«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФЕКЕРЛӘҮ ҺӘЛӘТЕ ЮҠҠА СЫҠТЫМЫ, ТЫЙЫП ТОТОЛАМЫ?
+  - 

Фекереңде белдереү менән мәғлүмәт биреү тигән төшөнсәләр буталып китте бөгөн. Буталып киттеме, әллә быларҙың беренсеһе бөтөнләй булманыламы?

Журналистика өлкәһен күҙ уңында тотам әле. Теләһә ниндәй башҡорт баҫмаһының берәй мәҡәләһен алып ҡара - мәғлүмәт бар, әммә фекер юҡ. "Шунда шул үтте, бик яҡшы булды йәки шундай закон ҡабул ителде, шул етәксе шулай тип әйтте", тигән, булған хәл-ваҡиғаны уҡыусыға еткерә торған хәбәр бар, ә шул ваҡиғаға авторҙың үҙ ҡарашы юҡ. Һәм ошо фекерҙең булмауы мәҡәләне төҫһөҙләндерә лә. Сөнки бындай уҡ мәғлүмәтте ҡайҙан да ала алабыҙ, хатта урамда йә сиратта ултырғанда ла ишетергә була. Ә инде автор мәғлүмәтте үҙ ҡарашынан сығып йәки күпселек фекерҙәр менән сағыштырып бирә, уҡыусыны уйланырға мәжбүр итә икән, һин уның фамилияһын да ҡарайһың - иҫләп ҡалаһың. Бынан ары был авторҙарҙың мәҡәләләрен дә эҙләп уҡыйһың, уның позицияһын беләһең. Барыһы ла яп-ябай - беҙҙе фекер, фекерләй белгән кешеләр эйәртә, арбай.
Элегерәк, мәҫәлән, "Киске Өфө" гәзитенең 3-сө битендә Таһир Ишкинин исемле журналистың донъя, ил ваҡиғаларын байҡаған сығыштары баҫыла торғайны. Ул ваҡиғалар тураһында был баҫманан алда сыҡҡан рус телендәге гәзиттәрҙән уҡыйһың, радионан ишетәһең, телевизорҙан ҡарайһың. Әммә мин ошо авторҙың гәзиттәге сығышын көтөп ала инем, сөнки ул был ваҡиғаларҙы башҡорт кешеһе аңы нисек ҡабул итергә, нисек аңларға тейеш, шул юҫыҡта һүрәтләй, анализлай, һығымталар яһай, үҙ фекере артынан эйәртә ине. Әйткәндәй, бер мин генә түгел, бик күптәр шулай тип раҫлай торғайны Таһир Ишкинин яҙмалары буйынса...
Эйе, һәр кеше лә фекер инеше була, аҡылы теүәл булған берәү ҙә фекерһеҙ итеп яратылмай. Балалар, ғәҙәттә, бер ҡатлы, әммә тура ғына итеп әйтеп ҡуя бит. Йәки оялмай, ҡурҡмай, ике йөҙлөләнмәй улар. Тик ололар уларҙы тыя башлай. Өйҙә, баҡсала, мәктәптә, йәмғиәттә тыйыла-тыйыла, баҫыла-баҫыла, әҙәм тигәндәрҙең күптәре фекерһеҙгә, йәки булған фекерен дә әйтә, тышҡа сығара алмаған кешегә әйләнә. Фекерен әйтә белгәндәр бәләкәйҙән "проблема" булып килә. Магазинда ул әсәһенә оҡшағанды түгел, ә үҙ күңеленә ятҡанды һаттырып алдырып, тауыш сығара; баҡсала ятлап бөтөлгән уйынды "был миңә ҡыҙыҡ түгел" тип әйтеп, тәрбиәсенең эшен ҡатмарлаштыра; дәрестә "мин аңламаным, ҡабатлағыҙ әле" тип, уҡытыусыларҙың йәнен көйҙөрә; коллективта йәки башҡа ерҙә уйһыҙ ғына ҡалыплашҡандарҙы үҙенсә баһалай белә.
Фекерле кеше масса ағымында йөрөмәй. Ҡаршы ла сыҡмай, әммә үҙ юлы була уның. Ул бер ваҡытта ла "бөйөк кешеләрҙең фекере", "профессор әйткән" йәки "шул яҙыусы шулай тип яҙған" тигәнгә таянмай. Сөнки дөйөмләшкән һәм ҡалыплашҡандан тыш, индивидуаллек бар һәм һәр кем өсөн үҙ донъяһының бары тик шул ек аша ғына ағып сыҡҡанын аңлай ҙа.
Журналистикаға әйләнеп ҡайтайыҡ. Ниндәй баҫмала баш мөхәррир хәбәрсеһенән: "Ҡайҙа бында һинең үҙ фекерең?" - тип һорай икән? Йәки журналисты фекерле ижад итергә өйрәтеүсе мәктәптәр бармы, ҡалдымы һуң? Мәктәп программаһында был методикаға урын бар ине бит (хәҙер ҙә барҙыр тип уйлайым). Әҫәрҙе анализлағанда, инша яҙғанда төҙөлгән планда "Үҙ фекерең менән әйтергә" тигән пункт була торғайны. Тик әлеге тыйыуҙар, тыйыуҙарҙан ҡурҡыу, башҡалар фекеренең һинекенә ҡаршы булып ҡуйыуы алдында ҡаушау, фекереңде яҡлай белмәү, белемһеҙлек, үҙең әйткән йәки яҙған өлкәлә һай йөҙөү, мәғлүмәтле булмау, барыһына ла ярарға тырышыу кеүек кире сифаттар беҙҙә был пунктты үҫтерергә бирмәй, ахры. Ни өсөн халыҡ үлеп ятып ток-шоуҙарҙы, бәхәсле тапшырыуҙарҙы ҡарай? Тыйылған баҫмаларҙы һатып ала? Шикле, әммә ҡыйыу телле сайттарҙа ултыра? Дөрөҫлөк, тапҡыр юл табам тип, яңылыш юҫыҡтарға ла китеп бара? Сөнки үҙебеҙҙең телдәге, үҙебеҙҙең менталитетҡа ярашлы фекерләшеү урындары юҡ. Беҙҙә фекереңде белдереү ниндәйҙер ҡалыптарға ҡаршы сығыу менән бер итеп ҡабул ителә. Ҡабул да ителмәй ул, сөнки был проблемаға халыҡтың төп өлөшө битараф. Ә уның лидерҙарына һәм лидерлыҡты иң фөрөҫ фекерле булыу һымаҡ ҡабул иткәндәргә был ауыр тәьҫир итә. Баҫмаларҙағы теге йәки был фекергә ҡарата "Ярай, ҡустым (йәки һеңлем), был һинең фекерең, ә бына мин ошолай уйлайым бит әле", тигән аңлы ғына яуапты ишетеү үтә лә һирәк күренеш. Фекер алышыуҙы - бәхәскә, бәхәсте йәмһеҙ талашҡа әүерелдерәләр. Был инде күҙәтеүселәр өсөн көлкөлө бер тамаша ғына. Ҡарағыҙ, ниндәй абруйлы депутаттар, һәләтле артистар, башҡа билдәле шәхестәр матбуғатта, зәңгәр экрандарҙа, йәғни халыҡ алдында фекерен белдерә һәм башҡалар фекерен тыңлай алмауы арҡаһында ғына ла популярлығын юғалта, бәҫтәрен төшөрә.
Бер диалог ваҡытында республикабыҙҙың башҡорт мәктәбе директоры: "Бөгөнгө юғары синыф уҡыусыларында аралашыусыһына ҡарап фекер яраҡлаштырыу йәки үҙгәртеү төшөнсәһе юҡ ул. Алдашыу, хәйләләшеү, ярамһаҡланыу ҙа бик һирәк. Әгәр ошо быуын йәмғиәт тарафынан боҙолмай ғына аяҡҡа баҫа ала икән, ниндәй көслө, үҙаллы һәм аҡыллы алмаш киләсәк", - тигәйне. Күбенә өмөтләнмәй, шул быуындың ниндәйҙер бер өлөшө генә фекерле булыу ҡеүәһен һаҡлап ҡала алғанда ла, бик яҡшы буласаҡ. Шуға өмөтләнәйек.

Миләүшә ХӘБИЛОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.09.17 | Ҡаралған: 925

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru