«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫСЫН ҠУРАЙСЫ ИКӘНҺЕҢ, ҠЫНЫҢДА ҮЛӘН ҠУРАЙ ЙӨРӨТ
+  - 

"Киске Өфө"нөң быйылғы 8-се һанында ҡурайсы Илнур Хәйруллин "Ҡурай ҡурайсыны үҫтерәме, әллә ҡурайсы ҡурайҙымы?" тигән һорауҙы асыҡларға тырыша. Мин уның менән бәхәсләшергә йыйынмайым. Ә шулай ҙа ҡурай буйынса үҙ фекерҙәремде яҙып үткем килде минең дә.

Ҡурай тауышын беренсе тапҡыр Ҡашҡар ауылы клубы (элекке мәсет) эргәһендә үҫкән тирәккә урынлаштырылған патефондан ишеттем. Күрәһең, берәр байрам уңайынан урамды йәнләндергәндәрҙер. Ишеткән көй бөгөн дә хәтеремдә, уның "Мөғлифә" тип аталғанын да белдем аҙаҡтан. 4-5 йәшлек бала күңеленә һеңде лә ҡуйҙы бит ҡурай моңо! Вәли ауылында (хәҙер ул юҡ инде) йәшәйбеҙ. Күршебеҙ Мәхмүтйән ағай ҡунаҡ саҡырған. Ҡунағы Айса ағай һәр ергә үҙе менән патефонын йөрөтә икән. Патефонға ҡушылып ҡурайҙа Мәхмүтйән ағай уйнай, ә Айса ағай дәртле итеп бейей. Көй иҫемдә. Ул - "Зарифа". Пластинкала, бәлки, Йомабай Иҫәнбаев ҡурайы яҙмаһы булғандыр. Был ваҡиғалар һуғыштан алдағы тыныс яҙҙа булды. Мәхмүтйән ағай яу ҡырында ятып ҡалды. Шуны ла әйтеп китәйем: ул ҡурайсы Азат Айытҡоловтың өләсәһе Хөсниямал апайҙың бер туған ағаһы. Ҡурайсылар төҫкә бер-береһенә оҡшап торалар. "Киске Өфө" гәзитендә (№19, 2010 йыл) Мәхмүтйән ағайҙың ҡыҙы Ғилмияза һауанан осоп барған самолетҡа: "Атайымды төшөрөп кит", -тип ҡысҡырыуы тураһында яҙғайны инде. Айса ағай яуҙан имен-аман ҡайтты, патефонын гел үҙе менән йөрөтөүҙе дауам итте. Ул әле лә ғаиләләрендә ҡомартҡы булып һаҡлана. Ҡурай үләне беҙҙә күп үҫә. Үҙем үҫә төшкәс, шул үләнде тишкеләп, өргөләп, көй сығарырға өйрәндем. Ауылдаштарымды бейетеп, йырлатып алыр инем. Бер мәл дәртләнеп ҡурай уйнау һәләтемде камиллаштырмаҡсы булдым. Ғата ағай Сөләймәновтың китабын һатып алдым. Ауыл-район кимәлендә ойошторолған концерттарҙа ҡатнашҡыланым. Әммә шарт-әмәл булманымы, ниңәлер был шөғөлдө артабан дауам итә алманым. Бөгөн дә дәртләнеп китеп өргөләп ҡарайым. Тик "алтын" тештәр тауыш сығарырға булышлыҡ итмәй икән...
Элек ҡурайсылар һирәк ине. Ишғәле һәм Ишмулла Дилмөхәмәтовтар менән таныш булдым. Сәйфулла Дилмөхәмәтов менән бергә уҡыныҡ, бер ятаҡта йәшәнек. Күберәген артистарҙы тыңланыҡ, уларҙы алҡышланыҡ. Ғата ағай 1969 йылда Ленинградҡа барасаҡ ҡурайсыларҙы бөтөн Башҡортостан буйлап йыйҙы. Ул көндәр тарихы фотоларҙа һаҡланған. Һуңғы осорҙа ҡурайсылар, шөкөр, ишәйҙе. Ҡыуаныс, ҡәнәғәтләнеү кисермәй әмәл юҡ, бигерәк тә балаларҙың ошо боронғо шөғөлөбөҙгә ылығыуы ҙур ҡаҙаныш. Быға Ғата ағайҙың тырышлығы, хатта ҡаһарманлығы башланғыс һалды, әлбиттә. Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай класы асылыуының һөҙөмтәһен күрәбеҙ бөгөн. Тик элекке ҡурайсылар һәр саҡ беләк йыуанлыҡ, үҙе оҙонлоҡ үлән ҡурайҙа уйнар инеләр. Исеме һирәк телгә алынған Абдулла Хәлфетдиновтың ҡурайы ысынлап та үҙе оҙонлоҡ булғандыр. Ул осорҙа ла еҙ, пластмасса ҡурай булды, тик үлән ҡурайға өҫтөнлөк бирә инеләр. Ә бөгөн шпон ҡурай ҡулланалар. Унда уйнауы еңел. Тын да әҙ тотонола. Шуғалырмы, хәҙер "виртуоз" ҡурайсылар күбәйҙе. Ағас ҡурай - ағас ҡурай инде, тауыш сыға, моң юҡ. Шпон ҡурайҙы музыка ноталарына тап килтереп, камертон ярҙамында көйләргә мөмкин, һәм шулай эшләнә лә. Шпон ҡурай бөгөн соло өсөн түгел, бәлки, башҡа инструменттарға ҡушылып уйнарға ҡулай. Шуға ла ундай ҡурай теләһә ҡайһы көй, теләһә ниндәй халыҡ көй-моңон уйнарға йәтеш.
Тик "башҡорт ҡурайы" тигәндә, иң тәүҙә үлән ҡурай күҙ алдыбыҙға баҫһын ине. Башҡорт иле - Урал. Ҡурай тик Уралда ғына үҫә. Шуға ла ул "реброплодник уральский" тигән фәнни исем алған. Ҡурайсы, әгәр ул үҙен ысын ҡурайсы тип иҫәпләй икән, ҡынында үлән ҡурай йөрөтһөн. Шундай ҡурайҙа ғына боронғо йырҙарыбыҙ, боронғо моңдарыбыҙ ысын йөкмәткеһе менән яңғырай. "Көйҙө тышынан түгел, эсенән уйнарға, эстән кисерергә кәрәк", - ти Илнур, һәм ул бик хаҡлы. Ҡурайҙы "күкрәккә һалып" уйнағандар борон ҡурайсылар. Ә тик өрөп тауыш сығарыу - һыбыҙғының бер төрөндә уйнау менән бәрәбәр. Уйын ҡоралы ҡурайлығын юғалта, тип борсолам. Бәйгеләрҙә лә үлән ҡурайҙа уйнап ярышһындар ине. Иғтибар итәм: үлән ҡурайҙан баш тартмаған, унан айырылмаған Илһам Байбулдин бәйгеләрҙә еңеүсе бит. Уға аманат итеп мин тиҫтәләгән ҡурай тупланым, тапшырырға форсат ҡына сыҡмай тора. Ә былай ҡурайсылар бәйгеләре үткәрелеүе хуп - үҙ асылыбыҙҙы, үҙ тамарыбыҙҙы юғалтыу сигендә инек бит.
Мәшһүр ҡурайсыларыбыҙ үлән ҡурай алырға ауылдарына ҡайта торғайны. Ишмулла ағайҙың Йылайыр районы Яңы Яҡуп ауылына ҡайтып, ҡырға сыҡҡанда, аҡланда ҡурай күплеген күреп, "Бына был бит бәхет!" тип һоҡланыуы тураһында гәзиткә лә яҙғайнылар. 1970 йылдамы икән, Баймаҡ ҡунаҡханаһында ағай менән осраштыҡ. Ул 15-20 үлән ҡурайҙы төрөп алғайны.
Ҡурайҙы аҡландың (үҙәндең) башында үҫкәнен өҙөп алалар. Улар йоҡараҡ та, яңғырауыҡлы ла. Тулыһынса кипмәгәнен дә ҡырҡып алалар һәм эсенә ҡом тултырып, киптерәләр. Ҡурай йыл һайын уңып тормай бит. Ҡурай эшләп алыу һәр кемдең мөмкинлегенә ҡағыла: күкрәк киңлеге, ус яҫылығы, бармаҡтар йыуанлығы - төп параметрҙар. Әгәр ҡурай ауыҙға "һыймаһа", ос башынан уйнағандар бит хатта.
Бөгөн ҡурайҙы заманлаштырырға тырышыуҙар бар инде ул. Ваҡытында Ишморат Илбәковты ла "теткеләп" алдыҡ. Илнур Хәйруллин да, хроматик ҡурайҙа уйнаған өсөн күптәр мине битәрләй, ти. Үпкәләрһең дә. Сөнки ул яңы типтағы музыка ҡоралы. Ҡурай түгел, тиһәң дә була. Ҡабатлайым: башҡорт ҡурайы - үлән ҡурай! Шуға ла Йомабай ағай үҙе менән төбө-тамыры менән алынған үлән ҡурайҙы бөтөн ғәм алдында ҡырҡып, яһап, башҡорт моңон таратҡан Парижда. Шуға аңлы рәүештә үҙ асылыбыҙҙан тайпылмайыҡ. Шунда ғына ҡурайҙың тик башҡорттоң милли уйын ҡоралы булғанын донъяға тарата, инандыра алырбыҙ. Уны урлаусы, файҙаланыусы, үҙләштереүсе булмаҫ. Ҡурай уйнарға теләгән, өйрәнгән һәр беребеҙ сәхнә түрен биләмәҫ. Әммә һәр беребеҙ халҡыбыҙ булмышын һаҡларға бурыслы.

Йәмних ҠАШҠАРОВ.
Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.07.17 | Ҡаралған: 1076

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru