«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘСЕТЕБЕҘ НУРЫ КҮҢЕЛДӘРГӘ ҠУНҺЫН
+  - 

Август баштарында Федоровка районы Яңы Яуышта ауылды иман нурына күмеп, уға йәм һәм олпатлыҡ өҫтәп, эстән дә, тыштан да балҡып торған мәсет асылды. Уның янында тирмәләр ҡоролдо, бер нисә ҡорбан салынып, майҙанда ҡаҙандар аҫылды, райондың башҡа ауылдары халҡы ла, рухланып, байрамға йыйылды.

Ауылыбыҙҙа мәсет төҙөү тарихы оҙон һәм ҡатмарлы. Төрлө сәбәптәр арҡаһында был эш туҡталып ҡала килде. Әммә ауылдаштар күңелендә изге йорт төҙөү тураһындағы хыял, оло теләк һәр ваҡыт йәшәне. Ул теләк бигерәк тә 2014 йылда, яңы яуыштар "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашып, айыҡлыҡ һәм сәләмәт йәшәү юлына аяҡ баҫыу өсөн ең һыҙғанған, һөҙөмтәлә был бәйгелә беренсе урын яулаған мәлдә тағы ла нығыраҡ дөрләп китте. Ауылдың зыялы кешеләре халыҡҡа: "Әйҙәгеҙ, ошо бәйгелә еңәйек, еңеүселәргә бирелгән премия аҡсаһына иман йорто төҙөй башлайыҡ", - тигән саҡырыу ташлап, халыҡ күңелә оло дәрт, сәм һалды. Еңеп сыҡты ауылыбыҙ был бәйгелә, әммә ойоштороусылар тарафынан уға йомғаҡ яһалмау арҡаһында, ул аҡса беҙгә килеп етмәне. Шулай ҙа аптырап ҡалманы ауылдаштар. 2015 йылдың 4 октябрендә оло өмә ойошторолоп, мәсеткә нигеҙ һалынды, бер аҙҙан уның стенаһы күтәрелде. "Ил төкөрһә, күл була" тигән бит халҡыбыҙ. Берәүҙәр аҡсалата ярҙам итһә, икенселәр өмәгә сыҡты. Ошо ауылда тыуып-үҫеп, әлеге көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе Фуат Маликов ойоштороу эштәренең төп өлөшөн үҙ иңенә һалды. Ул ваҡыттағы район хакимиәте башлығы Радик Ишмөхәмәтов район ҡаҙнаһынан 100 мең һум аҡса бүлде, Рөстәм Латипов атлы ауылдашыбыҙ мәсет стенаһы өсөн 110 мең һумлыҡ шлакоблок бүләк итте, Әхәт Ғәбдрәшитов, "Маяҡ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Сәғит Дәүләтбаев, Гөлфәниә һәм Венер Хөсәйеновтар, Фәнүз Хәбибуллин һәм башҡа бик күптәр матди яҡтан һиҙелерлек ярҙам итте был төҙөлөшкә. Ҡыҫҡаһы, бар ауыл күтәрелде изге йортто бар итеүгә. Оло йәштәге Миневафа Маликова инәйҙең ай һайын пенсияһынан 5-әр мең һумды ошо изге эш өсөн биреп тороуы тураһында ла һоҡланып телгә алмау мөмкин түгел.
Йола буйынса, тантаналы байрамды изге Ҡөрьән сүрә-аяттарын уҡып башланылар. Был бурысты мәсет төҙөлөшөнә бөтә көсөн һалыусы Фуат Маликовҡа тапшырҙылар. Артабан ҡотлау өсөн һүҙ Бала Сытырман ауыл биләмәһе башлығы Ғәҙел Ниғмәтуллинға бирелде. Үҙенең сығышында ул мәсет төҙөлөшө өсөн аҡсалата һәм хеҙмәте менән ярҙам күрһәткән бар халыҡҡа рәхмәт белдерҙе. Фуат Маликовты Яңы Яуыш ауылының почетлы гражданы тип иғлан итте.
Артабан яңы яуыштарҙы район хакимиәте башлығы Венер Насретдинов, элекке район хакимиәте башлығы Радик Ишмөхәмәтов тәбрикләне. Был изге, матур байрамға баш ҡалабыҙ Өфөнән дә ҡунаҡтар килгәйне. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин ихлас күңелдән ауыл халҡын байрам менән ҡотлап: "Бөгөндән Яңы Яуыш ауылының яңы тарихы башлана. Был изге йорт күңелдәрҙе сафландырһын, иманыбыҙҙы яңыртһын, бер-беребеҙгә, йәшәгән урыныбыҙға, тәбиғәтебеҙгә иғтибарыбыҙҙы арттырһын. Ауылда күпләп балалар тыуһын, уларға матур, мәғәнәле, мосолман исемдәре ҡушығыҙ", - тине. "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева йыйылған халыҡты Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының "Ағинәй" төбәк йәмәғәт ойошмаһы исеменән ҡотланы һәм: "Үткән быуаттың 70 йылында насар ғәҙәттәргә, эскелеккә бирелгән халҡыбыҙ һуңғы йылдарҙа шул йәмһеҙ күренештәрҙән арынырға көс таба үҙендә. Бер аҡыл эйәһе әйтмешләй, "Ҡараңғылыҡты әрләп ултырғансы, үҙең бәләкәй генә булһа ла шәм тоҡандыр". Яңы яуыштар ҙа бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, ошо шәмде тоҡандырҙы - күмәк көс менән мәсет төҙөп ултыртты. Хәҙер инде был шәмдең нурын һәр кемдең күңеленә күсереү өсөн тырышайыҡ", - тине.
Ниһайәт, тулҡынландырғыс мәл етте. Мәсетте асырға мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт, район хакимиәте башлығы Венер Насретдинов, ауылдың имам-хатибы Рим Шәмсетдинов саҡырылды. Таҫма киҫелгәндән һуң ир-егеттәр мәсеттә намаҙ уҡыны, тейешле дини йолалар башҡарылды. Байрамдың икенсе өлөшө матур концерт менән дауам итте. Ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған "Айгүзәл" ансамбле, үҙҙәренең бәрхәттәй йомшаҡ, моңло тауыштары менән күптәрҙе әсир иткән Дания Йомағолова, Ишморат Маликов, Ғәлиә Маликова, алыҫ Себер тарафтарынан ҡунаҡҡа ҡайтыусы ошо ауыл ҡыҙы Рәйлә Сәлихова, Әлфиә Рәхмәтуллина байрамға йәм өҫтәне. Бала Сытырман егете Айнур Собханғолов йырлап ҡына ҡалманы, өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнап бейетте лә. Мәләүез ҡалаһынан олатай-өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа ҡайтҡан Ильяс менән Юлиәнең өйөрөлөп-өйөрөлөп вальс бейеүҙәре барыһына ла оҡшаны.
Үҙем дә, ошо ауыл ҡыҙы булараҡ, ауылдаштарым менән сикһеҙ ғорурланыуымды белдерәм. Алдарына ҡуйған маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа дәррәү ҡуҙғалыуҙары, ошо изге йортто төҙөүгә һәр береһенең үҙ өлөшөн индереп ҡалырға тырышыуы һоҡландыра. Байрамды ойоштороп алып барыусы Тәзкирә Ғәлинаға ауыл халҡы исеменән рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Мәсетебеҙ ишектәре ябылмаһын, төрлө дини байрамдар үткәрергә, йома намаҙҙарын бергәләп уҡырға яҙһын, тигән теләктә ҡалам.

Гөлкәй ҒӘБДРӘШИТОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.08.17 | Ҡаралған: 951

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru