«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШОКОЛАДТАҒЫ ШӘҮРӘ
+  - 

Ғәҙәттә, балалар телевизорҙа күргән персонажын урамда йәки башҡа урында осратһа, шатланып, ҡысҡырып уҡ ебәрә: "Ағай (апай) телевизорҙан сыҡҡан!" Бөгөнгө ҡунағыбыҙ телевизорҙан ғына түгел, хатта шоколадтан килеп ингән, тиергә була. Заманында уның фотоһы "Конди" фабрикаһы сығарған "Шәүрә" шоколадының тышлығын биҙәй торғайны. Рубрикабыҙҙың сираттағы әңгәмәсеһе, "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө менеджеры - Шәүрә ЙОМАҒУЖИНА.

Традицион һорау: баш ҡаланың ҡайһы мәктәбендә белем алдығыҙ, уҡыу йылдары ҡайһы яғы менән хәтерегеҙҙә ҡалды?

- Мин, баш ҡалалағы күпселек башҡорт балалары кеүек үк, Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында уҡыным. Айырып ҡына ниндәйҙер бер ваҡиғаны әйтә алмайым, әммә уҡыу йылдары ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булып хәтерҙә ҡалған. Сөнки был белем усағы, Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты кеүек үк, милли кадрҙар әҙерләү тимерлеге булып торҙо, балаларға белем менән бер ҡатарҙан милли рух та, илһөйәрлек, телһөйәрлек нигеҙҙәре лә һалынды. Был йәһәттән, йылдар аша артҡа боролоп ҡарап, уҡытыусылар коллективы ҙур эш башҡарҙы, тип әйтә алам.
Мәктәптә осрашыуҙар бик йыш булып торҙо, шуларҙың иң иҫтә ҡалғандары: "Каруанһарай" эстрада-фольклор төркөмөнөң килеүе һәм Мәрйәм Бураҡаева менән осрашыу. Әйткәндәй, был традицияны дауам итеп, беҙ ҙә "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө менән мәктәптәргә осрашыуҙар ойошторорға ниәтләйбеҙ. Сөнки бындай мәлдәр бала күңелендә мәктәп тураһында яҡты хәтирәләр ҡалдыра, ул туранан-тура музыка һәм милләтенең мәҙәниәте менән таныша. Күп милләтле 41-се мәктәптә осрашыу уҙғарыу тәжрибәһе бар, уны тағы ла камиллаштырырға кәрәк. Шулай уҡ бындай сараларҙы предметтарҙың төбәк компоненты сәғәте итеп үткәрергә лә мөмкин.

Бөтөн нәмә ғаиләләге тәрбиәнән килә, тиҙәр. Ғаиләлә ниндәй тәрбиә алдығыҙ, башҡорт яҙыусыларының китаптарын уҡый инегеҙме, ғаиләлә башҡортса һөйләштегеҙме?

- Ғаиләлә ике телдә лә һөйләшһәк тә, мәктәптә башҡортса уҡығас, башҡорт яҙыусыларының китаптарын уҡыу йәки улар менән танышыу проблема булманы, сөнки мәктәп программаһы буйынса ла, өйҙәге бай китапхананан да башҡорт яҙыусыларының китаптарын уҡыныҡ. Мин үҙемдең атай-әсәйемә теләгән китапты уҡыу йәки теләгән нәмәне эшләүҙә тыймағандары өсөн бик рәхмәтлемен. "Тамыр" балалар студияһына йөрөү ҙә, уның тапшырыуҙарында ҡатнашыу ҙа бала сағымдың яҡты бер хәтирәһе булып күңел түрендә йәшәй. Ә инде "Тамыр" балаларының ниндәй икәнен артыҡ аңлатып тороу кәрәкмәйҙер, моғайын.

Һеҙ - һөнәрегеҙ буйынса юрист. Башҡорттарҙа хоҡуҡи нигилизм көслө, тиген фекер менән килешәһегеҙме? Ғөмүмән, башҡорттарҙың үҙҙәренең борондан килгән тәрбиәһе үҙе үк милли хоҡуҡ нигеҙе булып тормаймы?

- Еңел булмаған һорау. Минеңсә, теләһә ниндәй халыҡтың йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре үҙеңде йәмғиәттә тотоу һәм йәмғиәт ҡоролошо ҡағиҙәләрен тәшкил итәлер. Шуға ла мин башҡорттарҙа хоҡуҡи нигилизм көслө тимәҫ инем һәм был хата фекер булыр ине. Һәр йәмғиәттә "Әгәр мин шул ҡағиҙәне боҙһам, нимә буласаҡ?" тигән кешеләр бар һәм буласаҡ. Башҡорт халҡы ниндәйҙер ҡағиҙәләргә йәки закондарға башҡаларға ҡарарғанда һиҙгерерәк, тиер инем, сөнки милләттең "эске ҡанундары" (йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, менталитет, тәртип нигеҙендәге тәрбиә) ҡанға һеңгән. Әммә был дәүләт ҡабул иткән ҡанундар һәр саҡ ҡабул ителә, һүҙһеҙ үтәлә, тигәнде аңлатмай.
Бәлки, мәғлүмәт менән алышыу ваҡытының тиҙ ағышы һөҙөмтәһендә, һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашығыу сәбәпле, беҙ бер-беребеҙ менән аралаша, барлыҡ һорауҙарҙы уртаға һалып һөйләшә һәм уларҙы анализлауҙан туҡтағанбыҙҙыр. Шуға күрә, ниндәйҙер ваҡиғаларҙы аңлап етмәү, ашығыс, киләсәкте уйламаған ҡарарҙар ҡабул итеү килеп сыға ла инде. Был көндәлек тормошҡа ла, йәмғиәт тормошона ла берҙәй ҡағыла.

Ни өсөн эш урыны итеп мәҙәниәт өлкәһен һайланығыҙ һәм башҡорт милли мәҙәниәтен пропагандалау менән шөғөлләнәһегеҙ? Бының сәбәптәре лә барҙыр, моғайын?

- Үҙ-үҙемә ошо һорауҙы ҡабатлап бирҙем дә, шундай һығымтаға килдем: моғайын, мәҙәниәт минең яҙмышыма яҙылған яҙмыштыр ул. Бала сағым ул ваҡытта Мәҙәниәт министрлығына ҡараған Йәштәр бульвары, 8 адресы буйынса урынлашҡан ятаҡта һәм БР Милли, ул ваҡытта Крайҙы өйрәнеү, музейында үтте. Беренсе тапҡыр сәхнәгә - Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһенә - "Тамыр"ҙа "эшләгәнемдә" 4-5 йәшемдә сыҡтым һәм бөгөн дә ошо ойошмала эшләйем. Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтын тамамлауым мәҙәниәткә мөнәсәбәтемде үҙгәртмәне. Бала саҡтан алып һәр саҡ башҡорт мәҙәниәтенә бәйле булдым, үҫә килә был бәйлелек арта ғына төштө. Юрист белеме алһам да, бөгөн дә ошо өлкәлә эшмәкәрлегемде дауам итһәм дә, "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов менән танышыуым ҡабат ошо юлға төшөрҙө.

Һәр быуын ололар менән йәштәр араһында ниндәйҙер аңлашылмаусылыҡтар тыуып тора. Өфө башҡорттары араһында "атайҙар һәм балалар" проблемаһы бармы? Һеҙҙең миҫалда ул проблема нисек хәл ителә?

- Был - мәңгелек һорау. Беҙҙең ғаиләлә бер ваҡытта ла ундай проблема торманы, килеп тыуған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеп, уртаҡ фекергә килергә тырыштыҡ. Хәҙер ҙә шундай принциптан сығып эш итәбеҙ. Ғаиләне төрлө быуын кешеләре тәшкил иткәс, уларҙың һәр ҡайһыһының фекерен белеү ҡыҙыҡлы. Ә йәмғиәт - ҙур ғаилә ул. Шуға күрә, нимәнелер башҡалар өсөн хәл итмәйенсә, уртаҡ фекергә килеү тап ошо атайҙар һәм балалар проблемаһын юҡҡа сығарыр ине, минеңсә. Ни генә тимә, йәштәрҙә - дәрт һәм көс, ә ололарҙа - аҡыл һәм тупланған тәжрибә бар. Дәрт һәм көс, аҡыл һәм тәжрибә бер йүнәлештә булғанда ғына нимәгәлер өлгәшергә мөмкин, тип уйлайым.

Өфөлә иң яратҡан урындарығыҙ ниндәй?

- Ниндәйҙер айырым урынды ғына яратам тип әйтә алмайым, әммә тыуған ҡаламда яратҡан мәлем бар - ул таң атыуы. Өфө лә, кешеләр ҙә йоҡоларынан уянмаған, әле ҡояш та офоҡ артынан ҡалҡмаған, тирә-яҡта һиллек, тынлыҡ, матурлыҡ һәм саф һауа! Был күренеште һәм тойғоно башҡа бер нәмә менән дә алыштырып та, уны аңлатып та булмайҙыр. Уны бары тик үҙеңә кисерергә генә кәрәк!

Әгәр ҡулығыҙҙан килһә, Өфөнөң башҡорт йәштәренә ниндәй мөмкинлек бирер инегеҙ?

- Ә йәштәргә бер нәмә лә бирергә кәрәкмәй, бөтөн мөмкинлектәр бар. Бары тик уларҙы үҙ һәм йәмғиәт файҙаһына файҙалана белергә генә кәрәк. Уйлап ҡараһаң, беҙ бит булған бөтөн мөмкинлектәрҙе файҙаланырға тырышмайбыҙ, нимәлер килеп сыҡмаһа, ҡул һелтәйбеҙ ҙә ҡуябыҙ.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.09.17 | Ҡаралған: 857

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru