«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАҒЫ ЛА ТЕЛ ТУРАҺЫНДА
+  - 

Белеүегеҙсә, һуңғы арала мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыу буйынса ҡайһы бер сетереклектәр килеп тыуып, эш атай-әсәйҙәрҙән "Балаңды туған телдә уҡытырға ризаһыңмы?" тигән ғаризалар йыйыуға тиклем барып еткәйне.

Әлбиттә, йәмғиәттә барлыҡҡа килгән ошондай сетерекле хәлдәр мәлендә ведомство етәкселәренең дә, республика етәкселәренең дә ҡәтғи һүҙе, ҡарарҙар, указдар ҡабул итеүе, йәғни мәсьәләне көйләүе талап ителә. Сөнки беҙ конституцион демократик дәүләттә йәшәйбеҙ, һәм халыҡ талабының хаҡлығы конституцияла һәм закондарҙа теркәлгән икәнен һәр саҡ иҫтә тоторға бурыслыбыҙ. Тағы бер иҫкә төшөрәйек: Рәсәй Конституцияһындағы 68-се статьяның 2-се пунктында: "Республикалар үҙ дәүләт телдәрен булдырырға хоҡуҡлы. Республикаларҙың дәүләт власы органдарында, урындағы үҙидара органдарында, дәүләт учреждениеларында улар Рәсәй Федерацияһының дәүләт теле менән берҙәй ҡулланыла", - тиелгән. Тимәк, оло Ватаныбыҙ - Рәсәйҙең Төп законына ярашлы, Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре - рус һәм башҡорт теле - бер үк конституцион-хоҡуҡи статусҡа эйә. Унан һуң, милли республикаларҙағы дәүләт телдәре мотлаҡ бөтә уҡыусыларға ла уҡытылырға тейеш, тигән фекерҙе Рәсәй Федерацияһының Конституция Суды үҙенең 2004 йылдың 16 ноябрендәге №16-П ҡарары менән яҡлап сыҡты.
Эйе, мәғариф системаһы кеүек башҡа бер генә өлкә лә туҡтауһыҙ реформаларға дусар ителмәйҙер. Рәсәйҙең яңы мәғариф министры Ольга Васильева ла был хаҡта борсолоп һөйләй һәм реформаларҙы туҡтатасаҡтары тураһында белдерә. Халыҡтың ана шул реформаларҙың, үҙгәрештәрҙең кире эҙемтәләре тураһындағы һүҙҙәре, туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләһе тураһындағы борсолоуҙары ла Мәскәүгә, юғарылағы етәкселәргә барып етһен һәм уны хис-тойғоға, кемдәрҙеңдер йоҙроҡ болғауына ҡарап түгел, ә закондарға таянып хәл итеү зарурлығы алға һөрөлһөн ине. Шуны теләй бит барыһы ла.
Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында Указ ҡабул итеүе ошо мәсьәләне көйләү юҫығындағы бер аҙым булды. Указ менән Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлап ҡалыуға, пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн республика Башлығы гранттары булдырылды. Был документта шулай уҡ Башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү фондын булдырыуҙың маҡсатҡа ярашлы булыуы билдәләнгән. Башҡортостан Хөкүмәтенә 2018 йылдың 1 февраленә тиклем "Башҡорт теле", "Рус теле" һәм "Туған телдәр" ярҙамсы программалары менән Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау, үҫтереү буйынса дәүләт программаһын әҙерләргә һәм раҫларға, шулай уҡ Указды тормошҡа ашырыуға бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылды.
Был юлдарҙы уҡыусыларға тағы шундай мәғлүмәт. Ата-әсәләргә, уҡытыусыларға, мәктәп директорҙарына, муниципалитет хакимиәттәренең мәғариф бүлектәренә ярҙам күрһәтеү өсөн Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағында хоҡуҡи ярҙам үҙәге асылды. Үҙәктең бурысы - башҡорт телен дәүләт һәм туған тел булараҡ өйрәнеү мәсьәләләре буйынса консультациялар биреү. Квалификациялы юристар, мөрәжәғәт итеүселәрҙең теләге буйынса, тел сәйәсәте өлкәһендә халыҡтың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәт-тәрен яҡлауға бәйле мәсьәләләр буйынса ойошмаға мөрәжәғәттәр, башҡорт телен өйрәнеүгә хоҡуҡты һаҡлауға бәйле ғаризалар, мөрәжәғәттәр, дәғүә ғаризаларын яҙырға ярҙам итәсәк. Үҙәктең эшмәкәрлеген финанс яҡтан тәьмин итеү өсөн махсус фонд булдырыласаҡ. Был Башҡортостанда йәшәүселәргә үҙәктең хеҙмәттәре менән бушлай файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк. Хоҡуҡи ярҙам үҙәгенә түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы, 3, 101-се бүлмә. Телефон: 8 (347) 246-30-42.
Тағы бер хәбәр. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы 2019 йылды ерле халыҡтарҙың теленә ярҙам итеү, хуплау һәм әүҙемләштереү маҡсатында Халыҡ-ара ерле халыҡтар телдәре йылы тип иғлан итте. Ошо башланғысты бөтә ағза-дәүләттәр, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы хупланы. Был хаҡта Европа башҡорттарының Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына башҡорт телен һаҡлау үтенесе менән мөрәжәғәт иткән Ойошма секретариатының яуап хатынан билдәле булды. "Ысынлап та, был күп кенә ерле халыҡтар юлыҡҡан ҙур проблема һәм ул Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында ҡурҡыу тыуҙыра. 2016 йылда ерле халыҡтарҙың телдәре буйынса эксперттар кәңәшмәһен ойошторҙоҡ, унда ошо һорауҙарҙы тикшерҙек", - тиелгән хатта. "Беҙгә артабанғы хәрәкәттәр стратегияһын уйлау өсөн ошо кәңәшмәнең документтарын ҡарарға, конференцияла сығыш яһаусы белгестәр менән бәйләнешкә инергә кәңәш иттеләр", - тип хәбәр итте Швейцарияла йәшәүсе Айһылыу Йәнтүрина-Дарлес.

Шулай итеп, милләттәштәргә шуны ла әйтеп ҡуяйыҡ: туған телеңде һаҡлау буйынса дәүләт кимәлендә ниндәй генә ҡарарҙар, указдар ҡабул ителмәһен, һәр кем үҙ бурысын иңенән төшөрмәҫкә тейеш икәнен аңлаһын ине: туған тел иң тәүҙә ғаиләлә һаҡлана! "Балаңды туған телдә уҡытырға ризаһыңмы?" тигән һорауға кире яуап биреүселәр араһында үҙебеҙҙең милләттәштәр ҙә барлығын беләбеҙ. Күренекле яҙыусыбыҙ Булат ағай Рафиҡовтың һүҙҙәре тап шундай манҡорт милләттәштәргә төбәп әйтелгән дә инде: "Туған телдән баш тартыу - ата-әсәңә, халҡыңа ихтирам юҡлығының, кәмһетеп ҡарауҙың билдәһе, ә һәр хыянат тыуған ереңде, ватандаштарыңды хурлауҙан башлана бит. Хыянат нигеҙендә үҙ йәнеңде бөтә нәмәнән өҫтөн ҡуйыу, йәғни ереңде, халҡыңды, намыҫыңды һаҡлау шикелле кешелек вазифаларыңды үтәүҙән баш тартыу, башҡалар иҫәбенә йәшәү теләге ята. Кешене ерәндерә торған теләк!"

Гөлбаныу ГӘРӘЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.10.17 | Ҡаралған: 1134

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru