«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН БАШҠОРТ ТЕЛЕН КҮТӘРӘМ, БАШҠОРТ ТЕЛЕ МИНЕ КҮТӘРӘ...
+  - 

Исмәт БИНӘР, Истанбул университетының Евразия институты директоры урынбаҫары: Үткән быуаттың 90-сы йылдарында Төркиәлә сит илдәргә сығып уҡыу ҙур популярлыҡ яуланы. Тап ошо ваҡытта Рәсәй "ишектәре" лә асылды. Беҙ, бер төркөм төрөк йәштәре, Башҡортостанға юлландыҡ. Урыҫ телен дә, башҡорт телен дә белмәй инек ул ваҡытта. Шул осорҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында башҡорт филологияһы факультеты асылды. Мин тәүге студенттар сафында унда уҡырға индем. Институтты тамамлағас, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантурала уҡыным. Башҡорт һәм төрөк мәҡәл-әйтемдәре буйынса диссертация яҡланым. Бөгөн Төркиәнең 120 меңдән ашыу студент уҡыған иң ҙур университетында эшләйем. Төрөк йәштәренә башҡорт теленән һабаҡтар бирәм. Дәрестәремде башҡорт йырҙарын, ҡурай моңон тыңлатып башлап ебәрәм. Был төрөк студенттарына башҡорт мәҙәниәтенә ылығырға, дәрескә иғтибар, ҡыҙыҡһыныу уятырға булышлыҡ итә. Ә үҙем башҡорт йырҙарын тыңлаһам, ҡурай моңон ишетһәм, Башҡортостанды уйлап, унда үткәргән йылдарымды хәтергә төшөрөп, тулҡынланып китәм.
Истанбул университетының филология факультетында егерменән ашыу бүлек бар. Һәр бүлек бындағы факультет ҡәҙәре, тиһәм, хата булмаҫ. Мин төрки телдәре бүлегендә "Современные тюркские языки" тигән дисциплинаны алып барам. Шулай уҡ Евразия бүлегенә лә башҡорт һәм урыҫ телдәрен индерҙек. Унда башҡорт теле дәрестәрен уҡытам.
Башҡорт телен тәүге йылда аспиранттарға өйрәттем. Дөйөм төрки телдәре хаҡында һөйләнем, шунан ҡыпсаҡ төркөмөн ҡараныҡ та, ҡалған дәрестәрҙе "Был телде белһәгеҙ, ҡалған төрки телдәрҙе аңлаясаҡһығыҙ", тип, башҡорт теленә күсерҙем. Аспиранттарым, магистрҙарым бар. Улар башҡорт теле буйынса диссертация яҙалар. Шулай ҙа уҡыусыларымдың төп өлөшөн бакалаврҙар тәшкил итә. Улар башҡорт телен бик теләп өйрәнә.
Әлеге ваҡытта ентекләп фән менән шөғөлләнәм. Башҡорт грамматикаһы буйынса китаптар яҙам. Төркиәт буйынса конференцияларҙа ҡатнашырға тырышам. Уларҙа мотлаҡ башҡорт телендә сығыш яһайым. Бер нисә йыл элек Ҡырғыҙстанда төркиәт буйынса ғилми конгресс үтте. Ҡырғыҙстандан бер профессор өс телдә - рус, ҡырғыҙ һәм төрөк телдәрендә сығыш яһаны ла, сығышының аҙағында: "Бына мин һеҙҙең телдә һөйләшәм, әйҙәгеҙ, берегеҙ булһа ла беҙҙең телдә өндәшегеҙ", - тип Төркиә ғалимдарына саҡырыу ташланы. Беҙҙекеләр аптырап ҡалды. Ошо ваҡытта минең докладыма сират еткәйне. Сығышымды башҡорт телендә яһаным. Ҡырғыҙ профессоры: "Һеҙ өйрәнеүгә иң ауыр булған төрки телдәренең береһен һайлағанһығыҙ, рәхмәт!" - тине һәм һоҡланыуын белдерҙе. Бына шулай, мин башҡорт телен күтәрәм, башҡорт теле мине күтәрә. Башҡорт теленән башҡа, рус телен дә яҡшы беләм. Ғөмүмән, башҡорт телен ныҡлап өйрәнәйем тиһәң, рус телен белмәйенсә булмай. Сөнки күп фәнни хеҙмәттәр рус телендә яҙылған. Ә төрөк теле менән башҡорт телен белеүем арҡаһында төрки тел төркөмөнә ҡараған бөтә телдәрҙе аңлайым, аралашам. Шуға эш буйынса анкета тултырғанда "Ниндәй телдәрҙе беләһегеҙ?" тигән графаға утыҙлаған телде яҙып ҡуям.
Бер саҡ Төркиәнән Өфөгә самолетта осоп килгәндә бер кеше менән аралашырға тура килде. Милли телдәр хаҡында һүҙ сыҡты. Ул юл буйы башҡорт теле, уны уҡытыуҙың әһәмиәте хаҡында тылҡыны. Мин: "Әйҙә һуң улай булғас башҡортса аралашайыҡ", - тинем. Ул аптырап китте һәм: "Мин башҡортмон, ләкин башҡортса белмәйем", - тине. Нисек итеп кеше үҙ туған телен белмәйенсә, уны пропагандалай ала? Беренсе өлгө - кеше үҙе. Үҙең туған телеңдә һөйләшмәй тороп, башҡаларҙы уны өйрәнергә өгөтләп буламы? Матур итеп ғаиләңдә башҡортса һөйләш, туғандарың, таныштарың, балаларың менән туған телеңдә аралаш. Әгәр һәр кем ошо ябай ғына ҡағиҙәне үтәһә, яңғырауыҡлы лозунгтарҙың кәрәге лә ҡалмай. Үҙ мөхитеңдә, үҙ ғаиләңдә, хатта урамда туған телеңдә аралашыуҙы бер кем дә тыймай бит. Башҡортостанда уҡып, белем алып, телде үҙләштереп, Төркиәгә ҡайттым, һаман да башҡортса һөйләйем, башҡортса йәшәйем. Ситтә, сит милләттәр араһында йәшәйем, тип, башҡорттар үҙҙәре лә туған телен онотмаһын ине.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.08.17 | Ҡаралған: 882

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru