«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЙҒА КИЛГӘН АЛҒА КИЛӘ
+  - 

Уйға килгән алға килә. Халыҡта ошондай киң мәғәнәле әйтем бар. Күп кенә мәсьәләләргә ҡарата башҡаларҙыҡына оҡшамаған, тик үҙенсә генә ҡарашы булған күренекле дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, сәйәсәт фәндәре докторы, профессор Мансур Әнүәр улы ӘЮПОВтың түбәндәге әңгәмәлә килтергән фекер-дәлилдәрен тыңлағандан һуң халҡыбыҙҙың тап ошо әйтемен иҫкә төшөрҙөк. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында илебеҙҙә һәм республикабыҙҙа барған ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларҙың үҙәгендә ҡайнаған, яуаплы дәүләт вазифалары башҡарған ошо шәхесебеҙҙең республикабыҙ мәнфәғәте өсөн алып барған тынғыһыҙ эшмәкәрлеге тап шулай уйларға мөмкинлек бирә лә инде.

Мансур Әнүәр улы, беҙ социализм осоронда белем алып, донъяға ҡарашыбыҙ нығынып, хәҙер инде капитализмда (әгәр ҙә уны шулай тип атап булһа) йәшәргә мәжбүр булған быуындар вәкилебеҙ. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында башланған һынылышты һеҙ нисек кисерҙегеҙ? Үҙгәрештәрҙең зарури булғанлығын нисек нигеҙләйһегеҙ?

- Үҙгәрештәрҙең кәрәклеген, ҡанунилығын халыҡ тойомлай ине. Тик ни рәүешле килеп сығырын ғына беребеҙ ҙә белмәнек. 1985 йылда власҡа М.С. Горбачев килде, 1986 йылдың ғинуарында мине "Совет Башҡортостаны" гәзитенә баш мөхәррир итеп ҡуйҙылар. Уға тиклем Юғары партия мәктәбендә уҡып, Өлкә Комитетында эшләп өлгөргәйнем, төрлө һөнәр кешеләре менән аралашып, тәжрибә туплағайным. Тап шул заманда Горбачев халыҡтың, илдә йәшәгән милләттәрҙең үҙҙәренең киләсәге хаҡында үҙҙәре ҡайғыртырға тейешлеге хаҡында һөйләй башланы.
Гәзиткә эшкә килгәс тә иң тәүҙә үҙемдең янға күҙҙәре янып торған, күңелдәрендә ғәм булған, республикабыҙ, халҡыбыҙ киләсәге хаҡына нимәлер эшләргә әҙер булған өмөтлө йәштәрҙе туплай башланым. Тәүҙән үк үҙемә шундай ҡағиҙә алдым: гәзиттә кеше уҡымай торған материал баҫылырға тейеш түгел. Яуаплы сәркәтиптең өҫтәл тартмаһындағы номерға барырлыҡ материалдарҙы үҙем һайлап ала инем. Әҙерләгәндең күп кенәһен кәрзингә ташларға тура килде. Ҡыҫҡаһы, редакция өсөн "гәзит бите тулһын, көн уҙһын" тип йәшәү бөттө.
Беҙ ул саҡта һынылыштың кәрәклеген, зарурлығын аңлай инек. Юғары партия мәктәбендә уҡығанда ла социализмдың беҙ белмәгән күп кенә ҡытыршы яҡтарын һиҙемләй башлағайныҡ. Туҡһанынсы йылдарҙа был турала бик күп яҙҙылар. Коммунизм Ленин бабайҙың Рәсәй өсөн генә уйлап тапҡан проекты булып сыҡты. Унда нисек итеп партия төҙөргә, нисек итеп профессиональ революционерҙарҙы әҙерләргә, нисек итеп революция яһап, власты ҡулға төшөрөргә кәрәклеге күҙ уңында тотолған. Ул яғын Ленин ентекләп, бына тигән итеп эшләгән. Ә бына власты ҡулға алғас нисек эшләп, йәшәп китеү тураһында тулы тәғлимәт юҡ.
Хәҙер марксизм-ленинизм нигеҙҙәрен ҡайтанан күҙаллаһаң, ғәжәп хәлдәр асыла. Был тәғлимәт буйынса социализмға юл йәмғиәттә ике төп синыфты билдәләүҙән, күп һанлы юҡһылдарҙы (пролетарийҙарҙы) йәмғиәттең иң алдынғы, ойошҡан, күтәрелешкә һәләтле синыф итеп, ә мөлкәте, аҡсаһы, яҡшы тормошо булғандарҙы юҡһылдарҙы иҙеүсе, уларҙың ғына түгел, тотош йәмғиәттең дошманы тип иғлан итеүҙән башлана. Йәмғиәт мәнфәғәтен тик юҡһылдар ғына сағылдыра, тип иҫәпләү киң яҡлау таба. Байҙар уларҙың дошманы булғас, юҡһылдар ҡорал менән власты ҡулға алып, уларҙы юҡ итергә, диктатура ярҙамында кеше өсөн иң бәхетле йәмғиәт төҙөргә тейеш, тип фараз ҡылына. Ленин үҙенең "Философия дәфтәрҙәре" тигән хеҙмәтендә Гегелдең "Ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың (беҙҙең осраҡта ҡапма-ҡаршы тороусыларҙың, тип аңларға кәрәк) көрәше һәм берлеге" тигән диалектик ҡанунынан "берлек ваҡытлыса, ә көрәш даими" (единство относительно, а борьба абсолютна) тигән фекерен социализм төҙөү осоронда синыфтар мөнәсәбәтенә нигеҙ итеп ала. Һөҙөмтәлә кеше бәхете өсөн көрәш, тип башланған күтәрелеш юҡһылдарҙан башҡа синыфтар вәкилдәрен юҡ итеү менән тамамлана. Ә инде йәмғиәттең иң әүҙем өлөшө юҡ ителгәс, бәхет өсөн күпме ҡан, йәш, көс түгеп, миллиондарса халыҡты һәләк итеп төҙөлгән дәүләт һәм йәмғиәт үҙе лә емерелеп төшә.

Ә бының беҙҙең бөгөнгө тормошҡа ни ҡыҫылышы бар һуң? Был осраҡта "Үткән эшкә салауат", тиһәк, дөрөҫ булмаҫмы икән?

- Минеңсә, беҙҙең киләсәк тормош та, хәҙерге хәлебеҙ, илебеҙ, халҡыбыҙ, республикабыҙ яҙмышы ла ХХ быуатта булып үткән хәл-ваҡиғаларға ныҡ бәйле. Улар ныҡлап өйрәнеүҙе талап итә. Бында бигерәк тә ғалимдарҙың тырышлығы кәрәк буласаҡ.

Ни өсөн шулай тип уйлайһығыҙ?

- Беренсенән, тарих тураһындағы, әйтәйек, кенәз Владимир, Иван Грозный, Николай, Сталин тураһындағы бәхәстәр, белгестәр фекеренсә, киләсәк яҙмышыбыҙ тураһында уйланыуҙарға бәйләнгән. Бының сәбәбе нимәлә? Сөнки беҙ ни генә эшләһәк тә, киләсәккә ниндәй генә юл һайлаһаҡ та, ҡасандыр үткән әүәлге һуҡмаҡтарыбыҙға әйләнеп ҡайтабыҙ. Әйтәйек, социализм, кеше бәхете, тип эш башлағайныҡ, совет власы күпме халыҡты ҡыйратып, ҡалған граждандарының өҫтөн кейемгә, тамағын икмәккә туйҙыра алмай, "үлеп" китте. Демократия, баҙар башлаған һуҡмағыбыҙ көрсөккә терәлде.
Икенсенән, Рәсәйҙең, күп милләтле йәмғиәтебеҙҙең тарихи үткәне хаҡында яңы фекерҙәр, һығымталар, фараздар кәрәк. Сөнки өлкән быуын ғалимдары тарафынан марксизм-ленинизм йәки сит ил фәне нигеҙендә яҙылған фәнни тикшеренеүҙәрҙең бер яҡлы булыуы, тулы түгеллеге көндән-көн асыҡ була бара. Сит илдә сыҡҡан яҙмаларға ла бик ышанып булмай. Улар беҙгә, беҙҙең тарихҡа Көнбайыш күҙлегенән ҡарай, беҙҙе артта ҡалған халыҡ тип иҫәпләй. Минеңсә, бында тарихтағы ысул тураһында һүҙ бара. Әйтергә кәрәк, Көнбайышта был йәһәттән, беҙҙәгенән айырмалы, ниндәйҙер дәрәжәлә ысул булараҡ отошло нәмәләр күп.
Өсөнсөнән, хәҙер интернет, китап, матбуғат баҫтырыу бик алға киткән заманда тарихи сығанаҡтар, сит телдәрҙә күп тикшеренеүҙәр донъя күрҙе. Был күренеш тә фәнни эҙләнеүҙәрҙең сифатын яҡшырта, күп тел белеүҙе, яңы сығанаҡтар, мәҡәләләр менән танышыуҙы талап итә.
Дүртенсенән, башҡорт халҡы тарихын, бигерәк тә аҫабалыҡҡа, социаль-ижтимағи ҡоролошҡа, башҡорт ихтилалдарына, ер мөнәсәбәттәренә, совет осорондағы социаль тарихҡа ҡағылған мәсьәләләрҙе яңынан тикшереү зарурлығы тыуҙы һымаҡ. Әйтәйек, совет осорон алайыҡ. Ни өсөн илдә дәүләт предприятиеһы, ауылда күмәк хужалыҡ ил халҡын кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә алманы? Ни өсөн партия, дәүләт һуңғы көндәргәсә "хәрби коммунизм" сәйәсәтен дауам итте? Ни өсөн улар ҡалала - эшселәрҙең, ауылда крәҫтиәндәрҙең әүҙем һөҙөмтәле эшләүенә өлгәшә алманы? Партияның милли сәйәсәтен алайыҡ. Ни өсөн милләт-ара дуҫлыҡ, совет кешеһе, тигән берлек барлыҡҡа килгәс, үҙ-ара килешеп йәшәй генә башлағас, халыҡтар араһында үҙ-ара ыҙғыш ҡупты, үҙ-ара килешеп төҙөлгән күп милләтле дәүләт емерелеп төштө? Әлегә был һорауҙарға ла яуап юҡ.

Һәр халыҡ үҙ тарихын үҙе яҙырға тейеш, уның "үҙ Карамзины" булырға тейеш, тип уйлайһығыҙмы?

- Тап шулай. Фәндә, әҙәбиәттә теге йәки был ҡараш тыуҙырыуға килгәндә, башҡорт тарихын өйрәнеү мәсьәләһе лә бик үҙенсәлекле. Халҡыбыҙҙың тарихын кем яҙған? Тәүге яҙмаларҙы Көнсығыш һәм Көнбайыш ғалимдары, һуңғараҡ рус, татар, башҡорт уҡымышлылары ҡалдырған. Күп сығанаҡтарҙа беҙгә әле аңлашылмаған урындар күп. Әммә, дөйөм алғанда, ике төрлө ҡараш йәшәп килә. Әйтәйек, XVI-XVII быуатта рус яҙыусылары һәм тарихсылары башҡорттоң үткәнен, бер яҡтан, романтик буяуҙарға буяп, тәбиғәт балаһы, ҡыйыу яугир, мәғрүр Урал ҡуйынында, ҡылғанлы киң далаларҙа, тулы һыулы йылға-күл буйҙарында өйөр-өйөр йылҡы аҫырап, иркен тормошта йәшәүсе халыҡ, тип һүрәтләһә, ХХ быуат башында хәл үҙгәрә. Башҡорт бөтөп барыусы, артта ҡалған, күсмә тормошта йәшәүсе кеше итеп һүрәтләнә. Большевиктар власҡа килгәс, тотош халыҡ - контрреволюцион, ә уның етәкселәре эшкә яраҡһыҙ милләтселәр тип иғлан ителә. Шул уҡ ваҡытта башҡорт быуаттар аша үҙенең телен, йәшәү рәүешен, ғөрөф-ғәҙәтен, үҙенсәлекле мәҙәниәтен, бай ауыҙ-тел ижадын һаҡлап алып ҡалған, ауыр һынауҙар аша үтеп, бөгөнгө милләттәр араһында бүтәндәргә тиң булып тыуған республикаһында көн күрә.

1917 йылға тиклем башҡорттарҙың дәүләтселеге булмаған, тигән фекер менән һис килешеп булмай. Эйе, Башҡортостан тигән дәүләт булмаған, әммә Башҡорт иле булған. Бынан тыш, башҡорт халҡының составында торған ырыу-ҡәбиләләрҙең дәүләттәрен ни өсөн беҙ үҙебеҙҙең дәүләт тип атауҙан тартынабыҙ һуң? Ундайҙарға Туран, Барда, Тамта, Ура, Бейсу, Байғол илдәрен, Табын ханлығын, Чердын ханлығын, Ирәкте батшалығын, Ишем ханлығын, Дәште Ҡыпсаҡты индерергә була. Болғар, Биләр дәүләттәрен төҙөүҙә лә бөрйән, юрматы ырыуҙары ҡатнашҡан. Нисек кенә булмаһын, беҙҙең атай-олатайҙар төрлө тарихи шарттарҙа үҙҙәрен һаҡлап ҡалырға тырышҡан. Дәүләтселек мәсьәләһенә һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?

- Халыҡтың сәйәси тупланыу ваҡыты беҙҙең өсөн бик мөһим мәсьәлә. Ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, ҡасандыр күсмә тормошта йәшәгән, күп ер биләгән бүтән халыҡтар был тәңгәлдә шаҡтай үҙенсәлекле һығымталарға килделәр. Рәсәй ҙә үҙенең донъялағы урыны, киләсәге хаҡында уйлана, беҙҙең дөйөм тарихыбыҙға ныҡ иғтибар итә башланы. Бәхәстәр ҙә юҡ түгел. Минеңсә, күп нәмә бында әлеге лә баяғы фәндәге ысулға бәйләнгән. В.И. Ленин ХХ быуат башында башҡортто дәүләтһеҙ халыҡтар иҫәбенә индергән. Сталин да бының менән килешә, ләкин башҡорт автономияһының юғары сәйәси автономия булыуын таный, әммә уның тулы дәүләтселеге юлында яңы кәртәләр уйлап таба. Йәнәһе, республика үҙаллы союздаш дәүләт исеме алыу өсөн тулыһынса азат булған дәүләттәр менән сиктәш булырға тейеш, ә башҡорт халҡы үҙ автономияһында 1 миллиондан кәм булмаҫҡа, иң күп һанлы халыҡ булырға тейеш. Ошо арҡала Совет Россияһында иң беренсе автономиялы республика төҙөгән һәм яңы барлыҡҡа килгән федерация составына килешеү нигеҙендә ингән Башҡортостан ҡағыҙҙа автономиялы дәүләт итеп танылһа ла, ғәмәлдә бүтән милли республикалар менән бергә дәүләтһеҙ ҡала.
Был мәсьәләгә ғилми яҡлап ҡараһаҡ, эш, дөйөм алғанда, баяғы өҫтөнлөк алған Көнсығыш менән Көнбайыш мөнәсәбәтенә ҡайтып ҡала. Хәҙер инде марксизм ХХ быуат башында ижтимағи фәндәрҙә евроцентризмдың иң сағыу кәүҙәләнеше булды тип әйтергә мөмкин. Ул әле лә һаман ижтимағи аңдың бөтә өлкәләрендә тиерлек өҫтөнлөк итә. Бындай ҡараштың нигеҙе - капитализм дәүерендә байып алға китеп өлгөргән дәүләттәрҙең тарихи тәжрибәһен Көнсығыш һәм бүтән халыҡтарға берҙән-бер өлгө итеп күрһәтеү, уларҙың үткәндәге хужалыҡ, көнкүреш, рухи тормош, дәүләтселек, әхлаҡ, мәғариф, тәрбиә, идара итеү ысулдарын һәм ҡағиҙәләрен артта ҡалған йәки үҫешмәгән тип күрһәтеү. Бындай ҡараштан сығып, әле лә Рәсәй, Көнсығыш Европа, Урта Азия, Көнсығыш илдәренә баһа бирелә.
Йәки кеше хоҡуғы мәсьәләһен алайыҡ. Был өлкә лә Көнбайышта самаһыҙ күпертелә. Ошондай ялған нигеҙҙә унда йәшәүселәргә кеше тормошоноң тамырына сабыусы ҡылыҡтар рөхсәт ителә. Теләйһең икән, наркотик ҡуллан, кейәүгә сыҡма, йәки өйләнмә, өйләнһәң, балаһыҙ йәшә, йә булмаһа, ир кеше иргә өйлән. Теләгәнсә рәхәтләнеп донъя көт. Бындай "хоҡуҡтар", аҙғынлыҡ, рәхәт тормош өсөн теләһә ниндәй енәйәткә барыу, урлашыу, ике йөҙлөлөк, үҙең өсөн генә йәшәү кеше йәшәйешенең нигеҙҙәрен емерә.
Тарих шуны иҫбатлай: ниндәйҙер дәүләттә айырым бәндәләргә дөйөм кеше йәшәйеше ҡанундарын боҙған ҡылыҡтарҙы рөхсәт итәләр икән - унда кеше тормошоноң мәғәнәһе юғала, ул дәүләт мотлаҡ юҡҡа сыға.
Башҡорт дәүләтселегенә килгәндә, бында һаман да элекке ҡараш йәшәп килә. Уның асылы - башҡорт халҡының дәүләте булмаған, ул күсмә тормоштан сыға алмаған, тип ҡарауҙа. Шуныһы ҡыуаныслы, йәштәр аҡрынлап был ҡатып ҡалған "боҙ тауын" емерә башланы. Башҡорттоң боронғо дәүләтселегенең ҡайһы бер һыҙаттары тураһында нигеҙле хеҙмәттәр барлыҡҡа килде. Халҡыбыҙҙың хужалыҡ тормошо, Рус дәүләте составында үҙ хоҡуҡтарын һаҡлап ҡалырға тырышыуы, ерҙе мөлкәт булараҡ файҙаланыу, берҙәм милләт булып ойошоу саралары, XIX быуатта халыҡ көнкүрешенең киҫкен рәүештә насарайыуы сәбәптәре, ғәскәрилектең сәйәси тупланыуға ярҙамы һ.б. хаҡында тикшеренеүҙәр донъя күрҙе.
Ошоноң менән бергә, минеңсә, сәйәси тупланыу күҙлегенән ҡарағанда, аҫабалыҡтың социаль ойошоу һәм ер милке булараҡ асылы әлегә өйрәнеп етелмәгән. Башҡорттоң был үҙенсәлекле социаль-экономик һәм сәйәси-иҡтисади хәле беҙҙең өсөн һаман да сер булып ҡала.

Дәүләтселек, тигәндән, Башҡортостандың 100 йыллығын ниндәй уй-кисерештәр менән ҡаршылайһығыҙ? Шатланырлыҡ әйберҙәр бармы?

- Минең йәштәге кешене башҡорт, ерән төлкөләй, тип атай. Был әйтемде дауам иткәндә, минең хәл атҡа менер алтмыш менән һикегә менә алмай аҙапланған һикһән йәш араһы. Шуға күрә хәҙер минең өсөн һәр нәмәне тәнҡитләй, йәки, киреһенсә, гел маҡтай торған ваҡыт.
Башҡортостандың 1985-2010 йылдар араһындағы сәйәси тарихын үҙемсә барлап сыҡтым. Шаҡтай күләмле әйбер булды. Әле шуны яңынан ҡарап, өҫтәмә материал туплап, яңыртып ултырам. Башҡорт халҡының һәм Башҡортостандың йөҙ йыллыҡ сәйәси тарихын яҙыу хыялы ла бар.
Ғилми эшкә 60 йәшем тулғас та ныҡлап тотонорға кәрәк булған икән, тип көйөнөп тә китәм. Әле бына 1917 йылда тыуған Башҡорт милли демократик республикаһының асылын, үҫеш осорҙарын, һәр осорҙа булған үҙенсәлектәрен сәйәсәт фәне күҙлегенән ентекләберәк өйрәнә башланым.

Ә быға тиклем уҡыусылар күңелендә йәшәп килгән ҡараш һеҙҙе ҡәнәғәтләндермәйме ни? Был ҡараш буйынса ике республика булған тип яҙалар: З. Вәлиди республикаһы һәм 1919 йылдың 20 мартында тыуған БАССР? Дөрөҫ түгелме ни?

- Минеңсә, 1917 йылда барлыҡҡа килгән республика тураһында әле фәндә йәшәп килгән ҡараштарҙы тулыландырырыу фарыз. Әйтәйек, был дәүләттә хакимлыҡ иткән сәйәси мөнәсәбәттәрҙең дөйөм һыҙаттары, дәүләт башында торған власть органдарының һәм етәкселәрҙең идара итеү алымдары, дәүләт менән уның биләмәһендә йәшәгән синыфтарҙың һәм башҡа социаль төркөмдәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте, дәүләт менән йәмғиәт араһындағы мөнәсәбәттәр, республика етәкселәренең уның асылына, республиканың Рәсәйҙәге урынына, киләсәгенә ҡарата уй-фекерҙәре, һ.б.
Ошо күҙлектән ҡарағанда, Башҡорт милли республикаһы бик үҙенсәлекле үҫеш юлы үтә. Бөтә Рәсәй мосолман съезынан һуң төҙөлгән Башҡорт милли шураһы 1917 йылда өс съезд үткәрә. Ошо съездарҙа милли шураның етәксе органдары һайлана, башҡорттар йәшәгән биләмәләрҙе Федерациялы Рәсәй составындағы автономия итеп иғлан итә. Бөтә башҡорт ҡоролтайында кесе ҡоролтай һәм хөкүмәт ағзалары һайлана һәм раҫлана. Милли шура, кесе ҡоролтай, хөкүмәт ағзалары төрлө ҡатлам вәкилдәре һәм төрлө сәйәси ҡарашта булһалар ҙа, башҡорттарға ерле мөхтәриәт талап итеү мәсьәләһендә берҙәм эш итәләр.
Беренсе Башҡорт республикаһы дәүләт формаһы булараҡ 1917 йылдың 10 декабренән 1918 йылдың 3 февраленә тиклем йәшәй һәм демократик сифаттағы дәүләт була. Уның асылы совет власы мәнфәғәтенә ҡаршы килмәй. Ул, ҡабатлап әйтәм, асылда, буржуаз-демократик республика талаптарына яуап бирә, уның етәкселәре империалистик һуғышҡа ҡаршы сыға, большевиктар башлаған граждандар һуғышын хупламай, тыныс тормош яҡлы була.
Әхмәтзәки Вәлидов һәм Башҡорт шураһының һәм хөкүмәтенең бер нисә ағзаһы ҡулға алынғандан һуң, большевиктар Ғ. Шәмиғолов һәм Б. Нуриманов инициативаһы менән хеҙмәтсән халыҡтың милли мәсьәләләрен хәл итеү буйынса элекке өлкә советының эшен дауам итер өсөн совет платформаһындағы икенсе башҡорт республикаһы барлыҡҡа килә. Билдәле булыуынса, Башҡортостандағы ваҡытлы революция советы тип аталған был республиканың ғүмере ҡыҫҡа була. Уны большевиктар рөхсәт итмәй. Барлыҡҡа килгән дәүләттең нигеҙенә бөтөнләй башҡа төрлө маҡсат һалынғаны шундуҡ күренә. Был республика тәүгеһенең дауамы булараҡ барлыҡҡа килһә лә, ысынында иһә, унда пролетариат диктатураһы урынлаштырыу күҙ уңында тотола.
Советтар менән бөтә бәйләнештәрҙе өҙгән өсөнсө Башҡорт Республикаһы 13 кантонда һәм 106 улыста эшмәкәрлек итә башлай. Республика власы мобилизация үткәрә, дәүләтте һаҡлар өсөн милли армия төҙөй.
Дүртенсе Башҡорт республикаһын буржуаз ҡоролоштан совет платформаһына күсеү дәүләте тип атарға мөмкин. Ул 1919 йылдың 20 мартында, асылда, Башҡорт автономияһы хөкүмәте менән Үҙәк совет власы төҙөгән килешеү нигеҙендә барлыҡҡа килә. Килешеү 1920 йылдың 20 майына тиклем дауам итә. Был автономия большевиктарҙың Рәсәй эсендәге милләттәрҙең үҙбилдәләнешкә хоҡуғын тормошҡа ашырыу, Көнсығыштағы артта ҡалған ваҡ буржуаз крәҫтиән массаларын совет төҙөлөшөнә йәлеп итеү сараһы итеп ҡарала. Был үҙәктән ебәрелгән большевиктар ойошторған партия ойошмалары һәм Ғәҙәттән тыш комитет органдары менән республика етәкселәре араһындағы аяуһыҙ көрәш осоро. Большевиктар партияһының дәүләт тормошонда үҫә барған ролен, уның милли сәйәсәтен аңлап етмәү арҡаһында Әхмәтзәки Вәлидов, Харис Йомағолов һәм башҡа башҡорт етәкселәре был көрәштә еңелә.
Милли автономия етәкселәре большевиктар менән килешеүҙе милләттәрҙең үҙбилдәләнешкә хоҡуғын асыусы, сәйәси үҙаллылыҡҡа мөмкинлек биреүсе юл тип аңлай. Үҙаллы конституция эшләнә, артабан да милли закондар сығарыла, милли армия булдырыла, суд, хоҡуҡ һаҡлау, үҙаллы хужалыҡ итеү, идара итеү органдары төҙөлә, республикала бөтә эштәрҙе үҙаллы башҡарырға өмөт тоталар. Ләкин был өмөттәре аҡланмай. Украина менән бер рәттән, сәйәси үҙаллылығы яғынан уның менән бер кимәлдә ойошторолған Башҡорт республикаһы 1920 йылдың 19 майында бер яҡтың ҡарары менән емерелә. Уның урынына шул уҡ йылдың 25-28 июнендә тулыһынса РСФСР Конституцияһына, унан һуңғы ВЦИК декреттарына ҡоролған Башҡорт Совет автономияһы барлыҡҡа килә. Был - бишенсе Башҡорт республикаһы.

Республикалар һаны бик күп булып китә түгелме? Һеҙҙең фекерегеҙсә, 2017 йылғы Башҡортостан сәйәси асылы яғынан нисәнсе республика? Уның киләсәге нисегерәк? Әйҙәгеҙ, шул хаҡта һөйләшәйек?

- Әйткәнемсә, сәйәси һыҙаттары, юғары власть органдарын формалаштырыу, конституция ҡабул итеү, закондар сығарыу мөмкинлеге, идара итеү органдары, республикала йәшәүсе граждандар һәм халыҡтар хоҡуҡтарын һаҡлау, ҡуйылған маҡсаттары һәм хәл ителгән бурыстары буйынса әле Башҡортостанда унынсы республика хакимлыҡ итә. Был дәүләт формалары үҙгәреш кисереү осоронда Башҡортостан үҙаллы сәйәси автономия дәүләте сикләнгән, ниндәйҙер дәрәжәлә милли-культура автономияһы кимәленән үтмәгән совет автономияһы, ә унан һуңғы социализм осоронда, Бөйөк Ватан һуғышы барышында илдең көнбайыш һәм үҙәк төбәктәренән бик күп сәнәғәт предприятиелары, белгестәр, халыҡ хужалығы хеҙмәткәрҙәрен күсереү сәбәпле, ҡеүәтле союз биләмәһенә әүерелгән, әммә автономия сәкмәненән ҡотола алмаған, артабан үҙаллы хоҡуҡлы һәм хужалыҡ итеү мөмкинлеген татыған, күп яҡлы социаль, рухи күтәрелеш кисергән, ә инде уның суверенитет тигән асылы юҡҡа сыҡҡас, яңы мәсьәләләргә яуап эҙләүсе республика булараҡ йәшәүен дауам итә.
Шуныһы ҡыуандыра, туҡһанынсы йылдарҙағы суверенитет осоро сәйәси-иҡтисади фәндә әлеге баҙар шарттарына яраҡлашыу шарты, урындағы мәсьәләләрҙе үҙаллы хәл итергә өйрәнеү мөмкинлеге итеп ҡабул ителә. Республиканың матур киләсәгенә мин ысын күңелдән ышанам. Бында мин Башҡортостан дәүләтселегенә нигеҙ һалыуҙа ҡатнашҡан мәшһүр шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич һүҙҙәренә ихлас ҡушылам:
Башҡортостан йәшәһен,
Халҡы күрһен сафаһын!
Республиканың һәр кемгә ғәзиз киләсәген яҡынайтыу өсөн, минеңсә, бер нисә шартты үтәү зарур. Иң тәүҙә Башҡортостандың 100 йыл дәүерендә һәр тармаҡта, һәр өлкәлә тупланған ыңғай, ил күләмендә таралған тәжрибәһен барларға һәм киләсәк юлыбыҙҙа үҙебеҙгә таяныс итеп алырға кәрәк. Икенсенән, халыҡты бергә тупларға кәрәк. Бының өсөн алға әйҙәрлек, халыҡтың рухын күтәрерлек оло маҡсаттар булыуы шарт. Унан һуң һәр кемде тыуған төйәгенә беректерерлек, уның тормошон яҡшыртырлыҡ, Башҡортостанда йәшәүгә, ғаилә ҡороуға, балалар үҫтереүгә, донъя көтөүгә тупларлыҡ саралар күрергә кәрәк.
Уйға килгән алға килә, тигәйнек. Үҙебеҙ менән бергә үткәндәге тәжрибәне, ғәҙеллекте, яҡшылыҡты, әүҙемлекте юлдаш итеп алып, Башҡортостандың киләсәге өсөн ең һыҙғанып эшкә тотонорға ваҡыт.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Һөйләшеү аҙағында Мансур Әнүәр улы: "Һеҙҙең һорауҙарға яуап биреү өсөн мин әле яҙып ятҡан өр-яңы хеҙмәтемдән бер ҡайҙа ла баҫылмаған ҡайһы бер фекерҙәремде, дәлилдәремде килтерҙем. Моғайын, алдағы көндәрҙә беҙ был мәсьәләләргә, башҡа проблемаларға яңынан әйләнеп ҡайтырбыҙ", - тине. Шулай итербеҙ, иншалла. Ә беҙ иһә, ошо көндәрҙә 70 йәшлек юбилейын билдәләгән ил ағаһына ҡотлау һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ, уға ныҡлы һаулыҡ, рухи бәрәкәт теләйбеҙ.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.08.17 | Ҡаралған: 956

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru