«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХЫЯЛДАР АРТЫНАН...
+  - 

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ижад итеүсе һәләтле йәштәргә гел һоҡланам. Әле "Хыялға ҡаршы" спектакленән алған тәьҫораттарым менән уртаҡлашҡым килә.

Был спектакль тураһында матбуғатта ла, интернет селтәрҙәрендә лә күп яҙҙылар. Мин дә, спектаклде былай итеп тә ҡуйып була икән, тип аптыраным. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевтың һәләтенә ҡыуандым. Урыны менән илатты ла спектакль. Актерҙарҙың ижады тураһында ла оҙаҡ һөйләргә булыр ине. Мәскәүҙә Щепкин исемендәге училищены тамамлап ҡайтыуҙарына ла байтаҡ хәҙер, ошо ваҡыт эсендә улар театрҙың умыртҡа бағанаһын тотоп тороусыларға әйләнде. Илсур Ҡаҙаҡбаевты башҡа театрҙар ҙа спектакль ҡуйырға әүҙем саҡыра, әле генә Бүрәт академия драма театрында ошо уҡ "Хыялға ҡаршы" спектаклен сәхнәләштереп ҡайтты. Артур Кәбировтың Тимерханы ла ("Нәркәс"), Закиры ла ("Ҡара йөҙҙәр") бик тәрән образдар, тетрәндергес яҙмышлы геройҙарын йөрәге менән башҡара, улар менән бергә ихлас көйә, яна. Ул матур автор-башҡарыусы ла. Өфөлә үткән тәүге концертын интернет аша ҡарау бәхетенә ирешкәйнек. Спектаклдә лә уның йырҙары үҙенең башҡарыуында яңғырай - был да спектаклдең уңышы. Урал Әминев бар яҡлап һәләтле егет. "Руди-Never off" спектаклен ҡарағас, миндә ул шундай матур тәьҫир ҡалдырҙы. Рудольф Нуриев образын хатта драма театрында ла балет артистары уйнарға тейеш, тигән фекерҙә инем бығаса. Сөнки балет сәнғәте бөтөнләй икенсе төрлө физик сифаттар талап итә артистан. Ә Урал Әминевтың Рудиһын ҡарағандан һуң, шаҡ ҡатаһың. Сәхнәлә драма актеры түгел, ә балет артисы тиерһең! Театрҙа бындай артистың булыуы үҙе бер бәхет бит ул. Фәнис Рәхмәтов тигәндә, тәүҙә күҙ алдына уның "Джут" спектаклендәге Әхмәт образы килеп баҫа. Әле генә тамамланған "Туғанлыҡ" фестивалендә театр тәнҡитселәре лә уның был эшенә юғары баһа бирҙе. Сыңғыҙ Айтматовтың "Аҡ пароход"ындағы Малай образы ла маҡтауға лайыҡ. Ә Ринат Баймырҙинды мин башҡорт халҡының тере Салауат Юлаевы тип атар инем. Мөһабәт кәүҙәле, оҙон буйлы был егет Мәскәүҙең "Крокус Сити Холл" залында Салауат Юлаев образын уңышлы башҡарып, тамашасыларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итте.
"Хыялға ҡаршы" спектакле Екатеринбургта Коляда-plays фестивалендә күрһәтелде, Мәскәүҙә Артмиграция-2017 фестивале тап ошо спектакль менән асылды. Рәсәй театрҙарында эшләүсе 100-ҙән ашыу йәш режиссерҙың эшен ҡарап сыҡҡандан һуң, Артмиграция-2017 фестиваленә һайлап алынған ете театр араһында "Хыялға ҡаршы" спектакленең булыуы был ижади коллективтың дәрәжәле исемдәргә лайыҡ икәнен һөйләй. Ошо йәштәрҙең Башҡортостан Республикаһының Ш. Бабич исемендәге Йәштәр премияһына тәҡдим ителеүе лә яҡшы күренеш. Уларҙың башҡорт халҡының бөйөк улы исемен йөрөткән премияға лайыҡлы булыуҙарында шик тә юҡ.

Дамир ТАЖЕТДИНОВ.
Татарстан, Беүә ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.10.17 | Ҡаралған: 976

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru