«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИТ ИЛДӘ ЙӘШӘП ТӘ БАШҠОРТСА ӨЙРӘНЕП БУЛА
+  - 

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусылары башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн яңы уҡыу йылына Башҡорт телен дистанцион өйрәнеү халыҡ-ара системаһы булдырҙы. Был турала юғары уҡыу йортоноң "Башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы" кафедраһы мөдире Сәлимә Таһированан тулыраҡ мәғлүмәт алдыҡ.

- Башҡорт телен дистанцион өйрәнеү халыҡ-ара системаһы юғары уҡыу йортоноң ректоры Рәил Әсәҙуллин тәҡдиме буйынса эшләнде. Ул Татарстан Республикаһында татар телен онлайн өйрәнеү буйынса алты кимәлдән торған "Ана теле" проекты тормошҡа ашырылыуын күреп, башҡорт телен үҙаллы өйрәнеү мөмкинлеге биргән шундай проектты үҙебеҙ эшләп ҡарайыҡ, тигән инициатива менән сыҡты. Ҡаҙан ҡалаһынан коллегалар менән тәжрибә уртаҡлашып ҡайтҡас, башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусылары юғары уҡыу йортоноң информацион-техник идараһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә эшләне. 2017-2018 уҡыу йылы башланыуға Башҡорт телен дистанцион өйрәнеү халыҡ-ара системаһы ҡулланыуға әҙер булды, бөгөн тел өйрәнергә теләгән һәр кем үҙаллы өйрәнеү курсын үтә ала.
Төрлө ҡушымталар, онлайн курстар ярҙамында тел өйрәнеү бөгөн бик киң таралған. Мәҫәлән, "LinguaLeo" - онлайн инглиз теле" сығанағы бик популяр һәм уны эшләүселәрҙән өлгө алырлыҡ. Төрки телдәргә ҡараған сыуаш, үзбәк, татар, ҡаҙаҡ һәм төрөк телдәре буйынса ла шундай махсус дистанцион өйрәнеү сығанаҡтары бар. Сыуаш телен өйрәнеү буйынса өс, үзбәк телен - ике, татар телен биш төрлө система аша уҡырға була. Башҡорт телен дистанцион өйрәнеү халыҡ-ара системаһы әлегә телде база кимәлендә өйрәнергә мөмкинлек бирә. Киләсәктә урта һәм юғары кимәлдә өйрәнеү мөмкинлеге биргән курстар эшләнәсәк. Билдәле булыуынса, бындай программалар ябай, телде еңел өйрәнерлек итеп төҙөлә. Шуға беҙ ҙә программаны башҡорт телен бөтөнләй белмәгән кеше лә башлап өйрәнә алырлыҡ итеп төҙөнөк.
Курс урыҫ телле тыңлаусыға тәғәйенләнгән, үҙ-ара бәйләнешле 21 дәрестән тора. Башҡорт телен башлап өйрәнеүсе кеше Мәскәү егете Алексей менән бергә тәүге дүрт дәрестә башҡорт алфавиты, һүҙҙәрҙең әйтелеше, транскрипцияһы менән таныша. Һәр дәрес бер нисә өлөштән тора: видеосюжеттар ҡарап, уларҙың эстәлеге буйынса күнегеүҙәр эшләү, аудиоматериалдарҙы тыңлап, фонетик, лексик, грамматик күнегеүҙәр башҡарыу, һүрәт менән аудиояҙманы сағыштырыу, һүрәт менән яҙманы сағыштырыу, тексты уҡып, дөрөҫ яуаптарҙы билдәләү, текста төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе урынына ҡуйыу, бирелгән хәрефтәр ярҙамында һүҙҙәр, бирелгән һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөп яҙыу тәҡдим ителә.
Ғөмүмән, тел өйрәнгән кешегә ҡыҙыҡлы булһын, ялҡытмаһын өсөн күнекмәләрҙең бындай төрлөлөгө бик урынлы. Башҡорт телен өйрәнеү халыҡ-ара системаһы буйынса курсты теүәл үткән кешегә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына килеп, имтихан тапшырып, ҡулына сертификат алыу мөмкинлеге бирелә. Әлеге көндә Башҡорт телен өйрәнеү халыҡ-ара системаһын ҡулланыусылар һаны биш йөҙгә етте, улар араһында студенттар ғына түгел, олораҡ йәштәге кешеләр ҙә бар. Системаны һынап ҡарарға ингән кешеләрҙең тәҡдимдәрен һәм теләктәрен дә ҡабул итәбеҙ, инглиз теле аша башҡорт телен өйрәнеү мөмкинлеген булдырыуҙы һораусылар ҙа бар. Киләсәктә был йүнәлештә лә эшләргә уй бар.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.09.17 | Ҡаралған: 944

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru