«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАРЫҺЫ ЛА ҮҘЕБЕҘҘӘН ТОРА
+  - 

Мин күп балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. Атайым Бөйөк Ватан һуғышында, Башҡорт кавалерия дивизияһы составында оҙон яу юлы үткән кеше ине. Һуғыштан ҡайтҡас, ғүмере буйы урман ҡырҡыу эштәре менән мәшғүл булды, әсәйем менән күпләп мал-тыуар аҫырап, матур итеп донъя көттөләр. Тәртипле, белемле балалар тәрбиәләү - уларҙың төп бурысы ине.

Миңә биш йәштәр тирәһе булғандыр, атайымдың иң оло апайым Мәрйәмде атҡа һыбай мендереп, Темәс педучилищеһына уҡырға алып китеүе хәтеремдә. Апайым педучилищены тамамлап ҡайтыуға, Вәдит ағайым Илмәш ете йыллыҡ мәктәбенән һуң Белорет педучилищеһына яңы асылған башҡорт төркөмөнә уҡырға китте (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, педучилищела уҡып йөрөгән сағында аварияла һәләк булды). Педучилищела бер-бер артлы Әҡлимә, Хәтижә апайымдар менән мин, шунан ҡустыбыҙ Хәниф уҡыныҡ, башланғыс класс уҡытыусыһы тигән дипломдар алдыҡ. Уҡыуыбыҙ бының менән генә сикләнмәне: апайыбыҙ Мәрйәм Мәсәғүт уҡытыусылар институтының физика-математика факультетын, Әҡлимә - Стәрлетамаҡ педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетын, Хәтижә апайым Өфө педагогия институтының тарих факультетын, Хәниф ҡустым (Вәкил Хажин) филология факультетының башҡорт бүлеген, аспирантура тамамланы, филология фәндәре кандидаты булып китте. Мин дә БДУ-ның филология факультетына уҡырға ингәйнем, әммә һаулығым ҡаҡшауы арҡаһында өсөнсө курстан уҡыуымды туҡтаттым, әммә уҡытыуҙы ташламаным. Ун дүрт йыл Бирҙеғол һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, туғыҙ йыл директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләнем.
1979 йылда тормош иптәшем Рәсүлдең эш урынын алыштырыуы сәбәпле Инйәр ҡасабаһына күсеп килдек. Мин Инйәр урта мәктәбендә уҡытырға те-йешмен. Ә өлкән ҡыҙым Эльвира - унынсы синыфҡа, уртансы ҡыҙым Флүрә - етенсегә, кесеһе Нәркәс өсөнсө синыфҡа уҡырға барырға йыйына. Бына шул ваҡытта башланды инде ҡыҙыҡтар.
Мәктәпкә киләм. Таныш директор, таныш коллектив - өлкән йәштәге уҡытыусыларҙың барыһы ла таныш, ҡайһы берҙәре мине уҡытҡан уҡытыусылар. Директор бүлмәһенән, вакант урын юҡ, тигән яуап менән сығам. Коридорҙа бер нисә милләттәш уҡытыусы баҫып тора, таныш түгелдәр, әммә минең турала ишеткәндәр, һорашалар. "Директор, урын юҡ, тине", - тим. "Урын бар, тик директор башҡорт милләтле уҡытыусыларҙы эшкә алмай", - ти былар. Иртәгәһен Белоретҡа мәғариф идаралығына киттем. Мәғариф идаралығы мөдире Ғ.С. Ғизитдинов ҡулыма бойороҡ тоттороп ҡайтарҙы, әлегә интернатҡа тәрбиәсе булып барығыҙ, һуңынан күҙ күрер, тине.
Мәктәпкә тағы киттем. Уҡытыусыларҙың отпускынан һуң эшкә сыҡҡан мәле ине. Уҡыясаҡ класына инеп, уҡытыусыһы менән танышып ҡайтһын, тип, үҙем менән кесе ҡыҙым Нәркәсте лә алдым. "Һеҙ йөрөп килегеҙ, мин ҡыҙығыҙ менән һөйләшәйем әле", - тине уҡытыусы Зинаида Ивановна. Йөрөп килгәс, "Нисек, таныштығыҙмы?" тип һораным уҡытыусынан. "Таныштыҡ, ҡыҙығыҙ русса белмәй бит, уҡыуы ҡыйын булыр, икенсе синыфҡа ултыртығыҙ", - ти был. Аҙаҡ аңлауымса, ҡыҙым уҡытыусыны оҡшатмаған һәм уның бер һорауына ла яуап бирмәгән. "Мин бында уҡымайым, кире Бирҙеғолға ҡайтайыҡ", - тип мәж килде.
Инйәр мәктәбендә башҡорт кластары астырыу мәсьәләһен ҡуҙғатырға булып, иртәгәһен Өфөгә Мәғариф министрлығына киттем. Министр урынында булмай сыҡты. Секретарь ҡыҙ ниндәй һорау менән йөрөүемде белешкәс, мине министр урынбаҫары Р. Арыҫланов ағайға ебәрҙе. Индем, йомошомдо әйттем. "Районда был турала кем менән һөйләштегеҙ?" - тине министр урынбаҫары. "Тәүләп бында килдем, районда берәүгә лә мөрәжәғәт итмәнем", - тигәс, Арыҫланов ағай: "Теләгегеҙ законлы, ыңғай хәл итерҙәр, тип уйлайым. Тиҙҙән һеҙҙә район конференцияһы була, шунда сығыш яһағыҙ. Әгәр риза булмаһалар, яңынан беҙгә килерһегеҙ",- тип ҡайтарып ебәрҙе. Ике көндән Белоретҡа уҡытыусылар кәңәшмәһенә киттем. Кәңәшмә ваҡытында президиумға: "Мин Инйәргә күсеп килдем, өсөнсө класҡа бара торған ҡыҙымды башҡортса уҡытырға теләйем. Балаһын башҡортса уҡытырға теләгән ғаиләләр тағы ла бар, шунлыҡтан, Инйәр мәктәбендә аҙ комплектлы башҡорт кластары асһындар ине", - тигән яҙыу ебәрҙем. Кәңәшмәне алып барыусы М. Билалов минең ҡағыҙҙы уҡып торманы, "Был һорауға бында яуап биреп булмай, кәңәшләшербеҙ", тип кенә ситкә алып ҡуйҙы. Иртәгәһен тағы Белоретҡа барып, район Советы рәйесе Расторгуевҡа индем, хәлде һөйләп бирҙем. Ул уйланып ултырҙы ла, "Бер нисә көндән директорығыҙ М.В. Дунаев отчет менән килә, уның менән бергә һеҙ ҙә килегеҙ әле", тине. 11 сентябрь көндө тағы Белоретҡа киттем. Район мәғариф идаралығы мөдире М.В. Дунаев менән икебеҙҙе саҡырып алды. Ныҡ торҙом, "Әгәр аҙ комплектлы булһа ла башҡорт класы асмаһағыҙ, баламды мәктәпкә бөтөнләй ебәрмәйем, русса уҡытып, һеҙ беҙҙең хоҡуҡты боҙаһығыҙ", - тинем. Шунан һуң ғына Инйәр мәктәбе директоры аҙ комплектлы башҡорт класы асырға риза булды, тик ул класс өсөн балаларҙы мин табырға тейеш инем. Икенсе көндө Инйәр ҡасабаһы буйлап сығып киттем. Ата-әсәләр менән һөйләшеп, унлаған ата-әсәне балаларын башҡорт класына күсерергә күндерә алдым. Мәктәп директорына ата-әсәләрҙең ғаризаларын алып барып бирҙем.
Миңә ремонт үткәрелмәгән бер кабинеттың асҡысын бирҙеләр. Бүлмәлә өҫтәл, ултырғыстарҙан башҡа бер йыһаз да юҡ. Ошо кабинетты уҡыуға ярашлы хәлгә килтерергә бер аҙна ваҡыт бирелде. Мәктәп йыйыштырыусылары мине йәлләнеләр, ахыры, бүлмәне ағартырға, иҙән-тәҙрәләрҙе буярға риза булдылар. Ә мин дәреслектәр тураһында ҡайғыртырға тейешмен. Ауылдар араһында телефон бәйләнеше юҡ, транспорт яғы ла насар. Күрше-тирә ауылдарға барып, иҫке дәреслектәр һорап алдым. Райпотребсоюз складынан биш әлифба, рус телендә булһа ла алты математика, өсөнсө синыфҡа биш туған тел, өс башҡорт теле, бер нисә математика (русса) дәреслектәре алып ҡайттым. Ә рус теле дәреслеге юҡ. Белорет интернатында директор булып иремдең элекке уҡытыусыһы Фәрит ағай Рәхмәтуллин эшләй ине, уға барып, китапханаларынан иҫке булһа ла дүрт рус теле дәреслеге алдыҡ. Татлы-Көҙъйылға ауылдарында хәрби часть магазиндары эшләй ине: китап магазиндары шул тиклем бай, күпләп дидактик материалдар, таблицалар, төҫлө ҡағыҙҙар, буяу ҡәләмдәре һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тейәп ҡайттым. Бүлмәмдә шкаф, кәштә һымаҡ бер йыһаз да юҡ. Ирем леспромхоздың бер складына емерек мебелдәр килтереп ырғытҡандарын күреп ҡалған. Ул да хәҙер минең " ауырыу" менән ауырый башланы бит инде. Ҡарауылсы ҡартҡа бер аҙ аҡса биреп, шул мебелдең таҡталарын тейәп алып ҡайтты. Ике кистә шул таҡталарҙан стенд, кәштәләр эшләп, кабинетҡа алып барып урынлаштырҙыҡ. Бирелгән бер аҙна ваҡыт үтеп тә китте. Ниһәйәт, 15 сентябрҙә класымда ун уҡыусыны ҡаршы алдым. Биш уҡыусы беренсе синыфҡа, дүрт уҡыусы - өсөнсө, бер уҡыусы икенсе синыфҡа уҡырға килде. Ә директорҙың бойороғо ошондай ине: "Т.Ф. Машковой и З.И. Васильевой перевести слабоуспевающихся учеников во вновь созданный малокомплектный башкирский класс под руководством Ш.И. Хажиной. Директор М.В. Дунаев".
Мәктәп өсөн бер тамаша булды был хәл. Директор инеп, кабинетты күҙҙән үткәреп, башын сайҡап, йылмайып сығып китте. Тәнәфестә башҡа уҡытыусылар, үҙемдең элекке уҡытыусыларым инеп, маладис, тип мине маҡтанылар. Мин ул көндө үҙемде яңы эш башлаған йәш уҡытыусы һымак хис иттем. Яңы мәктәптә, яңы эштә беренсе һынауҙы уңышлы үттем шулай. Хәҙер инде уҡыу сифатын ныҡлап күтәрергә кәрәк буласаҡ. Урыҫ кластарында уҡытҡан уҡытыусылар бер ярым ставка менән эшләйҙәр, ә мин өс класта бер ставка менән эшләйем, дәрестән һуң уҡыусыларҙы өҫтәмә дәрескә алып ҡалам. Тағы икешәр-өсәр сәғәт артыҡ эшләп ҡайтам. Кластан тыш үткәрелгән сараларҙа ла һынатмаһындар, урыҫ балаларынан кәм булмаһындар, тип, бик ныҡ әҙерләнәм, сәхнәлә сығыш яһаусыларҙың кейемдәрен, тышҡы ҡиәфәттәрен хәстәрләйем. Өйөмдә булған тауарҙарҙан ҡыҙҙарға бер иш күлдәктәр, итәктәр, малайҙарға галстуктар, пилоткалар тегеп кейҙерәм. Ул ваҡытта магазиндарҙа бер нәмә лә юҡ, профкомдарҙа носки-колготкиларҙы, ситса тауарҙарҙы бүлешеп ултырған мәл ине бит. Ә мин туғандарым аша Татлылағы хәрбиҙәр магазинына инә алам, шунан төрлө дефицит тауарҙар тейәп ҡайтам. Минең тырышлыҡ бушҡа китмәне, уҡыусыларым кластан тыш сараларҙа ла, төрлө бәйге-конкурстарҙа ла призлы урындар яулай торғайны. Бына шулай, ата-әсәләрҙең ышанысын аҡлап, урыҫ коллегаларымдың ихтирамын яулап, ун уҡыусынан башланған класты өс йылдан утыҙ уҡыусыға еткерҙем. Шунан дүрт класлыҡ балалар йыйылды. Был ваҡытҡа инде айырым башҡорт мәктәбе астырыу ихтыяжы килеп тыуҙы...
Ниңә был турала яҙырға булдым әле? Күптән түгел бер нисә таныш уҡытыусы (улар барыһы ла урыҫ мәктәптәрендә уҡыта): "Мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре ҡыҫҡартылһа, эшһеҙ ҡалабыҙ инде", - тип зарланып торҙо. Бына шул уҡытыусыларға яуап итеп яҙҙым был юлдарҙы. Ни өсөн улар үҙҙәренең хеҙмәткә хоҡуғын дауламай, ни өсөн башҡорт телен яҡламай?..

Шәрғиә ЯҠШЫДӘҮЛӘТОВА.
Белорет районы Инйәр ҡасабаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.09.17 | Ҡаралған: 942

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru