«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАРЫСАЙҘА БАЙРАМДАР ҘА ҺАРЫ КӨҘ ҘӘ БАШЛАНА
+  - 

Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте киң: ысын йәй кинәнестәрен дә күрергә насип итте. Июнь, июль айҙарындағы ҡойма ямғырҙар, болотло, йонсоу көндәр, әйтерһең дә, булманы ла кеүек хатта. Тәбиғәт ана шулай үҙе көйләй, үҙе яйлай барыһын да: күрәһең, ул әҙәм балаһын сабырлыҡҡа һынап ҡарай.

Ә ул сабырһыҙлыҡ тигән нәмә беҙҙең эргәлә генә йөрөй һәр ваҡыт. Был юлы ла бит йәйҙең тәүге яртыһында көйһөҙ көндәр башланғас та һауа торошо менән ризаһыҙлыҡтар, ямғырҙы һүгеү һәм әрепләүҙәр шундай ғауғалауға тиклем килтереп еткерҙе: бына, йәнәһе лә, бер ни үҫмәйәсәк, сереп бөтәсәк, уңыш булмаясаҡ һ.б. Әммә ләкин ҡояш көлөп ебәргәйне, барыһы ла емерелеп уңды ла ҡуйҙы түгелме - баҙар тулы еләк-емеш, йәшелсә, картуф. Һәм шуныһы ҡыуаныслы: ситтән килтерелгәне тураһында бармай һүҙ, ә үҙебеҙҙең ауыл уңғандары хаҡында. Яҡын-тирә райондарҙан үҙҙәре үҫтергәнде килтереп һата ла башланы улар. Республикабыҙ ҙур, барҙыр, әлбиттә, урыны менән уңыш хөртөрәк урындар ҙа, ләкин иң мөһиме - иген-бесәнен әҙерләргә форсат тыуҙы. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, мал аҙығы етерлек күләмдә тупланған, бер аҙҙан иген культураларын урып-йыйыу һөҙөмтәләрен күреп тә ҡыуанырбыҙ. Шәхси хужалыҡтар ҙа һәр аяҙ көндө һөҙөмтәле файҙаланырға тырышҡандыр, моғайын.
Сентябрь, йәғни боронғо атамаһы менән әйткәндә, һарысайға ла яҡшы көндәр генә теләп өмөт итә халыҡ. Тыуасаҡ айҙың иң тәүге көнө лә фәҡәт шуға ишаралай: 1 сентябрь - оло һәм изге байрамдарыбыҙҙан булған Ҡорбан ғәйетенә тап килә. Тарих төпкөлөнән, Ибраһим бәйғәмбәр заманынан, быуаттар аша беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән изге ғибәҙәт - Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын! "Салған ҡорбандарығыҙ - ул Аллаһы Тәғәләнең биргән ниғмәттәренә шөкөр итеү, йыл буйына ҡылған гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡауға сәбәп, фәҡир-меҫкендәргә, етемдәргә ярҙам ҡулы һуҙыу,- тигәйне үҙенең бер нәсихәтендә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин. Ҡорбан - Аллаһҡа яҡын булыу тигән һүҙ. Ошо изге көндәрҙә Ер шарының төрлө ҡитғаларынан миллионлаған мосолман халыҡтары Ислам нигеҙҙәренең береһе булған хаж ғәмәлен ҡылырға юлланалар. Изге Китапта әйтелеүенсә, хаж ғибәҙәтенең хөрмәте, ҡәҙере, дәрәжәһе бик оло. Үә ләкин хажға барып ҡайтыуҙың үҙмаҡсат түгеллеген сәфәр сығыусы яҡшы аңларға тейеш. Хаж ғибәҙәте - ул туризм түгел, ә изге сәфәр. Ул буласаҡ хажиҙар иңенә оло бурыстар йөкмәтә, уның сауаптарына лайыҡ булыу өсөн таҙа, керһеҙ күңелле, юғары рухи дәрәжәгә эйә шәхес булыу шарттыр.
Мәғлүм булыуынса, 1 сентябрь Белем көнө лә ул. Ҡорбан ғәйете айҡанлы, Башҡортостанда был көн мәктәпкә килеү бер нисә көнгә кисектерелеүгә ҡарамаҫтан, уның йөкмәткеһе һәм бурыстары үҙгәрмәй. Рәсәй Мәғариф министрлығына яңы етәксе килеү менән был өлкәлә тәжрибә һәм реформалар туҡталырға уйламай. Хәйер, яңы министр Ольга Васильева ярайһы аныҡ һәм үтәлерлек бурыстар менән сығыш яһай. Мәҫәлән, уҡыу әсбаптары - дәреслектәр һаны артып китеү сәбәпле (федераль исемлектә уларҙың һаны - 1470!), РФ Президенты В. Путин ҡушыуы буйынса уларға мотлаҡ экспертиза үткәреү һәм иң уңышлы тип табылғандарынан һайлап алыу юлы менән дәреслектәр һанын кәметеү. Төп бурыстарҙың береһе тип министр мәктәп программаларының берҙәм йөкмәтке буйынса эшләүенә өлгәшеүҙе атай. Теге йәки был фәнде тәрәнерәк өйрәнеүҙән алда, бала илдә һәр уҡыусы белергә тейешле мотлаҡ нигеҙ белемгә эйә булырға тейеш, тигән мәсьәлә ҡуйыла. Уйлап ҡараһаң, бында бер ниндәй ҙә асыш юҡ, ләкин бөгөнгө балалар менән ҡыҫҡа ғына аралашыу ҙа уларҙың күп кенә, хатта иң ябай нәмәләрҙе лә белмәүен асыҡлай.
Мәҫәлән, донъя, ил, республика тарихы буйынса уларҙың күпселеге бик һай йөҙә, тарихи даталарҙы, быуат ваҡиғаларын бутай. Элементар төшөнсә, логик фекерләү тигән нәмә юҡ. Бының сәбәбе, минеңсә, интернетта. Яуаптарҙы улар бөтәһе лә шунан эҙләй, өҙөк-өҙөк текстар тулы һәм бөтөн күренеш тыуҙырырға ҡамасаулай, күрәһең. Шуныһы ла бер яңылыҡ булһын: физика уҡытыусылары хәҙер 10-11-се кластарҙа инде онотолоп бөткән астрономия фәнен ҡайтанан уҡыта башлаясаҡ. Бынан тыш, мәктәптәрҙә әҙәбиәт, фәнни-техник, спорт, музыка һәм шахмат түңәрәктәрендә бушлай шөғөлләнергә мөмкин буласаҡ. Әйткәндәй, бая тарих тураһында һүҙ ҡуҙғатылғайны, шуның дауамы былай: 2020 йылдан тарих һәм сит телдән Берҙәм дәүләт имтиханы индерелә. Был тарихты өйрәнеүгә бер аҙ булһа ла ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр, бәлки.
Сентябрҙә билдәләнәсәк тағы бер датаның - Халыҡ-ара грамоталылыҡ көнөнөң (8) Белем көнөнә туранан-тура бәйләнеше бар. Был яҡтан да бик аҡһай уҡыусыларыбыҙ. Был хаҡта уларҙың диктанттар дәфтәренә ҡарамай ҙа, интернетта бер-береһе менән алып барған диалогтарынан да бик асыҡ самаларға була. Белем етмәй йәштәребеҙгә, белем! Тарихты белер өсөн, исмаһам, совет һәм Рәсәй фильмдарын да ҡарап үҫмәй бит улар. Ә бына Америка триллерҙарынан көндәр буйына айырыла алмай текәлеп ултыра алалар... Юғиһә бит, үҙебеҙҙең һуғыш тематикаһына патриотик рухтағы күпме шәп фильмдарыбыҙ бар! Шуларҙы ҡарап та Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында әллә күпме мәғлүмәт алыр ине улар! Иманым камил: Икенсе Донъя һуғышы тамамланған көн (2 сентябрь 1945 йыл) хаҡында ла балаларҙың күпселеге бер ни белмәйҙер, моғайын. Ҡыҫҡаһы, тарихтан мотлаҡ БДИ үткәрергә йыйынып, бик дөрөҫ эшләй яңы министр, был күптән кәрәк ине. Юғиһә, донъя тарихында иң ҡан ҡойошло ошо һуғышта Совет армияһының азатлыҡ илтеүсе миссияһын һәм еңеүсе ролен сит илдәрҙең ҡот осҡос дәрәжәлә боҙоп күрһәтеүҙәренә киләсәк быуын отпор бирә алмаясаҡ.
Күп йәһәттән 2 сентябрҙә бер-береһе менән бәйле ике подразделение - Патруль-пост хеҙмәте һәм Рәсәй гвардияһы көндәре билдәләнә. Уларҙың тәүгеһе урамдарҙа, йәмәғәт транспортында, вокзал-аэропорттарҙа һәм башҡа йәмәғәт урындарында тәртип һаҡлау, эҙәрлекләнеүсе енәйәтселәрҙе тотоу, айырым кешеләрҙең шәхси хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы булһа, икенсеһе армияның нигеҙ ҡеүәтен тәшкил итеп, дәүләтебеҙ хәүефһеҙлеге һағында тора. Ә бына терроризм менән көрәштә теләктәшлек көнө (3) уларҙы уртаҡ бурыстар башҡарыуға берләштерә лә инде.
Ошо уҡ датаға (3) тап килеүсе Нефть һәм газ сәнәғәте эшсәндәре көнө был тармаҡтың ил иҡтисадындағы әйҙәүсе ролен тағы бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә ала. Нефть һәм газ һатып, күпме йәшәргә була? Тәбиғи хазиналар ресурсының төпһөҙ түгеллеген дә яҡшы аңлайбыҙ, был хаҡта иҡтисадсылар, сәйәсмәндәр, эксперттар бик йыш бәхәсләшеп тә ала, тик шунан ары киткәндәре юҡ. Ил иҡтисадына - ҡеүәт, халыҡҡа - эш булырҙай етештереү предприятиелары булдырыу, эре агрохолдингтар ғына түгел, ә вағыраҡ, ләкин һөҙөмтәле эшләүсе ауыл хужалығы кооперативтары ойоштороу кәрәклеге изге ниәт кенә булып ҡала килә...
Билдәле булыуынса, Рәсәйҙең хәрби дан көндәре бик күп. Шуныһы айырыуса күңелдә ғорурлыҡ тыуҙыра: Рәсәйгә янаған сит ил баҫҡынсыларына ҡаршы бер генә яу ҙа башҡорттар ҡатнашлығынан тыш үтмәгән. Рәсәйҙең хәрби дан тарихында башҡорт яугирҙарының да өлөшө ҙур. 8 сентябрь ана шундай көндәрҙең береһе - М.М. Кутузов командалыҡ иткән рус армияһының француз армияһына ҡаршы Бородино һуғышы көнө (1812) календарҙа рәсми рәүештә Башҡортостандың да хәрби дан көнө булып раҫланырға хаҡлы. 1812 йылғы Ватан һуғышында, тарихтан билдәле булыуынса, һәр береһе 500-әр яугирҙан торған 28 (!) башҡорт полкы ҡатнаша. "Киске Өфө" гәзите был хаҡта бик күп яҙҙы, шуға күрә ҡабатлап тороу кәрәкмәҫтер. Ошо уҡ көндәрҙә иғтибарға лайыҡ тағы бер дата - Журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө (8) билдәләнә. Уның йөкмәткеһе шуға ҡайтып ҡала: донъя журналистары планетабыҙҙағы ҡыҙыу нөктәләрҙә эшләүсе репортерҙарҙы йә булмаһа тыныс тормошта йәшәп-эшләп тә ҡыйыу рәүештә хәҡиҡәтте яҡлағаны өсөн эҙәрлекләүгә, үс алыу хәүефенә дусар ителгән ҡәләмдәштәрҙе ҡурсалау һәм үҙ хоҡуҡтарын яҡлау. Изге ниәт булһа ла, был барыбер үҙ ҡаҙаныңда ҡайнау һымағыраҡ ҡабул ителә. Ә бит журналист йәмәғәтселеге, журналист һүҙе - йоғонтоло һәм үткер ҡорал. Шуға күрә журналистарҙың халыҡ-ара берләшмәһен булдырып, ошо ойошманы, әйтәйек, терроризмға ҡаршы көрәшкә теләктәшлек итеүгә (3), йә булмаһа, озон ҡатламын һаҡлауҙы талап итеү (16) кеүек глобаль һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ылыҡтырып та булыр ине.
Сентябрҙә бик күп тыныс һөнәр эйәләре үҙ байрамдарын билдәләй: финансистар (8), дизайнерҙар (9), парикмахерҙар (13), программалаусылар (13), урмансылар (17), машина эшләүселәр (24), тәрбиәселәр (27) һәм тәржемәселәр (30) көндәре биҙәй һарысай календары биттәрен. Ә бына Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнө (11) тигәне күңелдә бер ниндәй тойғо ла тыуҙырманы. Ни өсөнмө? Сөнки исем өсөн генә индерелгән кеүек ул календарға. Ярай ҙа ул көн магазиндарҙа араҡы һатылмаһа. Тик барыбер бер көн бер ни ҙә хәл итмәйәсәк. Айыҡлыҡ йылы иғлан ителһә - икенсе эш. Бәлки, ул көндәрҙе күрергә лә насип булыр? Белмәйем, ул саҡ хөкүмәт бюджет тоғон нисек тултырыр икән һуң?..
Исем өсөн яҙылып ҡуйған тағы бер дата Бөтөн донъя автомобилһеҙ көн тип атала. Был да әлегеһе кеүек буш көндәрҙең береһе, сөнки автомобилдәре креслоһына арттары йәбешкән ялҡау әҙәм йәйәү йә йәмәғәт транспортында йөрөүҙе хурлыҡ һанай. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: календарь биттәрендә иҫтәлекле көндәр күп, тик улар беҙҙең тормошҡа шатлыҡ, ҡыуаныс һәм аҙ ғына булһа ла файҙа килтерһендәр ине...

Шулай итеп, һарысай юбилярҙары:
1 - Прозаик, РФ һәм БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы Иҙрис Ноғомановҡа - 65 йәш (1952).
6 - Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы фәнни-тикшеренеү институтының баш ғилми хеҙмәткәре, 1985-2002 йылдарҙа ошо учреждениеның баш табибы, медицина фәндәре докторы, профессор Мәхмүзә Ғәйнуллинаға - 70 йәш (1947).
13 - Педиатр, дәүләт эшмәкәре, 5-6-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, медицина фәндәре докторы, профессор Сәлиә Мырҙабаеваға - 60 йәш (1957).
15 - Ҡурайсы, педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Оҙон көй" конкурсында Гран-при яулаған Дәүләтбай Рәхмәтуллинға - 80 йәш (1937).
22 - Яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғариповаға - 70 йәш (1947).
27 - Этнограф, фольклорсы, башҡорт музыкаль фольклорын йыйыусы һәм өйрәнеүсе Сергей Рыбаковтың тыуыуына - 150 йыл (1867-1921).

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.08.17 | Ҡаралған: 1008

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru