«Киске Өфө» гәзите
Баш бит Һуңғы номер Мәҡәләләр Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2018

Ғинуар
  01  |  02  |  03  |  04
Февраль
  05  |  06  |  07  |  08
Март
  09  |  10  |  11  |  12  |  13
Апрель
  14  |  15  |  16
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Календарҙа 22 апрель әле һаман Владимир Ильич Лениндың тыуған көнө булараҡ билдәләнә. Ләкин бөгөнгө заман кешеләре өсөн был шәхестең биографияһы, эшләгән эштәре әһәмиәтен юғалта бара түгелме? Уны нисек хәтерләйһегеҙ?

 
Сайттың архивы
 

2017

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2016

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2015

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2014

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52

 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына килгән хаттарҙы барлыуҙы дауам итәбеҙ. Һеҙ ҙә башҡорт әҙәбиәтендә һәр быуын кешеһенең иғтибарына лайыҡ әҫәрҙәрҙе/китаптарҙы тәҡдим итеүҙән туҡтамағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

73. Жәлил Кейекбаев "Туғандар һәм таныштар" романы.
"Башҡорт теленең һүҙ байлығы ифрат бай булыуын һәр кем белә, ләкин беҙ телмәрҙә шул һүҙҙәрҙең өстән бер өлөшөн дә ҡулланмайбыҙҙыр әле. Сөнки З. Сиразитдинова һәм Г. Шәмсетдинова төҙөгән "Башҡорт теленең йышлыҡ һүҙлеге"нә 10473 һүҙ индерелгән. Заман башҡорто оло быуын кешеләре әйткән ҡайһы бер һүҙҙәрҙе аңламаҫҡа ла мөмкин. Шуға мин башҡорт әҙәби тел һүҙлектәрендә осрамаған һүҙҙәр, мәҡәл-әйтемдәр, фразеологик берәмектәр менән танышырға теләгән милләттәштәргә Жәлил Кейекбаевтың "Туғандар һәм таныштар" романын уҡып сығырға тәҡдим итәм. Яҙыусының был әҫәре "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы исемлегенә был сәбәптән генә түгел, ә авторҙың романға индерелгән осорҙа йәшәгән халыҡ образын тулыһынса күҙ алдына баҫтыра алыуы өсөн дә индерелергә тейеш, тип иҫәпләйем. Ил тигәндең кеме юҡ, бөтәһе лә "Туғандар һәм таныштар" романы биттәрендә сағылыш тапҡан, башҡорт халҡының йолалары, ғөрөф-ғәҙәте, көнкүреше һүрәтләнгән", - тип яҙа Өфөнән Нәркәс Айсыуаҡова.
"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып, үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.08.17 | Ҡаралған: 218

Киске Өфө
 

Донъяла торған ваҡытта шатлыҡтарҙы һөйләр, ҡайғыларҙы сисер йәғни бушатыр өсөн иң яҡын бер кешегә мохтажлыҡ була. Атай-әсәйегеҙҙән башҡа бындай яҡын кеше булмаҫ. Сөнки улар баланың шатлығы һәм хәсрәттәре өсөн ҡулдан килгән бөтә сараларҙы алдан күрергә тырыша. Шуның өсөн серҙәрегеҙҙе ата-әсәгеҙгә һөйләгеҙ.

Ризаитдин нәсихәттәренән.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Юлдаш радиоhы

 
Баш бит Һуңғы номер Мәҡәләләр Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2018 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ
файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.


Сайтты төҙөнө zahir, дизайн һәм алып барыу BArt