«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕТЕ ЙӘШЕНӘ ТИКЛЕМ ТУҒАН ТЕЛДӘ ҺӨЙЛӘШҺЕН БАЛА
+  - 

Республика мәктәптәрендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ мотлаҡ уҡытыу тураһында һүҙ тағы ла көн үҙәгенә сыҡҡас, был хаҡта фекер алышыуҙар ҙа күбәйҙе. Башҡортостан Республикаһының баш психотерапевты Илгиз Тимербулатовтың "Эхо Москвы" радиоһының "Персонально Ваш" программаһындағы сығышы ҡыҙыҡ тойолдо һәм уның журналист һорауҙарына биргән яуаптарының бер өлөшө менән гәзит уҡыусыларҙы ла таныштырмаҡсы булдыҡ.

- Бала өсөн телдәр өйрәнеү - психикаһы үҫеше өсөн генә түгел, психологик сәләмәтлеге өсөн дә бик файҙалы. Телдәр ни тиклем күп булһа, шул тиклем яҡшыраҡ, сөнки психо-физиологик кимәлдә телдәр өйрәнеү кеше психикаһы өсөн көсөргәнеш түгел, киреһенсә, юғары нервылар эшмәкәрлеген күнектереүҙә бик файҙалы. Ә инде уның кәрәкме йәки кәрәкмәйме икәнлеге тураһында һүҙ бара икән, беренсенән, белем бер ваҡытта ла артыҡ булмай. Мәҫәлән, табип булып эшләй башланың, ти. Табиптарға оло йәштәгеләр күп мөрәжәғәт итә. Уларҙың күбеһе башҡортса йәки татарса ғына һөйләшә. Әгәр уларҙы аңламайһың, аңлата алмайһың икән, ике арала бәйләнеш барлыҡҡа килмәй. Йәки телде белмәйһең, ә тирә-яғыңда кешеләр үҙ телендә һөйләшә икән, моғайын, нимә тураһында һүҙ барғанын аңламау бик ҡыйындыр. Факультативтар бар, тиер бәғзеләр. Минеңсә, йәшәгән төбәгеңдәге халыҡ телен белеү файҙаһыҙ түгел, уның һәр саҡ кәрәге тейә. Икенсенән, күп илдәрҙә милли тел мотлаҡ уҡытыла. Үкенескә күрә, башҡорт телендә һөйләшеүсе йәштәр бик аҙ. Уларҙы әсә телен өйрәнеүгә нисек дәртләндерергә мөмкин? Японияла Икенсе донъя һуғышынан һуң барыһы ла инглиз телен өйрәнә башлай. Әммә һуңынан улар дөрөҫ йүнәлеш ала һәм барлыҡ цивилизацияларҙың байлығы менән дә ҡулланыу кәрәклеген аңлап ҡала. Ә этнокомпонент һинең милләтеңде билдәләү өсөн кәрәк, ул һине башҡаларҙан айырып тора. Йәғни инглиз, рус, француз телдәрен белһәң, һин барыһы кеүек буласаҡһың, ә башҡаларҙан айырмаң нимәлә? Сәйәхәттә йөрөгәндә, ғәҙәттә, башҡа урындарҙа булмаған ерҙәрҙә булырға тырышаһың, үҙенсәлекле урындарҙы эҙләйһең. Ә кешенең үҙенсәлеге - уны башҡаларҙан айырып торған теле. Был - бер.
Икенсенән, йәшәгән төбәгеңдең телен белеү - ул һинең хәүефһеҙлегең. Эргә-тирәләгеләрең, бәлки, һинең турала һөйләшәлер, ә һин аңламайһың.
Өсөнсөнән, иҡтисади компонент. Сөнки этно-мәҙәни аспектты заманса технологияларҙа, мәҫәлән, бизнес-проектта файҙаланырға мөмкин. Был да бик мөһим. Сөнки тел - ул мәҙәниәт. Хатта психофизиолог күҙлегенән шуны әйтер инем: Санкт-Петербургтағы Мейе институтында уҙғарылған тикшеренеү һөҙөмтәһе шуны күрһәтә: бала ете йәшкә тиклем туған телендә һөйләшһә, уның үҫеше йылдамыраҡ бара. Төпкө аң кимәлендә туған телдең өндәр бәйләнеше тиҙерәк үҫешеү мөмкинлеген бирә, был генетик кимәлдә әсә һөтө менән балаға тапшырыла.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.08.17 | Ҡаралған: 877

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru