«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РӘИС ВӘҒИЗОВ ЙЫРЛАЙ!
+  - 

Уны тамашасы "Яратам", "Юлдар саҡыра", "Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа", "Һиңә барам", "Үҙ яғыма ҡайтһам" йырҙары аша яҡшы белә. Үҙенсәлекле моң эйәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәис ВӘҒИЗОВ көҙ миҙгелендә 75 йәшлек юбилейын ҡаршылай.

Рәис Шәйхнур улы бәләкәйҙән йырлай. "Бигерәк тә халыҡ йырҙарын йырларға ярата инем, яңғыҙым ҡалһам - йыр дуҫым, йыраҡ юлға сыҡһам - йыр юлдашым булды. Мәктәпте тамамлағандан һуң Ҡаҙан консерваторияһына уҡырға индем. Тик унда оҙаҡ белем алырға тура килмәне, Совет Армияһы сафына саҡырҙылар. Ил алдындағы бурысымды үтәгәндә лә йырҙан айырылманым. Патриотик йырҙар башҡарыусылар бәйгеһендә лауреат булдым. Был еңеү мине ҡанатландырып ебәрҙе. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, дәртләнеп, Өфө сәнғәт институтына уҡырға юлландым", - ти ул.
Хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт филармонияһында солист-вокалист булып башлай Рәис Вәғизов. Ул ваҡытта башҡорт профессиональ йыр сәнғәте үҫеш дәүерен кисергән була. Күп кенә вокаль-инструменталь ансамблдәр барлыҡҡа килә. Рәис ағайға Айрат Кәримов етәкселегендәге "Ирәндек", Бәхти Ғайсин етәкселегендәге инструменталь ансамблдә эшләү бәхете тейә. Ни өсөн үҙемә ансамбль ойоштороп ҡарамаҫҡа, тигән уй килә шул мәлдә. Ишмулла Дилмөхәмәтов менән ошо йүнәлештә эшләргә булып китәләр. Яңы ғына барлыҡҡа килгән фольклор бригадаһына "Бөгөн байрам, бөгөн туй" тигән исем бирәләр. Был осорҙа Ишмулла Дилмөхәмәтов, Сөләймән Абдуллин, Лена Зарипова, Редик Фәсхетдинов менән бөтөн Рәсәйҙе урап сығалар. Яңы коллективтың төп маҡсаты - башҡорт халыҡ йырҙарын тергеҙеү һәм халыҡҡа еткереү була. Рәис Вәғизов тик башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуға күсә. "Ҡолой кантон", "Эскадрон", "Ильяс", "Урал", "Азамат", "Ирәндек" кеүек йырҙарҙы тамашасы тап уның башҡарыуында яратып ҡабул итә лә инде. Ошо уҡ мәлдә ул үҙе ижад иткән "Инйәр", "Фаягөлөм", "Аҡҡоштар ниңә моңһоу" кеүек йырҙарын да халыҡҡа таныта.
- Һайлаған һөнәремдән дә, шәхси тормошомдан да ҡәнәғәтмен. Тиҫтәләгән йырҙарымды халыҡ бөгөн дә йырлап йөрөй. Һәр ерҙә көтөп алалар. Артист өсөн тамашасы һөйөүенән дә ҙурарыҡ баһа юҡтыр ул, - тип ҡыуана оло юбилейын ҡаршылағанда Рәис Вәғизов.
Әйткәндәй, тамашасы оҙаҡламай яратҡан артисын тағы ла сәхнәлә күрә аласаҡ. Сентябрь аҙаҡтарында ул ижадташ дуҫтарын - Нәзифә Ҡадырова, Ғәли Алтынбаев, Азат Айытҡолов, Роза Аҡкучукова, Рим Хәсәнов, Рөстәм Маликов, Афарим Аҡсурин һәм башҡа йырсыларҙы бер сәхнәгә йыясаҡ.

Эльнара ШАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.09.17 | Ҡаралған: 1021

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru