«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРСАУЛЫҠТАР ҠУРСАЛАР ӨСӨН - БЫНЫ ХАТТА ҠЫРАҒАЙ ЙӘНЛЕКТӘР ҘӘ БЕЛӘ БУЛЫР
+  - 

Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы урынлашҡан Бөрйән районында булғанда урындағы хужалар һәм белгестәр ошо ерҙе төйәк иткән ҡырағай йәнлектәрҙә ғәжәйеп һаҡланыу инстинкты формалашыуы тураһында һөйләгәйне.

Баҡтиһәң, ҡулында лицензияһы булған һунарсының ҡурсаулыҡтан ситтә рөхсәт ителгән бөтөн йәнлекте атып алырға хоҡуғы бар икән. Шул уҡ ваҡытта йәнлектәрҙең маңлайына: "Был ҡоралай, мышы, айыу, бүре, һеләүһен, ҡуян ошо ҡурсаулыҡта тыуып үҫкән. Уны атырға ярамай!" - тип яҙылмаған, уларға ҡурсаулыҡ мөһөрө һуғылмаған. Шулай булғас, тәжрибәле һунарсылар йәнлектәрҙең һәр миҙгелгә бәйле күсенеү һәм миграция мәлдәрендә ҡурсаулыҡ сиген һағалай. Һаҡҡолаҡ аусылар йәшеренеп кенә тора ла, тегеләрҙе шарт та шорт дөмбәҫләй ҙә ташлай. Улар өсөн төп шарт шуға ҡайтып ҡала: хайуанҡайҙар ҡурсаулыҡ сиген генә үтеп өлгөрһөн. Ҡайһы саҡ шулай ҙа була икән: сик буйын үтеп, апаруҡ ҡына ер китеп өлгөргән йәнлектәр, үҙҙәренә ҡурҡыныс янауын һиҙенеү менән, йән-фарманға ҡурсаулыҡҡа, йәндәрен ҡурсыр ергә сабыша башлай, имеш.
Тағы ла шуныһы: йәнлектәр сик буйын үтеп, йәндәрен ҡурсалаусы урынға етеү менән, ҡасыуынан туҡталып ҡала ла, арттарына боролоп, үҙҙәрен ҡыуа килеүсе саңғылағы, ҡарҙа йөрөүсе машиналағы, вертолеттағы һунарсыларға ҡурҡмайынса ҡарап тора икән. "Тотоғоҙ ҡойроғобоҙҙо, һеҙҙең мылтыҡ пуляһынан, машинағыҙҙан, вертолетығыҙҙан көслөрәк беҙҙең ҡурсаулығыбыҙ бар, үәт!" тиҙәр, йәнәһе.
Ысынлап та, һунарсылар нисек кенә ярһымаһын, артабан тап ошо сик буйында йәнлектәрҙе ҡыуалауҙан туҡталып ҡалырға, ярһыулыҡтарын ауыҙлыҡларға, һауаға булһа ла атып, асыуҙарын сығарырға мәжбүр. Күҙ алдына килтерегеҙ: ҡурсаулыҡтың шартлы сик һыҙығы. Бер яҡта йәнлектәр, икенсе яҡта баштан-аяҡ ҡоралланған аусылар. Уларҙың уртаһында шартлы булып тойолған ҡурсаулыҡ сиге Закон тип атала. Ҡурсаулыҡ хужалары әйтеүенсә, улар ошоғаса үҙ биләмәһендә законды боҙоп һунар итеүселәрҙе күргәне булмаған.
Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, ҡурсаулыҡтың был ҡануны ысын мәғәнәһендә закондары һаҡланған, тулы көсөнә эшләгән һәм теүәл үтәлгән хоҡуҡи дәүләтте иҫкә төшөрә. Ҡурсаулыҡта үҫкән бер ағасҡа ла, үләнгә лә, сәскәгә лә тейергә ярамай. Унда еләк-емеш йыйырға, балыҡ тоторға, һунар итергә рөхсәт ителмәй.
Тыуған еребеҙ, йәнебеҙ яралған Башҡортостан да беҙҙе ҡурсалаусы Ер йөҙөндәге берҙән-бер төйәк. Рустарҙың - Рәсәйе, татарҙарҙың - Татарстаны, сыуаштарҙың - Сыуашстаны, грузиндарҙың - Грузияһы, төрөктәрҙең Төркиәһе булған кеүек. Беҙҙең Башҡортостандан башҡа ҡурсаулығыбыҙ ҙа юҡ. Әммә Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығынан айырмалы рәүештә, беҙҙе һаҡлаусы бөтөн закондар ҙа эшләйме, улар дөрөҫмө, кәрәклеләре бармы?
Күптәр өсөн ҡурсаулыҡ ул - Башҡортостан. Бигерәк тә һуңғы йылдарҙа төрлө һуғыштарҙан, ҡан ҡойоштарҙан ҡасып беҙгә килеүселәр өсөн илебеҙ ҡапҡалары шар асылды. Улар ҙа шул йәнлектәр кеүек, беҙҙең ил сиген үтеп, үҙҙәренә ҡурҡыныс янамаған ергә килеп еткәс, иркен һулыш ала. Шундуҡ кәсеп итергә тотона ла, аҡса туплағас, кәперәйә башлай. Ишетеүебеҙсә, бик күп сеймал сығанаҡтарына, тәбиғи байлыҡтарыбыҙ ятҡылыҡтарына яйлап улар хужа була бара икән. Һөҙөмтәлә, беҙҙең күҙ ҡараһы кеүек һаҡлаған байлыҡтарыбыҙ шулай итеп ситкә оса. Ни өсөн тигәндә, беҙҙә эшләүселәрҙең һәр береһе беҙҙең мөмкинлектәрҙе файҙаланып, үҙ илдәрендәге ғаиләләрен, туғандарын ҡарай. Шуныһы ғына етмәгән, ситтән килеүселәр үҙҙәре менән ҡурсаулығыбыҙға бик күп алама ҡылыҡтар, бысраҡлыҡтар, ҡорал, наркотик алып килә, еребеҙҙе, үҙебеҙҙе ағыулай...
Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында, исмаһам, был биләмәләге бер генә нәмәгә лә теймәйҙәр, сөнки тыйылған. Ә инде Рәсәй, Башҡортостан тигән ил ҡурсаулыҡтары һаман талана. Ситтән килеүселәр ҙә үҙҙәрен хужа итеп тоторға, беҙҙең менән иҫәпләшмәҫкә тырыша. Хәйер... Барыһына ла үҙебеҙ ғәйепле. Хужаһы булмаған урында хужа булып алырға тырышыусылар күп була инде. Был - тәбиғәт ҡануны. Ҡурсаулыҡ биләмәһенә һерлегеп барып инеп, арттарынан ҡыуа килеүсе һунарсыларға "йоҙроҡ" күрһәткән йәнлектәр был йәһәттән беҙгә ҡарағанда күпкә бәхетлерәк. Шулай түгелме?..

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.08.17 | Ҡаралған: 890

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru