«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТ - МИНЕҢ ӨСӨН МАЛ ТҮГЕЛ, УЛ ДУҪ, ҒАИЛӘ АҒЗАҺЫ, КОЛЛЕГА
+  - 

Төрки халыҡтарҙың барыһында ла тигәндәй ат культы бар. Был хайуан образ кимәленә күтәрелеп, уларҙың ауыҙ-тел ижадын, риүәйәттәрен, мифологик ҡомартҡыларын, тарихтарын биҙәп килә. Йылҡының тәү килеп сығышын һәр халыҡ үҙенсә дәлилләй. Мәҫәлән, беҙҙең тәүге йылҡылар Йылҡысыҡҡан күленән күтәрелә. Уларҙы ҡанатлы толпар Аҡбуҙат эйәртеп алып сыға. Төркмәндәрҙә тәүге ат шулай уҡ ҡанатлы була һәм ул диңгеҙҙән сыға. Ғәрәптәрҙә тәүге атты Аллаһы Тәғәлә донъяға ярата ла: "Һинең менән был донъяла бер хайуан да сағыша алмаясаҡ, сөнки был ерҙең бар байлыҡтары һинең ике күҙ араңда ятасаҡ. Ҡайҙа ла бәхетле булырһың, ҡайҙа ла һине яратырҙар, сөнки һиндә был донъя хужаһының һөйөүе ята", - тип әйтә, имеш.
Ҡасандыр ир-егеттең, ир-егеттең генә түгел, һәр башҡорттоң ғаилә ағзаһылай булған йылҡы малы бер арауыҡ йылдар артыҡ ныҡ кәметелеп, хатта күҙ алдынан юғалып торғандай булды. Ярай әле, бәхеткә күрә, һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың үҙ асылына йөҙ бороуы уңайынанмы, ауылдарҙа йылҡы һаны артты. Бөгөн инде фермерлыҡ әүҙемләшеп, өйөр-өйөр йылҡы үрсеткән, тиҫтәләп мал тотоп, ҡымыҙ менән сауҙа иткәндәр пәйҙә булды. Эйе, беҙ әле был малды ҡабаттан өйрәнеп, уға ҡабаттан яҡынайырға, ышанысын яуларға тырышып ятабыҙ. Тик һаман да уға бары тик мал итеп кенә ҡарайбыҙ. Ә бит, асылда, ат башҡорт өсөн мал ғына булмаған. Ат менән кеше араһындағы бәйләнеш күпкә тәрәнерәк, көслөрәк һәм мөғжизәлерәк булған. Һәм тап бына ошо ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап табыу өсөн беҙ һөйләшеүгә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, тәүге башҡорт циркындағы джигитовкаға нигеҙ һалыусы Миҙхәт Сәйфулла улы СОЛТАНГӘРӘЕВты саҡырҙыҡ.


Миҙхәт ағай, цирк беҙҙең өсөн бөтөнләй ят өлкә, шунлыҡтан, һеҙҙең унда нисек барып юлығыуығыҙ ҡыҙыҡһындыра. Икенсенән, һеҙҙең ғаилә оҙаҡ йылдар циркта эшләгән берҙән-бер башҡорт ғаиләһе. Нисек башланды был тарих, унда барып атҡа бәйләнеүегеҙгә нимәләр сәбәпсе булды?

- Мин Йылайыр районының Яманһаҙ ауылында тыуып үҫтем. Ауыл балаһы булараҡ, ат минең өсөн ғәҙәти күренеш булды. Тиҫтерҙәр менән бергә ҡолон һайлап, йүгән тота белеп, ат менән мөғәмәләне аңлап үҫтек.
Дүртенсе класҡа Өфө ҡалаһының 1-се республика мәктәп-интернатына уҡырға алып килделәр. Мәктәпте тамамлағас, армияға киттем. Армиянан ҡайтып төшһәм, Өфө цирк бинаһында башҡорт студияһы асылған һәм унда аттар менән эшләүсе егеттәрҙе йыялар, тип ишеттем дә, шунда киттем. Мәктәптә уҡыған саҡта Дамир Сафиуллин тигән иптәшем һәм мин спорт гимнастикаһы менән шөғөлләнә инек, ул да шунда икән. Мине ат өҫтөндә йөрөтөп, тикшереп ҡаранылар ҙа, ҡабул иттеләр. Шулай итеп, циркта тороп ҡалдым һәм 33 йыл ат өҫтөндә классик джигитовка күнекмәләре башҡарҙым. Был тамаша менән Советтар Союзы буйлап, унан Рәсәй төбәктәрендә, сит илдәрҙә сығыштар яһаныҡ, бар ерҙә лә яратып ҡабул иттеләр, сөнки бер тамашасы ла аттар менән сығыштарҙы битараф ҡына ултырып ҡарай алмай.
Ҡатыным Римма циркта акробат ине башта. Өс ҡыҙҙың "Бал ҡорттары" тигән билдәле номеры ла бар ине. Яйлап улар был номерҙы ат өҫтөнә күсерҙе һәм джигитовканы тулыландырып, төрлөләндереп ебәрҙеләр. Өс атты йәнәш саптырып, шулар өҫтөндә өс ҡыҙ пирамидалар яһай ине - хәтерләүселәр барҙыр әле.
Унан улыбыҙ Илдар үҫеп етте. Ул бала саҡтан беҙгә эйәреп йөрөп, ат өҫтөндә буй еткерҙе. Ун дүрт йәшенән минең менән йәнәш ҡатмарлы трюктар яһаны. Ул арала әсәһе лә тик джигитовкаға күсте. 1987 йылдан беҙ шулай өсәүләшеп сығыш яһай башланыҡ.

Һеҙ атты эшкә еккән йәки мал итеп кенә тотонған кеше түгел бит инде, һеҙ уның менән бергә эшләйһегеҙ, бергә сәйәхәт итәһегеҙ, уны өйрәтәһегеҙ, аралашаһығыҙ, һөйләшәһегеҙ, шулай бит? Нимә ул һеҙҙең өсөн ат?

- Баштан уҡ асыҡлап китәйек: ат минең өсөн мал түгел. Мин уны кәрәк ваҡытта тотоноп, кәрәкмәгән саҡта ҡырға ҡыуып ҡына ебәрә торған итеп ҡабул итмәйем. Мин уның менән бергә эшләйем. Унһыҙ минең эшем һан түгел. Бар тамашабыҙҙың ярты өлөшөн ат башҡара. Тимәк, ул да минең кеүек үк эшләй, ижад итә. Ул минең тулы хоҡуҡлы коллегам. Уның да кәйефе, сәләмәтлеге йәки башҡа сифаттары, холоҡ-ҡылығы үҙгәреп китергә мөмкин. Джигитовка - ул спорт түгел, ул - сәнғәт. Бында атты сыбыртҡылап, саптыртып ҡына булмай. Йәки күнекмәләребеҙ тик сабыуҙан ғына тормай. Ат һинең уның өҫтөндә башҡарғандарыңды ҡабул итергә, һиңә булышлыҡ итергә тейеш. Ә уның өсөн ат менән кеше араһында бәйләнеш барлыҡҡа килергә һәм ул бәйләнеш ышаныслы, ныҡлы булырға тейеш. Мәҫәлән, ҡатмарлы трюктар яһар алдынан атымдың мине алып атмаҫына йәки ҡапыл ҡарышып китмәҫенә тулыһынса ышанырға тейешмен. Арҡаһына атланған кешеһен үҙ итеп ҡабул иткән ат, ҡайһылыр ере ауыртҡанда ла, йәки ҡайҙалыр нимәлер ҡамасаулап, игәп, ышҡып килгәндә лә, түҙә. Ә һине яратып етмәгән, һинең тауышыңдан йәки ҡатылығыңдан ҡурҡҡан ат, күнеп йөрөп-йөрөп тә, бер мәл ҡапыл сығынлап китеүе бар.

Ана шул ат менән кеше бәйләнеше хаҡында төплөрәк әйтеп китәйек әле. Нисек булдырырға был бәйләнеште? Ҡалайыраҡ булырға ат менән: уҫалыраҡмы, йомшағыраҡмы? Әллә башҡа серҙәре бармы?

- Ат менән эш итеү алдынан иң беренсе уның физиологияһын, биологияһын белергә кәрәк. Мәҫәлән, ат һүҙ мәғәнәһен аңламай, әммә интонацияны бик яҡшы төшөнә. Әммә иң башта, йәғни һүҙ, интонация һәм башҡа төшөнсәләрҙән алда, ат һинең характерыңды тоя. Ул шундуҡ һинең рухи көсөң бармы-юҡмы икәнде самалап ала. Бар икән - баш һала, юҡ икән - ыҙалата ла ыҙалата. Ҡурҡҡанды ла артыҡ яҡынлатып бармаясаҡ. Аттар ҙа ҡатын-ҡыҙ кеүек ул, ҡул көсөнә түгел, ә холоҡ көсөнә күнә. Ат уның әйткәнен аңлай икән тип уйлағандар уға ҡысҡырып яҡшы хәбәр ҡушалыр ҙа ул, тик малҡайға интонация оҡшамаһа, был өндәшеү генә яҡшы реакция бирмәйәсәк. Интонацияң ярһыу, артыҡ хисле, артыҡ ҡырҡыу булмаһын. Тигеҙ, баҫалҡы, әммә талапсан тауыш менән өндәшеү кәрәк атҡа.
Ат төҫтө артыҡ айырмай, әммә еҫте яҡшы һиҙә. Ҡасандыр үткән юлын ул хәтерләп түгел, ә еҫкәп таный, таба. Кешене лә шул еҫе менән иҫләй. Тәмде бик һәйбәт айыра, бесәне араһына ярамаған үлән һал, ул уны ауыҙына ла алмаясаҡ.
Аттың ҡолаҡтары уға локатор кеүек хеҙмәт итә. Үҙе ятҡан йәки утлап йөрөгәндә лә ҡолаҡтары төрлө яҡҡа боролоп, тауыш-тынды тотоп ҡына тора.
Аттың тиреһе кешенекенә ҡарағанда күпкә һиҙгерерәк. Ул һалҡында ла, йылыла ла тәнендә бер тигеҙ температура һаҡлай ала. Ҡараһаң, һыйыр бит ҡыштарын ҡалтырап өшөп тора, ә ат өшөмәй, уның организмы "термо" төшөнсәһенә инә ала. Тағы ла, ул тигеҙ булмаған ерҙәрҙә лә кәүҙәһендә тигеҙлек һаҡлап хәрәкәт итә белә. Быны бигерәк тә тау-таш араһында эйәрҙә барғанда тояһың.
Беҙҙең халыҡ борон-борондан атҡа ҡарата мәрхәмәтле булған. Бала саҡта ауылда атҡа һуҡҡан малайҙарҙы ололар үҙҙәре лә эләктереп ебәрер ине. Күп халыҡтарҙа тыңлауһыҙ атты язалау алымдары бар. Бына, сиғандарҙа, мәҫәлән, ат тешләшә икән, уның ауыҙына бешкән эҫе сөгөлдөр йәки картуф тығалар. Ул шуны тешләй ҙә, эҫе аҙыҡ тешенә йәбешеп, бөтә ауыҙ ҡыуышлығын бешерә. Шунан ул тешләшеүҙән биҙрәп ҡала.
Ҡаҙаҡтар тибешкән аттарҙы тар урынға индереп, артына тештәре ыржайып торған махсус ҡулайлама аҫа. Өркәк ат тибә лә, яралана, тибә лә, яралана. Йәки ҡасҡалаҡ аттар аяғына ағас бығауҙар һалалар, тәртә араһына инмәй, баш бирмәгәндәрҙең муйынын ағас ҡамыт менән ҡыҫтырып ҡуялар һәм ул шул ауырлыҡҡа күнеп, башын күтәрмәҫ була. Ишетеүе генә лә йән өшөткөс, шулай бит? Ә беҙҙә бындай язаларҙың береһе лә юҡ һәм кемдеңдер шул рәүешле ат "тәрбиәләгәнен" ишеткәнем дә булманы.
Тағы ла бер нәмә: мин күп кенә егеттәрҙе, малайҙарҙы өйрәттем джигитовкаға, үҙемдең уҡыусыларым да булды. Шуларҙан сығып, бәхәсһеҙ әйтә алам: беҙҙең милләт егеттәре ат менән айырыуса бәйле. Уларҙы атҡа атландырҙыңмы - бер бөтөн була ла ҡуялар. Икенсе милләт уландарын ат менән бәйләнешкә индереү ҡатмарлыраҡ, улар ат ебәргән сигналдарҙы, ат уларҙың тәбиғәтен төшөнә һалып бармай.

Циркта эшләгән кеше булараҡ, әйтегеҙ әле: аттарҙы өйрәтеүе башҡа хайуандарға, йәнлектәргә ҡарағанда еңелерәк түгелме? Мәҫәлән, филгә йәки арыҫланға ҡарағанда, тимәксемен...

- Атты иң күндәм хайуан икән тип уйлаһағыҙ - яңылышаһығыҙ. Теләмәһә, уның да ҡурҡынысы арыҫландыҡынан кәм түгел. Шунлыҡтан, өйрәтеүгә лә айырым тоҡомдар ғына алына. Бына, мәҫәлән, беҙҙең башҡорт тоҡомло аттар өйрәтеүгә барымһыҙ. Мин уларҙы өйрәтеп ҡараным, джигитовкаға ла ҡулландым. Әммә улар бик ғорур, сәмсел, текә холоҡлолар. Һығылмалыҡ тигән нәмә бөтөнләй юҡ уларҙа. Тарлыҡты, биклелекте, манеж эсендә хәрәкәт итеүҙе үҙһенмәйҙәр. Һыртына ҡамсы эләктеме, бөтөн биктәрҙе емереп сығып китергә ынтыла башлайҙар. Шунлыҡтан, өйрәтеүгә рус юртаҡтарын алабыҙ. Улар ҡулға эйәләштереүгә лә, дрессировкаға ла барымлылар.
Атты өйрәтеү беҙҙең халыҡта электән дә булған. Бала саҡта колхоз-совхоздарҙа ағайҙар аттарын яратып, уларҙы үҙҙәренә ныҡ эйәләштереп, тегеләре хужалары ҡайҙалыр китһә, уларҙы эҙләп бара торғайны. Йәки атты баш эйергә, тубыҡланып хужаһын ултыртып алырға, һыҙғырғанда сабып килергә һ.б. ғәҙәттәргә өйрәтеүселәр булды. Тик быларға улар бары тик сикһеҙ һөйөү, аттарын ҡәҙерләү аша ғына өлгәште.

Хаҡлы ялға сығып, аттарҙан айырылғас, ҡыйын булып торманымы? Һеҙ әле лә республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә йәштәрҙе джигитовкаға өйрәтәһегеҙ, шулай бит? Аттар менән башҡарыла торған сығыштарҙың, уйындарҙың халыҡҡа ҡабат ҡайтыуына нисек ҡарайһығыҙ?

- Заманында һәр республика циркының үҙ милли сығыштары булған булһа, туҡһанынсы йылдарҙағы тарҡалыш ваҡытында улар ҙа юҡҡа сыҡты бит. Әммә яратҡан эштән айырылһам да, ялда булһам да, халҡыма, йәмғиәткә файҙалы эштәр башҡарырға тырышам. Һуңғы йылдарҙа бына Баймаҡ, Учалы, Ҡырмыҫҡалы райондарында йәштәр менән эшләргә, уларҙы джигитовкаға өйрәтергә тура килде.
Кеше ат өҫтөнә ни тиклем иртәрәк ултыра, шул тиклем яҡшыраҡ. Джигитовкаға өйрәнергә теләүселәрҙең үҫмерҙәр, хатта малайҙар булыуы кәрәк. Сөнки 20 йәштән үткәндәрҙә инде ҡурҡыу, һаҡланыу тойғолары яҡшы үҫешкән була. Улар үҙҙәрен йәлләй, имгәнеүҙән ҡурҡа һәм шул сәбәпле имгәнә лә. Малайҙар улар ҡурҡа һалып бармай, шуны аттар ҙа һиҙә һәм шулай бер бөтөн булып, бер-береһен тойомлап, трюктарға тиҙ өйрәнәләр.
Төрлө урындарҙа үҙҙәренең һорауы буйынса "Ылаҡ" уйынына ла, дөрөҫөрәге, ат өҫтөндә хәрәкәт итеү алымдарын өйрәтергә тура килә. Әйтеп үтергә кәрәк, был уйын беҙҙең милләттеке түгел, төрки халыҡтарҙыҡы, әммә беҙҙекеләр уйнамаған уны. Беҙҙең икенсе уйындарыбыҙ бар.
Нимәһе менән оҡшамай миңә был уйын? Бигерәк ҡанһыҙ ул! Күрәләтә ат имгәтеү өсөн уйлап сығарылған кеүек. Беҙҙә, ярай, ниндәйҙер тәртип нормаларын күҙәтеп, күргәҙмә өсөн генә сығалар әлегә был уйын майҙанына. Ә ҡырғыҙҙарҙа, ҡаҙаҡтарҙа ылаҡ өсөн талашып, аттарҙы шул ҡәҙәр бер-береһенә бәрелештерәләр, уларҙың күкрәк һөйәктәре имгәнеп бөтә. Туҡтауһыҙ тартҡыланған ауыҙҙары ҡайырыла. Өйкөлөшөп, ҡыҫылышып, бәрелешеп йөрөүҙән яурынбаштары, ҡабырғалары һуғыла, хужаһының туҡтауһыҙ йә ҡыуып, йә ҡайырып һуҡҡылауынан аттың психикаһы ҡаҡшай. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: был уйын беҙгә тәбиғәте менән сит.

Джигитовка сығышы менән хәрби хәрәкәттәрҙең бер өлөшө бит, шулаймы?

- Әлбиттә. Заманында ат өҫтөндәге һәр ир-егет, хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа белергә тейеш булған был алымдарҙы. Мәҫәлән, уҡтан йәшенеп ат ҡабырғаһына "ятыу", аттың елкәһенә ятыу, аттың аҫтынан атыу, сабып барышлай артҡа боролоп атыу, сабып барған килеш ерҙәге яралыны алыу, һ.б. Советтар Союзы ваҡытында, әле утыҙынсы йылдарҙа уҡ, джигитовка буйынса Союз кимәлендәге ярыштар уҙғарыла торған булған. Уларҙа төрки халыҡтар һәм казактар вәкилдәре ҡатнашҡан. Беренсе булып джигитовканы манежға индереүселәр осетин милләтенән Алимбек Ҡантимеров менән Михаил Туғанов булған. Мине Туғановтың уҡыусыһы Юрий Гриценко өйрәтте.
Джигитовка - ул сәнғәт, тип әйтеп үттем бит инде. Сөнки джигитовкала беҙ уҙышмайбыҙ, еңешмәйбеҙ, ә күрһәтәбеҙ. Ылаҡ, ат сабышы кеүектәр -улар еңеү өсөн ярыш, һуғыш, йән өҙөш - спорт. Джигитовка иһә, ат менән кешенең оҫталығын, таһыллығын, сослоғон күрһәтеү, һоҡландырыу ул. Шуның өсөн дә ул спорт булараҡ һаҡланмаған. Ул элек һәр ир-егет өсөн хас таһыллыҡ, талант иҫәпләнһә, аҙаҡ, беҙҙең көндәрҙә ул цирк артистары номеры ғына булып ҡалды. Мине бер һабантуйҙа "атҡаҙанған тренер" тип иғлан итәләр, мин әйтәм: "Минең тренер булғаным юҡ, мин - артист".

Ат яратаһығыҙ, ә ат итен аҙыҡ булараҡ ҡулланаһығыҙмы?

- Әлбиттә, мин бит башҡорт! Унан һуң, дөрөҫ итеп әйтәйек: "ат итен" түгел, ә йылҡы итен. Ат менән йылҡы араһында айырма ҙур. Һәм башҡортта йылҡыны аҙыҡ итеү харам түгел.

Республикабыҙҙа йылҡы үрсетеү үҫешә бара. Шулай ҙа технологиялар заманында был ыңғай күрһәткестәр бирәсәкме икән, ысынлап та файҙа күрә алырмы икән халыҡ йылҡынан, әллә был ваҡытлыса мода булып ҡына алырмы?

- Йылҡы үрсетеү артыҡ үҫешкән, тип тә әйтмәҫ инем. Бөгөн йылҡысылыҡ менән фанаттар ғына шөғөлләнә. Уларға ла хөкүмәт тарафынан һиҙелерлек ярҙам юҡ. Бик ҡиммәткә төшә йылҡы тотоу, улар бит бөтөн райондарҙа ла тибендә ҡышлай алмай. Әлеге мәлдә "Башҡорт аты" тигән атаманы тергеҙҙек тергеҙеүен, әммә ул аттың үҙенә терелеп китергә шарттар тыуҙырманыҡ. Хөкүмәт ошо тәңгәлде лә уйлаһын ине.

Шулай итеп...
Ат тураһында оҙаҡ, бик оҙаҡ һөйләшеп ултырырға була был ағай менән. Уның һәр һүҙендә был йән эйәһенә ҡарата оло һөйөү һәм ихтирам ята. "Инде хәҙер үҙем һыбай елмәһәм дә, йәштәрҙә ҡыҙыҡһыныу бар икән - өйрәтәсәкмен", - ти ул. Ә йәштәргә Миҙхәт Сәйфулла улы кеүек легендар шәхестән һабаҡтар, аманат алып ҡалыу оло мәртәбә булыр.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.09.17 | Ҡаралған: 1032

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru