«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘСӘН ҺҮҘЕН ДАУАМ ИТЕР ВАРИҪТАР БАР
+  - 

Башҡортостандың матур төбәгендә - Һаҡмар-Наҙарғол (Һаҡмар Бүреһе) ауылында районыбыҙҙың данлыҡлы фольклорсылары Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевҡа һәм Әсмә Усмановаға бағышланған "Сәсән һүҙе нур сәсә!" тип аталған төбәк-ара сәсәндәр һәм йырауҙар бәйгеһе үтте. Ошо саранан үҙемдең кисерештәремде сағылдырыуҙы кәрәк тип таптым, сөнки был ваҡиға миндә ауылдаштарым өсөн ғорурлыҡ та, ойоштороусыларҙың эше менән ҡәнәғәтлек тойғоһо ла, сәсәндәрҙең маһирлығына һоҡланыу хистәре лә тыуҙырҙы.

Бер урамдан торған төҙөк Һаҡмар-Наҙарғолда егәрле, берҙәм, етеш халыҡ йәшәй. Улар ҙур байрамға алдан әҙерләнгән. Ауылда бер матур йола бар: йыйылыш булһынмы, берәй ҙур ҡунаҡ көтөлһөнмө, халыҡ дәррәү сығып, урамдарын таҙарта һала. Был юлы ла байрам көнөндә иртәнге алтыла бүреләрҙең урамы көҙгөләй ялтырай ине инде! "Төҙөк ауыл" конкурсында, валлаһи, беренсе урынды алыр рәттәре бар! Уңған килендәр байрам яланында бөтә ҡатнашыусылар, ҡунаҡтар өсөн һыйлы өҫтәл әҙерләне. Ҡартатайым Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың вафатына 16 июлдә 40 көн тулғайны. Уға бағышлап ҡорбан салынды. Апай-еңгәйҙәргә айырым рәхмәт әйткем килә - улар әҙерләгән табында башҡорттоң аш-һыуының бөтә өлгөләре лә бар ине.
Бәйге майҙаны - сәхнә мәғрүр тауҙар фонында ҡоролғайны, эргәһенә тирмә-музей урынлаштырылған. Бында Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың тормош юлын, ижадын сағылдырған стенд һәм Әсмә Усманованың сәсән телле генә түгел, ә оҫта ҡуллы, башҡорт кейеменең тарихын белеүсе икәнен сағылдырған күргәҙмә ойошторолған. Уның һәр ырыуға хас булған биҙәк-тегелешле башҡорт кейемдәрен Ырымбур, Силәбе өлкәһенән, Йылайыр, Ейәнсура райондарынан, Сибай, Өфө ҡалаларынан килгән конкурсанттарҙың өҫтөндә күрергә насип булды.
Бәйгене башлап, имам-хатиб Камил Илембәтов фатихаһын бирҙе, бар халыҡҡа һаулыҡ, уңыштар, бәйгеселәргә ярыш сәме теләне. Сараны ошолайтып изге һүҙ менән эш башлау, ҡорбан салыу беҙгә, йәштәргә, фәһем алырлыҡ ваҡиға булып тойолдо. Жюри составына яҙыусы, журналист, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтәбай һәм ҡартатайымдың, Әсмә инәйҙең ижади ҡомартҡыларын халыҡҡа еткереүсе Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов, "Шәжәрә" үҙәге ғилми хеҙмәткәре Илгиз Солтанморатов һәм дә Хәйбулла район мәҙәниәт йорто методисы, райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Миңзифа Ишемғолова, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Мәрфуға Азаматова индерелгәйне. Уларға, әлбиттә, 7-нән 90-ға тиклем йәштәге сәсән телле йырауҙарҙы баһалау, еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булманы. Сәхнәлә баҫып тороусы балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ата-бабаларыбыҙҙың йыр-моңона ғашиҡ кешеләр, Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев һәм Әсмә Усманова һаҡлап ҡалған мөнәжәт-бәйеттәрҙе күңелдәренә һеңдереп кенә ҡалмай, уларҙың тәрән мәғәнәһен халыҡҡа еткерә алыусы бәйгеселәр ине.
Әлбиттә, мин еңеүселәрҙе теҙеп һанап тормайым. Дүрт кешегә - беренсе, ете кешегә - икенсе, туғыҙ кешегә өсөнсө урын бирелде. Төрлө номинацияларҙа еңеүселәрҙең дә иҫәбе байтаҡ ине. Иң мөһиме, берәү ҙә бүләкһеҙ, иғтибарһыҙ ҡалманы. Сәсәндәрҙең балалары - Фәтих Ҡаҙаҡбаев hәм Рәзилә Туғыҙбаева-Усманова әҙерләгән ҡиммәтле махсус бүләктәр бәйгеселәрҙең күңеленә хуш килде. Фәтих Мөхәмәтйән улы Гран-приға лайыҡ Камил Илембәтовҡа тәғәйен телевизорҙы үҙ ҡулдары менән тапшырҙы. Камил Илембәтовҡа Гран-прины жюри ғына түгел, халыҡ та бер тауыштан билдәләне. Был оҫта ҡурайсы, матур тауышы менән дан тотҡан шәхес сығыш яһағанда мин, Йәмилә ҡыҙымды күтәреп, Һаҡмар буйына төшкәйнем. Камил ағай сәхнәлә ҡартатайымдың "Мәғри" йырын йырлай ине. Тауҙан тауға бәрелгән моңло тауыш ҡапыл ҡартатайымдыҡына оҡшап китте. Әйтерһең дә, бейек тау башында тороп, ҡартатайым да уға ҡушылып йырлай...
Туғандарыбыҙ исеменән Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Таһир Юнысовҡа, район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәренә, Һаҡмар-Наҙарғолда йәшәүселәргә был эште юғары кимәлдә атҡарып сыҡҡандары өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Шәүрә ҒӘББӘСОВА-ҠАҘАҠБАЕВА,
Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың ейәнсәре.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.08.17 | Ҡаралған: 978

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru