«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗӘБИХУЛЛА ИСҠУЖИН. УНЫҢ ШӘЖӘРӘҺЕ ТУРАҺЫНДА ҺҮҘҘЕ ДАУАМ ИТЕП
+  - 

Филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы Саламатова республика матбуғатында баҫтырған мәҡәләләре менән онотолоуға дусар ителгән, ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә шағир, ҡурайсы, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ билдәлелек алған Зәбихулла Исҡужиндың (1911-1936) тормош юлын, эшмәкәрлеген һәм әсе яҙмышын яҡтыртты, уның быға тиклем билдәле булмаған әҙәби, музыкаль, ғилми һ.б. мираҫының ҙур өлөшөн халыҡҡа ҡайтарҙы. Ғалимәнең яҙмаларында Зәбихулла Исҡужиндың хәҙерге Йылайыр районы Мәҡсүт ауылында тыуып үҫеүе, ата-әсәһе, бөгөнгө көнгә билдәле булған туғандары хаҡында ла хәбәр ителә.

Гөлсәсәк Саламатова баҫтырған материалдарҙан билдәле булыуынса, Зәбихулла Исҡужин яңы стиль буйынса 1911 йылдың 3 ғинуарында Йылайыр кантоны Мәҡсүт ауылында донъяға килгән. Иҫке стилгә күсерһәк, был дата 1910 йылдың 22 декабренә тап килә. Ошо урында уҡ шуны билдәләп китәйек, Мәҡсүт - Түңгәүер ҡәбиләһе башҡорттары Ялан Түңгәүер ырыуының иң боронғо ауылдарының береһе, документарҙа ул XVIII быуаттың уртаһында уҡ теркәлгән. 1910-1911 йылдарҙа Йылайыр кантоны исемле административ берәмек булмай әле, архив материалдарына ярашлы, ул йылдарҙа хәҙерге Йылайыр районындағы Мәҡсүт ауылы Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Түңгәүер улысы составында була. Зәбихулла Исҡужиндың ата-бабалары кем булған? Быны белеү өсөн беҙ архив документтарына, Түңгәүер ырыуының беҙҙең көндәргәсә һаҡланған ҡулъяҙма шәжәрәһенең күсермәһенә, Исҡужиндарҙа һаҡланған яҙмаларға таянып эш иттек. Шәжәрә ебенең боронғораҡ осорҙарын өйрәнеү һөҙөмтәһендә түбәндәге факттар билдәле булды: Зәбихулланың төп ата-бабаһы Мәҡсүт үҙ заманының күренекле шәхесе булған, ауыл XVIII б. уртаһында уҡ уның исемен йөрөткән. Документтарға ярашлы, Мәҡсүт Асҡар улы 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе, Түңгәүер ырыуы батыры Күҫәп Солтанғолов менән берлектә башҡорттоң азатлығы өсөн көрәшеп, Мәҡсүт батыр исеме менән тарихҡа ингән. Мәҡсүт батыр 1755 йылғы башҡорт ихтилалында ла әүҙем ҡатнашҡан. Иҫәнғол ауылы крайҙы өйрәнеүсеһе Винер Байгилдин табып, беҙгә өйрәнергә тапшырған 1765 йылға ҡараған республика архивы документынан күренеүенсә (уға оло рәхмәтлебеҙ), 1755 йылғы ихтилалды баҫтырыу барышында Мәҡсүт батыр ғаиләһе менән башҡа бик күп баш күтәреүсе башҡорттар (түңгәүерҙәр, бөрйәндәр, үҫәргәндәр, ҡыпсаҡтар һәм тамъяндар) менән берлектә Яйыҡ йылғаһын кисеп, ҡаҙаҡ далаларына күсенергә мәжбүр була. Документта Нуғай даруғаһы Өфө өйәҙенең Түңгәүер улысы старшинаһы Татлымбәт Әлимбәтов командаһы Мәҡсүт ауылы башҡорто 20 йәшлек Ейәнбай Мәҡсүт улының Ҡырғыҙ-ҡайсаҡ (ҡаҙаҡ) урҙаһынан ҡасып, тыуған яғына ҡайтып килгәнендә Рәсәй сик һаҡсылары тарафынан тотолоуы теркәлгән. Ейәнбайҙың допроста һөйләүенсә, уға 10 йәш булғанда, 1755 йылғы башҡорт ихтилалын баҫтырыу барышындағы карателдәрҙең эҙәрлекләүе сәбәпле, ул ата-әсәһе һәм башҡа башҡорттар менән бергә Яйыҡ йылғаһын кисеп сығып, Ҡырғыҙ-ҡайсаҡ (ҡаҙаҡ) урҙаһына ҡаса. Туған күреп, яҡлау эҙләп килгән башҡорттарҙы, ҡаҙаҡтар бүлешеп алып, төрлө яҡтарға ҡоллоҡҡа оҙаталар (документта "ҡоллоҡ" тигән һүҙ ҡулланылмаһа ла бының шулай икәне аңлашылып тора). Ейәнбай тәүҙә Түлән улысы Ҡунзебай исемле ҡаҙаҡта 1 йыл йәшәй, аҙаҡ уны Уаҡан улысы ҡаҙағы Ҡалбай Түнәбәков һатып ала. Ҡалбай ҡаҙаҡта йәшәгәнендә Ейәнбай тыуған яғы Түңгәүер улысына, туғандары янына ҡайтып йәшәү ниәте менән ҡасып китә. Ейәнбай Мәҡсүтовтың эше тикшерелгәндән һуң, 1765 йылдың 23 авгусында уға тыуған яғына ҡайтып йәшәү өсөн рөхсәт документы - "билет" тапшырыла һәм ул тыуған ауылы Мәҡсүткә ҡайта ала. Документта Ейәнбайҙың ата-әсәһе, башҡа туғандарының яҙмышы хаҡында мәғлүмәт юҡ. Мәҡсүттең башҡа улдары - Ейәнғол (1755 йылғы) менән Йәнгилденең (яҡынса 1740 йылдарҙа тыуған) ошо уҡ ауылда йәшәп, уларҙан күп балалар таралыуынан сығып, уларҙың да, Мәҡсүт батырҙың да ҡаҙаҡтарҙан имен-һау әйләнеп ҡайтыуын фаразларға була. Быны халыҡ хәтере лә дәлилләй: яҡташыбыҙ, билдәле журналист С. Ярмуллин тарафынан Мәҡсүт ауылында яҙып алынған легендала Мәҡсүтте Көләс исемле ҡатыны менән бергә баҫҡынсы ҡаҙаҡтар урлап алып китәләр һәм улар ҡаҙаҡтарҙа 40 йыл хеҙмәтсе булып йөрөй, ҡаҙаҡтар Мәҡсүтте үлтерергә уйлағас, улар тыуған яҡтарына ҡасып ҡайталар, тип һөйләнелә.
Шулай итеп, Ейәнбай Мәҡсүт улы үҙ заманында батырлыҡ күрһәтеп, ҡаҙаҡ ҡоллоғонан ҡасып ҡотолмаған булһа, ауылына ҡайтып, ғаилә ҡороп йәшәүен дауам итмәһә, бөгөн Зәбихулла Исҡужин исемле шәхес беҙгә билдәле булмаҫ ине... Артабан Зәбихулланың тағы ла боронғораҡ дәүерҙәге ата-бабаларына күҙ һалайыҡ. Түңгәүер ырыуының ҡулъяҙма шәжәрәһенән мәғлүм булыуынса, Мәҡсүттең атаһы Асҡар булған. Был исем документтар менән дә дәлилләнә. 1816 йылғы ревизияла Мәҡсүттең бер туған ҡустылары 1725 йылғы Исламғол Асҡар улы (улы Әҙел Исламғолов (1764 йылғы), хәҙерге Хәйбулла районы Әҙел ауылын нигеҙләүсе) һәм 1739 йылғы Бүкәнбай Асҡаров (улы сотник Ишкилде (1778 йылғы) һ.б. теркәлгән. Түңгәүер шәжәрәһе буйынса Асҡарҙың ата-бабалары: Көсөк - Һаҡҡол - Һәрекәй - Һатыусал - Күстәнә батыр - Иламан - Хаҡҡолай (икенсе исеме Ҡара төлкө) - Түңгәүер - Ҡуңғрат. XIX б. рус тикшеренеүсеһе П.С. Назаров билдәләүенсә лә, Түңгәүерҙең атаһы Ҡуңғрат бей булған. XIX б. рус тарихсыһы В.В. Вельяминов-Зернов баҫтырған башҡорт тархандары тураһындағы документтар буйынса, Һатыусалдан таралғандарҙың XVII-XVIII бб. Ҡырым, Азов һәм Швед яуҙарында ҡатнашҡандары өсөн быуындан-быуынға бирелеүсе тарханлыҡ дәрәжәһенә лайыҡ булыуы күренә. Бынан сығып, Һәрекәй, Һаҡҡол, Көсөктөң һәм уларҙан таралғандарҙың да тархан булыуын билдәләргә мөмкин. Шулай итеп, Мәҡсүт батыр Асҡаровтың ата-бабалары тарханлыҡ дәрәжәһенә эйә булған. Артабан да был дәрәжә уларҙың тоҡомдарында һаҡланған булырға тейеш. Мәҫәлән, Һатыусалдың Ситәй исемле улынан таралған тоҡомдан булған Түңгәүер улысы Исҡужа ауылында йәшәүсе Йәнгилде Бөтөков 1816 йылда ла быуындан-быуынға күсеп килеүсе тарханлыҡ дәрәжәһен йөрөткән.
Артабан был эште теүәлләп ҡуйыу маҡсатында, Зәбихулланың бер туғандары хаҡында ентекләберәк ҡарап үтергә кәрәктер. Бының өсөн беҙ Мәҡсүт ауылы мәсетендә XIX быуатта ғәрәп графикаһында яҙылған метрика китаптарын махсус рәүештә өйрәндек. Был эштә Зәбихулла Исҡужиндың яҡын туғандары Рафиҡ Имаметдин улы һәм Ғәзиз Йомағужа улы Исҡужиндарҙың, архив хеҙмәткәре Зөфәр Ғәтиәтуллиндың ярҙамы ҙур булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Зәбихулланың атаһы, 1920 йылда мәрхүм булған Ғәбделғәзим Ғибаҙулла улының тыуған йылын билдәләп булманы. XIX б. икенсе яртыһында төҙөлгән метрика китаптары беҙҙең көндәргәсә тулыһынса килеп етмәгән, һаҡланғандарында был турала мәғлүмәт юҡ. Яҡынса билдәләгәндә, уның тыуған ваҡыты 1869 йылдан да һуң булмаҫҡа тейеш. Ырымбур өлкәһе дәүләт архивында беҙҙең тарафтан табылған бер документҡа ярашлы, Ғәбделғәзим Ғибаҙулла улы Ишҡужин 1907 йылда Түңгәүер улысы ерҙәрен межалау эшенә Мәҡсүт ауылы башҡорттарының "уполномоченный"ы сифатында йәлеп ителгән. Шуныһы ҡыҙыҡлы, документтарҙа уның тамғаһы ла бар. Ул түңгәүерҙәрҙең төп тамғаһы - айтамғаның осона һәм уртаһына вертикаль ике һыҙыҡ өҫтәп яһалған булған.
Архив документтары буйынса, 1889 йылда Ғәбделғәзим менән Сәбиләнең ғаиләһендә Сәмиғә исемле ҡыҙ тыуа. Тимәк, ул - Ғәбделғәзимдең беҙгә билдәле булған иң өлкән балаһы. Артабан был ғаиләлә 1891 йылда Шәрифулла, 1893 йылда Хәйбулла (Хәбибулла), 1898 йылда Рәхимйән, 1904 йылда Хәмиҙулла, 1911 йылда - Зәбихулла донъяға килә.
Шулай итеп, беҙ архив документтарын, ҡулъяҙма шәжәрәне өйрәнеп, Зәбихулла Исҡужиндың шәжәрә ебен Түңгәүер һәм Ҡуңғрат бейҙәргәсә бәйләп байҡай алдыҡ. Зәбихулла Исҡужиндың ата-бабалары данлы булған, улар түңгәүерҙәрҙең төп ауылдарының береһе булған һәм бөгөн дә үҙенең ғалимдары, йырсылары, ҡурайсылары менән билдәлелек алған Мәҡсүтте һәм тағы бер нисә ауылды нигеҙләгән, араларында алдынғы, уҡымышлы шәхестәр, дин әһелдәре, азатлыҡ көрәшселәре, яугирҙар, ҡурайсылар байтаҡ булған. Зәбихулла Исҡужиндың ата-бабалары һәм туғандары 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша, I Донъя, Граждандар, Бөйөк Ватан һуғыштарында ла әүҙем көрәшә, араларында орден-миҙалдар менән наградланыусылар, офицерҙар бар, ил азатлығы өсөн күптәр яу яланында баштарын һала. Уларҙың тарихы ла айырым өйрәнелергә тейеш.
Һүҙҙе йомғаҡлап, башҡорт халҡының арҙаҡлы ир-егеттәренең береһе, күп өлкәлә талант эйәһе булған Зәбихулла Исҡужиндың шәжәрәһе төҙөлдө, тип әйтә алабыҙ. Унда барлығы 200 яҡын исем асыҡланды. Бында, әлбиттә, тура нәҫел ебен генә күрһәтә алабыҙ: Зәбихулла (1911) - Ғәбделғәзим (яҡынса 1869-1920) - Ғибаҙулла - Дуҫмөхәммәт (1817, указлы мөьәзин) - Ишҡужа (1773, мөьәзин) - Ейәнбай (1745) - Мәҡсүт батыр (яҡынса 1690-1775. 1735-1740, 1755 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары батыры) - Асҡар - Көсөк - Һаҡҡол - Һәрекәй - Һатыусал тархан - Күстәнә батыр - Иламан - Хаҡҡолай (Ҡара төлкө) - Түңгәүер бей - Ҡуңғрат бей.
Зәбихулла Исҡужиндың ҡатыны Сараның һәм ҡыҙы Алһыуҙың 1936 йылдан һуңғы яҙмышы әлегә билдәһеҙ булып ҡала. Аллаһ бойорһа, Алһыу Зәбихулла ҡыҙы Исҡужинанан таралған нәҫел дә киләсәктә һис шикһеҙ табылыр, тигән өмөттө өҙмәйек.

Фуат СӨЛӘЙМӘНОВ, тарих фәндәре кандидаты.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.07.17 | Ҡаралған: 1337

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru