«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДЕПУТАТЛЫҠ ВАЗИФАҺЫ "МИЛЛӘТ ӘСӘҺЕ" ТИГӘН ВАЗИФАҒА ҠАМАСАУЛАМАЙ
+  - 

Сәйәсәт - элек-электән ир-ат өлкәһе, ир-ат шөғөлө иҫәпләнә. Ир-егеттең батырлыҡтар, ҡыйыу ҡарарҙар ҡабул итеү сифаты уның тәбиғи булмышында ята, ә ҡатын-ҡыҙҙың асылы - донъяға һөйөү таратыуҙа, тиҙәр. Ә шулай ҙа халыҡтың ышанысын аҡлап, сәйәсәттең еңел булмаған йөгөн үҙ иңдәрендә алып барыусы ҡатын-ҡыҙ замандаштарыбыҙ күп беҙҙең. Уларҙың береһе - Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Үҙәк штабы рәйестәше, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы АЙЫТҠОЛОВА менән уның депутат эшмәкәрлеге һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында әңгәмәләшәбеҙ.

Ғаилә лә, мөхит тә тәрбиәләй

Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында тыуып-үҫеп, икенсе класҡа тиклем ошо ауылда уҡыһам да, ғаиләбеҙ менән ситкә сығып китеү сәбәпле, урта мәктәпте Ҡаҙағстанда тамамланым. Шулай ҙа һөнәр алыу өсөн Башҡортостанды һайланым - тәүҙә Белорет педагогия училищеһында (колледжы), аҙаҡтан Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетында һө-нәр үҙләштерҙем. Атайымдың тамырҙары Учалы районы Туңғатар ауылынан, ул Силәбе өлкәһе менән сиктәш кенә. Өләсәйем менән олатайым Силәбе өлкәһе Златоуст ҡалаһында йәшәгән. Атайым ҡалала үҫкән, ҡала мәктәбен тамамлаған. Инәйем (әсәйем.-Ред.) менән өйләнешеп, инәйемдең тыуған ауылы Яңы Байрамғолда йәшәй башлағас та атайым урыҫ теленән саф башҡортса аралашыуға күсә алмай. Шуға ла өйҙә беҙ башҡортса ла, урыҫса ла һөйләштек. Ике телдә лә, тигәс тә, ике телде ҡатыштырып, бутҡа яһап түгел, ә айырым-айырым ике телдә һөйләштек. Шуға ла миңә бөгөн сығыш яһарға тура килһә, ике телдә лә таҙа итеп һөйләй алам.
Баланың теле ғаиләлә әсә телендә асылырға тейеш, ул бәләкәй саҡта уның менән тик туған телдә һөйләшергә кәрәк, тигән фекерҙең дөрөҫлөгөнә инанғанмын. Ҡайным һәм ҡәйнәм менән өйҙә башҡортса аралашабыҙ, шуға ла тормош иптәшем менән килештек тә, балалар үҫкәнсе, улар менән тик башҡортса һөйләшергә тырыштыҡ. Өлкән ҡыҙыбыҙға әле 21 йәш, ул балалар баҡсаһында ла башҡорт төркөмөнә йөрөнө, туған телен яҡшы белә. Ә бына бәләкәй ҡыҙыбыҙға башҡорт төркөмөндә шөғөлләнергә мөмкинлек булманы. Башҡортса ғына һөйләшкән бала, балалар баҡсаһына барғас, бер нәмә аңламайынса, бер ай шымып йөрөнө-йөрөнө лә, урыҫ телендә һөйләшеп алды ла китте. Шуға ла, башҡорт балаһы урыҫ телен үҙләштерә алмаҫ, тип, һис борсолорға ярамай ата-әсәләргә. Бәләкәй баланың сит тел үҙләштереү һәләте ҙур, ә бына бала саҡтан туған телендә аралашмаһа, аҙаҡтан һуң булыуы ла ихтимал. Бөгөнгө көндә бөтөн уҡыу йорттарында ла сит тел булараҡ инглиз теле өйрәтелә һәм беҙ күрәбеҙ: башҡорт телендә һөйләшкән балаға инглиз өндәре лә тәбиғи бирелә, сөнки уның теле ошо өндәрҙе әйтеп асылған.

Журналист шул уҡ сәйәсмән

Педагогия училищеһынан һуң журналист һөнәрен һайлағанда йәшлегемә барып, уның асылын, мәғәнәһен аңлап етмәгән дә булғанмындыр. Шуныһы ла ҡыҙыҡ, бала саҡта мин ул ваҡыттағы иң билдәле һөнәрҙәр - уҡытыусы ла, табип та түгел, ә журналист булып уйнағанмын. Үҙем иҫләмәйем, әммә инәйем һөйләүенсә, тараҡты микрофон итеп тотоп, уға һөйләп, хәлдәрегеҙ нисек, тип, башҡаларға һорау биреп йонсотҡанмын. Баҡтиһәң, журналистика һинең йәшәү рәүешеңә әүерелә икән. Белемдән тыш, журналисҡа тәжрибә кәрәк, шунһыҙ ул үҙ һөнәренең оҫтаһына әүерелә алмай. Студент саҡта "Молодежная газета"ла эшләп киткәйнем. Ә һөнәрҙең тәмен радиола, телевидениела эшләгәндә тойҙом. Депутат итеп һайланғас, башта миңә, эфирҙа эшләп өйрәнгән кешегә, нимәлер етмәй һымаҡ ине. Әлбиттә, журналист шулай уҡ сәйәсәттән ситтә була алмай, һөнәрең шундай: теләйһеңме һин, юҡмы - сәйәси ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнарға, бөтөн яңылыҡтарҙы, үҙгәрештәрҙе белергә тейешһең.
Депутат эшенә журналист һөнәре аша килеүем әлеге эшемдә ныҡ ярҙам итә. Журналист булараҡ, республика буйлап күп йөрөнөм, проблемаларҙы ишетеп түгел, күреп беләм. Закон ҡабул ителгәндән һуң да, халыҡ менән аралашып, уларға был реформаның файҙаһы бармы, юҡмы, нимәгә иғтибар итергә кәрәклеген белешергә ғәҙәтләнгәнмен. Шулай уҡ журналист булараҡ, һәр бер һорауҙы төбөнә төшөп асыҡларға тырышыу бар. Халыҡ менән власть араһындағы арауыҡты яҡынайтырға тырышыуға ла беренсе һөнәремдә үҙләштергән сифаттар ярҙам итә. Элекке журналистар булмай, был - хәҡиҡәт.

Башҡорт телен уҡыйыҡ!

Бөгөн дәүләт теле булараҡ та, туған тел булараҡ та башҡорт телен өйрәнеү өсөн бөтөн шарттар тыуҙырылған - закондар яҡлай, уҡытыусылар бар, бюджеттан аҡса бүленә. "Мәғариф тураһында"ғы законға килгәндә, ул тел мәсьәләһенә ҡағылышлы ғына түгел, ә бөтөн һорауҙарға ҡарата ла бик демократик ҡарашта төҙөлгән һәм уның вариатив өлөшө шаҡтай ҙур. Теләй икән, бала мәктәпкә йөрөмәй, өйҙә уҡый, теләй икән, параллель рәүештә бер нисә вуз тамамлай, теләй икән, профилле кластар бар, теләгән фәндәрен тәрәнерәк өйрәнә ала. Бер яҡтан, был - заманса мәғариф системаһының демократик принциптары. Икенсе яҡтан, кешенең теләктәренә килгәндә, был бик ҡатмарлы һорау. Беҙ "тейеш" тигән принципта эшләгән совет мәктәбендә белем алдыҡ. Әлбиттә, унда уҡыған ҡайһы бер предметтарҙың тормошта кәрәге лә теймәне, әммә уларҙы беҙ уҡырға тейеш инек. Ни өсөн, тигән һорау ҙа тыумай торғайны. Бөгөн заман икенсе, заманса фекерләгән ата-әсәләр быуыны үҫеп етте. Был Закондың ҡабул ителеүенә декабрҙә биш йыл була, һуңғы ваҡытта ата-әсәләр уның көсөн һәм тәмен белеп алды. Улар һәр бер фән, дәреслек тураһында белергә теләй - ниңә, ни өсөн, унан балама ниндәй файҙа? Тимәк, уҡытыусыларға ла, мәктәп директорына ла ошондай фекер йөрөткән ата-әсәләр менән аралаша, хәлде аңлата белергә өйрәнергә кәрәк.
Һәр бер нәмәнең ыңғай һәм кире яғы булған кеүек, был күренештең ыңғай яғы шунда - конкуренция үҫә, уҡытыусылар, ә уларҙың йөҙөндә мәғариф системаһы ошо шарттарҙа үҙе лә үҙгәрергә, икенсерәк сифаттарҙы үҙләштерергә бурыслы. Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөнгө еңел булмаған осорҙо мин бер хәлдән икенсе хәлгә күсеү осоро тип атар инем. Яңылыҡтар үҙләштерелеп, иләнеп, һуғылып, яйға һалынырға тейеш ине ҡасан булһа ла. Ошоно йырып сыҡһаҡ, мәктәпкә мөнәсәбәт тә үҙгәрер, бәлки. Беҙ бала саҡта, шым ултыр, тип уҡытһалар, бөгөн төрлө методикалар күп, уларҙың ҡайһылары буйынса уҡыусы дәрестә парта артында бөтөнләй ултырмай, ә кабинетта ирекле хәрәкәт итеп белем ала, был тыйылмай. Бала үҙен азат тоя. Донъя үҙгәрә, шуға ла, элек рәхәт ине, элек яҡшы ине, тип, беҙ ҙә боронғоға йәбешеп ята алмайбыҙ. Бары тик үҙгәреп торған шарттарға үҙебеҙҙең яуап булырға тейеш.

Беҙ ҙә үҙгәрәбеҙ...

Үҙгәрештәр журналистикаға ла ҡағыла. Бөгөн үҙ фекереңде еткереүҙең юлдары шул тиклем күп, күрә йөрөйбөҙ, кеше яҙа, фекер йөрөтә, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт табып, уны еткерә белһә, уның бөтөнләй журналист булмауы ла ихтимал. Ул фекерен социаль селтәрҙәрҙә баҫып сығара ала, ундай кешеләрҙең төркөмөнә яҙылыусыларҙың һаны ҡайһы берҙә 30-70 мең тирәһе була. Гәзиттәрҙең ундай тиражы юҡ. Шуға ла бөгөн журналист үҙгәрергә тейеш. Журналист булып эшләйһең икән, һин дә ошо социаль селтәрҙәрҙә булырға, үҙең тапҡан, яҙған материалдарыңды күберәк кеше уҡыһын өсөн юлдарын эҙләргә бурыслыһың. Журналистар - улар яҙа белгән, тормошто күҙәтә, һығымта яһай белгән кешеләр, уларҙың яҙған мәҡәләләре бөгөнгө матбуғаттың беренсе өлөшө генә. Ошо мәҡәләне уҡыусыларға алып барып еткереү - икенсеһе.
Бөгөн көслө журналистар күп, тик уларҙың ижадын уҡыусыға еткереү йәһәтенән дә эшләргә кәрәк. Заман журналисының тауышы "үтек"тән дә ишетелергә тейеш. Әбей-бабайҙарға ул гәзит аша килһә, йәштәргә - социаль селтәрҙәр аша. Мәҫәлән, минең бәләкәй ҡыҙыма 9 йәш. Элек беҙ Юрий Гагариндарға ҡарап һоҡланһаҡ, бөгөн ҡыҙым блогерҙарға тиңләшергә ынтыла. Иң ҡыҙығы, хәҙерге балалар, блогер бөтөн нәмәне лә белә, тип уйлай. Интернеттан блогерҙарҙың видеоларын ҡарай, үҙе лә эшләп маташа. Яңыраҡ ҡына миңә һөйләй, Ивангай тигән блогер сирләп киткән, ти. Бер аҙна буйына бер нәмә лә яҙмаған, бер аҙна буйына уның бер ниндәй ҙә яңылыҡтары булмаған. Ошо арала исеме билдәһеҙ генә бер бала-саға уны яҙылыусылар һаны буйынса үтеп киткән. "Былай барһа, интернетты балалар үҙҙәренең ҡулдарына алып ҡуяр инде", - ти ҡыҙым.
Быларҙы мин нимә өсөн һөйләйем? Бөгөн йәштәр бөтөнләй икенсе төрлө фекер йөрөтә, уларға бөтөнләй икенсе нәмәләр ҡыҙыҡлы. Мәғлүмәт алыусылар үҙгәрә икән, журналистарға ла мәҡәләләрен уларға еткереү өсөн ошо юлдарҙы ҡулланырға тура киләсәк. Депутаттарға ла ҡағыла был. Депутат үҙенең эшен яҡтыртып барһын, депутат менән еңел бәйләнешкә инеп булһын. Интернет менән файҙаланыусылар һаны киләсәктә күбәйә барасаҡ. Интернетта үҙебеҙҙең шрифт, башҡортса төркөмдәр булыуы ыңғай күренеш. Йәғни, интернетта ла башҡорт мөхите булырға тейеш, бөгөн ул бар, хәҙер интеллигенцияны унда ла йәлеп итергә кәрәк. Сөнки, әйтеүемсә, бөгөн балаларҙы блогерҙар тәрбиәләй, ә улар араһында ысын шәхестәр һирәк. Милләт булараҡ үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ, беҙҙең фекергә ҡолаҡ һалһындар, тиһәк, төрлө алымдарҙы үҙләштереп, ҡулланырға тейешбеҙ.

Милли канал - милли мөхит

Ҡасандыр телевидение журналисы булараҡ та, әле лә урындағы телевидение менән яҡшы аралашам, уларҙың проблемаларын, яңылыҡтарын белеп торам. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында профессиональ команда эшләй. Рәсәй кимәлендә беренселәрҙән булып инициатива менән сығыш яһап, эште аҙағына тиклем еткереп, закон рәүешендә индереп, 21-се кнопка тип йөрөтөлгән мотлаҡ дөйөм кнопкаға үҙенең контентын урынлаштырыу хоҡуғын алды улар. Хәҙер был милли канал тамашасыға яҡыныраҡ - башҡорт тапшырыуҙарын кабелле операторҙарҙың 21-се кнопкаһында табырға була. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Мәскәүҙәге Үҙәк штабында мине хатта күберәк журналист булараҡ ҡабул итәләр, мин унда милли каналдарҙағы проблемалар тураһында йыш һөйләйем.
Әйткәнем бар, милли каналға ҡараш ябай ғына булырға тейеш түгел. Уға матбуғат сараһы тип кенә ҡарарға ярамай, уның йоғонтоһо ҙур, ул милли мөхит тыуҙыра. Кеше ер шарының ҡайһы нөктәһендә генә йәшәмәһен, интернет аша башҡорт телевидениеһын ҡараһа, унда, мин Башҡортостандан, тигән ғорурлыҡ тойғолары уяна. Телевидение ошо территориялағы халыҡты берләштерә, шәхестәребеҙҙең фекерен еткерә. Гәзит-журнал өйгә килә икән, уны үҙең генә уҡыйһың да ҡуяһың, ә телевидениелағы тапшырыуҙар һәр бер кешегә арналған, улар үт-кәргән бәхәстә барыһы ҡатнашҡан һымаҡ тәьҫир ҡалдыра. Күҙәтеп йөрөүемсә, БСТ Рәсәйҙә милли каналдар араһында иң алдынғыһы, беҙҙең тапшырыуҙарҙың сифаты юғары. Айырым балалар телеканалы бар, ул бәләкәстәрҙе тәрбиәләй. Ғөмүмән, һәр төбәктәге милли каналдың әһәмиәте ҙур. Улар аша тел, мәҙәниәт үҫә, милли мөхит булдырыла.

Әүҙемдәр ҙә төрлө була

Бөгөнгө заманда ҡыҙыҡ ҡына тенденция барлыҡҡа килде. Күптәр башҡалар менән аралашҡанда, бәхәстәр ваҡытында үҙенең күп ваҡытын, иғтибарын, көсөн үҙе үҙгәртә алмаған күренештәргә бүлә. Шуның менән ғүмерҙәрен уҙғаралар. Әгәр ҙә нимәнелер үҙгәртә алмайһың икән, быға энергияңды түкмә. Психологтар әйтә бит, кеше ошо секундта бер нәмә тураһында ғына уйлай ала. Был энергияны кәрәкмәгән нәмәгә түгел, ә ғаиләгә бүлергә була. Өйөңдәге ваҡиғаларҙан башҡаһына, йәғни йәмғиәттәге хәлдәргә битараф булығыҙ, тимәйем мин. Киреһенсә, гражданлыҡ әүҙемлеген закондар ҙа яҡлай, йәмәғәт контроленә дәүләт тарафынан иғтибар бүленә. Кеше үҙен ҡыҙыҡһындырған нәмәне тикшереп, һорауҙарына яуап ала ала. Әммә әүҙем кешеләр ҙә ике төркөмгә бүленә. Тәүгеләре үҙе өсөн эшләй һәм булған проблемаларҙы, сетерекле мәсьәләләрҙе күтәреп сығып, үҙенә иғтибар яулай, исемен данлай. Ундай кешеләр күп, тик лозунгыларынан файҙа юҡ. Икенсе төркөмгә ошо булған проблемаларға яуап эҙләүселәр инә. Яуаптарҙы урамда табып булмай, шуға бындай әүҙем кешеләр закондарҙы ҡарап, аналитик эш алып барып, эксперттарҙы йыйып, фекерҙәштәре менән берләшеп тә эшләһә, ҙур көскә эйә була ала. Бына бындай граждандар менән кәңәшләшеп эшләһәң, кәрәкле законды ҡабул итеүе лә, уны аҙаҡтан үтәүе лә еңел.

Заман башҡорто - кем ул?

Бөгөнгө заман башҡорто кем һәм ул ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш, тигән һорауға яуап биреүе еңелдән түгел. Борондан килгән, беҙ баҫалҡы, беҙ тәбиғәт балаһы, тигәнерәк стереотиптар бөгөн дә матбуғат сараларында, мәҙәниәттә сағылыш таба. Әлбиттә, беҙ үҙ менталитетыбыҙҙан бер ҡайҙа ла китә алмайбыҙ, әммә башҡа заманда йәшәгәнебеҙҙе аңларға тейешбеҙ. Миңә, мәҫәлән, үҙебеҙҙе һәр ваҡыт кем менәндер сағыштырырға яратыуыбыҙ оҡшамай. Педагогикала шундай ҡағиҙә бар - баланы бер кем менән дә сағыштырырға ярамай, уны үҙе менән генә сағыштырырға була. Әйтәйек, кисә ул ниндәй ине лә, бөгөн ниндәй. Халыҡтарҙы ла башҡа халыҡтар менән түгел, ә бынан бер нисә йыл элек ниндәй булыуыбыҙ, был ваҡыт эсендә ниндәй юл үтеүебеҙ, ниндәй һабаҡтар алыуыбыҙҙы сағыштырырға кәрәк. Беҙгә эшләргә, үҫергә, камиллашырға бирмәйҙәр, тигән тәнҡит һүҙҙәренән дә арынырға ваҡыт. Бындай психология менән бөгөнгө баҙар шарттарында йәшәүе ауыр. Был ғәҙәткә ҡаршы көрәшергә кәрәк. Кем ғәйепле, нишләп килеп сыҡмай, тигән һорауҙарға яуап эҙләгәндә кеше үҙен иҫәпкә алмай, ғәҙәттә, ғәйеплеләрҙе ситтән эҙләй. "Ғаиләлә шулай тәрбиәләгәндәр", "Тейешле түңәрәккә яҙҙырмағандар", "Мәғариф системаһы дөрөҫ тәрбиәләмәгән", һ.б. Мөмкинлектәр күп бөгөн, ата-әсәйеңдең һине бала сағыңда бейеү түңәрәгенә яҙҙырмауынан күңел әрнеүе кисереп йөрөгәнсе, тот та бейеү түңәрәгенә яҙыл. Үҙебеҙ өсөн үҙебеҙ яуаплылыҡ алырға, үҙебеҙҙе бер кем менән дә сағыштырмаҫҡа, үҙ юлыбыҙ менән барырға, проблемаларҙы бергәләп хәл итергә өйрәнһәк ине. Бөгөн коллектив йәшәү шарттарында түгелбеҙ, үҙәк урында - кеше факторы. Мәскәү, Санкт-Петербург йәиһә сит илдәрҙә йәшәп, эшләп, унда ла тыуған илгә, халыҡҡа хеҙмәт итеп йөрөүсе йәштәребеҙ күп. Үҙ һәләтен, белемен үҫтереүселәр заманы хәҙер. Донъяға, кешеләргә ҡарашыбыҙҙы үҙгәртергә тейешбеҙ бөгөн, минеңсә.
Беҙ - традициялары бай халыҡ, милли йолаларыбыҙҙы тотоп көн күрәбеҙ. Яңы заман башҡорто булам, тип, тарихыбыҙҙан, мәҙәниәтебеҙҙән баш тартырға кәрәкмәй, киреһенсә, бөгөнгө заманға яраҡлаша белгән лайыҡлы башҡорт булырға тырышһаҡ ине.

Һәр нәмәнең үҙ урыны

Ғаиләм янына ҡайтҡанда эшемде тышта ҡалдырып инергә тырышам, шулай ҙа әҙерләнергә, шылтыратыуҙарға яуап бирергә тура килә. Балаларымды, хәләл ефетемде беренсе урынға ҡуям. Бөгөнгө заманда нимә эшләгең килмәй, уны төрлө хеҙмәттәр аша эшләтеү мөмкинлеге күп. Аутсорсинг тиҙәр быны замансалап. Бала ҡараусы яллау ҙа шул уҡ аутсорсинг. Тик баланы аутсорсингҡа бирергә ярамай, ваҡытым нисек кенә тығыҙ булғанда ла, уларға дәрес әҙерләшергә, аралашырға тырышам. Балаларым менән аралашһам, ял итәм. Берәй ергә барып киләбеҙ, бик булмаһа, бәләкәсе видео төшөргәндә оператор булып торам. Балалар менән булған бәйләнеште юғалтырға ярамай. Өлкән ҡыҙым ашарға бешереү, өйҙө йыйыштырыу кеүек мәшәҡәттәрҙе үҙенә алған, һеңлеһен дә ҡарай. Эшем ғаилә тормошона бик ҡамасаулай тип әйтмәҫ инем. Бөтөн әсәйҙәр ҙә минең хәлдә, бөтәбеҙ ҙә эшләйбеҙ, эштән ҡайтҡандан һуң өйҙә икенсе смена башлана. Атайҙың һүҙе - иң төп һүҙ беҙҙә. Инәйем беҙҙе лә шулай тәрбиәләне, атайығыҙ ял итә, шауламағыҙ, тиер ине. Иң ҡурҡыныс нәмә - атайығыҙға әйтәм, тигән һүҙ ине. Атайҙың күҙ ҡарашы ла етә торғайны. Әле лә, атай нимә әйтер икән, тип һүҙ башлай ҡыҙҙар, үҙең һөйләшеп ҡарайһыңмы әллә, тиҙәр.
Аллаға шөкөр, инәйем иҫән-һау. Мин үҙем хәтерләмәйем, инәйең: "Һин - шәп, һин - маладис", - тип үҫтерә ине һине, ти әхирәтем. Әле лә шулай, инәйем дә, ҡәйнәм дә миңә гел уңыштар теләп тора. Ҙур ғаиләм, тип йөрөтәм уларҙы. Үҙемдең ғаиләмдән тыш, инәйем, ҡайным, ҡәйнәмдән торған ҙур ғаиләм менән аралашырға яратам. Ҡайным да тәжрибәле кеше, улар менән ултырып сәй эсеп алһаң да ял итәһең. Уҡырға яратам, был да энергия бирә. Тәбиғәтте яратам, быйыл тыуған көнөмә үҙемә бүләк яһаным - Ирәмәлгә менеп төштөм. Әйтәләр ине, көс өҫтәлә, тип, дөрөҫ икән.
Иртә таң менән үҙемә ваҡыт бүләм, сөнки көн дауамында быға мөмкинлек булмаҫын беләм, ә кисен өйҙә балалар көтә. Иртән фитнес менән шөғөлләнәм, ошо рәүешле үҙемде яңы көнгә әҙерләйем. Өлкәнәйгән һайын рухи торошоңдо ғына түгел, тәнеңде лә ҡарарға кәрәк. Холҡомдоң тыныс булыуы ла тормошомдо гармонияла тота, артыҡ хистәргә бирелеп, донъя емерә, үҙем уйлап тапҡан проблемаларға ҡайғырып ултыра торған ғәҙәтем юҡ.

Шулай итеп...
Бөгөнгө башҡорт йәмғиәтендә эшләгән эше, һөйләгән һүҙе менән абруй яулаған шәхестәребеҙҙең береһе Эльвира Айытҡолованың әлеге мәлдә күптәрҙе борсоған һорауҙар буйынса әйткән фекерҙәре ҡыҙыҡлы булғандыр, тип ышанабыҙ. Ғөмүмән, халҡыбыҙҙың бөгөнгө геройыбыҙ кеүек ҡыҙҙары бихисап һәм, иң һөйөндөргәне, улар ҡатын-ҡыҙ, тәү сиратта, милләт әсәһе икәнен, башҡорт ҡатыны үҙе өлгө һәм милләтебеҙҙең әҙәп-әхлаҡ сифаттарының дауамы булыуын алға ҡуйып йәшәй һәм эшләй. Милләткә тоғролоҡ та тап шунан башлана.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.10.17 | Ҡаралған: 889

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru