«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ТУҒАНЛЫҠ" ФЕСТИВАЛЕНЕҢ БӘЙГЕ ТҮГЕЛ, БЕРҘӘМЛЕК РУХЫНДА ҮТЕҮЕ ҠИММӘТ
+  - 

Өфөлә "Туғанлыҡ" Төрки телле театрҙарҙың VI халыҡ-ара фестивале үҙенең еңеүселәрен билдәләне. Баш ҡалала бер аҙна дауамында хакимлыҡ иткән үҙенсәлекле мәҙәни сара ваҡытында тамашасылар Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан, шулай уҡ Ҡабарҙы-Балҡар, Хакасия, Сыуашстан, Дағстан, Татарстан һәм Башҡортостандың алдынғы театрҙары менән таныша алды.

Төрки телле театрҙар өсөн ойошторолған "Туғанлыҡ" фестивале күптән инде республикабыҙҙың матур бер йолаһына әүерелгән. Уның тап Башҡортостан ерендә үтеүендә лә ниндәйҙер мәғәнә табырға булыр ине. "Бөгөнгө сара башҡорт халҡы өсөн айырыуса ҡәҙерле халыҡ йырҙарының береһе - "Урал"ды тыңлауҙан башланды. Беҙҙең Уралыбыҙҙа туғандаш халыҡтар йәшәгән тәбиғәттең һәр өлөшө сағылыш таба - далалар, бейек тауҙар, тәрән уйһыулыҡтар, ҡуйы урмандар, йылғалар. Беҙ ошоноң менән бәхетлебеҙ. Беҙ шулай уҡ һирәк булһа ла һеҙҙең менән аралашыу бәхетенә эйәбеҙ. Беҙҙең фестивалдең биҙәге булғанығыҙ өсөн рәхмәт", - тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов та үҙенең фестивалде ябыу тантанаһындағы сығышында. Салауат Тәлғәт улы шулай уҡ киләһе "Туғанлыҡ" фестивале 2019 йылда үтәсәген һәм уның Башҡортостан дәүләтселегенә нигеҙ һалыныуға, шағирыбыҙ Мостай Кәримдең тыуыуына, Башҡорт дәүләт академия драма театрының 100 йыллығына арналасағын белдерҙе. "Туғандар менән осрашыу өсөн былар сәбәп түгелме ни? Етенсе фестиваль дә ҡыҙыҡлы булыр һәм, иң мөһиме, төрки телле халыҡтар араһындағы туғандарса мөнәсәбәттәребеҙ тағы ла нығыныр, тип уйлайым", - тине ул.
Театр - ул нескә материя, тере организм. Театр гел генә бер төрлө була алмай, ул үҙгәрергә, үҫергә тейеш. Шуға ла бер фестиваль, ғәҙәттә, икенсеһенә оҡшамай, шуныһы менән был сара ҡыҙыҡлы ла инде. Шулай ҙа быйылғы фестивалдең төп үҙенсәлеген айырып ҡына атап әйтеп булмаҫ ине. Фестиваль программаһында башлыса классика өҫтөнлөк итте. Сит ил авторҙарына мөрәжәғәт итеүҙең театр, актерҙар өсөн ыңғай яҡтары булһа ла, һәр милли театрҙың тағы ла бер нескәлеге бар - ул тамашасыға үҙенең художестволы йүнәлешен, үҫеш кимәлен генә түгел, милли үҙенсәлеген дә күрһәтә. Быға милли әйберҙәр аша ғына өлгәшеп булалыр. Бигерәк тә "Туғанлыҡ" кеүек фестивалдәрҙә тамашасы милли әҫәрҙәр ҡарағыһы, был халыҡтың йәшәйеше, рухи ҡиммәттәре, мәҙәни зауығы тураһында мәғлүмәт алғыһы килә. Мәҫәлән, нуғай театрының (Дағстан) испан авторы әҫәрен уйнауы тамашасы өсөн ҡыҙыҡ булмағандыр, моғайын. Әйткәндәй, "Туғанлыҡ"та академик статустағы театрҙарға ҡарағанда, йәш театрҙар күберәк булды. Шул уҡ нуғай театры ла, фестивалгә Гоголдең "Ревизор"ын тәҡдим итеүсе "Жастар" театры (Ҡаҙағстан) ла шундайҙар иҫәбенән. "Жастар"ҙың дәрт-ҡеүәттәре ташып торған, һығылмалы, матур тауышлы йәш артистарының мөмкинлектәре был трагифарста бик урынлы ҡулланылған һәм ул күптәргә оҡшаны. Коллектив ансамбль уйыны өсөн тәнҡитселәр коллегияһының махсус призы менән, шулай уҡ фестивалдең "Иң яҡшы музыкаль биҙәлеш" һәм Анна Андреевна роле өсөн Махаббат Мадгулова "Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" номинацияларында бүләкләнде.
Тағы ла бер йәш театр - "Учур" дәүләт йәштәр театрының (Ҡырғыҙстан) Сыңғыҙ Айтматовтың "Плаха" әҫәре буйынса "Ҡиәмәт" тип аталған драмаһы ла сағыу күренештәрҙең береһе булды. Кеше һәм тәбиғәт араһындағы мөнәсәбәт "кеше - кеше" трагедияһына килтергән был спектакль формаһы менән үткән быуат театрын хәтерләтһә лә, Айтматов ижадына яңыса ҡарашы, күтәргән проблемаһы, актерҙар эштәре менән айырылып торҙо. Тәбиғәт вәкиле - Аҡ бүрене уйнаған актриса Динара Кыдырмаева "Эпизодик ролде оҫта башҡарғаны өсөн" номинацияһына лайыҡ булды. Ҡ. Кулиев исемендәге Ҡабарҙы-Балҡар дәүләт драма театрының күп милләтле совет шиғриәте вәкиле, бөйөк шағир Ҡайсын Кулиев тормошона, ижадына арналған "Жизнь-восхождение" спектакле лә, А. Топанов исемендәге Хакас милли драма театрының "Алып Пил Тараан" этно-фэнтези жанрындағы әҫәре шулай уҡ кешелек өсөн мөһим төшөнсәләргә арналды.
Республика театрҙарының конкурстан тыш ҡатнашҡан спектаклдәре - Башҡорт дәүләт академия драма театрының "Джут" һәм Милли Йәштәр театрының "Калигула"һы тәнҡитселәр тарафынан шулай уҡ ыңғай фекерҙәргә лайыҡ булды. Тәүгеһенең символик театр йүнәлешендә ҡуйылыуы, актерҙарының оҫталығы телгә алынһа, икенсеһенең шундай материалға тотонорға ҡыйыулығы етеүе һоҡландырҙы уларҙы. "Нимә ул власть һәм ошо властың бөтөн әхлаҡи ҡанундарҙы аша атлап үтеүенән һуң нимә буласағын күрһәткәне өсөн ҡыйыу тип атамайым мин уларҙы, театрҙың тамашасыға ҡабул итергә ауыр булған әйбергә тотоноуы ҙур ҡыйыулыҡ. "Калигула" театрға күңел асырға ғына йөрөгән тамашасыға бер ниндәй ҙә ҡәнәғәтлек килтермәйәсәк, унда аҡыл һәм күңел көсөргәнеше кисерәһең. Ә бөгөнгө тамашасы бындай көсөргәнештән ҡасырға тырыша", - тине театр тәнҡитсеһе, "Алтын битлек" премияһының эксперт советы ағзаһы Татьяна Тихоновец. Конкурс программаһында ҡатнашмаһа ла, "Калигула" тәнҡитселәр коллегияһы призына лайыҡ тип табылды.
Фестивалдең төп бүләге - "Иң яҡшы спектакль" номинацияһы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының "Антигона" драмаһына тапшырылды. Һәр ваҡыт үҙеңдең кешелек дәрәжәңде һаҡлап ҡалырға һәм үҙеңә хыянат итмәҫкә саҡырған был пьеса бөгөнгө көн күҙлегенән бик әһәмиәтле. Бигерәк тә быуаттар буйына формалашҡан әхлаҡи-рухи ҡиммәттәр шик аҫтына ҡуйылғанда һәр кем үҙе өсөн мөһим тип иҫәпләгән бурыстарынан баш тартмаҫҡа тейеш. Төп ролдәрҙе башҡарыусылар - Олег Ханов (Креон) менән Лилиә Ғәлина (Антигона) фестивалдең "Иң яҡшы ир-ат роле" һәм "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" номинацияларында ла билдәләнде. Нығынған фекер буйынса, Креон - тиран, кире герой, ә Антигона - ғазап сигеүсе, әммә Олег Хановтың Креоны кире герой түгел, киреһенсә, уны яҡшыраҡ аңлайһың, геройҙар араһындағы бәхәстәрҙә уның яғына сығаһың. Әммә уларҙың икеһенең бурыстары ике төрлө. Әйткәндәй, "Антигона"ла Һаҡсы ролен башҡарыусы Илдар Сәйетов "Иң яҡшы икенсе пландағы ир-ат роле" номинацияһына лайыҡ тип табылды.
Алтынсы фестиваль төрлө сараларға ла бай булды. Лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәл, театр һабантуйынан тыш, ҡунаҡтар Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Унда мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, жюри һәм тәнҡитселәр коллегияһы ағзалары, Өфө театрҙары директорҙары, сарала ҡатнашҡан театрҙар вәкилдәре, фестиваль ҡунаҡтары - танылған актер, Б. Щукин исемендәге театр институты ректоры Евгений Князев, Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының драма һәм милли театрҙар кабинеттары мөдире Марина Корчак, Ҡабарҙы-Балҡарҙың халыҡ шағиры Ҡайсын Кулиевтың тормош иптәше Элизат Кулиева, Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы секретары, Республикалар советы рәйесе Борис Манджиев ҡатнашты. "Беҙ бер-беребеҙгә кәрәкбеҙ, - тине Рөстәм Зәки улы. - Мәҙәниәт - ул тормошобоҙҙоң нигеҙе, мәҙәниәтһеҙ дәүләт алға бара алмай". Республика Башлығы милли театрҙарҙың туған телдәрҙе үҫтереү йә-һәтенән булған ролен юғары баһаланы. "Рәсәй халыҡтарының телдәре хәүеф аҫтында. Телдәр өйрәнеү - ирекле эш, быны һәр кем үҙе өсөн үҙе хәл итә. Бөгөн балаларға тел өйрәтеүҙең яңы формаларын эҙләргә кәрәк. Милли театрҙарыбыҙ ҙа был эшкә ҡушылыр, тип ышанам".

Шулай итеп...
"Рәсәйҙәге егерме йыл демократия дәүерендә халыҡтарҙың бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәте ныҡ үҙгәрҙе. Элек туғандаш булған милләттәрҙең ҡайһыларындыр өҫтөнөрәк ҡуйырға тырышыу ҙа бар, йәштәребеҙ башҡа халыҡтарға, уларҙың мәҙәниәтенә ихтирам менән ҡарай белмәй. Илдә милли характерҙағы проблема барлығы хәүефле сигнал. "Туғанлыҡ" кеүек сараларҙың халыҡтарҙы берләштереүе, хәүефле күренештәргә ҡаршы тороуы, элеккесә, халыҡтар араһында дуҫлыҡ урынлаштырыуы бигерәк әһәмиәтле", - тигәйне фестивалдең тәнҡитселәр коллегияһы рәйесе, "Алтын битлек" премияһы эксперт советы ағзаһы Александр Вислов. Ысынлап та, "Туғанлыҡ" фестиваленең бәйге түгел, ә берҙәмлек рухында үтеүе ҡиммәтерәктер, моғайын. Сөнки һәр милләт, һәр тел, һәр театр үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ - быны беҙ гел хәтеребеҙҙә тоторға тейешбеҙ.

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.09.17 | Ҡаралған: 1004

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru