«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САЛАУАТЫБЫҘ БАРЫҺЫНАН БИГЕРӘК ҒӘҘЕЛЛЕК ӨСӨН КӨРӘШКӘН
+  - 

Йәй айҙарында милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һуңғы төйәге булған Эстонияның Палдиски ҡалаһында батырҙың һәйкәле яңыртылды. Был эштәрҙең уртаһында ҡайнаған зыялыларҙың береһе - Башҡортостан Республикаһының Милли музейы директоры Ғәле Фәйзрахман улы ВӘЛИУЛЛИН үҙ тәьҫораттары менән бүлеште.

Ҡыҫҡаса ғына һәйкәл яңыртыуҙың тарихын беләйек?

- Был сауаплы эштең планы 2014 йылда республика Хөкүмәте делегацияһы менән Палдискиға барғанда уҡ яралғайны инде. Сөнки 2000 йылдарҙың башында ултыртылған ҡалай һын, диңгеҙ ярындағы дымда ултырып, тишкеләнеп бөткәйне. Шулай уҡ әлегә тиклем таҡтаташ та юҡ ине. 2015 йылда Салауат Юлаевтың һынын республика Башлығының грантына Силәбе өлкәһенең Касли ҡалаһында ҡоростан ҡойҙорҙоҡ. Эстония етәкселеге менән таҡтаташ тураһында һөйләшеү ҙә алып барылды һәм унда буласаҡ яҙыуҙың эстәлеге хәл ителде. Сөнки был ябай ғына эш түгел, был сәйәси мәсьәлә лә. Шулай итеп, быйыл июль айында Эстонияла Палдиски ҡалаһының 299 йыллығын билдәләнеләр һәм беҙҙе лә саҡырҙылар. Ошо байрамға барғанда Салауаттың һыны яңыртылды ла инде.

Салауат Юлаевтың кем булыуын, йәғни уның ябай ғына тотҡон түгел, ә тотош халыҡ өсөн уның исеме генә лә оло әһәмиәткә эйә икәнен беләме урындағы халыҡ?

- Беләләр һәм батырыбыҙҙың рухына тоғролоғобоҙҙо хөрмәт итәләр. Палдискиҙың рус гимназияһы бинаһында батырыбыҙҙың музейы өсөн ҙур класс бүлмәһе бирелгән һәм ул да яңыртып эшләнде. Палдиски - ул 4 мең генә кеше йәшәгән хәрби ҡаласыҡ. Был ҡаласыҡта Советтар Союзының һыу аҫты флоты базаһы булған. Бөгөн унда отставкалағы хәрбиҙәр, уларҙың ғаиләләре йәшәй. Шунлыҡтан, унда күберәк рус телендә һөйләшәләр, эстон телен бик һирәк ишетергә мөмкин. Салауаттың ябай тотҡон булмауын ул тотҡон саҡта ла белгәндәр. Уны бында "кенәз Салауат" тип йөрөткәндәр. Ошо хаҡтағы төрлө тарихи ваҡиғаларҙы өйрәнгәндән һуң, "Арыш утрауы" тигән әҫәр яҙҙым. Швед телендә Рогервик "арыш утрауы" тигәнде аңлата икән. Әҫәрҙең эстәлегендә тарихи хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән яҙмалар ята. Шуларҙың береһен генә телгә алып китәм. 1790-1792 йылдарҙа Рәсәйҙең көнбайыш сиктәрен 1 мең башҡорт казактары һаҡлаған. Санкт-Петербургтан Вильно ҡалаһына тиклем башҡорт ғәскәрҙәре торған. Палдискиҙа Георгий Победоносец исемендәге сиркәү бар һәм шул сиркәү хеҙмәткәрҙәре бына нимә яҙып ҡалдыра: "1912 йылда Николай Икенсе Вильгельм Икенсе менән Палдиски ҡалаһында осраша. Батшаларҙы оҙатып йөрөгән отец Алексей уларға түбәндәге мәғлүмәтте бирә: был сиркәүҙе төҙөгәндә башҡорттоң кенәз Салауаты ҡатнашҡан һәм шул төҙөлөшкә 500 һум аҡса биргән".
Уйлап ҡараһаң, тотҡондоң ниндәй 500 һумы булырға тейеш? Шуны тикшереп ҡараным һәм бына нимәләр асыҡланым. Башҡорт һалдаттары ошо Палдискиҙа ла хеҙмәт итә. Ҡасандыр Польшала башҡорттар менән хеҙмәт иткән һәм бергә поляк ихтилалын баҫтырып йөрөгән Экбаум тигән офицер Рогервикта комендант булып эшләй. Шул комендант башҡорт һалдаттары менән башҡорт тотҡондарына бәйләнеш тоторға рөхсәт итә. Ошо ике йылда беҙҙең башҡорт һалдаттары Салауат Юлаевҡа һәм Юлай Аҙналинға аҙыҡ, кейем, аҡса менән ярҙамлаша. Шул арҡала батырҙың сиркәүгә аҡса биреү мөмкинлеге булған, күрәһең. Минең уйымса, Аллаһы Тәғәләгә хеҙмәт иткән священниктарға был тарихты уйлап сығарып һөйләп тороу бер ни ҙә бирмәйҙер. Етмәһә, ниндәйҙер сит халыҡ тураһында улар буштан-бушҡа ғына маҡтаулы уйҙырма сығармаҫтар ине.

Салауат ихтилалының шул замандағы сәбәптәре, маҡсаты һәм башҡа идеологиялары бөгөнгө күҙлектән ниндәйҙер үҙгәрештәр кисергәнме ул? Тарих был ваҡиғаны борғоламағанмы, мәғлүмәттәрен үҙгәртмәгәнме, нисек уйлайһығыҙ?

- Советтар Союзы заманында, большевиктар идеологияһына эйәреп, беҙ Салауат Юлаевты "башҡорт халҡын азат итер өсөн көрәшкән" тип һөйләнек. Хәҙер коммунистар юҡ, беҙҙе тапап килгән талаптар юҡ, яҡшы ғына итеп ултырып уйлайыҡ. Салауат Юлаев старшина балаһы - хәлле, уҡымышлы, данлы заттан. Ул үҙенең Рәсәй ҡулы аҫтында йәшәүен дә аңлаған. Рәсәй эсендә ниндәй азатлыҡ даулаһын ул? Кемдән азат булһын? Иленәнме? Ерҙәренәнме? Ул ғәҙеллек өсөн көрәшкән! Урыҫтар менән килешеү нигеҙендә йәшәгәндә, урындағы наместниктар шул килешеү ҡағиҙәләрен боҙоп, үҙ кеҫәләрен ҡайғыртып, урындағы халыҡты иҙеп ҡыртлашҡан. Миҫал өсөн алғанда, Сим ҡалаһы Юлай Аҙналин еренә төҙөлә, ул был мәсьәлә буйынса ике тапҡыр судлаша, әммә дөрөҫлөк таба алмай - еңелә. Салауат бына шул системаға ҡаршы сыҡҡан да инде.
Ни өсөн Пугачевҡа ҡушылып киткән һуң улар? Уның Пугачев икәнлеген һуңынан тарихсылар иҫбат иткән, ә ул ваҡытта уны Петр Өсөнсө тип ҡабул итәләр. Ә Петр Өсөнсөнөң манифесында "Мин һеҙгә бөтә ғәҙеллекте бирәм" тип яҙылған була. Ошо "ғәҙеллек" тигән һүҙ хәл итә лә инде ҡушылыуҙы. Был һүҙ, әйтергә кәрәк, бөгөн дә актуаль.

Батырҙар психологияһы тураһында уйланғанығыҙ бармы? Бына Салауат Юлаев, үрҙә һеҙ әйткәнсә, бай улы булған, ул ғүмерен шул муллыҡта ла йәшәп үткәрә ала ине. Ә бит ул икенсе юлды һайлаған һәм халҡы өсөн үҙен ҡорбан иткән. Тимәк, батыр юлы - ул уның миссияһы, тап уға Аллаһ тарафынан һалынған яҙмыш йәки тағы нисегерәк итеп аңлатып була?

- Батыр бер генә сәғәттә, бер генә көндә килеп сыҡмай. Буласаҡ батыр тыумышы, булмышы менән ниндәйҙер бер буласаҡ ваҡиғаға әҙерләнеп, шуға тәғәйенләнеп килә. Был эш донъяуи ғүмерендә уның йәненә һалынған миссия. Халыҡ батыры булып, уның һөйөүен яулаған, тарихында уйылып ҡалған, артынан эйәртә алған кешеләр улар тулы, камил кешеләр була ла инде. Салауат Юлаев, мәҫәлән, бәләкәйҙән бик зирәк, уҡымышлы, сая бала була. Уның йәшләй генә айыу алыуы ла, сәсәнлеге лә, ҡурайсы булыуы ла, көрәшселеге лә һәм башҡа яҡшы сифаттары был шәхестең төрлө риүәйәттәрҙәге, мифологиялағы батырҙар образына бик яҡын. Ул бына ошолай итеп халыҡ күҙе алдында үҫешеп, этаплы-этаплы юлдар үтеп, әлеге тәғәйенләнешенә килеп етә лә. Тағы ла, батырҙан батыр тыуа, тигән әйтем дә бар. Салауаттың атаһы Юлай Аҙналин да бик батыр кеше була. Польша походында уға батырлығы өсөн генерал Бибиков шәп тоҡомло ун ат һәм "За веру и верность" тигән штандарт тапшыра. Польшанан Уралғаса юл бер айлыҡ ҡына булмай һәм Юлай Әлкәгә ҡайтып еткәнсе бер атын аҙыҡ-түлеккә алмаштырырға мәжбүр була. Тап ошо штандарт менән Салауат халыҡты күтәрә лә инде.

Салауаттан һорау алыу һәм уның яуаптары тураһында уйланғанығыҙ бармы? Нисек анализлайһығыҙ һеҙ был архив документтарын?

- Ихтилал күтәрелеп баҫтырылған хәлдә лә, әбей батша Екатерина башҡорттарҙың Рәсәй дәүләтенә тоғролоғон белә. Сөнки Санкт-Петербург, Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларында башҡорттар - жандармдар, Себер трактында конвоир булып хеҙмәт итәләр. Башҡорттар "Монетный двор"ҙы һаҡлай. Шундай яуаплы ерҙәрҙә хеҙмәт иткән халыҡ ҡыҫҡа ваҡыт арауығында, хатта бер нисә йыл эсендә лә икенсе төрлө булып китә алмағанын властар ҙа белә. Һәм уларҙың бары ғәҙеллек эҙләп ярһыуын да аңлай улар. Ошоно Салауат Юлаев та аңлай һәм башҡорттарға яза аҙыраҡ төшһөн өсөн документтарҙа яҙылғанса яуап бирәлер, тип уйлайым. Ул, башҡорттарҙы был ихтилалға көсләп ҡуштылар, тип әйтә. Үҙ хәлен былай ҙа төшөнә һәм күнә батыр, ул халыҡтың хәлен еңеләйтергә тырыша, шул ғына.

Салауат һәм Салауат кеүек башҡа батырҙарҙы, халыҡты ихтилалға күтәргән сәбәптәр бөгөн дә актуаль, шулай бит? Бөгөн шул мәсьәләләрҙе хәл итеү, тыныс юлдар менән милләт мәнфәғәттәрен яҡлап алып ҡалыу өсөн беҙгә ниндәй булыу кәрәк?

- Белемле булыу фарыз. Яугир һәм ҡыйыу булыу ғына аҙ, бик аҙ бөгөн. Башҡорт балаларының күп телдәрҙе белеүе, теләһә ниндәй өлкә һәм йүнәлештәрҙә лә эшләй, эшләй генә түгел, ә етәкселек итә алыуы зарур. Газ, нефть кеүек етди сәнәғәттә, хәрбиҙәр донъяһында, иҡтисад, сәйәсәт биләмәләрендә лә иркен йөҙһөн ине милләттәштәребеҙ. Туған телде белеү, әлбиттә, мәслихәт, әммә уларҙы ошо сиккә генә бикләмәйек. Туған телгә тиңдәш итеп сит телдәрҙе лә өйрәнһендәр, шул белемде үҫештәрендә әүҙем ҡулланһындар. Белемле биште йығыр, ти бит. Шуның кеүек, белемле йәштәребеҙ сәйәсәттә лә, бизнеста ла, сәнәғәттә лә булып, һәр береһе милләт мәнфәғәтен ниндәйҙер кимәлдә булһа ла ҡайғыртһа ла, был үҙе ҙур көс була. Һәр кем үҙ урынында, үҙ эшендә хәленән килгән өлөштө индерергә, намыҫы һәм халҡы алдында бурысын үтәргә тейеш. Бөгөн ҡылыс һуғышы түгел, бөгөн аҡыл һуғышы бара. Шунлыҡтан, аҡыллы һәм белемле булайыҡ, милләттәштәр.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.09.17 | Ҡаралған: 869

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru