик тә ыңғай күренеш, иң мөһиме, улар дәүләт ведомстволары менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тейеш. БР Йәштәр берлектәре ассоциацияһы беҙҙең министрлыҡ менән дә, башҡа инстанциялар менән дә хеҙмәттәшлек итә, һәр район хакимиәте менән бәйләнеш булдырғандар. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында йыл да сәләмәт тормошто пропагандалау, наркоманияны иҫкәртеү буйынса социаль тикшеренеүҙәр үткәрәбеҙ. Һуңғы йылдарҙағы һөҙөмтәләр буйынса, 20 йәшкә тиклемге йәштәр араһында тәмәке тартҡан егеттәр һаны кәмей, ә ҡыҙҙар күбәйә. Тәмәке тартыусылар араһында баш ҡалаға ауылдан уҡырға килгән йәштәр күп. Шуға, ул йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырырға, файҙалы эш менән шөғөлләндерергә теләп эшмәкәрлек алып барған БР йәштәр берлектәре ассоциацияһы менән беҙ бәйләнештә булырға тырышабыҙ. Йәштәргә тылҡып, аңлатып тороу кәрәкмәй, уларҙы бары тик ҡыҙыҡһындыра алыу ғына мөһим бит.
А. Хурамшина: БР Йәштәр берлектәре ассоциацияһында төрлө район йәштәре бергә тупланған. Быйыл Мәскәү ҡалаһында уҡып ҡайтҡан, Өфөләге алдынғы ҡарашлы йәштәрҙе саҡырып, ойошманың киләһе биш йыллыҡ маҡсатын билдәләр өсөн форсайт-сессия үткәрҙек. Киләсәктә ойошма биш йүнәлеш буйынса эш алып барасаҡ: мәғрифәт, спорт, мәҙәни саралар үткәреү, профориентация, ауыл йәштәре менән эште әүҙемләштереү. Өфөгә уҡырға килгәс тә йәштәр юғалып ҡала, уларҙы үҙ мөхитебеҙгә йәлеп итеп, насар йоғонтоға бирелеп йөрөмәһендәр өсөн һәр кемгә үҙенә оҡшаған йүнәлеш буйынса эшләргә, үҫешергә мөмкинлек бирәсәкбеҙ. Мин Балаҡатай районы йәштәре берлеге рәйесемен, Ильяс Мәләүез ҡалаһы йәштәре берлегендә әүҙем эшләй. БР Йәштәр берлектәре ассоциацияһына күҙҙәре янып торған, республика һәм тыуған төйәктәренә файҙа килтерергә, күтәрергә теләгән, башҡорт халҡының киләсәген ҡайғыртҡан йәштәр тупланған.
И. Таштимеров: Мин был ойошмала бик күп йәштәр менән таныштым, дуҫтар таптым, яҡташтарым менән осрашып, тығыҙ аралашып йәшәйем. Иң мөһиме, буш ваҡытты файҙалы, үҙеңә ҡыҙыҡлы итеп үткәреү форсаты табылды. Беҙгә һәр ваҡыт яңы проекттарҙа ҡатнашырға, төрлә саралар үткәрергә, идеялар менән бүлешергә мөмкинлек бирәләр һәм уларҙы тормошҡа ашырыу юлдарын күрһәтеп торалар. Әле мин "Йүгереү клубы" тип аталған проектты тормошҡа ашыра башланым, кискеһен йыйылып, бергәләп йүгерергә һәм физик күнекмәләр эшләргә паркка сығабыҙ.

Үҙебеҙҙең башҡорт йәштәренә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

Р. Мортаева:
Ниндәйҙер эш тураһында хыялланып та, уны тормошҡа атҡарыу өсөн бер нәмә лә эшләмәһәң, ул хыял булып ҡына ҡала бирә. Хыялды тормошҡа ашырыу өсөн нимәлер эшләйһең икән, тимәк, ул маҡсатҡа әүерелә. Маҡсаттар билдәләп тә, хыялдарын тормошҡа ашырырға ялҡауҙары килеп, йоҡлап ятмаһындар йәштәребеҙ, тип әйтмәксемен. Халҡыңа, тыуған илеңә файҙалы булырға тырышыуыңды күкрәк һуғып йөрөп кенә түгел, эштәрең менән иҫбатларға кәрәк. Беҙҙе маятник кеүек төрлө яҡҡа тартҡылаған көстәр күп, шулар йоғонтоһона бирелмәҫ өсөн мәктәп йылдарында уҡ үҙеңдә ныҡлы характер тәрбиәләргә, тормошта дөрөҫ юл һайларға һәм тағы... һәр ерҙә үҙ фекереңде белгертеүҙән ҡурҡмаҫҡа өйрәнергә кәрәк. Төрлө сараларҙа ҡатнаш, камиллаш, сығыштар яһа, башҡаларҙы тыңлай, ишеткән-күргән мәғлүмәттәрҙе анализлай бел. Теләк һәм тырышлыҡ менән бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға була икәнен белһен йәштәребеҙ.
А. Хурамшина: Бөтә Башҡортостан йәштәренә мөрәжәғәт итеп, шундай теләгемде еткерер инем: һәр ваҡыт үҙ өҫтөңдә эшләргә, камиллашырға тырышығыҙ. Бының өсөн форумдарҙа ҡатнашыу иң яҡшы вариант икәнен иҫтә тотоғоҙ. Унда ҡатнашып, һөнәрең буйынса яңы белем тупларға, хыялдарыңды тормошҡа ашырырға, алған белемеңде ғәмәлдә ҡулланырға өйрәнергә мөмкинһең. Был форумда ун һигеҙ йәштән алып, утыҙ йәшкә тиклем бөтәһе лә ҡатнаша ала, тип яҙылған икән, һин ауылданмы, ҡалананмы, эшһеҙһеңме, эшлеһеңме, яҡшы уҡығанһыңмы, икелегәме - ҡурҡмайынса ҡатнашырға кәрәк. Унан һуң, үҙеңде тейешенсә баһаларға өйрәнергә лә кәрәк беҙҙең йәштәргә. Үҙен кәмһетеп, комплекстарынан арына алмағандар бихисап беҙҙекеләр араһында. Йәштәргә үҫешер өсөн дәүләт тарафынан да бөтә мөмкинлектәр тыуҙырылған, ғаиләһендә лә ата-әсәһе балаһын уҡытырға, ярҙам итергә тырышып тора. Матди яҡтан да, рухи яҡтан да үҫешергә ярҙам бар, теләк кенә кәрәк. Шуға, үҙегеҙҙе күрһәтегеҙ, үҫегеҙ, донъя кимәленә күтәрелегеҙ һәм башҡорт халҡын танытығыҙ, тип әйткем килә. Бер башҡорт юғары уңышҡа өлгәшә икән, шуның менән ул милләтен дә таныта - беҙгә шундай шәхестәр кәрәк.
И. Таштимеров: Үрҙә әйтелгән һүҙҙәргә ҡушылып, бары тик пассив булмаҫҡа һәм һәр ваҡыт алдынғы кешеләр араһында ҡайнап йөрөргә, үҙеңде төрлө йүнәлештә һынап ҡарарға кәрәк, тимәксемен. Әлбиттә, ололар, тәжрибәлерәк кешеләр әйткән тәнҡитте дөрөҫ ҡабул итә белеү мөһим. Бөгөн республикаға туризм, спорт, иҡтисад, мәҙәниәт, ауыл хужалығы, инвестициялар, башҡорт халҡының йолаларын, рухи ҡиммәтәрен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттар кәрәк. Тырышып эшләүселәр беҙ, башҡорт йәштәре, үҙебеҙ булырға тейешбеҙ, сөнки башҡаларҙың беҙҙең мәнфә-ғәттәрҙе ҡайғыртыуы икеле.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Уйлыға - уй, тип, фекер йөрөтә белгән, аҡыллы йәштәребеҙгә фәһемле мәғлүмәт булһын өсөн ойошторҙоҡ был әңгәмәне. Әңгәмәләштәребеҙҙең һүҙҙәре-фекерҙәре башҡорт йәштәренең күңеленә инһә, сәмләндерһә, дәртләндереп ебәрһә, бик ҡәнәғәт булыр инек.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.17 | Ҡаралған: 1127

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru