«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫМЫҘ ЭСЕҮГӘ УН ИКЕ СӘБӘП
+  - 

Ҡымыҙҙың файҙалы булыуы тураһында бөтәһе лә белә, әммә бейә һөтөнән яһалған был эсемлек кеше организмына фәҡәт ни өсөн кәрәк икәне күптәргә мәғлүм түгел. Бейә һөтө витаминдарға һыйыр һөтөнә ҡарағанда ун тапҡыр байыраҡ. Унда А, Е витаминдары, В һәм С төркөмө витаминдары, кальций, фосфор, фолий һәм пантотен кислоталары бар.

- Ҡымыҙ составындағы С витамины иммунитетты нығыта һәм организмдың инфекция-вирустарҙан һаҡланыу функцияһын арттыра. Юҡҡа ғына борон зәңге (цинга) менән ауырыған кешеләрҙе тап ошо файҙалы эсемлек ярҙамында дауаламағандар.

- Ҡымыҙҙа организмдың сәләмәтлеге өсөн бик мөһим макроэлементтар - кальций һәм фосфор бар. Билдәле булыуынса, улар һөйәк һәм тештәр ныҡлығына йоғонто яһай.

Бейә һөтөн даими рәүештә эсеү ҡан әйләнешен яҡшыра. Уның составындағы Е витамины атеросклерозды булдырмаҫҡа ярҙам итә, сөнки ул ҡандағы холестерин кимәлен түбәнәйтә. Борон ҡымыҙ ярҙамында аҙ ҡанлылыҡтан да дауаланғандар.

- Ҡымыҙ нервыларға яҡшы йоғонто яһай. Был эсемлектә нервылар системаһы эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһаған тиамин (В1) витамины бар. Матдәләр алышыныуы барышында тиамин глюкозаның көндәлек нормаһын үҙләштерергә ярҙам итә. Әгәр организмда тиамин аҙ булһа, нервы күҙәнәктәре ҡан тамырҙарынан глюкозаны үҙаллы алыр өсөн таралып үҫә башлай. Был саҡта нервы күҙәнәктәренең тышҡы ҡаты йоҡара, зыян килеүе мөмкин. Нервы күҙәнәктәренең ныҡлығы организмда тиамин матдәһе етәрлек кимәлдә булыуына тура бәйләнгән. Бынан тыш, тиамин мейе күҙәнәктәрен эшлектән сығыуҙан һаҡлай, кешенең иҫен, диҡҡәтен, аҡылын ғүмере дауамында яҡшы кимәлдә тоторға ярҙам итә. Организмға тиамин матдәһе етешмәһә, кеше Альцгеймер сире менән ауырый.

- Ҡымыҙ ябығырға ярҙам итә. Бейә һөтөнөң калориялылығы түбән, шуға ул диетик аҙыҡ һанала һәм ябыҡҡан саҡта ла эсергә рөхсәт ителә. Һыйыр һөтө менән сағыштырғанда, уның составында һөт шәкәре 1,5 тапҡырға, аҡһымдар 2 тапҡырға аҙ. Ошоноң менән бейә һөтө әсә һөтөнә ныҡ оҡшаш, уны балаларға тәғәйенләнгән ризыҡ ҡушымталары әҙерләүҙә лә ҡулланалар. Бейә һөтөндәге аҡһымды организм тиҙ үҙләштерә.

- Бейә һөтө ир-егеттәр потенцияһы өсөн дә яҡшы. Тағы ла эске ағзаларҙың регенерацияланыу тиҙлеген арттыра.

- Бейә һөтө һейҙек ҡыуҙырыусы дарыуҙар кеүек сифаттарға эйә. Шуға ла уны ашарҙан алда, йә ашағандан һуң сәғәт, сәғәт ярым ваҡыт үткәс эсәләр.

- Ҡымыҙ ашҡаҙан яман шеше, гастрит, ашҡаҙан аҫты биҙе сирҙәрен дауалауҙа файҙалы. Сөнки уның составында пантотен кислотаһы бар. Шулай уҡ ул аҙыҡ менән ағыуланғанда ла ярҙам итә.

- Ҡымыҙ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә бик файҙалы, ул тирене йәшәртә. Уны туҡлыҡлы битлектәр эшләүҙә йыш файҙаланалар.

- Ҡымыҙ кәйефте күтәрә. Ғалимдар бейә һөтөндәге тиамин матдәһе кешелә ҡыуаныс, шатлыҡ хисен уята, тип билдәләй. Бынан тыш, тиаминды күптән "оптимизм витамины" тип йөрөтәләр. Ул организмға яҡшы үҫергә ярҙам итә, аш һеңдереү һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлеген көйләй, май һәм углеводтар алышыныуы процесында ҡатнаша.

- Ҡымыҙ туберкулезды дауалай. XIX быуат уртаһында уҡ табиптар уны үпкә ауырыуҙарын дауалауҙа ҡуллана башлай. Ҡымыҙ эсергә кәңәш ителгән сирлеләр, ауырыу ныҡ төпкә китмәгән булһа, эҫе дала шарттарында ике-өс ай дауаланғандан һуң, тулыһынса һауыға алған. Рәсәйҙәге тәүге ҡымыҙ шифаханаһын 1858 йылда доктор А. Постников Һамар губернаһында аса. XX быуат башында Рәсәйҙә бындай шифаханалар һаны алтмыштан аша. Башҡортостандағы бындай шифаханалар шулай уҡ киң билдәле.

- Ҡымыҙ составында яман шеш барлыҡҡа килеүҙе иҫкәртеүсе фолий кислотаһы бар. Туҡланыу академияһы белгестәре бейә һәм кәзә һөтөнән әҙерләнгән аҙыҡты онкология сирҙәре менән ауырыған, химиотерапия үткән кешеләрҙең рационына индерергә тәҡдим итә.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.08.17 | Ҡаралған: 874

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru