«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫРЫҪ РӘСӘЙ ТӘБИҒӘТЕНДӘ ЛӘ МАТУРЛЫҠ ТЫУҘЫРЫРҒА БУЛА!
+  - 



5 августа Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Киров ҡалаһында дәүләт башлығы ҡарамағындағы Урындағы үҙидаралыҡты үҫтереү буйынса совет ултырышын үткәрҙе. Уның эшендә быйыл мартта раҫланған яңы Совет составына ингән Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та ҡатнашты.

Урындағы үҙидаралыҡты үҫтереү һәм уларҙы үтәүҙәге өҫтөнлөклө йүнәлештәр өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләү, федераль һәм төбәк властары, урындағы үҙидаралыҡтар органдары араһында бәйләнеш мәсьәләләрен ҡарау Советтың төп бурысы булып тора. Бындай Совет булдырып, федераль власть органдары, РФ Президенты һәм Хөкүмәте урындағы үҙидаралыҡтар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыуға, муниципалитеттар алдында торған проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлеш ала. Совет Рәйесе - Владимир Путин. Ойошманың федераль өлөшөнә - РФ Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев (Рәйес урынбаҫары), Президент хакимиәте башлығы Антон Вайно, Президент хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Кириенко, РФ Дәүләт Думаһының Федераль ҡоролош һәм урындағы үҙидаралыҡ мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе Алексей Диденко, шулай уҡ фәнни-эксперт йәмғиәте вәкилдәре, төбәк өлөшөнә - РФ субъекттары башлыҡтары, закондар сығарыу органдары рәйестәре, ә муниципаль йәмғиәткә барлыҡ федераль округтарҙан урындағы үҙидаралыҡты үҫтереү өлкәһендә етерлек тәжрибәгә эйә вәкилдәр инә. Ирек Ишмөхәмәт улы Совет исемлегенә эләккән 27 муниципалитет вәкиленең береһе генә түгел, ул шулай уҡ алты муниципалитет етәксеһе менән бер рәттән, Совет Президиумы ағзаһы булып та тора.
Был юлы Совет ултырышында уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса федераль проекттың тормошҡа ашырылыуы һәм урындағы үҙидаралыҡтар эшмәкәрлегендә халыҡтың ҡатнашыуы мәсьәләләре буйынса фекер алышынды. Рәсәй Президенты В. Путин мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйып, эш нисек ойошторола, урындағы үҙидара органдарының ҡала, ауыл, ҡасаба проблемаларын хәл итеүгә әүҙем граждандарҙы йәлеп итеү буйынса ниндәй эшмәкәрлек алып барыла, халыҡтың фекере, тәҡдиме, инициативалары нисек иҫәпкә алына - илдең урындағы үҙидаралығы үҫешен тап ошо күҙлектән сығып ҡарарға тәҡдим итте.
Ә халыҡҡа, уларҙың хәстәрҙәренә иң яҡын власть органы - ул муниципаль кимәл. Тимәк, урындағы власть эшендә халыҡ менән диалог иң беренсе урында торорға тейеш. Бары тик даими, формаль булмаған, халыҡ тормошо менән ҡыҙыҡһыныу ярылып ятҡан аралашыу аша ғына уларҙың ихтыяжын белергә, аңларға, бергәләп проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләргә һәм табырға мөмкин. Граждандар араһында инициативалы кешеләр бик күп, улар кәрәкле, файҙалы эш башҡарырға, идеяларын тормошҡа ашырырға теләй. Бында власть яғынан ошо теләктәрҙе ишеттереү һәм уларға ярҙам итеү мөһим. Халыҡтың идеяларына, фекерҙәренә күҙ йомоу дөрөҫ түгел. Кешеләрҙең проблемаларға битараф булмауы - власть эшмәкәрлегенең ҙур ҡиммәте, яҡшы резервы һәм сифаты. Шуға күрә халыҡ тауышын ишетергә, уларҙың фекеренә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Бының өсөн төрлө ысулдар ҡулланырға була: осрашыуҙар, Территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтары ойоштороу, урындағы референдумдар, һ.б.
Халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләүҙе талап иткән төп йүнәлештәрҙең береһе - төҙөкләндереү. Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн федераль бюджеттан быйыл 25 миллиард һум аҡса бүленгән. Был эштә бюрократик ҡараш, халыҡ ихтыярын иҫәпкә алмау йәки күҙ буяу һөҙөмтә бирмәйәсәк, киреһенсә, граждандарҙың власҡа ҡарата ышанысы ғына кәмейәсәк. Шуға күрә, төҙөкләндереү эштәре халыҡ ҡатнашлығында тормошҡа ашырылырға тейеш. Ошо принциптан сығып эш иткән муниципалитеттарҙа һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәй.
Ултырыш барышында Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡатнашыусыларҙың иғтибарын төҙөкләндереү проекттарын тормошҡа ашырғанда территорияларҙың климат үҙенсәлегенә йүнәлтте.
- Мәскәүҙә уҙған урбанистика форумында, шулай уҡ "Берҙәм Рәсәй" партияһының Краснодарҙа үткән форумында ҡала мэрҙары һәм архитекторҙар, дизайнерҙар араһында ҡалаларҙы проектлау һәм ландшафт дизайны буйынса фекер алышыу булды. Кировҡа килер алдынан Өфөлә махсус ойошторолған Ҡала дизайны үҙәгенә индем. Унда "Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу" проекты буйынса эшләйҙәр. Йәш белгестәрҙең архитектура һәм дизайн өлкәһендә Европа ҡалалары тәжрибәһенә нигеҙләнеп әҙерләгән проекттарын ҡарап сығып, уларҙың Өфө ҡалаһы өсөн яраҡлы булмауын аңларға биш минут етте, - тип белдерҙе ул. Шулай уҡ тәҡдим ителгән проекттар Рәсәй территорияһында климаттың һыуыҡ булыуын иҫәпкә алмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәҫәлән, Өфөлә йылытыу миҙгеле уртаса алғанда 220 көн дауам итә.
- Әгәр был проекттар беҙҙең ихаталар территорияһы өсөн тәғәйенләнгән тип ҡараһаҡ, улар ҡышын ҡар таҙартыу һәм ҡала тәьминәте өлкәһендә бер ниндәй тәнҡитте лә күтәрмәй. Быны ни өсөн белдерәм - беҙгә ергә төшөргә ваҡыт. Ҡалаларҙы биҙәү кәрәк, әммә Финляндия, Швеция, Норвегия, Канаданың төньяғы, Аляска миҫалында, - тип дауам итте фекерен Ирек Ишмөхәмәт улы. - Уларҙа төҙөкләндереү сифатлы башҡарылған, шул уҡ ваҡытта ыҡсым, беҙҙең Рәсәй климатына һәм менталитетына яҡын. Күп йәш архитекторҙар әңгәмә ваҡытында, Рәсәйгә яраҡлаштырған осраҡта бик күп проекттар конкурстарында был идеялар үтмәйәсәк, ә үҙеңә исем эшләр өсөн диңгеҙ аръяғына йүнәлеш алырға кәрәк, талап шундай, тип белдерә. Бында тағы ла шуны билдәләп китер инем: Италия ҡалалары менән сағыштырғанда, Өфөлә бер квадрат метр газонды тәрбиәләү 10 тапҡырға ҡиммәтерәккә төшә...
Сығышын йомғаҡлап, Ирек Ялалов федераль кимәлдәге коллегаларына, атап әйткәндә Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығына конкурстар үткәргәндә шундай мәлдәрҙе иҫәпкә алыуҙарын, Рәсәйҙең ҡырыҫ ҡышы хаҡында онотмауҙарын һорап мөрәжәғәт итте. Рәсәй Президенты Владимир Путин иһә Өфө ҡала хакимиәте башлығының иҫкәрмәһенең бик дөрөҫ булыуын һәм үҙенең дә уны хуплауын белдерҙе.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.08.17 | Ҡаралған: 895

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru