«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТИПТӘР ҺҮҘЕНЕҢ КИЛЕП СЫҒЫШЫ ТУРАҺЫНДА
+  - 

Билдәле ғалим-тарихсыбыҙ Әнүәр ағай Әсфәндийәровтың көнбайыш башҡорттары тарихына арналған ғилми мәҡәләһен гәзитебеҙҙә баҫырға әҙерләгәндә уның типтәр сословиеһына арналған өлөшөн айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул иттем.

Ғалим типтәрҙәрҙең милли сығышы төрлөсә булып, улар араһында ерһеҙ башҡорттарҙың, ситтән күсеп килгән татар, сыуаш һәм башҡа халыҡ вәкилдәренең булыуын тарихи документтар ерлегендә раҫлай. Уның Башҡортостандан башҡа бер төбәктә лә типтәр сословиеһы теркәлмәүе һәм типтәрҙәрҙең тәүгеләренең ерһеҙ ҡалған башҡорттарҙан булыуы хаҡындағы фекерҙәре иғтибарға лайыҡ.
Бәғзе донъя телдәрендәге уртаҡ һүҙ тамырҙарының башҡорт телендә лә булыуы менән ҡыҙыҡһынған кеше булараҡ, мин Ә. З. Әсфәндийәровтың "типтәр" һүҙенең этимологияһы хаҡындағы фекерҙәрен бик ентекләп уҡыным. Килмешәктәрҙең айырым дәфтәргә теркәлеүе менән бәйләп, күптәр "типтәр" һүҙенең "дәфтәр"ҙән килеп сығыуына ышана. Ғалим был фараздың ысынбарлыҡҡа тура килмәүе, ошо ике һүҙҙе бәйләүҙә бер ниндәй ҙә логика булмауы хаҡында яҙа. Ябай тел анализы ла ошо фекерҙең дөрөҫлөгөн раҫлай. Дин, уҡыу-яҙыу, фән өлкәһенә ҡараған байтаҡ ҡына һүҙҙәр телебеҙгә ғәрәп һәм фарсы телдәренән килеп ингән. Фарсы һәм ғәрәп һүҙҙәренең әйтелеше башҡорт кешеһендә әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай, шуның өсөн уларҙы үҙгәртеү, ҡулайлаштырыу ихтыяжы ла юҡ. "Дәфтәр" һүҙе күп быуаттар элек телебеҙгә нисек килеп ингән, хәҙер ҙә бер үҙгәрешһеҙ ҡулланыла. Шулай булғас, "дәф" ижегенең "тип"кә әүерелеүенә ышаныу бер ҡатлылыҡ булыр ине. Унан һуң, айырым кешене генә түгел, тотош халыҡ төркөмөн йәнһеҙ әйбер-предмет исеме менән атау халҡыбыҙға хас күренеш түгел.
Минеңсә, "типтәр" һүҙенең килеп сығышын "тибеү - тибелеү - типтереү - типтер - типтәр" һүҙ теҙмәһе нигеҙендә аңлатыу шулай уҡ ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Берҙән, "типтер" - "типтереү" ҡылымы бойороҡ һөйкәлеше булып, тел ҡанундарына ярашлы, бер нисек тә исемгә әүерелә алмай, һәм башҡорт телендә ошо рәүешле яһалған бер исем дә юҡ. Икенсенән, "тибеү" һүҙенең башҡа кешене түбәнһетеү, мәсхәрәләү, күрә алмау кеүек мәғәнәүи төҫмөрләнештәре бар: халыҡ мәнфәғәттәре өсөн ихтилалда ҡатнашып, аҫабалыҡ хоҡуғынан яҙған башҡорт типтәре лә үҙ ҡан-ҡәрҙәштәре тарафынан "тибелгән" булып сыға түгелме һуң? Билдәле булыуынса, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тупаҫ боҙоусылар ғына үҙ ырыуынан ҡыуып сығарылып, "тибелеү"гә дусар ителгән. Ә башҡа тарафтарҙан күсеп килеүсе типтәрҙәр "тибелеп" түгел, башлыса үҙ ирке менән башҡорт аҫабалары биләгән ерҙәргә һыйынырға тырышҡан.
"Типтәр" һүҙенә иғтибарлабыраҡ ҡараһаң, уның ике өлөштән - "тип" тамырынан һәм "тәр" күплек ялғауынан хасил булғанын күрергә була. Тимәк, беҙгә ошо "тип" тамырының килеп сығышын һәм мәғәнәһен асыҡлау фарыз. Булмаһа, ошо ниәтебеҙҙе күҙ уңында тотоп, фекеребеҙҙе Кавказ тарафтарына йүнәлтәйек.
Билдәле булыуынса, ингуш һәм чечен халыҡтарының ижтимағи тормошонда "тейп" тип аталған ырыу берләшмәләре ҙур роль уйнай. Чечен телендә был һүҙ "тайп" тип әйтелә. Бер тейпҡа ҡараған кешеләр һәр осраҡта ла нәҫелдәш заттар булмай, улар уртаҡ территория һәм бер үк һөнәр менән шөғөлләнеү ерлегендә лә берләшә. Мәҫәлән, пешхой тейпы сүлмәк яһаусыларҙан хасил булған. Әйткәндәй, 130-ҙан ашыу чечен тейптарының 35 проценты сығышы буйынса чечен халҡына ҡарамай икән, сөнки тейпҡа башҡа урындарҙан күсеп килеүселәр ҙә инә алған. Беҙгә бына нимә мөһим: чечен тейптарының, бигерәк тә боронғоларының, һәр береһенең изге тауы, йәки тау түбәһе булған. Был башҡорт ырыуҙарының аймаҡтарға, икенсе төрлө әйткәндә, түбәләргә бүленеүенә бик оҡшаш. Чечен тейпы башҡорт түбәһе һымаҡ ул.
Фекер ебен артабан һүтә бирәйек. Боронғо ғәрәптәр бер ырыу-ҡәбиләгә ҡараған йәиһә бер дингә табынған кешеләр төркөмөн "таифә", тип атай. Йәнә, ошо уҡ тамырҙан яһалған ҡылым күсеп йөрөү, сәйәхәт итеүҙе лә аңлата икән. Ғәрәп бәҙәүиҙәренең төркөм-таифәләргә бүленеп, сикһеҙ сүллектәрҙә күсмә тормошта йәшәгәне лә билдәле. Тимәк, Кавказ халыҡтарының "тейп" һәм ғәрәптәрҙең "таифә" һүҙҙәренең тамырҙаш һәм мәғәнәләш булыуы шик тыуҙырмай.
Бына ошо тарихи-лингвистик экскурсты тамамлап, үҙебеҙҙең типтәрҙәргә ҡайтайыҡ. Һис шикһеҙ, типтәрҙәр - күсеп йөрөүсе (!) төркөм, башҡа "тайп", икенсе "таифә" кешеләре. Башҡортта ҡалын ижекле һүҙҙәрҙе йомшартып әйтеү осраҡтары бар: аҙ - әҙ, асы - әсе һ.б. Тимәк, "тайп - тәйп -тейп" сиратлашыуын дөрөҫ тип тапһаҡ, уның күплек варианты булараҡ, "тәйптәр - тейптәр" һүҙе килеп сыға. Мәғәнәүи яҡтан ҡарағанда ла, типтәр тип аталғандар (башҡорт булған хәлдә лә) икенсе төптән, башҡа түбәнән, башҡа төркөмдән күсеп килеүселәр булған бит.
Әйткәндәй, бер урындан, билдәле йүнәлештән ситкәрәк китеүҙе аңлатҡан "тайпылыу" һүҙе лә ошо уҡ тамырҙан сыҡҡанға оҡшай. Ғөмүмән, донъя телдәре күҙгә күренмәҫ боронғо мәғәнәүи һәм лингвистик ептәр менән бәйләнгән. Беҙ һис иғтибар итмәгән, башҡортса ла "тип", тип әйтеп йөрөгән ҡәҙимге урыҫ һүҙе лә әле тикшергән һүҙҙәргә тамырҙаш та, мәғәнәләш тә булып тойола: бер класҡа, бер төркөмгә берләштереп булған нәмәләргә ошо "тип" һүҙен ҡулланабыҙ бит, йәмәғәт.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.10.17 | Ҡаралған: 1155

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru