«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЛҺӨЙӘРҘӘР БУЛМАҪ ТЕЛҺӨЙӘРЛЕК БУЛМАҺА
+  - 

Арҡауыл Йүрүҙән буйында ултырған боронғо ауылдарҙың береһе, аҫаба башҡорттар төйәге. Ауылдың Габовка тигән урамында элек-электән урыҫтар йәшәне. Хәҙер ҙә улар яңы йорттар һалып, башҡорттар менән дуҫлашып, туғанлашып, аралашып, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы ихтирам итеп йәшәй. Башҡортса һөйләшәләр. Балаларының мәктәптә башҡорт телен өйрәнеүенә лә ыңғай ҡарашталар.

Арҡауыл мәктәбендә 25 йыл башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләнем. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Вәриҙә Хөснөтдинова апай менән бергәләп рус кластарында башҡорт телен өс сәғәтлек программа менән уҡыттыҡ. Хәҙерге кеүек, рус кластары өсөн башҡорт теле дәреслектәре лә юҡ ине. Башланғыс кластар өсөн дәреслектән файҙаланып, башҡортса дөрөҫ яҙырға, уҡырға, аралашырға өйрәтә инек. Шиғырҙар ятлатыуға өҫтөнлөк бирҙек. Уҡытыу-тәрбиә эшендә балалар матбуғатын файҙаландыҡ. Уҡыусы йәшәгән һәр ғаиләгә "Йәншишмә" гәзите, "Аманат" менән "Аҡбуҙат" журналдары килер ине. Дәресте, ғәҙәттә, "Йәншишмә" гәзитенә күҙәтеү яһауҙан башлар инем. Артабан уҡыусыларҙы гәзиткә хәбәрҙәр яҙырға өйрәттек. Мәҡәләләре баҫылып сыҡһа, улар өсөн оло байрам булыр ине.
Рус кластарында уҡыған төрлө милләт балалары һәр саҡ дуҫ-татыу булды, башҡортса уҡымайым, тип ҡарышып ултырманы. Беҙ эшләгән дәүерҙә ата-әсәләр ҙә мәктәп эшенә ҡыҫылып, балаһына уҡыу телен һайлап, ғариза яҙып йөрөмәне. Етәкселектә лә телде һөйгән, белгән, хөрмәт иткән шәхестәр ултырҙы. Район комитетының идеология буйынса секретары Мәрйәм Кәримова милли телдәрҙә уҡытыуҙы үҙе контролдә тотто, ә мәғариф идаралағының телдәр бу-йынса методисы Сажидә Миһранова башҡорт телен уҡытыу, уның абруйын күтәреү өҫтөндә фиҙаҡәр эшләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡалала ғына түгел, ауылда ла туған телендә һөйләшмәүселәр ишәйҙе хәҙер. Быға кәрәҙле телефон, интернет булышлыҡ итә, күрәһең. Үҙем йәшәгән урам балалары ла русса һөйләшеп уйнайҙар. Йыш ҡына уларҙың янына барып, әңгәмәләшеп алам. "Атайың, инәйең кем, башҡортмо, урыҫмы? Өйҙә ниндәй телдә һөйләшәһегеҙ?" - тип һорайым. Һеҙ башҡорт бит, башҡортса һөйләшергә кәрәк, "Һаумыһығыҙ", тип иҫәнләшегеҙ, тип өйрәтәм. Өйрәтеүгә ҡолаҡ һалалар, мәктәптән ҡайтыусы балалар "Һаумыһығыҙ", тип иҫәнләшеп үтәләр.
Эйе, башҡорт, рус, инглиз телдәрендә һөйләшкән балаларға ҡарап, һоҡланам. Улар шулай төрлө телдәр белеүе менән бәхетле. Тик бына, үкенескә ҡаршы, йөҙө-һыны башҡорт булып та, туған телендә һөйләшә белмәгән кешеләр ишәйеүе эсте бошора барыбер. Улар тел белмәүҙәренән ояла, ҡыйынһына, әлбиттә. Ҡарап тороуы йәл ундай кешегә. Был хәлгә ата-әсә, ясле, мәктәп ғәйепле икәне көн кеүек асыҡ. Ҡатнаш никахтар ҙа үҙ ролен уйнай был тәңгәлдә. Ундай ғаиләлә үҫкән балалар барыбер ике ут араһында ҡала, тәжрибә күрһәтеүенсә, башҡорт милләте файҙаһына булмай уның һайлауы. Бер танышым сит милләт ҡыҙына өйләнде. Килен кеше ҡайны-ҡәйнәһенең тупһаһына аяҡ та баҫмай, туғандарын да танымай. Өфөлә йәшәп, ике ҡыҙ үҫтерәләр. Үҫеп еткән ҡыҙҙары әсәләренә: "Мама, неужели ты себе русского не нашла?" - тип әйтә икән. Ғаиләлә атайҙарының да, уның милләтенең дә, теленең дә абруйы булмауы тураһында һөйләй инде был миҫал. Үкенескә күрә, бындай яҙмышлылар бихисап бит.
Унан һуң, ата-әсәләр араһында, ниңәлер: "Балам башҡортса уҡыһа, кеше булмаҫ", тигән фекер таралып китте. Күп зыялыларыбыҙҙың башҡорт мәктәбендә уҡып, кеше булыуы бының киреһен раҫлай ҙабаһа. Мәҫәлән, 1953 йылда Ҡыйғы районы Абзай башҡорт урта мәктәбен 20 уҡыусы тамамланыҡ. Уҡытыусыларыбыҙ Фәниә Чанышева, Вәсил Ғәйнетдиновтар туған телгә һөйөү тәрбиәләне. Математика, физика, химия фәндәрен русса, ҡалғандарын башҡортса уҡыныҡ. Рәғиб Ғимаев менән Сафа Әхмәтов республикала танылған техник фән докторҙары булды. Гүзәл Сәғитова-Мәғәфүрова танылған артист, ҡалғандарыбыҙ уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре, төҙөүселәр булып киттек. Ҙур вазифалар биләп, туған телендә иркен һөй-ләшкән кешене бәхетле, абруйлы, оло шәхес итеп һанайым. Һүҙем БДУ-ның география факультеты деканы Инбер Яппаров хаҡында. Биографияһы ҡыҫҡа: Дыуан районы Ҡәҙер һигеҙ йыллыҡ мәктәбе, Мәсәғүт педучилищеһы, БДУ-ның география факультеты. Сәсән телле Мөхәмәт ағай менән Сафура апайҙың улы ул. Туған тел - әсә һөтө, атай аҡылы менән һеңгән уға. Инбер радио, телевизорҙан йыш һөйләй. "Телевизорыңды ас, Яппаров һөйләй", - тип шылтырата миңә йыш ҡына Хәнифә Сиражетдин ҡыҙы. Тәбиғәт күренештәре, төрлө ғәрәсәттәр хаҡында, ерҙә, күктә бер-бер ғәрәсәт ҡупһа, башҡорт теленең һүҙ байлығын оҫта ҡулланып, уларҙың сәбәбен, зыянын халыҡҡа ваҡытында аңлата бара Инбер Яппаров.
Быйылғы август конференцияһында мәктәптәр алдында уҡытыуҙы тәрбиә эше менән ҡушып алып барырға тигән бурыс ҡуйылды. Был яңылыҡ түгел, Совет дәүерендә лә уҡытыусылар алдына ҡуйылған төп бурыс ошо ине. Белеүебеҙсә, капитализм тәрбиә өлкәһендә тупланған бар ҡаҙаныштарҙы емереп килеп инде беҙҙең донъяға. Баланы шәхес итеп тәрбиәләгән ойошмалар юҡҡа сыҡты. Совет кешеһенең әхлаҡ кодексы онотолдо. Һөҙөмтәлә ата-әсә тәрбиәһе етмәгән, илһөйәрлек тойғоһо булмаған быуын үҫте. Вандалдар, наркомандар, эскеселәр әхлаҡ кәмеүенән барлыҡҡа килгән заман бәләләре бит инде улар. Шуға ла уҡытыу һәм тәрбиә мәсьәләһенә ныҡлап йөҙ бороу аңлашыла. Тик бына тәрбиә һәр милләт балаһына үҙ туған телендә еткерелә, һеңдерелә икәнен генә онотмаҫҡа кәрәк. Был беҙҙең башҡорт балаларына, башҡорт теленә лә ҡағыла. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ғәмәлгә ашырыу, уның абруйын күтәреү юлдарын эҙләргә кәрәк, минеңсә. Эшкә алғанда, юғары вазифаларға үрләткәндә шәхестең башҡорт телен белеүен дә шарт итеп ҡуйырға кәрәк. "Башҡортса аңлайһыңмы, һөйләшә беләһеңме?" тигән һорау уйланырға мәжбүр итер, телгә ҡарашын үҙгәртер ине күптәрҙең.
Мине тағы шул аптырата: ниңә ата-әсәләр бик шәбәйеп, ғауғалы булып китте әле? Мәктәптең үҙ принцибы, үҙ уҡытыу тәртибе, уставы, башҡа документтары менән билдәләнгән уҡытыу теле бар бит. Ата-әсә һүҙе ошо документтарҙан өҫтөн булып сыға түгелме? Уҡытыу теле һайлаһындар, ғариза яҙһындар, имеш. Бөгөнгө ата-әсәләрҙең ҡайһы берҙәренең үҙҙәрен тәрбиәләү талап ителеүе лә сер түгел бит әле.
Мәктәп телһөйәр, илһөйәр шәхес тәрбиәләп сығарырға тейеш. Әгәр ҙә балаларҙы туған телдә уҡыуҙан мәхрүм итәбеҙ икән, ниндәй илһөйәрлек тураһында һүҙ барыуы мөмкин! Ата-әсәләрҙең барыһы ла ошо хәҡиҡәтте аңларлыҡ кимәлдә түгел бит. Һәр хәлдә, улар менән дә аңлатыу эштәре алып барырға тейеш уҡытыусылар, башҡа йәмәғәт эшмәкәрҙәре, зыялыларыбыҙ. Милләтеңдең бәҫен ебәреп, унан баш тартыу, балаларҙы туған телдән мәхрүм итеү оло әҙәпһеҙлек, атай-олатайҙар аманатына хыянат итеүгә тиң икәнен ныҡлап аңлатыу кәрәк уларға.
Ауылдашыбыҙ, мәшһүр шағирыбыҙ Рәми Ғарипов:
Халҡым тел тыуҙырған,
Бөйөк бер тел!
Теле үлмәҫ, үҙе үлмәһә...
Үҙе үлмәҫ,
күрер киләсәкте,
Үҙен үҙе әгәр күммәһә, - тигән. Үҙ ҡулдарыбыҙ менән быумайыҡ илһөйәрлекте, телһөйәрлекте, тип әйткем килә мине ишетеүсе бар кешеләргә.

Мөслимә МӨҒТӘБӘРОВА.
Салауат районы Арҡауыл ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.10.17 | Ҡаралған: 918

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru