«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҠ БУЙҘАРЫНА СӘФӘР
+  - 

Ошо көндәрҙә Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районы үҙәге Плешаново ауылында ҙур байрам саралары үткәрелде. Унда Баймаҡ район делегацияһы ла ҡатнашты.

Баймаҡ районы делегацияһының сәфәре Плешаново, башҡорттар күпләп йәшәгән Бәхтийәр, Пролетар ауылдары менән танышыуҙан башланды. Бәхтийәр ауылында йәшәүселәр беҙҙе айырыуса ҡыуандырҙы. Бында үҙ тыуған ерен яратҡан, тарихын, йолаларын, мәҙәниәтен ихтирам иткән, үҙ тамырҙарын онотмаған рухлы башҡорттар йәшәй. Урындағы ауыл биләмәһе башлығы Радик Бәхтийәров бына оҙаҡ йылдар инде ошо яуаплы вазифаны башҡара, ә быға ҡәҙәр ул тарих уҡытыусыһы булған. Бәхтийәрҙәр кемдәндер ярҙам көтөп ултырмай, ауылдың социаль инфраструктураһын үҫтереүгә һәр береһе тос өлөш индерә. Тап ауыл халҡының тырышлығы менән бынан алты йыл элек өр-яңы мәсет төҙөлгән, зыярат кәртәләп алынған, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм унан еңеү менән ҡайтҡан яугирҙар иҫтәлегенә мәрмәр обелиск асылған. Хатта япмалы каток та эшләп ултыртҡандар. Балалар аҙ булыу сәбәпле мәктәп ябылған, әлбиттә. Ләкин иҫке булһа ла клуб бар, унда мөдире Юлиә Бәхтийәрованың тырышлығы менән төрлө милли мәҙәни саралар үтеп тора.
Пролетар урта мәктәбе - районда иң алдынғы мәғариф учреждениеларының береһе. Уның менән ике тиҫтә йылға яҡын инде Л. Бәхтийәрова уңышлы етәкселек итә. "Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе" конкурсында еңеүсе булған был коллективтың ҡаҙаныштары етерлек. Бында бик үҙенсәлекле һәм ҙур тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы булыуы, унда башҡорт халҡы тарихына лайыҡлы урын бирелеүе һоҡланыу тойғолары уятты.
Красногвардейский районы хакимиәте башлығы Н.В. Чернышев Баймаҡ районы делегацияһын шулай уҡ бик йылы ҡабул итте һәм ҡунаҡтарҙы райондың социаль-иҡтисади тормошо менән яҡындан таныштырҙы, үҫеш перспективалары тураһында һөйләне. Эшлекле һөйләшеү һәм фекер алышыуҙар барышында иң мөһим проблемаларҙың береһе - төбәктә башҡорт телен уҡытыу һәм өйрәнеү мәсьәләһе лә күтәрелде. Район хакимиәте башлығы әйтеүенсә, бөгөн Юлтый һәм Иҫке Юлдаш ауылдарындағы мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыла, Плешановолағы гимназияла факультатив булараҡ өйрәнелә. Әммә башҡа ауылдарҙа башҡорт милләтле ата-әсәләр балаларын русса уҡытырға теләк белдергән, шунлыҡтан улар бөгөн әсә телен өйрәнмәй. Артабан ысын мәғәнәһендә тарихи ваҡиға булды - Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы һәм Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский районы араһында мәҙәниәт, мәғариф, иҡтисад, сәнәғәт, урта эшҡыуарлыҡ, социаль өлкәләрҙә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү тураһында ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Ошо уҡ көндө кискеһен Плешаново ауылының мәҙәниәт йортона район башҡорттары Баймаҡ районы делегацияһы менән осрашырға, сәнғәт оҫталарының ҙур концертын тамаша ҡылырға йыйылды. Фойела Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең Баймаҡтағы "Башҡорт китабы" магазины үҙенең бай ассортиментлы продукцияһын тәҡдим итте. Шәхси эшҡыуар Наил Мортазиндың сувенирҙары милләттәштәребеҙҙең береһен дә битараф ҡалдырманы. Өфөнән Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев етәкселегендәге делегация ла килгәйне. "Тыумышым менән ошо төбәктән булараҡ, мин һәр ваҡыт тыуған төйәгемә ҙур тулҡынланыу менән аяҡ баҫам, - тине Нурислам Мирхәйҙәр улы үҙенең сығышында, - ә бөгөн ысын мәғәнәһендә тарихи көн - Баймаҡ менән Ырымбур дуҫлығына нигеҙ һалына. Ошо ике төбәк башҡорттарын беҙҙең яҡташыбыҙ, Үрге Ильяс ауылынан сыҡҡан атаҡлы сәсән Мөхәмәтша Буранғолов бәйләп тора. Тап ул "Урал батыр" эпосын баймаҡтарҙан барып яҙып ала һәм халыҡҡа еткерә. Аҫыл хазинаны түкмәй-сәсмәй киләһе быуындарға еткергәндәре өсөн баймаҡтарға мең рәхмәт!"
Икенсе көнөнә Красногвардейский районы ойошторолоуының 50 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы саралар Плешаново ауылы янындағы ҙур майҙанда үтте. Темәс ауыл биләмәһе (башлығы Бикйән Камалетдинов) тарафынан ҡоролған тирмә байрамда ҡатнашыусыларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итеп кенә ҡалманы, ә уның ысын биҙәге һәм ҡото булды. Байрам тантанаһына Ырымбур өлкәһенең ауыл хужалығы министры Михаил Маслов етәкселегендәге ҙур делегация, күрше райондарҙың хакимиәт башлыҡтары килгәйне. Юғары ҡунаҡтарҙы Баймаҡ һылыуҙары халҡыбыҙҙың милли аш-һыуы - ҡымыҙ һәм сәк-сәк менән ҡаршы алды. Баймаҡтар ҡунаҡсыллығы, һәр кемдең иғтибарын үҙенә йәлеп итеп торған күркәм тирмә комплексы, ҡабатланмаҫ йыр-моңо менән барыһын да таң ҡалдырҙы.
Әйтергә кәрәк, Баймаҡ районы делегацияһының һәр ағзаһы был сәфәргә изге маҡсат, милләттәштәребеҙгә рухи ярҙам күрһәтеү ниәте менән барғайны һәм уларҙың барыһы ла иңдәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән атҡарып сыҡты. Өмөтбай мәктәбенең тарих уҡытыусыһы, "Төньяҡ амурҙары" клубы ағзаһы Айҙар Мәжитов, мәҫәлән, башҡорт казагы кейемендә халҡыбыҙҙың данлы яу юлы тураһында булған һәр ерҙә бәйән итеп кенә ҡалманы, балаларға уҡты атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтте. Район делегацияһының иң йәш ағзаһы - Татлыбай ауылынан билдәле спортсы Венер Нәбиев ырымбурҙар өсөн милли көрәш буйынса шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Хөрмә Биктимерова Красногвардейский районы ағинәйҙәрен бер ойошмаға туплау буйынса һөйләшеүҙәр алып барҙы, үҙенең кәңәштәрен бирҙе. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов иһә Ырымбурҙағы милләттәштәребеҙ менән урындағы ҡоролтай эшмәкәрлеген йәнләндереү буйынса һөйләшеүҙәр алып барҙы, үҙенең төплө фекерҙәрен еткерҙе.
Шуныһы үҙенсәлекле, баймаҡтарға ырымбурҙарҙан өйрәнәһе тәжрибәләр ҙә бар ине. Әйтәйек, унда төҙөкләндереү мәсьәләһенә етди иғтибар бүленә, ауылдар, урамдар таҙа һәм архитектура яғынан төплө уйланылған булыуы менән айырылып тора. Ундағы милләттәштәребеҙ туған телен бөгөнгәсә һаҡлап ҡала алған: олоһо ла, кесеһе лә ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшә, беҙҙәге кеүек вата-емерә урыҫса аралашмай. Башҡорт милләтенән булған ябай кеше лә, хакимиәттә ултырған чиновник та, эшҡыуары ла туған телебеҙҙә һөйләшә. Өлкәндәр менән бер рәттән йәштәрҙең дә башҡорт телендәге китаптарҙы һатып алыуына ҡыуанып ҡайттыҡ. Ырымбурҙар үҙҙәренең шәхестәрен данлай белә, бай эшҡыуарҙары тыуған еренә аҡсалата ярҙам күрһәтеүгә һәр саҡ мөмкинлек таба. Бына кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк беҙгә!

Азамат МӨХӘМӘТШИН,
Баймаҡ районының "Һаҡмар" гәзите хәбәрсеһе.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.07.17 | Ҡаралған: 966

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru