«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИР УҠЫТЫУСЫЛАРҘЫ ДИНОЗАВРҘАРҒА ТИҢЛӘМӘЙЕКСЕ ӘЛЕ
+  - 

Гәзиттең үткән 36-сы һанында "Әйт, тиһәгеҙ…" рубрикаһында баҫылған һөйләшеүҙе дауам итәйек әле. Бөгөн "уҡытыусы" һүҙен ишетһәң, күҙ алдында иң элек ҡатын-ҡыҙ образы пәйҙә була. Ә беренсе уҡытыусының ир-ат затынан булыу мөмкинлеге хатта уйға ла килмәй. Ысынлап та, беҙҙең мәктәптәребеҙҙә әле лә эшләп йөрөгән ир уҡытыусыларҙы динозаврҙарға ғына тиңләп булалыр. Мин бына ошо хәл менән бер нисек тә килешмәйем.

Ҡатын-ҡыҙ затына һис бер һүҙ юҡ: улар үҙ иңдәренә уҡытыу һәм тәрбиә эше тип аталған шәхес үҫтереү һөнәрен йөкмәгән дә, арымай-талмай эшләй генә бирә. Пенсияға сыҡҡас та ташламай әле ҡатын-ҡыҙ яратҡан шөғөлөн, һаулығы һәм дәрте етһә, мәктәп менән бәйләнешен өҙмәҫкә тырыша. Тәү ҡарамаҡҡа, мәктәптәрҙәге хәҙерге "ҡатын-ҡыҙ монополияһы" әллә ниндәй һорауҙар уятмаһа ла, ошо бер яҡлылыҡты шәхес тәрбиәләү өлкәһе өсөн өлгөлө, тип баһалап булмай. Ә бит бынан бары бер быуатҡа кире ҡайтһаҡ, мәҙрәсәләрҙә, мәктәптәрҙә тик ир-ат ҡына мөғәллимлек иткәне иҫкә төшә. Рәсәйҙә мәктәп эшен яңыса ойоштороу өсөн хирург Пирогов, ғалим-педагог Ушинский кеүек зыялы заттар йәмәғәтселеккә мөрәжәғәт итә, хеҙмәттәр яҙа. Башҡорт ишаны Зәйнулла Рәсүлев һәм уның мөриттәре яңыса уҡытыу өсөн консерватор муллалар менән аяуһыҙ бәрелешкә инә, ә Мифтахетдин Аҡмулла үҙенең мөғәллимлеге менән бер рәттән, шиғриәт аша мәғрифәтселек нурҙарын тарата. Щацкий, Макаренко, Сухомлинский, Амонашвили кеүек күренекле шәхестәр педагогика ғилеме һәм ғәмәлиәтенең яңы офоҡтарын асһа, Шаталов, Волков, Ильин, Хазанкин һәм башҡа байтаҡ уҡытыусы-новаторҙарҙың ижади эш системалары бөтә педагогик йәмәғәтселек тарафынан юғары баһаланды. Үрҙә әйтелгәндәр тап ир-аттың педагогик потенциалы бик юғары булыуын раҫлап тора.
Мин ир-егеттәре булмаған педагогик коллективтарҙы тулы булмаған, йәғни атайһыҙ ғаилә менән сағыштырыуҙы урынлы, тип табам. Ни өсөн? Ғаиләлә атай абруйы тигән төшөнсә бар, һәм ул балалар өсөн бик йоғонтоло факторҙарҙың береһе. Иғтибар итһәгеҙ, малайҙар өсөн бәләкәйҙән үк атайға оҡшарға тырышыу, уның һымаҡ һөйләшеү, ул ҡушҡанды теүәл үтәй барыу хас. Психология теле менән әйткәндә, малайҙар өсөн үҙҙәрен идентификациялай (сағыштыра, тиңләй) ала торған шәхес булыу фарыз, ғаиләлә был ролде тап атай кеше үтәй ҙә инде.
Уҡытыусы ҡатын-ҡыҙ, нисек кенә яҡшы уҡытмаһын, малайҙар өсөн өлгө була алмай. Ә үҫмерлек осоронда шәхси өлгөнән дә йоғонтолораҡ башҡа бер тәрбиә ысулын табыуы ауыр. Йәнә, ир-егеттәргә генә хас булған сифаттарҙы тик ир кеше генә тәрбиәләй аласаҡ, бының өсөн уларҙың тәбиғи мөмкинлектәре бар. Мин, мәҫәлән, ир-егет булараҡ, шәхсән үҙем белгән-өйрәнгәндәрем өсөн уҡытыусым Булат Хужинға рәхмәтлемен. Балта-бысҡы менән тотоноуҙан башлап, электр тогы селтәрен нисек дөрөҫ һәм хәүефһеҙ үткәрә белеүгә тиклем ул беҙҙе ҡулыбыҙҙан тотоп тигәндәй өйрәтә белде. Ә мәктәптә фото түңәрәге менән етәкселек иткәндә беҙ уның һәр бер һүҙен йотлоғоп тыңлар һәм һәр хәрәкәтен отоп алырға тырышыр инек. Беҙҙе мылтыҡтан сәпкә атырға өйрәткән башҡа кеше булманы. Малайҙар араһында уның абруйы ҙур ине: ҡыш беҙҙең менән шайба, яҙҙарын ағас шар һуғыу һымаҡ командалап уйнай торған уйындарҙа ихлас ҡатнашҡанын күп йәштәштәрем онотмағандыр әле.
Хәҙерге заман мәктәптәрендә уҡытыу-тәрбиә эшен гөрләтеп алып барыр өсөн бөтәһе лә етерлек, тип әйтер инек тә, бер әтнәкәһе бар. Эш яҡшы йыһазландырылған кабинеттарҙа йәки компьютерҙарҙа ғына түгел. Минеңсә, мәктәп мөхитендә ир-ат шәхесен бер нәмә менән дә алыштырып булмаясаҡ. Ни өсөн мәктәптәребеҙҙә йылдан-йыл ир-егеттәр аҙая бара һуң? Сәбәбе бер: йәмғиәттә уҡытыусы һөнәренең статусы ныҡ түбәнәйҙе. Бер яҡтан, уҡытыусының эш хаҡы сағыштырмаса түбән булыуы кәртә булһа, башлыса ҡатын-ҡыҙҙар уҡытҡан мәктәптәрҙә тәрбиә алған быуын уҡытыусылыҡты ҡатын-ҡыҙҙарға хас һәм уларға ғына яраҡлы өлкә рәүешендә ҡабул итә башлай. Һөҙөмтәлә педагогик уҡыу йорттарында бик аҙ ғына ир-егеттәр уҡый, унда уҡып сыҡҡан хәлдә лә, уларҙың мотлаҡ мәктәптә эшләү теләге юғала бара.
Әле әйтелгәндәргә өҫтәп, тағы ла бер фәһем алырлыҡ мәғлүмәтте иҫкә алмайынса булмаҫ. Һуңғы йылдарҙа донъя психологияһында йәмғиәтебеҙҙә "феминизация" (ҡатынлашыу) күренешенең көсәйеүе тураһында фекер алышыу бара. Һүҙ ир-ат шәхесендә тик ҡатын-ҡыҙға хас булған сифаттар барлыҡҡа килеп, ирҙәр холҡона ҡараған саялыҡ, ҡыйыулыҡ, лидерлыҡ кеүек сифаттарҙың юғала барыуы тураһында бара. Ни эшләп шулай булмаһын инде: тыуғандан башлап һуңғы көнөбөҙгә тиклем йәшәйешебеҙ дилбегәһе ҡатын-ҡыҙ ҡулында бит, һәм беҙ, ирҙәр, шуға риза булып, күнегеп бөткәнбеҙ.
Шулай булһа ла, ир-атһыҙ мәктәпте мин ярты етем итеп ҡарайым, сөнки ул - тормошобоҙҙоң бер өлөшө, һәм уның ҡапма-ҡаршылыҡлы бөтөнлөгө һәм тулылығы мәктәптә лә сағылыш тапһын ине. Шуның өсөн йәш ир-егеттәребеҙҙе ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған мөғәллимлек юлына баҫырға саҡырам. Оптимист ҡарашлы кеше булараҡ, дәүләтебеҙ ҡасан да булһа бер иң юғары йәмғиәт ҡиммәттәренең береһе булған педагог эшмәкәрлегенә тейешле матди һәм әхлаҡи баһа бирә башлаясаҡ, тип ышанам.

Вәли ИҘРИСОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.09.17 | Ҡаралған: 912

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru