«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӨҒӘЛЛИМЛЕК - МӘҒРИФӘТСЕ ОЛАТАЙҘАРЫМ АМАНАТЫ
+  - 

Бөйөк мәғрифәтсе-шағир Аҡмулла заманында халҡыбыҙҙың киләсәге өсөн борсолоп, "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!" тигән оран ташлаған. Бөгөнгө көндә уҡыу, ғилем алыуҙың айырым бер кеше өсөн генә түгел, ә тотош халыҡтың киләсәге өсөн бик мөһим шарт булыуын бер кем дә инҡар итмәй. Ә кем булған һуң халыҡҡа белем нуры сәсеүсе, донъя мәҙәниәте байлыҡтары менән таныштырыусы, яңы, бығаса күрмәгән үрҙәргә әйҙәүсе кешеләр? Әлбиттә, мәғрифәтсе-уҡытыусылар.

1918 йылдың июлендә Стәрлетамаҡты аҡ чехтар менән казактар баҫып ала. Тирә-яҡтағы урмандарҙа большевиктар партизан отрядтары ойоштора. Аҡтар Әлимғоловтың был ваҡытта Ҡамбулат ауылында йәшәгән ғаиләһен юҡ итеү менән янап, уның урмандан сығыуын талап итә. Казактар Әлимғоловтың өйөндә тентеү яһай. Өйҙәге бөтә нимәне пыран-заран килтерәләр, мендәрҙәрҙе ҡылыс менән тураҡлайҙар. Ултырғысты әйләндереп, ат итеп уйнап йөрөгән, ике йәше лә тулмаған Тәлғәтте: "На, малҡай, атайҙы барып алам", - тип йөрөгән еренән тибеп осоралар. Фатима Әлимғолова балаларын инә ҡаҙ кеүек бер мөйөшкә йыйып, ҡулдарын йәйеп, һаҡлап ҡалырға тырыша. Арыҫланбәк олатайҙың өлкән улы Мөҡәддәсте, ҡартайған атаһы Арыҫланғәли Әлимғоловты казактар үҙҙәре менән Ергәнгә алып китә. Икеһен дә иҫтән яҙғансы туҡмап, юл буйындағы канауға сығарып бәрәләр. Олатайым Мөҡәддәс һөйләүе буйынса, ул аңына килгәс, башта ҡайҙа икәнен дә аңламай. Олатаһының ыңғырашҡанын ишетеп, уның янына шыуышып бара. Олатаһын арҡаһына йөкмәп, Ағиҙел яғына табан ҡуҙғала. Ҡамбулатҡа Иҙел аша кәмәләр өҫтөнән һалынған күперҙән сығырға кәрәк. Күпер төбөн ике казак һаҡлап тора. Әлимғоловтар лаяҡыл иҫерек булып ҡыланып киләләр. Казактарҙың береһе быларҙы саҡ атмай, икенсеһе: "Сыҡһындар, иҫерек башҡорттар бит былар, улар ни эшләй алһын?"- ти. Ошо туҡмалыуҙан һуң Арыҫланғәли олатай түшәктән тора алмай, йыл буйы бөйөрө менән яфаланып ятҡандан һуң, вафат була. Ҡарт атаның тән яраларына йән яралары ла ҡушыла, ғаиләгә ҡара ҡайғы килә - оҙаҡламай Арыҫланбәк Әлимғоловтың Стәрлетамаҡта аҡтар тарафынан язаланып үлтерелеүе билдәле була. Ғаиләһен һаҡлап ҡалыу өсөн Арыҫланбәк олатайыбыҙ үҙен ҡорбан итә. Тотҡон Арыҫланбәк Әлимғоловты казактар менән чехтар Аллағыуат ауылына алып килә, төнгөлөккә ҡәйнеше Насирйән өйөндә туҡтайҙар. Ҡәйнеше ҡасып китергә өндәһә лә, Арыҫланбәк: "Үҙегеҙҙе юҡ итерҙәр", -тип, риза булмай. Стәрлелә төрмәлә уны бик ҡаты язалайҙар, гел шомпол менән туҡмалған тәне сей яраға әйләнә. Уның янына барып йөрөгән Насирйән бабайыбыҙ еҙнәһенең тәненә һөртөргә тип шифалы майҙар ҙа алып барып ҡарай. Төрмәлә оҙайлы һорау алыу, язалауҙарҙан һуң Стәрлетамаҡтың реввоенкомитет ағзалары менән бергә уны аҡтар 1918 йылдың 27-28 сентябрендә Өфө трактының 5-се километрында атып үлтерә. Аҡтар Стәрлелә, Ишәй ауылы янында күпләп кеше атҡандарын халыҡҡа һиҙҙермәҫкә тырыша. Бары аҡтарҙы Стәрленән ҡыуғас, атылыуҙан осраҡлы ғына ҡотолоп ҡалған Фазыл Шәмсетдиновтың һөйләүе буйынса, фажиғә урынын табалар. Мәйеттәрҙе Стәрлетамаҡта больница барагына алып киләләр. Бер кемде лә танырлыҡ булмай, сөнки кешеләр мылтыҡ төйҙәһе менән туҡмалған, штык менән сәнселеп, ҡанға батҡан булған. "Стерлитамакский рабочий" гәзитендә 2016 йылда баҫылып сыҡҡан "Улица моего прадеда" тигән мәҡәләһендә В. Ивлев тигән автор шулай тип яҙа: "Факт массовых расстрелов белые поначалу скрывали, говорили, что всех заключённых отправили в Сибирь. Тела расстрелянных обнаружили только в декабре, благодаря Фазылу Шамсутдинову, умудрившемуся сбежать в последний момент из-под расстрела. Их извлекли и привезли в бараки городской больницы, известили родственников для опознания. Это было нелегко. Тела были страшно изувечены, исколоты штыками, в крови вперемешку с землёй. Весь пол бараков был устлан трупами. К тому же там было очень темно. Одним из первых Любовь Ивлева опознала председателя ревкома Прозоровского и его супругу, обмыла их тела. Несколько дней подряд она приходила в бараки вместе с дочерьми, обмывала останки и только по особым приметам, наконец, опознала супруга. Лицо его было разбито прикладом, как потом выяснилось, он попытался вырвать у охранника винтовку. Стерлитамакская трагедия 1918 года войдёт в историю города как одна из самых мрачных страниц".
Арыҫланбәк Әлимғоловтың кәүҙәһен таныусы табылмай, ул урыҫ зыяратында йәшерен генә ерләнә. 1920 йылдарҙа Стәрлелә уҡыған малайҙары был урынға барып йөрөй. Коммунистарҙың атылған урынында һәйкәл ҡуйыла, тик унда бер нисә кешенең исеме яҙылмай ҡала.
Арыҫланбәк Арыҫланғәли улының балалары: Мөҡәддәс (1897-1985), Әхнәф (1906-1970), Искәндәр (1908-1974), Гөлсөм (1912-1968), Тәлғәт (1917-1941), Әнүәр (1919- 1941); Фәриҙә, Мәрйәм (йәшләй вафат булалар). Уларҙың барыһы ла тиерлек уҡытыусы булып эшләне, олатайым Мөҡәддәс тә 1920 йылдарҙа Юлдаш ауылында (Ишембай районы) уҡытҡан. Инде оло йәштә сағында ла уға ҙур ғына урын биләгән кешеләр урыҫ телендә төрлө документ яҙҙырырға килә торған булған. Урыҫса сыҡҡан гәзит-журналдар алдырып уҡый, беҙгә хаттарҙы ла урыҫса яҙыр ине. Миңә был хәл бик ҡыҙыҡ булып тойола ине, сөнки тирә-яҡта улай рус телен яҡшы белгән бабай-әбейҙе күргәнем булманы. Ни өсөн яҙҙым һуң мин был яҙманы? Әлбиттә, бик күп нимә бында сағылдырылып бөтмәне. Арыҫланғәли, Арыҫланбәк Әлимғоловтарҙың нәҫеле ишле, беҙ, уның ейән-бүләләре генә лә йөҙҙән ашыу. Һәр беребеҙ уларҙың бер ярсығы, холҡобоҙҙа уларҙың сағылышы бар. Туғандарымдың күбеһе, олатайҙар кеүек, ғүмеребеҙҙе балалар уҡытыуға бағышланы. Был эште беҙ ауыр бер йөк итеп түгел, ә олатайҙарҙан ҡалған бер аманат итеп ҡабул итеп, ҙур ихласлыҡ менән, бар көсөбөҙҙө биреп башҡарабыҙ. Башҡортостандың автономия яулауына 100 йыл тулыу уңайынан халҡыбыҙға аң-белем таратыуҙа ҙур өлөш индергән аталы-уллы Арыҫланғәли Ғәләүетдин улы һәм Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы Әлимғоловтарҙы ла иҫкә алыу урынлы булыр тип иҫәпләйем. Олатайҙарым менән ысын күңелдән ғорурланам, уларҙың исемен мәңгеләштереүҙе мө-ҡәддәс бер бурысым, тип иҫәпләйем.

Миләүшә ӘХМӘТЙӘНОВА-ҒҮМӘРОВА,
уҡытыусы.
Балтас районы Иҫке Балтас ауылы.
(Аҙағы. Башы 31-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.08.17 | Ҡаралған: 875

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru