«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘСӘЙ БУЛЫУ ИҢ МӨҺИМ ЭШ
+  - 

Бик әүҙем, нәзәкәтле, сибәр актриса ул. Халыҡта уның кеүектәрҙе, ут бөрсәһе, тип йөрөтәләр. Әле генә киноға төшөп йөрөй, бер ҡараһаң, театрҙа матур геройҙары менән һоҡландыра. Стәрлетамаҡ театрының популяр телевизион проекты - "Күңелле йәшәйбеҙ"ҙең халыҡсан юморға ҡоролған сюжеттарын яҙыуға ла уның "ҡулы" тейеп өлгөрә. Башҡорт йәмәғәтселегендә булған һәр ваҡиғаға үҙенең нигеҙле фекере бар. Рубриканың бөгөнгө ҡунағы - Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт театры артисы Зиләрә ЮЛТАЕВА һорауҙарыбыҙға яуап бирә.

Стәрлетамаҡ театры, тимәк, артистар, һеҙ ҙә, яңы миҙгелдә тамашасыларға ниндәй "күстәнәстәр" әҙерләйһегеҙ?

- Быйылғы йылдың ахырына тиклем пландар билдәләнгән һәм беҙ күп эштәр башҡарырға ниәтләнеп торабыҙ әле. Тамашасыларыбыҙға төрлө-төрлө саралар, әкиәттәр тәҡдим итмәксебеҙ. Йолаларыбыҙҙы тергеҙеү, туған телебеҙҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән "Башҡорт телен өйрәнәм" тип аталған һәм уйындарға ҡоролған яңы проект үҙенсәлекле булмаҡсы. Яңы ғына "мейестән" сыҡҡан ҡыҫҡа метрлы фильм менән дә ҡыуандырасаҡбыҙ. Әлеге мәлдә ике спектакль өҫтөндә эшләйбеҙ. Режиссер Антон Федоров Мостай Кәримдең "Өс таған"ын һәм режиссер Зиннур Сөләймәнов Гарсия Лорканың "Бернарда Альба йорто" әҫәрен ҡуя. Репетициялар араһында республикабыҙҙың ауыл-ҡалаларына, шулай уҡ Краснодар яҡтарына гастролдәр билдәләнгән. Тағы ла Санкт-Петербургтан бер режиссерҙы көтәбеҙ. Театрыбыҙҙың репертуары тулыланып, яңы һулыш, боролош алып китер, тип ышанабыҙ. Актриса булараҡ, үҙемде милли драматургиянан тыш, сит ил, рус яҙыусылары пьесаларындағы образдарҙа ҡарауы ҡыҙыҡ. Эксперименттар яратам, үҙемде төрлө жанрҙарҙа үҫтергем килә. Ҡыҫҡаһы, Яңы йыл байрамына тиклем 6 төрлө спектакль сығарырға тейешбеҙ. Эш ҡайнай, ҡул ҡаушырып, күңелһеҙләнеп ултырырға теләк тә, ваҡыт та юҡ.

Театрҙа һәм кинола берҙәй әүҙем эшләгән актриса булараҡ, уларҙың ҡайһыһы күңелеңә яҡыныраҡ?

- Кино ла, театр ҙа икеһе лә яҡын, ике лә оҡшай, ике йүнәлеш тә мауыҡтырғыс. Үҙен артабан үҫтерергә, камиллашырға теләгән актер унда ла, бында ла өлгөрөргә тейештер. Беренсе төшкән фильмым "Сәк-сәк" ине. Уға төшкән ваҡытта ирем - кинорежиссер Руслан Юлтаев менән таныштыҡ та инде. Һуңынан, өйләнешкәс, уның менән "Күңелле йәшәйбеҙ" телепроектын уйлап таптыҡ, унда ла һирәкләп булһа ла төшә инем. Артабан "Бәхет ҡошо" һәм "Сируси" сериалдарында ла ролдәр башҡарҙым. "Өс хат"та Хазинаны уйнаным. Әйткәндәй, "Өс хат" фильмының кинофестивалдәрҙә йыш ҡына төрлө номинациялар яулауына, уның кино сәнғәте тәнҡитселәренә лә оҡшауының сере ябай. Йөрәктән сыҡҡан йылылыҡты, ихласлыҡ һәм йән әрнеүен бергә ҡушып, 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында беҙ тип йәнкәйҙәрен биргән олатай-атайҙарыбыҙға, тыл ветерандарына рәхмәт йөҙөнән, һуғыш һөҙөмтәһендә күпме тыумаған балалар тураһында һыҙланып төшөргәйнек беҙ уны. Был бөтөн илдең һәм ер шарының уртаҡ ҡайғыһы. Был тема барыбыҙға ла яҡын булғанғалыр, фильм ыңғай тәьҫораттар уята һәр кемдә. Уны хатта күп кенә сит илдәрҙә лә күрһәттеләр.

Әлеге мәлдә актриса Зиләрә Юлтаева ниндәй башланғыстар менән янып йөрөй?

- Театр актрисаһы булараҡ, режиссер Айҙар Зариповтың Мөнир Ҡунафин әҫәре буйынса сәхнәләштергән "Люксембургҡа барып ҡайтҡансы" спектаклендәге Гөлнәзирә роле өсөн "Театр яҙы" IX Республика фестивалендә "Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" тигән номинация ҙур ижади стимул бирҙе. Үҙемә ышанысым артты, илһам уянды. Бының өсөн фестивалгә, уны ойоштороусыларға, баһалаусыларға һәм, әлбиттә, коллективыма рәхмәтлемен. Шулай ҙа мин ир ҡатыны, балалар әсәһе булыуымды профессиональ һөнәремдән өҫтөнөрәк ҡуйырға тырышам. Һәр нәмәнең үҙ мәле, ролдәр ҙә булыр, иң мөһиме, балаларыбыҙ һау ғына булһын. Улым быйыл Башҡорт гимназияһына икенсе класҡа барҙы, көн дә тиерлек икешәр "бишле" тейәп ҡайта, Аллаға шөкөр, бына ошоноң менән бәхетлебеҙ. Ҡыҙым, үҙем кеүек, бейергә, кемдәрҙелер эләкләргә ярата. Уны беҙ, бәләкәй актрисабыҙ, тип йөрөтәбеҙ. Ҡылана инде үҙенсә, көҙгөнөң тотмаған ерен ҡалдырмай - бына был бәхет түгелме!
Киләсәктә Башҡортостаныбыҙ төрлө яҡлап нығынып үҫешеп китер, тип өмөт итәбеҙ, бының өсөн бар тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ. Милли сәнғәт тә ҡайһы бер үҫешкән илдәрҙәге кимәлгә күтәрелер, бөтөн донъяла хөрмәт яулар. Шуға зарланмайыҡ, ә ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләйек, тим.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.09.17 | Ҡаралған: 952

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru