«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОРОЛО САПТАР БЕЙӘ
+  - 

Йәмле Һаҡмар йылғаһының бөгөлөндә колхоз аттары утлай. Ситтәрәк башын әкрен генә сайҡап Ороло саптар бейә тора. Уның ялына йәбешеп йәш ҡатын үкһей. "Күгайғыр менән эйәңде ҡайҙа ҡалдырып киттең, эйәң ҡайҙа? Нисек хәбәрһеҙ юғалырға мөмкин ҡарағайҙай ир-егет?" тигән иңрәү тауышын ғына елдәр өҙөк-йыртыҡ итеп ауыл яғына алып китә. Ҡатын эргәһендә бәләкәй генә ҡыҙсыҡ менән малай аптыранып баҫып тора. Саптар бейә ҡатынҡайға ниҙер әйтергә теләгән төҫлө тултырып ҡарай. Күҙҙәренән мөлдөрәп йәштәр тама…

Эйе, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ауылға әйләнеп ҡайтҡан ветеран аттың хужаһы Дәүләтбаев Ғәлиәхмәттең хәбәрһеҙ юғалыуы ҡатындың бәғерен телгеләй, балаларының да үҙәктәрен өҙә. Хужаһының ҡайҙалығын Ороло саптар бейә беләлер ҙә, бәлки, тик тел генәһе юҡ шул күргәндәрен һөйләп бирергә…
Бөйөк Ватан һуғышы башланып киткәс, колхоз идараһында эшләгән Ғәлиәхмәт Дәүләтбаев ҡышҡа тиклем бронь менән яуға ебәрелмәй тотҡарлана. Колхозды тотоп торорлоҡ ир-уҙамандар ауылда ла бик кәрәк була шул. Тик аяуһыҙ һуғыш ҡыҙғандан-ҡыҙа бара, ауылдарҙан өрлөктәй ир-егеттәрҙе йота бара. Сират Ғәлиәхмәткә лә килеп етә. Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы өсөн аттар йыйыла башлаған мәл була һәм Ғәлиәхмәт Дәүләтбаев Карл Маркс исемендәге колхоздың иң шәп өйөр айғыры Күгайғырҙы, уның тоҡомонан булған йәшерәк айғыр Елйетмәҫте һәм шулай уҡ уйнаҡлап торған Ороло саптар бейәне алып китергә тейеш була. Әлеге аттар алдан уҡ яҡшылап тәрбиәләнеп, ашатып торола.
Билдәләнгән көндө Ғәлиәхмәт Дәүләтбаевты һуғышҡа оҙатып ҡалыу өсөн конторала халыҡ йыйыла. Буласаҡ фронтовикҡа аҡ тире тун кейҙерәләр, бүрек, быймалар бирелә. Матур итеп кейенгән ҡәйнешен тәү күргәндәй итеп ҡарап, еңгәләре шаяртҡылайҙар: "Аһ-аһ, ҡәйнеш, һин ҡайһылай матур булғанһың икән дә баһа!" Оҙатыу барышында һәр кем үҙенең йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрен әйтеп ҡалырға тырыша. Колхоз рәйесе Уйылданов Муса Ҡаһарман улы ла изге теләктәрен еткерә. Дошманды тиҙерәк еңеп, имен-һау ҡайтыуын теләй. Юл фатихаһы бирелгәндән һуң, Ғәлиәхмәт олатайҙың ҡустыһы Дәүләтбаев Ғиниәт ҡурайҙа "Әрме", аҙаҡ "Урал" көйөн һыҙҙыра. Ҡурайсы егет Ғиниәт тә киләсәктә фронтҡа алынып, тиңһеҙ бер алышта атып төшөрөлгән фашист самолетының торбаһынан ҡурай яһап уйнап, фронтташ дуҫтарының һушын аласаҡ, аҙаҡ ҡурайҙы ауылға ла алып ҡайтасаҡ әле. Әммә быныһы саҡ ҡына һуңыраҡ буласаҡ…
Ә 1941 йылдың 8 декабрендә йәшәнкә сана егелгән атҡа ултырып, үҙе менән колхоздың 3 атын эйәртеп, һуғышҡа китә Ғәлиәхмәт олатай. Тик аяуһыҙ һуғыш өрлөктәй ир-егеттәрҙе лә күҙ менән ҡаш араһында юҡ итеү һәләтенә эйә шул. 1942 йылдың ғинуарында ауылыбыҙҙың күренекле ир-уҙаманы Ғәлиәхмәт Дәүләтбаев та хәбәрһеҙ юғала. Аталарының хәбәрһеҙ юғалыуына ышанмаған Ильяс менән Маһира ул киткән юлдан күҙҙәрен алмай көтә. Һуғыш тамамланып, һалдаттар ҡайта башлағас, уларҙың һәр береһенән: "Минең атайымды күрмәнегеҙме?" - тип һораған балаларҙың гонаһһыҙ күҙҙәренән үҙ күҙҙәрен йәшерә фронтовиктар…
Бер көндө таң алдынан бөтә ауыл халҡын һиҫкәндереп, ат кешнәгән тауыш яңғырай. Шул тиклем үҙәкте өҙөрлөк һағышлы тауыштан кешеләр албырғап ҡалғандай була тәүҙә. Аҙаҡ ауыл эргәһендәге тауҙа Ороло саптар бейәне таныусылар табыла. Шаҡ ҡата халыҡ! Ниндәйен аҫыл ирҙәр ҡайтмаған ерҙән саптар бейә ҡайтып төшһөнсәле! Бейәнең ҡайтыуын ишеткән халыҡ уны барып күрергә ашҡына. Улы Ильяс менән ҡыҙы Маһираны эйәртеп, бейәнең ялына йәбешеп илаған ҡатын тап шул Ғәлиәхмәттең ҡатыны Мәликә була ла инде.
Ә инде хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән ауылдашыбыҙ Дәүләтбаев Ғәлиәхмәт Фазлетдин улының яҙмышы Бөйөк Ватан һуғышы тамамланып, 69 йыл үткәс кенә, йәғни 2014 йылда билдәле булды. Эҙәрмәндәр отрядының тырышлығы менән Ржев районы Митьково ауылы эргәһендә 72 йыл буйына хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән Дәүләтбаев Ғәлиәхмәт Фазлетдин улының ҡәбере табыла. Янында гильзанан эшләнгән һалдат медальоны менән бергә сапер көрәге лә ята. Тап медальондағы яҙмаларҙы уҡыу ауылдашыбыҙҙың хәбәрһеҙ юғалмаған, ә батырҙарса һәләк булғанын асыҡларға ярҙам итә лә инде. Шулай итеп, ауылдашыбыҙ 2014 йылда Ржев районы Добрая ауылындағы туғандар ҡәберлегенә күсереп ерләнә. Тарихтан билдәле булыуынса, Ржев-Вязьма алышы беҙҙең ғәскәрҙәрҙе иң күп юғалтыуҙарға дусар иткән алыштарҙың береһе була. Боеприпастар етешмәй, фашистарҙың көслө ваҡыты. Дошмандарға ҡаршы ут яуҙырырға тейешле минометтарға көнөнә 3-4 снаряд ҡына бүлеп бирелгән ауыр мәлдәр. Совет һалдаттарының ҙур өлөшө ҡамауға эләгеп, унан ысҡыныу өсөн ҡатмарлы, ҡан ҡойошло алыштар бара. Күп кенә дивизияларҙың бөтә документтары, байраҡтары юҡҡа сығып, тарҡатылыуға дусар ителә. 1942 йылдың 8 ғинуарынан 20 апреленә тиклем барған тиңһеҙ бәрелештәрҙә 504 569 һалдат госпиталдәргә оҙатыла, 272 350 кеше һәләк була. Беҙҙең ауылдашыбыҙ Ғәлиәхмәт Фазлетдин улы ла үлемесле алышта баш һалғандар исемлегендә.
...Бәлки ошо үҙәк өҙгөс ваҡиғалар тураһында һөйләргә теләгәндер Мәликә апайға алыҫ-алыҫ ерҙәрҙән ҡайтып еткән Ороло саптар бейә…

Миләүшә ЮЛДАШБАЕВА.
Баймаҡ районы Ярат ауылы.
(Мәҡәлә Маһира һәм Ильяс Дәүләтбаевтар хәтирәләренә таянып яҙылды).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.08.17 | Ҡаралған: 946

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru