«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨБӨҘҘӨҢ ЯҢЫ ЙӨҘӨ ЯҢЫСА БУЛАСАҠ
+  - 

Өфө Мәскәү конструкторҙары проекты буйынса төҙөкләндерелә. Эйе, тап шулай: август аҙаҡтарында баш ҡаланың "Ҡашҡаҙан" ял паркын комплекслы төҙөкләндереү эштәре башланған да инде. Концепцияның авторы - Мәскәүҙең "Стрелка" конструкторҙар бюроһы. Был хаҡта кесаҙна ошо бюроның директоры Далиә Сафиуллина менән берлектә үткәргән матбуғат кәңәшмәһендә Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов хәбәр итте.

Ҡала етәкселеге был юлы беҙҙе ниндәй яңылыҡтар менән таң ҡалдырыр икән, тигән ҡомарлы эске тулҡынланыу менән ҡараштарыбыҙ телмәр тотоусыларға "ҡаҙаҡланды". Әйтергә кәрәк, түңәрәк ҡорҙа ҡатнашыусылар һаны ғәҙәттәгенән күпкә артығыраҡ ине. Хатта ки, Ирек Ишмөхәмәт улы тирәһендә урын алған бер нисә урынбаҫарын да таныны бән фәҡирегеҙ. Улар төп спикерға кәрәк ерҙә урынлы мәғлүмәттәр биреп, әңгәмәне тағы ла йөкмәткелерәк итте. Хәйер, Ирек Ялаловтың компетентлығы төрлө кимәлдәге ҡайһы бер етәкселәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ икәнен уның сығыштарын күреп йөрөгән һәр кем белә торғандыр. Бөгөн дә етәксе ҡәләм осона алырлыҡ төплө фекерҙәрен яуҙырҙы.
Баш ҡала башлығы, һәр ваҡыттағыса, иң тәүҙә Өфө халҡының һәм ҡунаҡтарҙың әүҙем ялын ойоштороу өлкәһендә һуңғы бер нисә йылда атҡарылған һәм атҡарылып ятҡан күләмле эштәргә байҡау яһаны. "Һуңғы 6 йыл эсендә ҡалала 28 ял зонаһы яңыртылды, 19 урында яңылары төҙөлдө", - тине баш ҡала менеджеры. Һуңғы проекттар, тигәндә Ирек Ишмөхәмәт улы З.Биишева исемендәге скверҙы, Революция урамындағы аллеяны, М.Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркын, Инорс биҫтәһендә төҙөлөп ятҡан скверҙы, Якутов исемендәге парк менән "Ҡашҡаҙан" паркын һәм башҡа объекттарҙы атаны. Уларҙы тәрбиәләү һәм йүнәтеп тороуға киткән сығымдарҙы иҫәпкә алмағанда, 47 ял урынын әлеге хәленә килтереүгә 2 миллиард һум аҡса киткәнлеген дә белдерҙе Ирек Ишмөхәмәт улы.
Ошо урында бәйәнде өҙөп торайыҡ. Бөтә был эштәр беҙҙең гәзиттә даими яҡтыртылып барғанға күрә, "үгеҙҙе мөгөҙөнән алып", төп темаға - кәңәшмәнең үҙәк өлөшөнә күсәйек, булмаһа. Билдәле булыуынса, "Ҡашҡаҙан" паркын төҙөкләндереүгә Федераль бюджеттан 80 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Ирек Ишмөхәмәт улы әйтеүенсә, ҡала өсөн үҙәк ял зонаһы иҫәпләнмәгән локаль парктарҙы төҙөкләндереү тарихында был аҡса, баҡтиһәң, бығаса күҙәтелмәгән хәл, заманса әйткәндә, нонсенс икән. Беҙҙе айырыуса ғәжәпләндергәне шул булды: "Ҡашҡаҙан" паркын төҙөкләндереү өсөн властар парк эргәһендәге шәхси йорттарҙы (ә улар күп кенә) күсереү тураһында етди һүҙ алып бара. Паркты 2025 йылға тиклем төҙөкләндереп бөтөргә иҫәп тота белгестәр. Моғайын, үҙ эштәрен яҡшы беләләрҙер, тиергә ҡала. Ни тиһәң дә, кешенең шәхси милке, шәхси ҡыҙыҡһыныуҙары менән күҙмә-күҙ осрашып эшләнәсәк бит был эш. Ҙур проектты тормошҡа ашырған саҡта тағы ла ҙурыраҡ проект булып торған ныҡлы ғаилә нигеҙҙәрен ҡаҡшатырлыҡ булмаһын инде был эш, тигән теләк һәр кемдә барҙыр. Ныҡлы ғаилә - ил нигеҙе бит. Хәйер, был эш ойошҡан рәүештә һәм закон сиктәрендә йырып сығылыр, тип өмөтләнәйек, алдан саң ҡаҡмай торайыҡ.
"Ҡашҡаҙан"ға кире ҡайтҡанда... "Стрелка" конструкторҙар бюроһы белгестәре уның эсендә яһалма амфитеатр һәм сәхнә эшләүҙе проектлаған. Амфитеатр өс йөҙләгән тамашасыны һыйҙырыр, тип көтөлә. Ирек Ялалов был эшкә Өфөнөң миллиардерҙарын йәлеп итеү идеяһын да инҡар итмәй. Киреһенсә, был йүнәлеште үҫтереү яғында. "Астанала булһағыҙ, күргәнһегеҙҙер, ундағы монументаль әйберҙәрҙең - скульптураларҙың, һәйкәлдәрҙең күпселеге шәхси кешеләр, меценаттар ярҙамы менән ҡойолған. Беҙҙең ҡаланың да шундай бер нисә меценаты өлгө булырлыҡ, әлегә башҡаларҙы ла йәлеп итеү буйынса эшләйбеҙ", - тине сити-менеджер. Ул шулай уҡ Өфөнөң Якутов исемендәге паркын төҙөкләндереүҙә ҡулланған яңы ысул - бергәләп төҙөү тураһында ла әйтеп үтте. Эште ойоштороуҙың яңы моделе булып һанала алырлыҡ күренеш - ҙур проектты бәләкәй-бәләкәй өлөштәргә бүлеп, ҡаланың эре предприятиелары ярҙамында тормошҡа ашырыу файҙаһы, Якутов паркында алынған тәжрибәне артабан файҙаланыу зарурлығы тураһында ла аңлайышлы итеп әйтелде. Якутов паркының бер өлөшөн - бер, икенсе өлөшөн - икенсе, өсөнсө, дүртенсе предприятие үҙ көсө менән тергеҙгән икән.
Мәскәү белгесе Далиә Сафиуллина проект халыҡтың теләк-талаптарынан сығып тормошҡа ашырыласағы тураһында белдерҙе, башҡа мәлдәргә лә туҡталды. Әйтәйек, бюро ҡаланың иҫтәлекле урындарында төшөрөлгән, социаль селтәрҙәргә һалынған фотоларға анализ яһап, халыҡтың иң яратҡан урындарын күрһәткән карта булдырған икән. Бер ыңғайҙан, "Ҡашҡаҙан" паркын да өйрәнгән. Һөҙөмтәлә, бюро паркта халыҡ бик үк йөрөмәгән, "потенциалы асылмаған" урындарҙы төҙөкләндереп, уларға яңы һулыш өрөп ебәреү йүнәлешендә эш башлаған. Айырым иғтибар быуаны матурлауға йүнәлтелгән.
Ирек Ишмөхәмәт улы мәскәүҙәр менән хеҙмәттәшлектең әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, "Стрелка" конструктор бюроһының яңыса ҡарашлы булыуына, эште яҡшы ойоштора белеүенә һоҡланыуын йәшермәне һәм: "Беҙ ҙә үҙебеҙҙең ошондай шәп проектлаусыларыбыҙҙы тәрбиәләп, үҫтереү йүнәлешендә эшләйбеҙ", - тип, Өфөлә даими үткәрелә килгән "Урбан-байрам" һымаҡ майҙансыҡтар тураһында һөйләне.

Шулай итеп...
Һеҙгә Өфөнөң бөгөнгө йөҙө оҡшаймы? Һеҙ уны ниндәйерәк итеп күрергә теләр инегеҙ? Үҙегеҙҙең теләктәрегеҙҙе беҙгә яҙған хаттарығыҙҙа белдерһәгеҙ ине.

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.10.17 | Ҡаралған: 955

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru