«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӨҒӘЛЛИМЛЕК - МӘҒРИФӘТСЕ ОЛАТАЙҘАРЫМ АМАНАТЫ
+  - 

Бөйөк мәғрифәтсе-шағир Аҡмулла заманында халҡыбыҙҙың киләсәге өсөн борсолоп, "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!" тигән оран ташлаған. Бөгөнгө көндә уҡыу, ғилем алыуҙың айырым бер кеше өсөн генә түгел, ә тотош халыҡтың киләсәге өсөн бик мөһим шарт булыуын бер кем дә инҡар итмәй. Ә кем булған һуң халыҡҡа белем нуры сәсеүсе, донъя мәҙәниәте байлыҡтары менән таныштырыусы, яңы, бығаса күрмәгән үрҙәргә әйҙәүсе кешеләр? Әлбиттә, мәғрифәтсе-уҡытыусылар.

Алдымда "Ағиҙел" журналының 1999 йылдағы 9-сы номеры ята. Унда журналист Дәүләт Мәһәҙиевтың аталы-уллы Әлимғоловтарҙың халыҡ алдындағы хеҙмәтен ҙурлап яҙылған "Ал да нур сәс халҡыңа" тигән мәҡәләһе баҫылған. Ул мәҡәләнән алыҫ ата-бабаларымдың йылыһы бөркөлгәндәй. "Егерме-егерме биш йыл элек был ауылда, хатта Сәфәр улысында, бер генә лә урыҫса уҡыған кеше булмаған". Был юлдарҙы бынан 120 йыл элек, 19-сы быуат аҙағында минең олатайымдың олатаһы Арыҫланғәли Әлимғолов яҙып ҡалдырған. "Училище асылғас, урыҫса башланғыс белем алған башҡорт малайҙарының күпселеге уҡыуын дауам итер өсөн фельдшерҙар мәктәбенә, уҡытыусылар семинарияһына, гимназияларға уҡырға инде, ҡайһы берәүҙәр училище тәьҫирендә университет белеме алды", - тип яҙған 19-сы быуат аҙағында күренекле уҡытыусы Арыҫланғәли Әлимғолов. Кисәге уҡыусыларының уңыштарына ысын күңелдән һөйөнөп, ғорурлыҡ тойғоһо кисерергә хоҡуғы булғандыр шул оло педагогтың.
Арыҫланғәли Ғәләүетдин улы Әлимғолов - заманында билдәле булған башҡорт мәғрифәтселәренең береһе, әсәйем яғынан минең олатайымдың олатаһы. Ул 1845 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡамбулат ауылында зауряд-хорунжий Ғәләүетдин Әлимғолов менән Әсҡәпъямал Әбдрәшитованың ғаиләһендә тыуған. Ырымбурҙа линейное училище тамамлаған. Училищенан һуң ҡайҙа хеҙмәт иткәне әлегә билдәһеҙ, бәлки, хәрби хеҙмәттә булғандыр, тип фаразлайбыҙ. 1864 йылдан башлап Рәсәйҙә земство хәрәкәте рөхсәт ителә. Урындағы халыҡтан йыйған аҡсаға мәктәптәр, дауахана пункттары асыла башлай. 1876-1880 йылдар тирәһендә Арыҫланғәли Әлимғолов әлеге Ишембай районы Аҙнай ауылында земство мәктәбендә уҡыта. Бындай башланғыс мәктәптәрҙә донъяуи фәндәр русса уҡытыла, ә дин дәрестәрен муллалар уҡыта. Һуңынан олатайыбыҙ әлеге Шишмә районы Сәфәр ауылында рус-башҡорт училищеһында эшләй. Әгәр революцияға хәтле был төбәктән бик күп уҡымышлы кешеләр сыҡҡан икән, тимәк, был уҡытыусылар Арыҫланғәли менән уның улы Арыҫланбәк Әлимғоловтарҙың да тырыш хеҙмәте емеше.
Студент саҡта, 1979 йылда, Мостай Кәримдең тыуған яғында Шишмә районы Келәш ауылында студент төҙөлөш отряды командиры сифатында мәктәп төҙөүҙә ҡатнашырға тура килде. Ни өсөндөр Келәштән 10 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Сәфәр ауылын барып күреү теләге миндә ныҡ көслө булды. Сәфәрҙе барып күрҙем, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылда иркенләп йөрөп булманы. Ул ваҡытта олатайҙарымдың ул яҡтарҙа ла яҡты эҙ ҡалдырғанын белмәй инем шул.
1897 - 1906 йылдар тирәһендә Арыҫланғәли Әлимғолов тыуған яғында, Ергән ауылындағы земство мәктәбендә эшләй, Ергән улысының старшинаһы булып һайлана. Ил өсөн ҡатмарлы осор. Хөкүмәт Рәсәйҙең үҙәк губерналарынан башҡорт ерҙәренә күсеп килеүсе крәҫтиәндәрҙе урынлаштырыуҙы талап итә, ә башҡорттар быға ҡырҡа ҡаршы була. Ярай әле старшина олатайҙың күңеленә бер йыуаныс - улы Арыҫланбәк уның яратҡан эшен дауам итә, балаларға аң-белем өләшә.
Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы - күренекле педагог, крайҙы өйрәнеүсе, 19-сы быуат аҙағы - 20-се быуат башындағы йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт милли хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе. Ул 1870 йылдар тирәһендә Ҡамбулат ауылында тыуғандыр, тип уйлайбыҙ. Ҡатыны - Фатима Ниғмәтйән ҡыҙы Стәрлетамаҡ өйәҙе Аллағыуат ауылынан (1874?-1938). Вариҫтарында һаҡланған мәғлүмәттәр буйынса, Арыҫланбәк олатай Ырымбурҙа линейное училищела уҡып белем алғандан һуң әлеге Шишмә районы Сәфәр ауылында уҡытыусы булып эшләй, 1905-1909 йылдар тирәһендә әлеге Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылында земство училищеһы мөдире (директоры), һуңынан Стәрлетамаҡта ҡала училищеһында, Ергән земство училищеһында уҡыта. Шуныһы үкенесле, бала саҡта олатайым Мөҡәддәс Арыҫланбәк улы менән йыш осрашырға туры килмәне, унан ояла инем. Ғүмеренең һуңғы йылдарында уның менән бер аҙ һөйләшеп ултырырға мөмкинлек булып, олатайымдан ата-әсәһе тураһында әҙерәк һораштырып ҡала алғаныма шатмын. Уның һөйләүе буйынса, Арыҫланбәк Әлимғолов Стәрлетамаҡта уҡытыусы булып эшләгәндә оло абруй ҡаҙана. Ләкин бер аҙҙан өлкән улы Мөҡәддәстең Коля исемле дуҫы менән ҡылған шуҡлығы арҡаһында Стәрлетамаҡтан китергә мәжбүр булалар. Хәл шулай була: малайҙар бер төндө сиркәүҙең колокольняһына менеп, ҡыңғырау һуға. Өс көн ҡасып йөрөгәндән һуң малайҙар өйҙәренә ҡайта. Әлбиттә, уларға ҡайыш эләгә, ә Әлимғоловты эшенән бушаталар.
Төплө белемле, киң ҡарашлы, талапсан уҡытыусы, крайҙы өйрәнеүсе, башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларын йыйыусы булараҡ та билдәле булған Арыҫланбәк Әлимғолов. Уның мәҡәләләре 1912 йылдан башлап Өфөлә сыҡҡан "Ведомости Оренбургского учебного округа" журналында баҫылып килгән ("Башкирские мифологические рассказы","Ведомости Оренбургского учебного округа", №5, 1915 г.) 1914 йылда оло улы Мөҡәддәсте Ҡаҙан университетына уҡырға алып бара олатайым, ләкин унда урынлаштыра алмай. Чиновниктарҙың быға ҡырҡа ҡаршы төшөүен, милләтен мыҫҡыллап, алама һүҙҙәр менән һүгеп, ҡыуып сығарыуын бик ауыр кисерә ул. "Атайым университеттың тупһаһында бик оҙаҡ иланы", - тип һөйләне Мөҡәддәс олатайым. Был ваҡиға, әлбиттә, эҙһеҙ үтмәгәндер, уны сәйәсәткә этәргән бер хәл булғандыр.
1917 йылда февраль революцияһынан һуң сәйәсәт менән ныҡлап шөғөлләнә башлай Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы, башҡорт милли хәрәкәтен ойоштороусылар рәтендә була. 1-се (Ырымбур, июль, 1917 йыл) һәм 2-се (Өфө, август, 1917 йыл) Башҡорт ҡоролтайҙарында делегат булып ҡатнаша, 1917 йылдың авгусында Башҡорт өлкә шураһына (хөкүмәтенә) ағзалыҡҡа кандидат итеп һайлана. Петроградта Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатылғас, илдә Совет власы урынлаштырыла башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1918 йыл башында Арыҫланбәк Әлимғолов менән булған ваҡиғаларҙы беҙ әлегә аныҡ ҡына белмәйбеҙ. Шуныһы мәғлүм, А. Әлимғолов ер эштәре буйынса Стәрлетамаҡ өйәҙ комитетында эш башлай. Большевиктарҙың синфи сәйәсәте, бигерәк тә ергә хосуси милекте бөтөрөү илдең төрлө төбәгендә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, күптәр Совет власына ҡаршы ҡораллы көрәш юлына баҫа.

Миләүшә ӘХМӘТЙӘНОВА-ҒҮМӘРОВА,
уҡытыусы.
Балтас районы Иҫке Балтас ауылы.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.08.17 | Ҡаралған: 983

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru