«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘҮГЕ ТАЛАП ТУҒАН ТЕЛДӘ АРАЛАШЫУҒА ЮЛ АСЫУ БУЛҒАН
+  - 

Тел - кешелектең, барса халыҡтың ҡиммәтле ҡомартҡыһы ла, халыҡ мәҙәниәтенең меңйыллыҡ тәжрибә һандығы ла. Тел тураһында хәстәрлек, уны һаҡлау һәм үҫтереү - был теге йәки был этник төркөмдөң милли үҙаңын билдәләүсе үҙенсәлекле лакмус ҡағыҙы. Әйтелгәндәрҙе дәлилләү өсөн Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт берекмәләренең Үҙәк дәүләт архивында һаҡланған бер нисә документ килтерәм.

1917 йылдың 1 мартында Өфөгә Петроградтағы революцияла еңеү тураһында хәбәр килә. 2 мартта Өфөләге бөтә йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренән торған ҡала думаһы ултырышында уларҙың Йәмәғәт ойошмалары комитеты булдырыла. Уға адвокат, Өфө меньшевиктары лидеры И. А. Әхтәмов, губерна дворяндарының күренекле йәмәғәт эшмәкәре А. И. Верниковский етәкселек итә. Уның артынса йәмәғәт ойошмаларының өйәҙ, улыс комитеттары барлыҡҡа килә. Үҙәк архивта ошо Йәмәғәт ойошмалары губерна комитетының Халыҡ ихтыярының Бәләбәй өйәҙ комитетына мөнәсәбәт документы һаҡланған. Документта шулай тиелә: "Халыҡ ихтыярының Бәләбәй өйәҙ комитетына Бәләбәй өйәҙ биләмәһендәге мосолмандарға үҙ туған телендә аралашырға рөхсәт итеү тураһында мөнәсәбәт. Май, 1917 йыл.
Йәмәғәт ойошмаларының губерна комитеты 30 майҙа Халыҡ ихтыяры комитетының 26 майҙағы 1316 һанлы мөрәжәғәтен тыңлап, шундай ҡарар сығарҙы: Ваҡытлы Хөкүмәт алдында Бәләбәй өйәҙе биләмәһендәге мосолмандарға бөтә учреждениелар менән дөйөм дәүләт мәсьәләләренән башҡа мәсьәләләрҙә туған телдә яҙып аралашырға рөхсәт итергә, тигән ходатайствоны хупларға. Комитет президиумы рәйесе, Президиум сәркәтибе".
Икенсе документ иһә эске эштәр министрының Бәләбәй өйәҙе биләмәһендәге мосолмандарға туған телендә аралашырға рөхсәт биреү тураһында. Май, 1917 йыл.
"Эске эштәр министры әфәндегә (ул осорҙа был вазифаны кенәз Львов биләгән). 2 май 1917 йыл. N1239.
Бәләбәй өйәҙендә мосолмандар 67 процент тәшкил итә, улар рус телен белмәгәнлектән, төрлө үтенес, ғаризалар яҙыу өсөн рус телен белеүселәргә мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Һуңғылары үҙҙәре белеп еткермәүҙәнме, әллә насар ниәт менәнме, мосолмандарҙың ышанысы менән файҙалана. Шул арҡала төрлө аңлашылмаусанлыҡтар, ҡайһы берҙә рустарға ҡарата дошманлыҡ хисе лә уяна.
Ошоға бәйле, 1917 йылдың 27 апреленән 2 майына тиклем Бәләбәй ҡалаһында үткән улыс комитеттары вәкилдәре съезы ҡарар сығарҙы: Бәләбәй өйәҙе биләмәһендә мосолмандарға бөтә учреждениелар менән дә туған телдә яҙып аралашырға рөхсәт бирергә, бындай рөхсәт тураһында Ваҡытлы Хөкүмәткә ходатайство еткерергә.
Был ҡарарҙы тыңлағас, губерна комитеты мосолмандарға дөйөм дәүләт мәсьәләләре буйынса түгел, милли мәсьәләләрҙә бөтә учреждениелар менән дә туған телдә яҙып аралашыу рөхсәте тураһында ҡарар сығарҙы.
Был хаҡта, Министр әфәнде, Һеҙгә йәмәғәт ойошмалары мөрәжәғәт итә һәм губерна комитеты киләсәктә комитетҡа ла хәбәр итеүегеҙҙе һорай. Съезд протоколының бер данаһы ҡушып һалына. Президиум рәйесе. Президиум секретары өсөн". Шулай итеп, провинция йәмәғәтселеге яңы хөкүмәттең программа тексын алғандан һуң уҡ туған телдә һөйләү хоҡуғы хаҡында белдерә. Ә ул программала түбәндәгеләр вәғәҙә ителә: сәйәси хөкөм ителгәндәр, хатта террорсылар һәм ҡораллы хәрәкәттә ҡатнашыусыларға амнистия иғлан итеү, һүҙ һәм матбуғат, партия берекмәләре, йыйылыштар һәм забастовкалар азатлығы, бөтә ҡатлам, милли һәм дини сикләүҙәрҙе юҡ итеү, етәкселек итеү формаһын билдәләү өсөн әҙерләнгән ойошма йыйылышын кисекмәҫтән йыйыу, милли, ауыл хужалығы һәм башҡа демократик революция мәсьәләләре. Бөтә ошо мәсьәләләрҙең ғәмәлгә ашырылыуы алдынан аҫаба халыҡ үҙ туған телендә һөйләшергә ынтылышын белдерә. Ошолар хаҡында һөйләй 100 йыл элекке документтар.

Рәмзиә БИКӘНӘСОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.09.17 | Ҡаралған: 930

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru