«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"МИРАҪ"ТАР ХАЛЫҠ-АРА ФЕСТИВАЛДӘ
+  - 

Өфөнөң "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле сит илдән гастролдәрҙән ҡайтты. Алдан "Башинформ" агентлығы хәбәр итеүенсә, коллектив Венгрияла "Summerfest" халыҡ-ара фольклор фестивалендә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының традицион мәҙәниәте менән таныштырҙы. Өфө артистарына маҡтаулы бурысты Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто йөкмәтте.
Фольклор байрамының һәр көнө сағыу ваҡиғаларға һәм тәьҫораттарға бай булды, тип уртаҡлашты "мираҫтар". 14 августа Сазхаломбатт ҡалаһында рәсми рәүештә фестивалде асыу һәм үҙәк урамдар буйлап коллективтар парады була. Шунда уҡ Изге Стефан майҙанында коллективтарҙың сығыштарынан тыш, халыҡ ижады йәрминкәһе ойошторола. Башҡортостан күргәҙмәһе милли кейемдәр, биҙәүестәр һәм төрлө сувенир продукцияһы менән барыһының да иғтибарын йәлеп итә. Биш көнлөк фестиваль программаһында ансамбль Сазхаломбатт, Тёкёль, Рацкеве, Будапешт ҡалаларында, шулай уҡ Дунай йылғаһы буйлап йөрөгән иң ҙур теплоходта ла сығыш яһай. Тамашасыларға "Сатыр эргәһендә", "Йәшлек", "Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар", "Солтанаҡов" кеүек - башҡорт, "Калинка" һәм "Себер" рус бейеүҙәре тәҡдим ителә. Венгрияға ансамблдең бәләкәй төркөмө генә барыуына ҡарамаҫтан, уларҙың сығыштарын фестиваль директоры Джозеф Сигатвари һәм Сазхаломбатт ҡалаһы мэры Михай Везер юғары баһалай. "Мираҫ" ансамбле юғары башҡарыу кимәленә һәм ҙур ижади потенциалға эйә, тип билдәләй улар. Фестиваль сиктәрендә Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитовтың Сазхаломбатт ҡалаһы етәкселеге менән рәсми осрашыуы була. Осрашыуҙа Өфөлә 2020 йылда үтәсәк бөтә донъя Фольклориадаһын ойоштороу мәсьәләләре тикшерелә.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.09.17 | Ҡаралған: 805

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru