«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘМҒИӘТЕБЕҘ НИНДӘЙ - МАТБУҒАТЫБЫҘ ШУНДАЙ
+  - 

Филология фәндәре докторы, профессор, шағир, әҙәби тәнҡитсе Фәнил Тимерйән улы КҮЗБӘКОВ менән бөгөнгө журналистикалағы ҡайһы бер сетерекле хәлдәр, бәхәсле мәсьәләләр тураһында әңгәмәләшәбеҙ.

Фәнил Тимерйән улы, бөгөнгө заман күҙлегенән сығып ҡарағанда, кем ул журналист? Уның тәғәйенләнеше, роле, һөнәрҙең йөкмәткеһе бер аҙ тоноҡланып ҡалманымы?

- Әлбиттә, журналистың төп бурысы һәр осорҙа ла бер - ваҡытында мәғлүмәт еткереү. Ләкин шуны күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай: һәр заман үҙенсәлекле. Һәр замандың үҙ бурысы. Тарихтан һабаҡ алып, ыңғай тәжрибәне бөгөнгә яраҡлаштырып, бер баҫҡан тырмаға ҡат-ҡат баҫмау яғын ҡайғыртыу етмәй бөгөн. Ил башында кемдәр тороуы, матбуғаттың мөмкинлектәрен аңлап, ҡуллана белеп эш итә алыу-алмауына ла күп нәмә бәйле. Юғары профессиональ кимәл өҫтөнә гражданлыҡ позицияһы ла ныҡлы булған журналист етәкселек иткән даирәнең дә, йәмғиәттең дә талаптарын күҙ уңында тотасаҡ.
Бөгөн беҙ мәғлүмәт хәл иткес роль уйнаған заманда йәшәйбеҙ. Тимәк, матбуғат сараларының, был өлкәлә эшләүселәрҙең әһәмиәте әйтеп, аңлап бөтөргөһөҙ. Йәмғиәттең тулы ҡанлы тормошо өсөн ысынбарлыҡты нисек бар - шулай күҙаллау тәүшарт. Тап шуның өсөн тейешенсә үҫешкән йәмғиәт журналистан хәҡиҡәткә тап килгән мәғлүмәт талап итә лә. Һәм иң мөһиме: һүҙ азатлығы - закон менән нығытылған! Барыһын да уртаға һалып, асыҡтан-асыҡ һөйләшә, фекер алыша алабыҙ. Ә инде бөгөнгө хәлебеҙҙе ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында дөрөҫ күҙаллай алмайбыҙ икән, тимәк, йәмғиәттең дөйөм кимәле шундай. Йәғни шуны әйтмәксемен: йәмғиәтебеҙ ниндәй - матбуғатыбыҙ ҙа шундай беҙҙең. Аң кимәлебеҙ торошо, ниндәй ҡиммәттәргә өҫтөнлөк биреүебеҙ киң мәғлүмәт сараларының сифатына туранан-тура йоғонто яһай. Әйтәйек, үҫешкән йәмғиәт икән, ул тап бөгөнгө ысынбарлыҡҡа тап килгән мәғлүмәтте ваҡытында алғыһы килә. Сөнки ысынбарлыҡҡа тап килмәгән мәғлүмәт хата һығымталар яһауға этәрә, яңылыш юлға төшөрөп ебәрә, йүнәлеште дөрөҫ билдәләргә ҡамасаулай, шул нигеҙҙә маҡсаттарға ла ирешә алмайһың, әлбиттә. Йәғни, журналист һәр осорҙа ла ана шул дөрөҫ мәғлүмәтте еткерә алыу-алмау менән осраша, бәрелешә. Ә еткерә алыу-алмауы, тағы ла ҡабатлап әйтергә мәжбүрбеҙ, йәмғиәттең кимәле менән бәйле. Әйтәйек, йәмғиәт журналисҡа, хәҡиҡәткә, ысынбарлыҡҡа тап килгән мәғлүмәт бир, тигән талап ҡуя ала икән, был бурысты үтәүсене үҙ ҡанаты аҫтына ла ала алһын! Хоҡуҡи яҡтан эшмәкәрлеге гарантияланған осраҡта ғына хәбәрсе һөҙөмтәле эшләйәсәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ әле лә берҙе һөйләйбеҙ, икенсене эшләйбеҙ, өсөнсө төрлө килеп сыға…

Ә һөҙөмтәле эшләү өсөн журналистың ниндәй мөмкинлектәре бар һуң?

- Гражданлыҡ позицияһы булғанда, Матбуғат тураһындағы законға нигеҙләнеп, күп проблемаларҙы хәл итергә мөмкин. Иң мөһиме - заманға ярашлы фекерең булһын. Әйтәләр әйтеүен: йәнәһе, журналист ул - ябай хәбәр еткереүсе генә. Улай түгел шул. Ябай хәбәр генә еткереүсе булып сығыш яһай алмай журналист. Әгәр ҙә инде: "Мин ҡушылғанды эшләйем", - ти икән, һөнәри бурысын еренә еткереп үтәй алмай, тигән һүҙ. Әлбиттә, матбуғат һәр ваҡыт коллектив емеше. Бында күмәкләшеп эшләйһең. Коллективта хәбәрсе, бүлек мөдире, баш мөхәррир, уның урынбаҫары бар. Ил етәкселәре бар. Хәбәрсе быларҙың бөтәһен дә иҫәпкә алып эшләргә мәжбүр. Бына ошондай идеалдан алыҫ булған шарттарҙа ла журналист үҙенең төп бурысын үтәй алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.
Күренеүенсә, журналист етәкселек алдында ла, ябай халыҡ араһында ла "үҙ кеше" була алғанда ғына һөҙөмтәле эшләй аласаҡ. Ә был еңелдән түгел. Булған мөмкинлектәрҙе тейешенсә файҙалана алыу уның һөнәри кимәленә, ҡыйыулығына, инаныстарына бәйле.
Өҫтөнә яуаплылыҡ алыуҙан да шыртламаһын ул. Халыҡ исеменән сығыш яһауын һәр саҡ тойоп йөрөһә, дөйөм мәнфәғәтте ышаныслы яҡлай аласаҡ. Үкенесле, әлбиттә, әммә мин, бөгөнгө мәғлүмәт саралары үҙ бурысын тейешенсә үтәй, тип әйтә алмайым. Мин бында дөйөм хәлебеҙҙе күҙ уңында тотам. Эйе, һәр йәһәттән дә өлгө булырлыҡ айырым хәбәрселәребеҙ бар ул. Чиновниктар араһында ла осрай мөмкинлектәрҙе тулыһынса файҙалана белеүселәр. Халыҡтың да алдынғы вәкилдәре етерлек. Әммә дөйөм торош ҡәнәғәтләнерлек түгел. Сәбәптәрҙе асыҡлай башлаһаң, проблемаларҙың бер-береһенә тығыҙ бәйле булыуын аңлайһың. Был йәһәттән халыҡ мәҡәле иҫкә төшә: "Атта ла, тәртәлә лә бар". Мин хатта, дауам итеп, "кәртәлә лә" тип өҫтәр инем. Унан да ғәйре дилбегә тотоусыны ла күҙ уңынан ысҡындырмайыҡ. Эйе, тәртә лә серек булыуы ихтимал (йә ҡабалан-ҡарһалан әтмәлләнгән), бейә лә холҡһоҙ, ҡаршылыҡтар ҙа табылып ҡына тора… Әммә дилбегә тотҡанһың икән (йә малай ғына көйөңсә тотторғандар икән), ҡайҙа, нисек, ҡайһы юлдан барырыңды уйлап эш ит, яуаплылыҡ той!

Журналист - шул уҡ сәйәсмәнме?

- Шулай тип тә әйтергә мөмкин. Бөйөк урыҫ шағиры А.С. Пушкинды беҙ, тәү сиратта, шағир булараҡ, йәғни, рухиәт менән эш итеүсе, ижадсы булараҡ беләбеҙ. Ләкин ул журналистика менән дә шөғөлләнә һәм журналистар тураһында: "Сословие журналистов есть рассадник людей государственных", - тип ысҡындыра. Йәғни, журналистика сәйәсәт менән туранан-тура бәйле. Әммә әйтелгәнгә бер ни тиклем асыҡлыҡ та индерергә кәрәк. Сөнки журналистика бик күп ҡырлы, күп яҡлы. Ул тормоштоң үҙе кеүек, кешелеккә ҡағылышлы бар нәмәне үҙ эсенә ала. Дөйөм алып ҡарағанда, журналистика сәйәсәтте бер нисек тә урап үтә алмай. Шуға ла, журналистар араһынан билдәле сәйәсмәндәр, депутаттар, хөкүмәт эшмәкәрҙәре, дәүләт кимәлендә эшләгәндәр сыға икән, быға ғәжәпләнәһе түгел. Был журналистиканың сәйәсәт менән бәйлелегенән килә. Йәғни, был өлкә менән шөғөлләнгән кеше инде предметты ентекләп, төбө-тамырына төшөп белә. Шуның өсөн уның журналистиканы ҡалдырып тороп, сәйәсәт менән генә шөғөлләнә башлауы ла бик мөмкин.

Журналист үҙ заманынан азат була аламы?

- Ул үҙенең заманынан азат була алмай, әммә киләсәкте күҙалларға тырышырға тейеш. Рәми Ғарипов тиккә генә: "Беҙ - үҙ хәбәрсеһе киләсәктең!" - тимәгән бит. Йәғни, ниндәйҙер ваҡиғаны тикшерә, һүрәтләй икән, уны ул киләсәк күҙлегенән сығып өйрәнергә тейеш. Әйтәйек, был ваҡиға бөгөн ошолай, иртәгә нисегерәк буласаҡ? Ошоларҙы күҙаллаһа, ул, әлбиттә, төплөрәк материал әҙерләй һәм үҙ заманынан күпмелер дәрәжәлә азат була ала, тип әйтергә мөмкин. Сөнки ул киләсәк күҙлегенән сығып эш итә, үҙен бөгөнгө менән генә тышауламай. Шуға ла, киңерәк, иркенерәк фекерләй. Шул уҡ Рәми ағайҙың эше һүҙенән айырылмаған, шуға ла ул телдең ни тиклем мөһимлеген дә аңлаған, шуның өсөн көрәшкән дә, был көрәш уға көс тә биргән. Тел, ысынлап та, көнүҙәк, ысынбарлыҡ тыуҙырған проблема, ниндәйҙер уйлап сығарылған түгел.
Журналист күпмелер дәрәжәлә тикшеренеүсе булып, ғалим, фән кешеһе һымаҡ сығыш яһай. Теге йә-ки был фактты "тере" килеш биреү менән генә сикләнә алмай. Ысын мәғәнәһендәге һөнәрмән икән, мөһим булған хәл-күренештең төбөнә төшә, асылын асыҡлай. Нимәне генә алып ҡарама, ул бер бөгөн генә барлыҡҡа килмәгән бит. Уның кисәгеһе бар, ниндәйҙер тарихи юл үткән. Ә иртәгә нисек буласаҡ - йыш ҡына ошондай һорауға яуап эҙләү мөһим булып сыға. Хәбәрсе һорауҙарҙы башҡаларға бирер алдынан, үҙ-үҙенә биреп, яуаптар эҙләп ҡарағанда ғына бөгөнгөнө нығыраҡ төшөнә бара. Кисәгене, бөгөндө һәм иртәгәне тығыҙ бәйләнештә күҙаллау иһә бигерәк тә мәслихәт. Бындай осраҡта журналист, үҙ заманынан тулыһынса азат була алмаған хәлдә лә, тарихты яҡшы белгәнгә, йәмғиәттең үҫеш логикаһын самалағанға, бөгөнгөнө тулыраҡ күҙаллай һәм уны "Бөгөнгөнөң ҡоло" тиергә тел әйләнмәйәсәк.

Ә журналист властан азат була аламы?

- Был, әлбиттә, сетерекле, һәр ваҡыт тыуа торған һорау. Шуның өсөн был проблемаға әлдән-әле әйләнеп ҡайтырға мөмкин. Минең үҙемдең ҡараш шундай: аҡыллы власть журналисты файҙалана белергә тейеш. Нимәлә файҙалана? Әгәр ҙә журналист, ысынбарлыҡты кемгәлер ярайым, тип яҙмай икән, ул бит власҡа ныҡ ярҙам итә. Сөнки ул хәҡиҡәтте асыҡларға булыша. Хәл-әхүәлебеҙ нисегерәк бөгөн? Тәү сиратта нимәгә иғтибар итергә кәрәк? Теге проблема быныһын хәл иткәнсе көтә аламы? Хәбәрсе ябай мәғлүмәтте генә түгел, тап ана шул иң көн үҙәгендәге мәғлүмәттәрҙе мәлендә тапшырырға, эҫе килеш еткерергә ынтыла. Шуның өсөн аҡыллы власть, тәжрибәле власть журналистарҙың эшмәкәрлегенә таяна һәм шуның өсөн уларҙы ҡеүәтләп, бер яҡтан, мөмкинлектәр, шарттар тыуҙыра, икенсенән, ирекһеҙләмәй. Шундай журналистика (ә власҡа яраҡлашып, власты ғына хуплап, уның һәр хәрәкәтен маҡтаған түгел) власҡа ҙурыраҡ файҙа килтерә. Әгәр ҙә власть ҡурҡмай икән, үҙенең креслоһына ғына йәбешеп ултырыуҙы ҡайғыртмай икән, ул тап ошондай дөрөҫлөктө һөйләгән журналистиканы яҡларға, уға эшләргә мөмкинлектәр тыуҙырырға тырышасаҡ. Шул осраҡта ғына журналист үҙенең бурысын да үтәй аласаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минең күҙаллауымса, чиновниктарҙың ҡайһы берҙәре, хатта күпселеге тип әйтер инем, журналистарҙың мөмкинлеген аңлап еткермәй, йә булмаһа, аңларға теләмәй.
Күренеүенсә, журналистиканы белеп файҙаланғанда, күп проблемаларҙы хәл итергә мөмкин. Ысынбарлыҡта иһә, беҙ йыш ҡына ыҫмалаға эләккән ҡош хәлендәбеҙ: суҡышты алалһаҡ, ҡойроҡ йәбешә, инде уныһын бушатһаң, суҡыш яңынан элекке хәленә ҡайта; батҡан аяҡтарҙы нисек алыу тураһында инде, уйларлыҡ та түгел. Йәғни, мәсьәләләр бер-береһе менән шундай ныҡ бәйле: береһен хәл итмәйенсә, икенсеһен ҡуҙғата ла алмайһың, йә өлөшләтә генә сиселеш табаһың. Әйтәйек, тәүге проблема иң мөһимдәрҙән-мөһиме, ти. Ә уны хәл итеү хөкүмәт кимәлендә ҡарар ҡабул ителеү-ителмәүгә бәйле. Һәм әйләнгән һайын шулай килеп сыға: яуаплы урындарҙа ултырған "яуапһыҙ" кешеләрҙең күберәк булыуы арҡаһында проблемалар үҙгәрешһеҙ ҡала бирә.

Һеҙ оҙаҡ йылдар йәш журналистар әҙерләйһегеҙ. Бөгөнгө йәш журналистарға нимә етмәй?

- Әлбиттә, йәштәрҙә тормош тәжрибәһе аҙыраҡ. Шуға мин уларҙа тормош тәжрибәһенең аҙлығына ул тиклем баҫым да яһамайым. Уйлауымса, йәш кешегә тәү сиратта үҙенең гражданлыҡ позицияһын булдырырға кәрәктер. Йәғни, ул үҙен шәхес итеп һиҙергә тейеш. Тормошта, һөнәре буйынса үҙ урынын табыу өсөн ныҡышмал эҙләнергә, эшләргә тейеш. Нисегерәк? Замандан артта ҡалмайым тиһәң, ғүмерең буйына уҡырға тура килә. Уҡыуҙы парта артында, йәиһә китап, гәзит, журнал уҡыу тип кенә ябайлаштырырға ярамай. Үткәндәрҙе белергә, көндәлек тормоштан хәбәрҙар булырға, һөнәрмәндәрҙең тәжрибәһен ентекләп өйрәнергә. Йәмғиәт нисегерәк үҫешә, ҡайҙа табан бара? Һайлап алған һөнәрең буйынса әҙме-күпме күҙаллауҙарың бар икән, һин артабан анализ менән шөғөлләнергә тейешһең: башҡалар нисек эшләй, ә ни өсөн улар шулай эшләй? Йәғни, йәш кеше үҙенә-үҙе һорауҙар ҡуйырға тейеш. Шул осраҡта ғына уның тормошто күҙаллауы ла формалаша, аңы ла үҫешә. Ул үҙендә тыуған һорауҙарға үҙе яуаптар эҙләп ҡараһын. Әйтәйек, мин ҡайһы берҙә журналист булараҡ һорауҙар бирәм икән, минең үҙемдең яуабым бар. Ләкин миңә башҡаларҙың нисек яуап биреүе ҡыҙыҡ. Шуның өсөн журналист үҙенә үҙе яуаптар эҙләй, унан башҡаларҙың ҡарашын белергә тырыша.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дөйөм алғанда, беҙҙә уҡыу кимәле, уҡыу сифаты төшә бара. Күпселек уҡыуға еңелерәк ҡарай. Ә бит тикмәгә генә белем алыуҙы ата-бабаларыбыҙ энә менән ҡойо ҡаҙыуға тиңләмәгән. Мин "йәштәр бөтөнләй икенсе", тип әйтергә теләмәйем. Уларҙың араһында замандан алда атлағандары ла бар. Ләкин улар күп түгел. Ҡайһы берәүҙәр диплом алыу өсөн генә уҡый, диплом алғандан һуң журналистика менән шөғөлләнмәйәсәк. Йәштәрҙең күбеһе компьютерҙы, программаларҙы яҡшы белеүенә һылтанып, үҙҙәрен алдынғы ҡарашлы, "бөтәһен дә яҡшы белеүсе" тип иҫәпләй. Был - ҡоралды белеү генә бит әле. Ул ғына етмәй. Хатта был ҡоралды ла ижади ҡуллана белер кәрәк. Бит бер үк операцияны әллә нисәмә төрлө юл менән эшләргә мөмкин. Шуны иҫәпкә алып, мин, студенттарға талап ҡуйғанда, аныҡ даталарҙы (киң билдәлеләрен, тотош осорға йоғонто яһағандарын белергә кәрәк, әлбиттә), шәхестәрҙе, ниндәйҙер сығанаҡтарҙы түгел, ә тәү сиратта, ниндәй генә проблема булмаһын, уларҙы хәл итеүгә ижади килеү һыҙаттарын үҫтерергә тырышам. Ябай ғына һорауҙарға яуап эҙләгәндә лә ҡалыплашҡан яуап табалармы, йә көтөлмәгән фекер әйтәләрме - иғтибарға алам. Ошонан сығып, йә хуплайым, дәртләндерәм, йә хатаһын аңлатып, кәңәштәрҙе еткерәм.
Тормош тәжрибәһенән сығып шуға инанғанмын: эшенә ижади ҡараған һөнәрмән генә заманынан артта ҡалмаясаҡ, эшенән дә, йәшәүенән дә ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисерәсәк.

Шулай итеп…
Билдәле шағир, ҡәләмдәштәренә бик талапсан Мәүлит Ямалетдин, Фәнил Күзбәковтың төрлө яҡлы ижадын баһалағанда, шундайыраҡ фекер үткәргәйне: "Тәнҡитсе Фәнил, әйтеп-әйтеп тә эш сыҡмаһа, шиғырҙы үҙе яҙып күрһәтә". Уның журналистикаға бәйле эшмәкәрлегенә лә был ҡараш тап килеп тора бит. Беҙ уның әҙиптәр менән әңгәмәләрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып барабыҙ. Ҡыҫҡаһы, Фәнил Күзбәковтың Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына тәҡдим ителеүе лә урынлы һәм бәхәсһеҙ.

Иҙел РӘХИМОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.09.17 | Ҡаралған: 894

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru