Социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен уҡытыу менән бәйле әсенеүле фекерҙәремде яҙғандан һуң миңә ҡайһы бер рус телле уҡыусыларым тарафынан тәнҡит уҡтары яуҙы. Шуныһы үкенесле: улар араһында ижадымды уҡыусылар, үҙҙәрен күреп белмәһәм дә, мин ихтирам иткән кешеләр ҙә булды. Бер ваҡытта ла кешеләрҙе милләтенә ҡарап айырманым, һеҙ кем: русмы, татармы, бүрәтме, йәһүдме - минең өсөн барыбер. Тәү сиратта, һеҙ минең өсөн - үҙ ҡиммәттәре һәм тарихы булған кешеләр. Бынан тыш, мин ислам динендәмен, ә диндә барыһы ла тиң, берәү ҙә расаға йәки милләткә бүленмәй.
Үҙ фекеремде башҡорттарҙы хуплау ниәтенән яҙҙым, сөнки туған телде оноторға, уны оноттороуға юл ҡуйырға ярамай. Эйе, туған телде өйрәнеү ҙә, милли йолалар өлгөһөндә тәрбиәләнеү ҙә үҙеңдән, ғаиләңдән башланырға тейеш, әммә туған телде ҡулланыу даирәһе ғаиләң мөхитенән ары китмәй икән, ул яйлап онотоласаҡ. Үҙемдән дә алып әйтәм быны. Шуға күрә, туған башҡорт телен өйрәнеү, һаҡлау, үҫтереү мәсьәләләрен республика кимәлендә хәл итеү кәрәк. Башҡорт теле өсөн генә түгел был ҡағиҙә. Әгәр мин Татарстанда йәшәһәм, был мәсьәләне дин буйынса ҡәрҙәштәремә ихтирам йөҙөнән, улар тауышына ҡушылып күтәрер инем. Әгәр, мәҫәлән, Чечен Республикаһында йәшәргә тура килһә, ҙур ҡәнәғәтлек менән уларҙың телен өйрәнер инем. Мәктәп программаһы сиктәрендә тағы ла бер телде өйрәнеү мөмкинлеге бирелә һәм был беҙҙең даирәбеҙҙе киңәйтә генә. Һеҙгә яңы телдәр өйрәнеү, камиллашыу ҡыҙыҡ түгелме ни? Ул телдә һөйләшеүсе кешең булмаһа ла, әгәр бер-беребеҙгә ихтирамлы булып, ярҙам итһәк, һөйләшер кеше табасаҡбыҙ - бер-беребеҙ менән аралашасаҡбыҙ. Мәҙәниәтебеҙҙән һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙән алыҫ торған һымаҡ күренгән кешеләр менән уртаҡ тел табыуы шәп тә инде! Беҙҙе тел берләштермәйме ни?..
Эйе, телде өйрәнеү һәр кемдең үҙ ихтыярында. Был осраҡта ла, әгәр кеше теләмәй икән, ғариза яҙһын да, туған телен уҡыуҙан баш тартһын. Һайлау һәр саҡ булырға тейеш. Әммә мин шулай уҡ ниндәй телдә һөйләшеүенә ҡарап, кешене кәмһетеүҙәргә лә ҡаршымын. Һеҙ бының нимәгә алып килерен аңламайһығыҙмы? Бөгөн туған башҡорт теле дәрестәренең иҫәбен ҡыҫҡарттылар икән - быны беҙ өндәшмәҫкә өйрәнһен өсөн эшләнеләр. Иртәгә туған телдә һөйләшеүҙе бөтөнләй тыйырға мөмкиндәр. Тимәк, был хәлгә ҡарата һәр кем, милләтенә ҡарамай, үҙ фекерен белдерергә тейеш. Мин дә үҙ һүҙемде әйттем: туған телде оноторға, уны оноттороуға юл ҡуйырға ярамай!
Эйе, мин ике ҡалала - Өфөлә һәм Мәскәүҙә йәшәйем. Эйе, мин шиғырҙарымды тик рус телендә генә яҙам. Ә һеҙ туған телегеҙ булмаған телдә нимәлер яҙып ҡарағыҙ әле. Ауырмы? Ә миңә бына рус телендә һөйләшеү, рус әҙәбиәте өлкәһендә эшләү, һеҙгә Башҡортостанда йәшәп, башҡорт телендә һөйләшеү ауыр булған һымаҡ ауыр түгел. Шул уҡ ваҡытта мине ҡайһы бер Европа илдәрендә рус телен тыйыуҙары борсолдора. Әгәр унда йәшәгән булһам, рус телен яҡлап, мәсьәләне шулай уҡ ҡабырғаһы менән ҡуйыр инем. Ә һеҙ ни өсөндөр туған телдәрҙе уҡытыуҙы тыйыу ихтималлығына ҡыуанып ҡарайһығыҙ...
Минең шиғырҙарымды төрлө милләт вәкилдәре уҡый, уларҙың һәр береһен яратам һәм баһалайым. Мине аңлаған, ихлас уҡыусыларымдың күберәк булыуына өмөтләнәм. Барығыҙға ла, әйҙәгеҙ, булайыҡ, бер-беребеҙгә ябырылып, күҙҙән төшөрөргә тырышмайыҡ, бер-беребеҙгә ҡарата түҙемле, берҙәм булайыҡ, бер-беребеҙгә терәк булырға өйрәнәйек, тип өндәшәм.
Барлыҡ телдәргә, халыҡтарға
һәм диндәргә ихтирам менән, Эвита ГАЙНЕТ,
рус телендә яҙыусы шағирә.
КИРЕ СЫҒЫРҒА