«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘҮГЕ ЮҒАРЫ БЕЛЕМЛЕ БАШҠОРТТАР
+  - 

Башҡорттарҙың юғары белемгә эйә була башлау тарихы XIX быуаттың урталарына ҡайтып ҡала. Быға тиклем башҡорттар Ырымбурҙағы Неплюев кадет корпусында хәрби белем алһа (унда, ғәҙәттә, кантон башлыҡтарының балалары уҡыған), 1836 йылдан Рәсәйҙең дәүләт Советы ҡарары менән башҡорт үҫмерҙәрен Ҡаҙан гимназияһына һәм университетына уҡырға ебәрә башлайҙар.

Улар тәүҙә гимназияны тамамлап, артабан уҡыуын Ҡаҙан университетында дауам итергә тейеш була. Был маҡсатта гимназия һәм университетта башҡорттар өсөн 20 урын (квота) бирелгән. Ҡаҙан ҡалаһының 1-се гимназияһында 1836-1844 йылдарҙа 20-шәр, 1845 йылда - 13 кеше, 1846 йылда - 12, 1847 йылда - 14, 1848 йылда - 15, 1849 йылда - 17, 1850 йылда 18 башҡорт һәм мишәр балаһы уҡыған. 1870-1871 йылдарҙа гимназияла башҡорттарҙан 7 малай белем алған. Был уҡыусыларҙың ҡайһы берҙәрен төрлө сәбәптәр арҡаһында Башҡортостанға кире ҡайтарып, уларҙың урынына икенселәрен ебәргәндәр. Ҡаҙан гимназияһына шулай уҡ Ырымбур хәрби училишеһынан (кадет корпусы) һәләтле балаларҙы ебәргәндәр.
Тыуған еренән алыҫта уҡыған, ауылдан килгән был үҫмерҙәр ҡала шарттарына бик ауыр күнеккән. Башҡорт ғәскәре командующийы улар тураһында 1845 йылда: "Ата-әсәләренең теләге менән гимназияға ебәрелгән малайҙар туғандарынан һәм тыуған иленән оҙаҡ йылдарға айырылғас, тәрән ҡайғы кисерәләр, йыш ҡына илайҙар, үҙ өйҙәренә, тыуған яҡтарына ҡайтарыуҙы үтенеп һорайҙар", - тип яҙған. Әммә ошо һынауҙы үтеп сыға алған башҡорт үҫмерҙәре артабан Ҡаҙан университетында юғары белем алыу маҡсатына ирешкән. Уларҙы, ғәҙәттә, университеттың медицина факультетына уҡырға инергә әҙерләгәндәр. 1843 йылда университетҡа гимназия тамамлаған - 1 башҡорт егете, 1844 йылда - 7, 1845 йылда - 8, 1846 йылда - 6, 1847 йылда - 15, 1848 йылда - 9, 1849 йылда - 3, 1850 йылда - 2 башҡорт егете уҡырға ингән.
Ҡаҙан университетына абитуриенттарҙы гимназия ғына әҙерләмәгән. Был уҡыу йортона Ырымбур хәрби училищеһын тамамлаусылар ҙа туп-тура килеп инә алған. Мәҫәлән, 1832 йылда уҡ әле буласаҡ билдәле мәғрифәтсе Сәлихйән Күкләшев (1836 йылда университетты тамамлай), 1834 йылда Хәлит Шәрипов, Бикарыҫлан Собханғолов, 1840 йылда Садиҡ Ниғмәтуллин, 1843 йылда Сәйфулла Тоҡомбәтов университетҡа хәрби училищенан һуң инәләр. Шуларҙан Күкләшев һәм Тоҡомбәтовтан башҡалары табип һөнәренә уҡығандар.
Ҡаҙан университетының медицина факультетын тамамлаған башҡорттар араһынан медицина фәне өлкәһендә юғары кимәлгә өлгәшкән кешеләр ҙә була. Шуларҙың береһе - Әхмәтйән Әбделғәлләм улы Әбдиев медицина докторы дәрәжәһенә ирешкән. Ул 1-се Ҡаҙан гимназияһынан университеттың медицина факультетына уҡырға инеп, 1856 йылдың 10 ноябрендә уны уңышлы тамамлай. 1858 йылға тиклем ул Башҡорт ғәскәрендә табип булып хеҙмәт итә. Медицина өлкәһендә белемен камиллаштырыу өсөн Санкт-Петербургтың Медицина-хирургия академияһына уҡырға инә. 1862 йылдың майында имтихандар тапшырып һәм диссертация яҡлап, ул медицина докторы тигән ғилми дәрәжәгә лайыҡ була. Ырымбурға ҡайтҡас, Әбдиев Башҡорт ғәскәренең 4-се участка дауаханаһында хәрби доктор итеп тәғәйенләнә. Шулай итеп, Әхмәтйән Әбдиев - башҡорттарҙан медицина фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә өлгәшкән тәүге кеше була. Башҡорттар Ҡаҙан университетында медицина йүнәлешендә генә белем алмай, әлбиттә. Башҡа факультеттарҙа ла уҡыйҙар. Мәҫәлән, Сәлихйән Күкләшев, Сәйфулла Тоҡомбәтов, Әлмөхәмәт Ҡыуатов, Шаһиәхмәт Әбелхәйеров, Мөхәмәт Мәҡсүтов философия факультетының Көнсығыш телдәр бүлеген, Заһретдин Носратдинов, Зариф Сыртланов, Шаһисолтан Шаһиәхмәтов юридик факультетты тамамлағандар. Шулар араһынан С. Күкләшев университетты тамамлағас, Ырымбур хәрби училищеһында көнсығыш телдәр уҡытыусыһы булып эшләй, мәғрифәтсе булып таныла. Кантон башлығы Әлмөхәмәт Ҡыуатов, тел ғилеме буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, шулай уҡ башҡорттар араһында мәғарифты үҫтереүгә көс һала, донъяуи мәктәптәр асыуға булышлыҡ итә. Сәйфулла Тоҡомбәтов университеттан һуң ғәрәп-фарсы телдәре буйынса кандидат ғилми дәрәжәһенә эйә була. Шулай уҡ Минзәлә өйәҙенән бер башҡорт студенты Шаһисолтан Шаһихәмәтов Ҡаҙан университетының юридик факультетын яҡшы тамамлау арҡаһында кандидат дәрәжәһенә диссертация яҙыу мөмкинлеген алған.
XIX быуатта башҡорт ҡыҙҙары ла һирәкләп юғары белемгә өлгәшкән булған. 1858 йылда хөкүмәт тарафынан башҡорт ҡыҙҙарын медицинаға уҡытыу башланған. Бының өсөн Санкт-Петербургтағы акушерлыҡ институты эргәһендә кендекселәр (кендек инәһе) бүлегенә Башҡорт ғәскәре аҡсаһы иҫәбенә ҡыҙҙар өсөн 10 урын бирелгән. Был урынға урыҫ телен белгән башҡорт ҡыҙҙары ебәрелгән. Институтта уҡыуҙан тыш, улар Калинкин дауаханаһында тәжрибә үткәндәр. Был ҡыҙҙар, 5 йыл уҡып, акушер-кендексе һөнәрен алғас, Башҡорт ғәскәре ҡарамағындағы дауаханаларға эшкә ҡайтарылғандар. 1864 йылда 6 дауаханала Бөрө, Верхнеурал, Өфө, Ырымбур, Силәбе өйәҙҙәрендә башҡорттарҙан 10 табип, уларҙың 7 ярҙамсыһы, 6 ветеринария табибы, 84 фельдшер менән бер рәттән, ҡатын-ҡыҙҙарҙан 8 башҡорт акушеры эшләгән.
XX быуат башында башҡорттарҙан юғары хәрби белем алыуға өлгәшкән кешеләр ҙә була. Башҡорт дворяны, 1-се Рәсәй Думаһы депутаты Шаһихәйҙәр Сыртлановтың улы Рауил Сыртланов 1905 йылда Санкт-Петербургтағы батша армияһының Генераль штабының академияһын тамамлай. Уға генерал дәрәжәһе бирелә. Ул Беренсе донъя һуғышында батырҙарса һәләк була.
Ә инде 1917 йылда Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт ойошҡас, юғары белемле башҡорт зыялылары ошо хәрәкәттең авангардын тәшкил иткән. Башҡорт хөкүмәте ойошторолғас, улар хөкүмәттә етәксе урындарҙы биләй һәм башҡорт халҡының киләсәге өсөн фиҙәҡәр хеҙмәт итә.
Башҡорт милли хәрәкәте лидерҙарының береһе Шәриф Манатов 1910 йылда Санкт-Петербургтың Бехтерев институтының тарих-филология факультетына уҡырға инә, бында ул сәйәси-революцион эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. 1914 йылда полицияның эҙәрлекләүенән ҡасып, Швейцарияға сығып китә. Эмиграцияла ул революционерҙар менән аралаша, большевиктар лидеры Ленин менән таныша. 1917 йылда Башҡортостанға ҡайтып, Башҡорт мәркәз шураһын (советы) етәкләй. Шураның составына Ҡаҙан университетының юридик факультетын тамамлаған, мировой судья Юныс Бикбов, медицина факультетын тамамлаған Ғүмәр Ҡыуатов (артабан ул республиканың һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары була, хәҙер Республика клиник дауаханаһы (РКБ) уның исемен йөрөтә) һәм уның ҡустыһы медицина факультетының 4-се курс студенты Усман Ҡыуатов һайлана. 1917 йылдың 15 ноябрендә ул етәкләгән шура Башҡортостан автономияһын иғлан итә. 1917 йылдың ноябрендә Рәсәйҙең ойоштороу йыйылышына (Учредительное собрание) Ырымбур губернаһы башҡорттарынан кандидаттар тәҡдим ителә. Уларҙың бөтәһе лә юғары белемле зыялылар була. Мәҫәлән, унда Шәриф Манатов, Юныс Бикбов, Усман Ҡыуатовтарҙан тыш, билдәле башҡорт ғалимы, мәғрифәтсеһе Ризаитдин Фәхретдиновтың улы, Ҡаҙан университетының агрономия факультетын тамамлаған Ғәбделәхәт Фәхретдинов, юридик факультетта белем алған офицер Ғабдулла Иҙелбаевтар була.
1917 йылдың декабрендә 3-сө Башҡорт ҡоролтайында тәүге Башҡорт хөкүмәтенең рәйесе итеп юғары белемле юрист Юныс Бикбов һайлана, хөкүмәттең юридик (юстиция) бүлеген башҡорт дворяны, юғары белемле адвокат Искәндәрбәк Солтанов (Ҡаҙан университетының юридик факультетын тамамлаған) етәкләй. 1919 йылда Башҡорт хөкүмәте рәйесе итеп Ҡаҙан университетының медицина факультетын тамамлаған табип, бер үк ваҡытта мәғрифәтсе Мөхәмәтхан Ҡулаев һайлана. 1919 йылдың мартында уның етәкселегендәге башҡорт делегацияһы Мәскәүҙә совет власы менән Башҡортостан автономияһы тураһында килешеү төҙөй. Бына шулай итеп, юғары белемле башҡорт зыялылары мәғарифты үҫтереүҙә, милли дәүләтселек яулауҙа ҙур өлөш индерә.
Сығанаҡ: Ә. Әсфәндийәров. Олатайҙарҙың бар тарихы. Өфө, 1996 йыл, Ярмуллин А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009 йыл.

Азат ЯРМУЛЛИН.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.10.17 | Ҡаралған: 1034

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru