«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫРЫҒЫҢ КИЛМӘЙМЕ? БАШҠОРТ МИЛЛИ РИЗЫҠТАРЫ МЕНӘН ТУҠЛАН!
+  - 

Хәҙерге фәнни медицинаның тамырҙары күп быуатлыҡ халыҡ тәжрибәһенә барып тоташа. Ошо ғилем сығанағынан рәсми медицинаға нигеҙ һалыусы Гиппократ, Гален, Әбүғалисина (Ибн Сина) һ.б. белем эстәй. Минераль сығанаҡтар, батҡаҡ менән дауалау, термаль газдар һәм быу, ҡымыҙ, дарыу үләндәре урындағы халыҡ тарафынан быуаттар буйы ҡулланыла. Тәҡдим ителгән мәҡәләлә ошо хаҡта һүҙ алып барыласаҡ.

Башҡорт халыҡ медицинаһында - хайуандар

XIX быуат уртаһына тиклем башҡорттар малсылыҡ һәм һунарсылыҡ менән әүҙем шөғөлләнә. Шуға күрә халыҡ медицинаһында йорт һәм ҡырағай хайуандарҙың һөт продукттары, айырым ағзалары, туҡымалары, физиологик шыйыҡсалары киң ҡулланыла.
Ҡымыҙ элек-электән ябығыу, хәлһеҙләнеү, аҙ ҡанлылыҡ, үпкә сирҙәре, боғаҡ (зоб) ваҡытында һәм тынысландырыусы сара булараҡ файҙаланыла. Уның дауалау сифаттары тураһында XIX быуаттың беренсе яртыһында Д.П. Никольский былай тип яҙа: "... башҡорттарҙа ҡымыҙ ябыҡҡан, хәлһеҙләнгән организмды тиҙ арала көс йыйҙырыуҙа һәм сәләмәтлекте тергеҙеүҙә иң яҡшы сара булараҡ ҡулланыла". Рус яҙыусыһы, хәрби табип В.И. Далдең "Нечто о кумысе" (1843) тип аталған мәҡәләһе йәмғиәттә ҙур резонанс тыуҙыра. Ырымбурҙа хеҙмәт иткәнендә ул ҡымыҙ менән таныша һәм уға юғары баһа бирә.
Дауа булараҡ ҡымыҙҙы башҡорттар айырым эшләй - ул көс биреүсе һәм иҫерткес эсемлек кеүек һыу ҡушып түгел, ә тик һөттән генә бешелә. Яңы ғына һауылған һөттө күн һауытҡа йәки ағас тәпәнгә ҡойоп, уға һөт һәм спирт әсеһе барлыҡҡа килһен өсөн ҡымыҙ әсеткеһе өҫтәгәндәр. Ҡымыҙ бешеү процесында бейә һөтөн даими рәүештә оҙайлы ваҡыт бешкәк менән болғап тороу ҙур әһәмиәткә эйә. 2-3 сәғәттән ҡымыҙ әҙер булған.
Бөгөнгә ҡымыҙ ентекле өйрәнелгән - унда бик күп биологик әүҙем матдәләр, шул иҫәптән биостимуляторҙар, антибиотиктар, витаминдар (бигерәк тә С витамины) табылған. Ҡымыҙ менән дауалау - үпкә һәм бәүел-енес ағзалары туберкулезын, гастритты, нервылар системаһының айырым сирҙәрен, йыуан эсәктең һәм үт ҡыуығының дискинезияһын һ.б. дауалағанда билдәле һәм һөҙөмтәле ысул булараҡ ҡулланыла. Бер үк ваҡытта ул үҙенә дауалау сифаттарын да, диетик аҙыҡтың ҡиммәтле сифаттарын да туплаған.
Республика территорияһында ололар өсөн федераль әһәмиәттәге биш - Шафран, Чехов, Аксаков, Глуховская, Йоматау туберкулезға ҡаршы шифахана бар. Ҡоро һөттән ҡымыҙ эшләүҙең яңы, камиллаштырылған технологияһын индереү йыл әйләнәһенә был шифалы эсемлекте төрлө учреждениеларҙа, амбулатория шарттарында ололар һәм балалар өсөн дауалау-профилактика эсемлеге булараҡ ҡулланыу мөмкинлеген бирә.
Һуңғы тиҫтә йылдарҙа ҡымыҙҙы кәзә һөтөнән дә эшләйҙәр һәм был төрҙөң дә дауалау сифаттары юғары баһалана, сөнки кәзә һөтө составы буйынса әсә һөтөнә яҡын.
Ҡорот борон-борондан һалҡын алдырғанда тирләү, организмдан ҡайһы бер гельминттарҙы сығарыу, эс китеүен туҡтатыу, аппетитты көсәйтеү, күңел уйнауын баҫыу өсөн, шулай уҡ йылан саҡҡанда һәм ҡатын-ҡыҙ бала тапҡанда ҡулланыла. Шулай уҡ йөрәк ауыртыуын баҫа һәм күкрәктәге ауыр тойғоно еңеләйтә. Ҡорот һыуы (эркет) өҫтөнә ултырған үңәҙ яраларҙы һәм эренле шештәрҙе дауалағанда файҙаланылған.
Һары майҙы эс ҡатыуын йомшартыусы, гельминттарға ҡаршы сара булараҡ һәм һауа йыйылыуҙан эс ауыртҡанда ҡулланғандар. Сирле бер тында бер йәки ярты стакан иретелгән майҙы эсергә тейеш булған. Әлбиттә, бындай күләмдә ҡулланыу ҡайһы бер осраҡтарҙа (мәҫәлән, киҫкен аппендицит), йомшартыу тәьҫире һөҙөмтәһендә сәләмәтлекте насарайтыуға ла килтергән.
Һөт һалҡын алдырғанда, үҙәк көйгәндә, аҙыҡ-түлек менән ағыуланғанда яҡшы сара. Яңы ғына һауылған һөт үпкә туберкулезы һәм башҡа үпкә сирҙәрендә, аҙ ҡанлылыҡ ваҡытында, ябығырға кәрәккәндә һәм организмды дөйөм нығытыусы булараҡ ҡулланылған. Бала имеҙеүсе ҡатындарҙың һөтө менән күҙҙәр янғанда, конъюнктивит ваҡытында күҙҙе йыуып, сылатҡыстар эшләп дауалағандар.
Башҡорттарҙа шулай уҡ йылҡы, һарыҡ, ҡаҙҙың иретелгән эс майы менән дауалау билдәле. Уларҙы һалҡын алдырғанда ыуыныу, еңеләйтеүсе сара итеп файҙаланғандар. Шулай уҡ халыҡ медицинаһында бурһыҡ, айыу майы һәм ите (бигерәк тә туберкулездан дауаланғанда) ҡулланылған. Күгәрсен итен быума йүтәл (коклюш) ваҡытында ашатҡандар. Баш ауыртҡанда яңы ғына һуйылған тауыҡтың эс майын һалғандар.
Ваҡ хайуандарҙың тиреһе эмпирик хирургияла ҡулланылған. Конъюнктиваль ҡап һәм күҙ мөгөҙсәһенә (роговица) нимәлер инеп, уны алып булмаған осраҡта йылан тиреһенән (йылан ҡауы) бәләкәй генә ҡау алына, ентекләп йыуыла һәм күҙ ҡабағы эсенә ҡуйыла. Күпмелер ваҡыттан һуң ҡау һәм сит әйбер сыға.
Кеше төкөрөгөн эренле конъюнктивит ваҡытында зарарһыҙландырыусы сара булараҡ ҡулланалар. Ҡолаҡ тишкәндә лә епте төкөрөкләгәндәр, сөнки унда бактерицид матдә - лизоцим бар.
Медицинала боронғо дауалау ысулы булып һөлөк һалыу тора. Уларҙы ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген фәнни медицина күптән раҫлаған. Башҡорттарҙың халыҡ медицинаһында һөлөктө баш ауыртҡанда, баш әйләнгәндә, түлдән ҡалыу йәки гипертония сиренә бәйле баш шаулағанда (бигерәк тә оло йәштәгеләрҙә күҙәтелә) ҡуйғандар, шулай уҡ бил ауыртҡанда, ҡулдар һәм аяҡтар, теш һыҙлағанда һалғандар.
Башҡорт халыҡ медицинаһында урман ҡырмыҫҡалары ла ҡулланылған. Ҡулдар йәки аяҡтар һулҡылдап һыҙлағанда кешене ҡырмыҫҡа иләүенә ултыртып, 15-20 минут тотҡандар. Ҡырмыҫҡаларҙың үҙҙәрен ыуыныу өсөн файҙаланғандар. Һауыт төбөнә шәкәр һалып, уны ҡырмыҫҡа иләүенә ултырталар, һуңынан алып, бөжәктәр тулыһынса иреп бөткәнсе, йылы мейескә тығалар. Бындай дауа барлыҡ һулҡылдап һыҙлаған урындарға һөртөлгән. Шулай уҡ уны кеше иҫтән яҙғанда нашатыр спирты урынына ла файҙаланғандар.
Башҡорт балы элек-электән үҙенең дауалау сифаттары менән данлана. Йүкә урмандарының, төрлө сәскәгә бай яландарҙың һәм далаларҙың күплеге башҡорт балына айырым үҙенсәлек бирә. Бөрйән районының ҡуйы урмандарында әлегә тиклем солоҡсолоҡ һаҡлана. Дауалауҙа башҡорт балын ҡулланыу хәҙер инде тәбиғигә әүерелеп, апитерапия ысулдары киңерәк тарала бара.
Башҡорт халыҡ медицинаһында бал тирләтеүсе сара булараҡ файҙаланыла - уның менән тәнде ыуалар, күкрәккә компресс эшләйҙәр. Һимереү менән яфалағанда иртән ас ҡарынға ярты стакан ҡайнатып һыуытылған һыуға бер ҡалаҡ бал болғап эсергә һәм ике сәғәт дауамында ашамаҫҡа кәрәк. Кискеһен шулай уҡ йоҡларҙан ике сәғәт алда ас ҡарынға 1 ҡалаҡ иретелгән бал ашарға. Бындай дауа бер нисә көн дауам итә.

Башҡорттарҙа көнкүреш физиотерапияһы

Башҡорттарҙың халыҡ медицинаһында тәбиғәт-климат факторҙары менән дауалау ҙа күптәнән билдәле. Республика төрлө тәбиғи дауалау сығанаҡтарына ла бик бай. Уларҙың күптәре (Асҡын, Асы минераль һыуҙары, Асылыкүл, Мулдаҡ күлдәре, билдәле Янғантау тауы һ.б.) край халҡына билдәле була һәм фәнни медицина килеп ингәнсе уларҙы дауалау маҡсатында файҙаланғандар.
Үҫемлектәр, минераль матдәләр, хайуандар ҡулланылған көнкүреш физиотерапияһы (йыуындырыу, ванна, йылытыу, аппликациялар, төрөү һ.б.) процедуралары менән тын юлдарының, терәк-хәрәкәт һәм мускул аппараттарының, биҙгәк торошоноң һ.б. ағзаларҙың төрлө сирҙәрен дауалағандар. Бындай физиотерапияның һөҙөмтәлелек барометры булып тирләү торған (тир менән сир сыға). Дауалау процедуралары йөрәк күпме күтәрә, шунса дауам иткән. Йөрәк, үпкә сирлеләрҙең ҡайһы бер категорияһы өсөн бындай көсөргәнеш зыянлы ла булған.
Экзема, ҡысытма, пиодермия, бәшмәк ауырыуҙары ваҡытында тоҙло күлдәрҙә һыу инеү файҙалы тип һаналған. Уларҙағы ләм аппликация формаһында һөйәк-быуын аппараты, мускулдар ауырыуҙарын дауалауҙа ҡулланылған. Бигерәк тә Әбйәлил районының Мулдаҡ күле бик популяр булған. Әлеге ваҡытта күлдең батҡағы нигеҙендә "Яҡтыкүл" шифаханаһы эшләй, Магнитогорск ҡалаһының дауалау учреждениеларында терапия үткәрелә. Красноусольск курортында батҡаҡ, минераль ванналар менән дауалайҙар.
Янғантауҙың быуын һөйәк, быуындар, мускулдар ауырыуҙарынан файҙаланалар. Тау итәгендә сирле баҫып торорлоҡ соҡор ҡаҙып, кешене шунда баҫтырғандар һәм ул тауҙан сыҡҡан йылы быу тәьҫирендә торған. Беҙҙең заманда Янғантауҙың дауалау сифаттары Г.Н. Тереғоловтың (1955) күп йыллыҡ күҙәтеүҙәре менән раҫланған. Бөгөн Янғантау шифаханаһы республиканан ситтә лә киң билдәле. Йылы ҡояшлы көндәрҙә, ғәҙәттә, майҙың икенсе яртыһында, июндә йылға һәм күл буйҙарында физиотерапия үҫемлектәр боҫламаһынан ғибәрәт була. Был осорҙа үҫемлектәрҙә дауалау сифаттары көслө. Боҫлама өсөн үләндәр, ағас, ҡыуаҡ япраҡтары ҡулланыла. Бигерәк тә уҫаҡ япрағы юғары баһалана, нығыраҡ һөҙөмтә алыу өсөн уға мәтрүшкә, кейәү үләне (чабрец), артыш ҡушалар. Ерҙә соҡор ҡаҙып, уның төбөндә усаҡ яғалар. Һуңынан соҡорҙо күмерҙән һәм көлдән таҙартып, йылынған ергә үҫемлектәрҙе һалып, сирлене шунда күмәләр. Боҫламаны шулай уҡ мунсала ла эшләйҙәр. Бының өсөн үҫемлектәрҙе ҡайнар һыу менән бешекләп, уны янғансы ҡапсыҡта тоталар.
Үҫемлектәр нигеҙендә мискәләрҙә ванналар эшләйҙәр. Физиотерапияның киң таралған төрө булып ауырыуҙы ҡыҙған ҡомға күмеү тора. Бик һирәк осраҡтарҙа боҫламаны, ваннаны кипкән үләндәр ҡулланып, ҡышын да эшләгәндәр. Баш ауыртҡанда, теш һыҙлағанда, фурункул сыҡҡанда һ.б. физиотерапия ошо урынға ғына эшләнә. Ағас көлөн, ҡомдо, ҡыҙыл балсыҡты, тоҙҙо, көрпәне, орлоҡто йылытып, тығыҙ туҡыманан тегелгән тоҡҡа һалып, ауыртҡан урынға ҡуялар. Башҡорттарҙың халыҡ медицинаһында мәмерйә һауаһын, атап әйткәндә, Шүлгәнташ мәмерйәһен, файҙаланғандар. Тын ҡыҫылғанда, хроник тымау ваҡытында сирле көн һайын 1-2 сәғәт мәмерйәлә булған.
Халыҡ медицинаһында эс төшкәндә, эс ҡатыу, метеоризм, йөрәк ҡағыу һәм ныҡ ҡурҡҡандан һуң йөрәк тапҡырында ауыртыуҙар булғанда, мускулдар, быуындар ауыртҡанда һ.б. һылау (массаж) киң таралған. Быуын тайғанда, репозиция (һынған һөйәктәрҙе тура килтереп урынына ҡуйыу һәм беркетеү буйынса ярҙам), ҡатын-ҡыҙ бала тапҡанда кендек әбейе ярҙам иткәндә дауалау һылауы мотлаҡ компонент булып һаналған. Һылау менән бер үк ваҡытта йылытыу процедураһы йәки мал майы менән ыуыу (һабынлау) башҡарылған. Эс төшкәндә уны мунсала һыларға тырышҡандар. Эстең йылытылған һәм боҫланған өлөшө аҫтан өҫкә табан һыланған һәм бер нисә көнгә бәйләп ҡуйылған, бер нисә ай дауамында ауыр эш тыйылған. Шулай уҡ һылау ваҡытында өшкөрөү ҙә мотлаҡ атрибут булған. Бөгөнгө механик терапияның сығышы боронғо "кернә тартыу" кеүек дауалау ысулына барып тоташалыр, моғайын. Дауалаусы, башы ауыртҡан кешенең ауыртыу көслө булған урындағы сәсен теше менән тешләп, бер нисә тапҡыр тартҡан. Көслө баш ауыртыуы "тиренең һөйәктәргә йәбешеүе"нән барлыҡҡа килә, тип уйлағандар. Ә инде уны "азат иткәс", баш ауыртыуы туҡтарға тейеш булған.

Дөрөҫ туҡланыу - сәләмәтлек нигеҙе

Ризыҡ әҙерләү өсөн башҡорттар ғәҙәттә шишмә һыуын ҡулланған. Улар ҡаты һыуҙағы тоҙҙар ашҡаҙандың лайлалы тышсаһына ултырып, төрлө ауырыуҙар тыуыуға сәбәп була, тип уйлаған. Шулай уҡ йылға һыуы ла файҙаланылған, әммә уны иртә таңдан алғандар. Ағын һыу үҙен-үҙе таҙарта, тигәндәр. Ҡышҡыһын ҡар иреткәндәр.
Халыҡтың күпселеге баҡсасылыҡ менән шөғөлләнмәгән. Йәшелсәләрҙе рус һәм украин ауылдарынан һатып алғандар. Йәйгеһен ашарға яраҡлы ҡырағай үҫемлектәр - балтырған, йыуа, ҡымыҙлыҡ, ҡа-ҡы, ҡуҙғалаҡ һ.б. күпләп ҡулланыла. Улар, нигеҙҙә, сей килеш ашала. Урманда үҫеүсе ҡырағай еләктәр: ҡайын еләге, ҡыҙыл көртмәле, ҡурай еләге, ҡарағат, сейә, муйыл, көртмәле һ.б., яҙғыһын ҡайын һыуы ҡулланыла. Тәбиғәт байлыҡтарын ҡулланыу организмдың витаминдарға, ферменттарға, микроэлементтарға, башҡа биологик әүҙем матдәләргә ихтыяжын тулыландырырға ярҙам итә.
Көҙгө-ҡышҡы осорҙағы гиповитаминоз торошонан ниндәйҙер кимәлдә ит-һөт ризыҡтары һәм консерваланған үҫемлек ризыҡтары һаҡлай. Бәлки, шуға күрәлер ҙә, XIX быуаттың 70-80-се йылдарына тиклем крайҙың аҫаба халҡы араһында зәңге ауырыуы күҙәтелмәй.
Шулай уҡ башҡорттар ҡайнамаған һыуҙың организм өсөн кире йоғонтоһон белгән һәм һыуһын ҡандырыу өсөн сәй эсеүҙе хуп күргән. Уны әҙләп һәм йыш эскәндәр. 1899 йылда Д.П. Никольский бер ултырғанда 30-40 стакан сәй эскән осраҡтарҙы күҙәткән. Әлбиттә, сәй менән бындай артыҡ мауығыу йөрәк-ҡан тамырҙары һәм нервылар системаһына артыҡ көсөргәнеш биргән, ҡан шыйыҡланған, сәләмәтлеккә зыян килгән. Һөт ризыҡтарынан ҡатыҡ, айран, ҡымыҙ эскәндәр. Иҫерткес эсемлектәрҙән - һары бал (бал балы), буҙа, ҡымыҙ.
Башҡорт аш-һыуының ассортименты ҙур булһа ла, көндәлек тормошта бер төрлөлөк күҙәтелгән. Байҙар көн һайын итле ризыҡ (бишбармаҡ, ҡуллама) ашаһа, күпселек халыҡ ҡатыҡ йәки ҡорот һалынған өйрә, ярма аштары, бутҡа, сәй менән мөрхәтһенгән. Ит аштарын һирәк күргәндәр, аслыҡ йылдарында төрлө ҡырағай үләнде ризыҡ итеп файҙаланғандар.
Иттән йылҡы, һарыҡ, йорт ҡошо итенә өҫтөнлөк бирелгән. Йылҡы итен ашаһаң, бигерәк тә майлыһын, кешелә һыуыҡҡа тотороҡлолоҡ барлыҡҡа ки-лә, тип иҫәпләгәндәр. Хәҙерге ғилми тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, йылҡы ите, башҡа иттәр менән сағыштырғанда, май-кислота составының баланста булыуы менән айырыла. Унда байытылмаған май кислоталары төркөмө (полиненасыщенные жирные кислоты) бар, шуға күрә йылҡы майы еңел үҙләштерелә, йылы һәм энергияны күберәк бүлеп сығара, тимәк, кеше бик өшөмәй.
Малсылыҡ менән шөғөлләнеү башҡорттарҙа тиҙ боҙолоусан ризыҡтарҙы консервалауҙың билдәле формаларын тыуҙыра. Киң таралған ысул - ҡаҡлау. Ит киҫәктәренә еңелсә тоҙ һибеп, уны ҡоро, елләй торған урынға элгәндәр. Иретелмәгән эс майын да шулай консервалағандар. Ҡаҙы эшләү ҙә киң таралған. Эсәктәргә тоҙ һөртөлгән йылҡы майы һәм итен тултырып, шулай уҡ ҡаҡлағандар. Ҡаҡланған ҡаҙы оҙаҡ һаҡлана.
Башҡорттар бер ваҡытта ла ризыҡҡа талаҡ, лимфа биҙҙәрен ҡулланмаған. Был ағзалар - барьер функцияһын үтәп, организмға эләккән сирҙәрҙе, сит есемдәрҙе туплап тороусы урын. Шулай уҡ ҡош-ҡорттоң ҡаны, елеге, мейеһе ризыҡ итеп ҡулланылмаған. Ҡаны ағыҙылмаған хайуандың ите харам иҫәпләнгән, Ислам йоғонтоһонда сусҡа итен ашау тыйылған.
Һөттө ҡайнатып, бер нисә көн дауамында һаҡлағандар йәки ҡатыҡ, һөҙмә иткәндәр. Ҡышҡыһын - туңдырғандар. Аҡ майҙы тиҙ арала ҡулланырға булғанда бер аҙ тоҙлағандар, ә инде оҙаҡ һаҡлау өсөн һары май итеп иреткәндәр. Эремсектән әжекәй (ҡыҙыл эремсек) эшләп, уны киптереп, бер нисә ай һаҡларға мөмкин булған.
Ҡорот шулай эшләнә: айыртылған һөттө ҡайнатып, ҙур ағас тәпәнгә йыйып, ҡатыҡ итеп әсетелә. Һуңынан ҡайнатылып, һыуы һарҡытыла, эремсек кеүек масса һығып алына һәм паста рәүешле масса килеп сыға (йәш ҡорот). Уны оҙағыраҡ һаҡлау өсөн бер аҙ тоҙлап, 7-10 сантиметр диаметрында шарҙар әүәләп, күләгәле урында киптерәләр, ҡайһы бер осраҡта ыҫлайҙар. Кипкән ҡоротто бик оҙаҡ һаҡларға була. Кәрәк ваҡытта уны бысаҡ менән ҡырып, ҡайнар һыуға болғап ҡулланалар. Аҡ май ҡушып ебәргәндә, ул майлы һурпа тәмен бирә. Хатта ике йыл һаҡланған ҡоротта ла С витамины бар. Айырым махсус һауыт талап ителмәгән оҙаҡ һаҡлау мөмкинлеге, ризыҡ булараҡ тулы ҡиммәтлелеге, дауалау сифаттары ҡоротто оҙайлы сәфәр һәм экспедициялар ваҡытында алыштырғыһыҙ итә.
Башҡорттар ҡырағай үҫемлектәрҙе консервалап һаҡлаған. Ер еләгенән, ҡарағаттан, баландан, ҡайын еләгенән ҡаҡ ҡойғандар. Бының өсөн еләктәрҙе бутҡа кеүек итеп төйөп, май һөртөлгән таҡтаға йәйгәндәр. Кипкәндән һуң ҡаҡты торба рәүешендә төргәндәр. Ул оҙаҡ һаҡлана, витаминдарға бай. Ҡайһы бер еләктәрҙе (ҡыҙыл көртмәле, сейә, көртмәле, бөрлөгән һ.б.) һары майға болғап һаҡлағандар. Муйылды, сейәне һ.б. еләктәрҙе киптергәндәр.

Башҡорттарҙың көнкүреш гигиенаһы


Ашар алдынан ҡул йыуыу мотлаҡ. Ризыҡты оҙаҡ сәйнәргә ҡушыла, күп ашамаҫҡа һәм ашыҡмаҫҡа, төнгә ҡарай ашамаҫҡа. Артыҡ күп ашау, бирәнлек, шапшаҡлыҡ, насар тип һаналған, кешенең сире күбәйһә, сәбәбен уның туҡланыуы боҙолоуына бәйләгәндәр.
Аш-һыу әҙерләнгән бүлмә таҙа булырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙ ризыҡ әҙерләгәндә алъяпҡыс бәйләп, башына яулыҡ ябынған. Аҙыҡ-түлеккә сәс төшөүе ғәйепләнгән. Күрем ваҡытында ҡатын-ҡыҙға ризыҡ әҙерләү рөхсәт ителмәгән. Мәйет сыҡҡан өйҙә ике көн ашарға әҙерләү тыйылған. Аҙыҡ-түлек, әҙер ризыҡ һәр ваҡыт ябыҡ килеш һаҡланған. Һауыт-һаба ла "шайтан яламаһын" өсөн ябыҡ урында йәки түңкәрелгән килеш тотолған. Хөрәфәт артында ҙур аҡыл йәшеренгән: ризыҡ, һауыт-һаба туҙан, микроб инеүҙән, кимереүселәрҙән, эт-бесәйҙән һаҡланған.
Айырым ризыҡтар, мә-ҫәлән, бишбармаҡ, бауырһаҡты ҡул менән тотоп ашайҙар. Революцияға тиклем ҡайһы бер авторҙар был күренеште гигиенаға ҡаршы тип һүрәтләргә тырышһа ла, ҡулды ентекләп йыуғанда бындай ысулдың зарары юҡ. Ир-ат гигиенаһы: сөннәт, 5 тапҡыр тәһәрәт алыу, тәүлегенә 5 намаҙ.
Ҡатын-ҡыҙ гигиенаһы: ауырлы ҡатын-ҡыҙҙы физик һәм психик көсөргәнештән һаҡлағандар; ит һәм һөт аштары ашатҡандар; баланы кендек әбейҙәре ҡабул иткән, сабый тыуғандан һуң 2-3 сәғәт үткәс, имеҙгәндәр, 40 көн үтмәйенсә баланы кешегә күрһәтмәгәндәр.

Шулай итеп...
Башҡорттарҙың дауалау саралары һәм ысулдарында бик күп ыңғай мәлдәр бар, улар бөгөн дә ҡулланыла. Йылҡы итен ҡулланыуҙың кешенең һыуыҡҡа тотороҡлолоғо, ҡороттоң оҙайлы һаҡлау һәм ҡулланыу өсөн уңайлы ризыҡ булыуы һ.б. һаман да ныҡлы ғилми тикшереү талап итә.

Азамат РӘХИМҠОЛОВ,
медицина фәндәре кандидаты, БДМУ доценты.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.09.17 | Ҡаралған: 1086

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru