«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАҠСАТ ТОЛЕРАНТЛЫҠ ҺӘМ ИХТИРАМ ТӘРБИӘЛӘҮ
+  - 

Баш ҡаланың 79-сы мәктәбендә башланғыс синыфтарға белем биреүсе тәжрибәле уҡытыусы Гүзәл КӘРИМОВА менән әңгәмәләшбеҙ:

Һеҙ дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыу яҡлы. Бының сәбәптәрен телде уҡытырға теләмәгәндәр ҙә ҡабул итерлек кимәлдә нисек аңлатырһығыҙ?

- Минеңсә, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыуҙың бик күп ыңғай яҡтары бар. Беренсенән, башҡорт телен дәүләт кимәлендә өйрәнеү башҡорттарҙа үҙ-үҙендә ышаныс тыуҙырҙы, улар бер кемдән дә ҡурҡмай, оялмай, үҙ телендә һөйләшә башланы. Дөрөҫөн әйткәндә, уға тиклем ике башҡорт урамда, транспортта үҙ-ара туған телдә аралашырға тартына ине бит. Икенсенән, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу индерелгәнгә тиклем атай-әсәй туған телде уҡытыуға битарафыраҡ булды, сөнки, сер түгел, бындай төркөмдәрҙәге балаларға бер аҙ ҡырыныраҡ, кәмһетеберәк ҡаранылар. Ә инде телде дәүләт кимәлендә уҡытыуҙы индергәндән һуң балаларын туған тел уҡытылған төркөмдәргә биреүселәр артты. Элек үҙен өҫтөн тотоусылар ҙа яйлап әсә телен өйрәнеүгә йөҙ борҙо, мәҙәниәте, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән ҡыҙыҡһына башланы, сөнки дәүләт теле булараҡ уҡытылған башҡорт теле дәрестәрендә уҡытыусылар башҡорт телен генә өйрәнмәй, "Минең шәжәрәм", "Минең ғаиләм байрамдары", "Халҡымдың милли кейемдәре" һ.б. проекттар буйынса эшләй. Был байрамдарҙа синыфтағы төрлө милләт балалары берләшеп, класташтарын үҙ милләте менән таныштыра. Йәғни башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү төрлө милләт балаларын берләштерә. Ә был иһә дәүләтебеҙҙең өҫтөнлөклө маҡсаттарының береһе булап тора. Өсөнсөнән, берәү ҙә аҙнаһына бер сәғәт өйрәнеп, балаларҙың башҡортса һөйләшә башлауына өмөт итмәй, бының өсөн милләт-ара аралашыу теле - Пушкин теле, беҙ ихтирам иткән рус халҡының бөйөк теле бар. Икенсе дәүләт телен өйрәнеүҙең маҡсаты, минеңсә, толерантлыҡ һәм ихтирам тәрбиәләүҙә. Ә ихтирам бер яҡлы ғына булмай.

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға кемдәр ҡаршы, тип уйлайһығыҙ?

- Иманым камил, ата-әсәләрҙең күпселеге башҡорт теленә, уны дәүләт теле булараҡ өйрәнеүгә ҡаршы түгел. Бары тик уларҙы ишетергә, бергә йыйылып, нимәне үҙгәртергә кәрәклеген асыҡларға, килеп тыуған хәл сәбәптәрен табырға һәм уларҙы бөтөрөргә тырышырға, дәғүә белдергән ата-әсәләргә рәхмәт әйтергә кәрәк. Тимәк, улар телде әле ҡулланылған ысул менән өйрәтеүгә битараф түгел. Әгәр шуға хоҡуғым булһа, башҡорт теленә һәм уны дәүләт теле булараҡ өйрәнеүгә ҡаршы килгән кешеләрҙән халҡым исеменән ғәфү үтенәм, сөнки күптәрҙә был хис башҡорт теле уҡытыусыларының квалификация кимәле һәм компетентлығының тап килмәүе, был мәсьәлә буйынса мәктәп хакимиәтенең компетентлы булмауы сәбәпле дөрөҫ төҙөлмәгән программа һөҙөмтәһе, тип уйлайым. Бындай хәл килеп сығыуға тағы бер сәбәп: шовинистик ҡарашлы, башҡорт теленә ҡарата нәфрәт уятыу, башҡорттар һәм татарҙар, шулай уҡ башҡорттар менән рустарҙың араһын боҙоп, дошманлыҡ тыуҙырыу идеяһын алға һөргән айырым төркөмдөң аҡыллы ойошторолған "хеҙмәте" үҙ емештәрен бирә бөгөн.

Әгәр һеҙгә: "Ошо тартҡылашты, үҙ һүҙегеҙҙе әйтеп, һеҙ туҡтата алаһығыҙ!" - тиһәләр, республикала йәшәгән барса халыҡтарға нимә тип мөрәжәғәт итер инегеҙ?

- Башҡортостанда йәшәүсе күп милләтле халыҡтар, бәлки, дошманлыҡ балтаһын артҡа ташлап, мөнәсәбәттәрҙе нығытып, барлыҡ телдәргә һәм милләттәргә толерантлы, ихтирамлы булып, бергәләшеп алға барырбыҙ? Бырыбыҙ ҙа, әйҙәгеҙ, Рәсәй Федерацияһының дәүләт теле булған - милләт-ара һәм киләсәктә халыҡ-ара буласаҡ рус телен, шулай уҡ күп милләтле Башҡортостандың төрлө милләттәренең мәҙәниәтен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеүгә һәм яҡлауға ярҙам иткән башҡорт телен өйрәнәйек. Сөнки туған телеңә ихтирам булғанда ғына башҡа телдәргә лә ихтирам уяна. Беҙҙең күп милләтле илебеҙ өсөн иң төп маҡсат ошо.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.09.17 | Ҡаралған: 864

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru