«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДОНЪЯ КҮРЕП, ХАЛЫҠТАРҘЫ БЕЛЕП. Журналистың ҡуйын дәфтәренән
+  - 

Күп кенә илдәр һәм халыҡтар хаҡындағы тарихты, мәғлүмәттәрҙе сәйәхәтселәр яҙып ҡалдырған. Беҙҙең башҡорттар хаҡында ла Ибн-Фаҙлан кеүек донъя гиҙеүселәрҙең яҙмалары бар. Һәм, моғайын, иң тоғро мәғлүмәттәр тап ана шул ситтән килгән күҙәтеүселәр тарафынан биреләлер ул. Уларға кемгәлер ярарға йәки оҡшарға кәрәкмәй, улар күргәндәрен-кисергәндәрен, сағыштырыуҙарын ғына яҙалар.

Мин дә быйыл аҙ ғына булһа ла сәйәхәт иттем, ят ерҙәр, ят халыҡтар менән аралаштым. Һәм, һөнәремә тоғро ҡалып, һәр күҙгә ташланғанды күҙәтергә, һорашырға, белергә тырыштым. Шул күргәндәрҙе үҙебеҙ менән сағыштырҙым һәм ҡайһы бер нәмәләргә шатландым да, эсем дә бошто.
Абхазия һәм Абхазияға яҡын булған Адлер, Сочи кеүек Ҡара диңгеҙ ярына теҙелгән ҡалаларҙа күберәген абхаз һәм әрмән халҡы йәшәй икән (әлбиттә, үҙҙәре әйтеүенсә, тау халҡының тағы ла 12-15 төрө бар унда). Башлыса христиандар, мосолмандар 16 процент тирәһе генә. Әрмәндәр Әрмәнстандың әрмәндәре түгел, үҙҙәре әйтеүенсә, телдәре лә, ғәҙәт-йолалары ла башҡа. Абхаздар христиан динендәләр, сиркәүгә йөрөйҙәр, әммә Иисусҡа табынмайҙар. Сиркәүгә йөрөүселәр ҙә тик ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр, аңлауымса, бындайға бөтөнләй ваҡыт әрәм итмәй. Уларҙа дөйөм Алла төшөнсәһе бар, ә нығынған дини йүнәлеш юҡ. Һөйләшеп ултырғанда хатта христиан дине лә уларға яңылыш ҡына бирелгән кеүек тойолдо. Беҙҙең фатир хужалары Абхазия әрмәндәре булып сыҡты. Беҙҙәге кеүек үк, кинйә улдарын башлы-күҙле итеп, төп йортта алып ҡалған ғаилә. Йәштәрҙә бер-бер артлы өс ир бала үҫеп килә. Йәшәгән урындары диңгеҙҙән башланып, ҡапыл үргә күтәрелгән бейек тау итәгендә. Ана шул тау итәгендә 8-10-ар сутый ғына ерҙәрҙе биләп, ҡарлуғас оялары шикелле итеп йорттар төҙөп бөткәндәр. Тар ғына юлдар буйлап үргә үрмәләгәндә төҙ генә итеп баҫып та тороп булмай, ә ҡапҡаларҙы асып инһәң - ихата тип-тигеҙ итеп эшләнеп, ялпаҡ таш менән ябылған (замансараҡтарҙа - асфальт). Бер кешелә лә бер ҡатлы ғына йорт юҡ. Йорттар таштан йәки нисектер иҙелмә ҡойоп блоклап, мотлаҡ подваллы һәм ике-өс ҡатлы итеп төҙөлгән. Йорттан һәм урталағы йәйге ашау урыны булған веранданан тыш, бөтә ерҙе баҡса биләй. Сәскәләрҙең ниндәйе, емеш ағастарының ҡандайы ғына юҡ. Йөҙөмдәрҙең төрлө сорты үрмәле гөл булып ҡоймаларҙы, өйҙө уралтҡан. Ә бында ер шәптән түгел. Быны хужабикә лә әйтте. Тупраҡтары ҡомло-балсыҡлы, тоҙло, үҫемлектәргә бармай икән. Баҡса үҫтереү өсөн ерҙе һатып алалар! Һатып алынған тупраҡта шундай охмаж баҡсаһы тота уңған хужабикә. Тупраҡ ҡәҙерлелер, күрәһең, эте бикле торған еренән килеп сығып, бер гөл көршәген ауҙарғайны, һепереп кенә ташлау урынына, бөртөгөнә тиклем йыйып, ярсыҡтарынан арындырыу өсөн иләк аша үткәреп алды. Быны күҙәтеп ултырған мин көләм. Хужа әйтә: "Һеҙҙәге ерҙәр беҙҙә булһа, шул ерҙәрҙән дүрт аяҡтан тормай эшләр, әллә нимәләр үҫтереп алыр инек", - ти.
Хужабикә пенсияла, өйҙәренең бер ситендәге бүлмәләрҙә йәшәгән ял итеүселәрҙе ҡарaай. Һигеҙ бүлмә тапшырыла. Был торлаҡтарға ихатанан айырым баҫҡыс буйлап күтәреләһең. Хужалар таңғы биштә тора, шул мәлдә бер-бер артлы ике машина ҡабыҙыла, мин шуларҙың тауышына уянам. Хужабикә улы менән ирен оҙата ла, баҡсаһына һыу ҡоя башлай, ап-аҡ итеп керҙәр йыуып элә. Мин дә иртә торам, әммә верандаға төшкәнемсә ул был эштәрен башҡарып бөткән була. Мине күреп, ҡыуанып китә. Әллә ҡунаҡтарҙы шулай хөрмәтләүҙәре микән? Икәүләшеп өҫтәл артында ултырып, яйлап һөйләшеп алабыҙ. Ул сәй эсмәй. Ғөмүмән, ул халыҡ сәй эсмәй. Минең сәғәттән ашыу бер үҙем аяҡ һоноп ултырып сәй эсеүемде ҡыҙыҡ күрәләр. "Башкирия за чай села", - тиҙәр. Хужабикә кофе бешереп бирһә, ул бәләкәй генә сынаяҡты ике йотоуҙа эсәм дә ҡуям, уныһын да әселегенән сытырайып, тегене үпкәләтмәйем тип, көсләп йотам. "Кофены улайтып эсмәйҙәр, ауыҙҙа тәмен татып ҡына, һурып ҡына йотоу кәрәк, ә һин ағыу эскән һымаҡ күҙ йомоп төп күтәрәһең", - тип өйрәтә хужабикә көлә-көлә.
Хужабикә иртәнән кискә тиклем аяғөҫтө. Көнө буйы эҫелә әлһерәп, әммә әкрен генә эшләп йөрөй. Йәшәүселәренең бүлмәләрен тәрбиәләй, көнөнә нисәлер тапҡыр баҡсаһына һыу һибә, өҙлөкһөҙ ашарға бешерә, ейәндәрен көтөшә. "Нишләп аҙыраҡ ятып тормайһығыҙ, һеҙ оло кеше лә инде", - тиһәм: "Юҡ, ятҡан һайын ятыуға өйрәнелә, үҙеңде йәлләргә ярамай, ҡартайған һайын күберәк хәрәкәт итергә тейешбеҙ. 83 йәшлек әсәйем әлеге мәлдә тауҙарҙа йүгереп йөрөп кәзәләрен һауып ала, үҙ аллы донъя көтә", - тип һөйләй. Диңгеҙгә такси менән төшөп-менеп йөрөгән ҡатындарҙан көлә. Диңгеҙ, тигәндән, ерле халыҡ артыҡ һыу инеп бармай икән. Хужабикәнең 15 йылдан ашыу диңгеҙгә яҡын барғаны ла юҡ. Мин уны тәҙрәнән күрәм, шауын ишетәм - еткән, тип кенә ҡуя.
Ирҙәр иртәнән кискәсә эштә, тип әйттем бит инде. Өлкән хужа дәүләт автобустарында водитель, улы шәхси микроавтобусында туристарҙы төрлө ерҙәргә алып йөрөтә, үҙе гид ролен дә үтәй. Беҙҙе лә Абхазия тауҙарына алып барҙы. Мәмерйә, шарлауыҡ, тарлауыҡ, күл, тау, башня, ниндәйҙер ҡәлғәләр ҡалдыҡтарының барыһының да тарихтарын, легендаларын белә һәм бик мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Ҡыҫҡаһы, теге яҡҡа ҡараһаң да нимәлер аңлата, был яҡҡа ҡараһаң да күҙең төшкәнгә ҡылыҡһырлама бирә. Русса теле шыма, үҙ телендә һәм тағы ла әллә нисә төрлө тау халҡы телдәрендә һөйләшә. "Ул хәтле тарихты ҡайҙан өйрәндегеҙ, уҡынығыҙмы?" - тип һорайым. "Беҙҙә уларҙы барыһы ла белә, алты йәшлек улымдан һорағыҙ, күптәрен ул да һөйләр. Ололар нимәгә төртөп күрһәтһә лә, ир бала уның тарихын белергә тейеш", - тип тә аптыратты.
Ғаиләләге ирҙәр алһыҙ-ялһыҙ эштәләр, шуның араһында тағы ла бер кәсептәре бар. Баҡсаның төбөндә ултырған оло ағас мискәләрҙә йөҙөм, әсе алма һәм тағы ла ниндәйҙер бер емештән (исемен хәтерләп ҡалмағанмын) шарап әсетәләр. Шул шараптың әсеү кимәленең бер өлөшөндә унан чача тигән көслө иҫерткес эсемлек ҡыуалар. Аңлауымса, беҙҙәге самогон кеүегерәк эшләнә ул, тик үҙенән емеш еҫе килә. Ана шул шарапты һәм чачаны һаталар. Хужабикә ҡараңғы төшкәс ҡайтып ингән ир-егеттәренә "шунса-шунса адресҡа заказдар бар" тип әйтә лә, улары йәһәт кенә таратып сыға. Беҙ булған аҙнала ла аҙ килем алманы улар был сауҙанан.
Ғаиләлә өс ир бала үҫә, тигәйнем. Өлкәненә 6, икенсеһенә 4, кеселәре имсәк бала. Килен кеше бәләкәсенән бушай алмай, уныһы бик мыжыҡ күренә. Алты йәшлек малай мин торғанда инде урамдың түшәмен йыуып йөрөгән була. Һабынын күпертеп, щеткалап йыуа. Унан ситлектә торған һунар эттәрен ашата, шуларҙы һыу менән ҡойондора, тарай. Ҡустыһын эйәртеп, велосипедта ҡайҙалыр барып киләләр. Бер шуларҙың артынан эйәреп менеп киләбеҙ. Ҡустыһы артта ҡала. "Сандалийымдың ҡайышы өҙөлгән, шуға яйлайым", - тип аңлата ағаһына. Шунда тегенеһе килеп, уның аяғын күтәртеп ҡарай ҙа: "Иртәгә сығып һатып алып бирермен", - ти. Был хәбәрҙән беҙ, ҡалай мыҡты кеше, һатып әпирә имеш, тип һөйләшеп көлөшәбеҙ. "Аҡсаң бармы һуң әпирергә?" - тиһәм: "Бар, өләсәй бирә", - ти бик етди итеп. Һуңынан шуны өләсәһенә һөйләһәм, малайҙарға бәләкәстән аҡса биреп өйрәтәбеҙ, буласаҡ ир кеше аҡса хаҡын һәм сығымдарҙы белергә тейеш, ти. Урам йыуған өсөн мин аҡса бирәм, эттәрен ҡаратып олатаһы түләй, ул шул аҡсаларҙы үҙе кәрәк тип тапҡан әйберҙәргә тотона, күберәген ҡустыһының күңелен күрә, шуның сәпитенә запчастар, уйынсыҡтар, тәмлекәстәр ала инде, ти. Шунда был халыҡ ир-егетенең ҡолап ятып аҡса эшләргә, нимәнән дә килем алырға ынтылып торған тәбиғәттәрен аңлағандай булдым. Уларҙа белем алыу алға ҡуйылмаған, ә үҙеңде һәм ғаиләңде аҫрау, уларға яҡшыраҡ шарттар, яҡшыраҡ тормош булдырырға өйрәтеү алға ҡуйылған икән. Хатта балаларҙы таң һарыһынан уятып эшкә ҡушыу ҙа тап ана шул хеҙмәт тәрбиәһенең бер өлөшө. "Йәлләмәйһегеҙме?" - тиһәм, "Йоҡоһона баш була алмаған егет уңмай. Йәнлектәрҙе ҡара, ҡоштарҙы, улар аҙ ғына йоҡлай, кешеләр ҙә шулай тейешле, әммә улар боҙолған", - тип әллә нимәләр фәлсәфәләп ташлай оло хужа. Уның ошондай юҫыҡтағы аҡылдарын тыңлап үҫә инде йәштәре.
Ир-егеттәр урамда, сауҙала, юлда бик бәйләнсектәр, һин унан һатып алһын, уның тауарын һайлаһын, уның машинаһына ултырһын өсөн ҡырҡ һүҙгә етәләр. Әрләп ебәргәндә лә үпкәләмәйҙәр, әйләнә лә кире килеп "Уважаемая! Красавица!" тип ҡабаттан башлайҙар. Был халыҡтың бер генә лә ғорурлығы юҡ икән, тип уйлап та ҡуяһың. Беҙҙә шундай әрһеҙлек, йығылып ятып өгөтләү ғәҙәте юҡ та инде. Ә бына шул ирҙәр өйҙәрендә хан кеүектәр. Кистәрен ике ҡатын уларҙы ҡапҡа асып ҡаршы ала. Эргәләрендә бейеп торалар. Апай иренең артынан таҫтамал тотоп эйәреп йөрөй, йыуынып сыҡҡанын көтөп тора ла, ашарға ултырта. Ирҙәр ашағанда, нисек кенә һуң булыуға ҡарамаҫтан, балалар ҙа ҡаршыларында ултыра. Хатта иң бәләкәйҙәрен дә алып сығып, атай-олатай алдына ҡуялар. Өҫтәл артында үҙ телдәрендә һөйләшәләр - беҙгә аңлашылмай.
Халыҡ эсмәй. Эсеү ғәҙәте ҡандарында юҡ. Ҡайһы көндәре өлкән хужа ғына берәй бокал шарап һурып ултыра, йәше ауыҙына ла алмай. Хужабикә лә бөтөнләй ҡапмай. Ял иткән мәрйәләрҙең туҡтауһыҙ эсеүен, күренеп тора, оҡшатмайҙар, әммә өндәшмәйҙәр. Хужабикә шулай ҙа, артыҡ ҡыланғандарҙы икенсе йылына килһәләр алмайбыҙ, тип һөйләй.
Ҡатын-ҡыҙ хаҡында әйтергә онотҡанмын. Урам араһында ҡатындар бик һирәк күренә. Бигерәк тә ял урындарында, һыу буйында тау милләтле ҡатын-ҡыҙ бөтөнләй юҡ. Йөҙ-төҫтәре ап-аҡ, йоморораҡ тән төҙөлөшлөләр. Йыуантаҡтар, тиергә лә була. Күптәре, нишләптер, сәстәрен аҡҡа буята. Бер күҙ һалыу менән үк һин уның тау ҡыҙы икәнен күреп тораһың. Танау, күҙ, ҡараш уларҙа үҙенсәлекле бит инде. Һәм шул төҫкә аҡ сәс бөтөнләй килешмәй. Мин ошоно хужалар менән һөйләшкәндә лә әйттем. Тау ҡыҙҙарының үҙҙәренең тәбиғи төҫө матур, ҡара сәскә ни етә, тинем.
Был ғаиләләге килен кешенең һөнәре бар, юғары белем алған, әммә уның буйынса әле бер көн дә эшләмәгән. Ғаиләһенә өс-дүрт бала тапмайынса, ул башҡа нәмә хаҡында уйларға тейеш түгел, ти ҡәйнә. Ул үҙе лә шулай иткән. Һөнәре буйынса иҡтисадсы булған икән. Биш бала тапмайынса, эшләмәгән, унан ғына үҙе теләп эшкә сыҡҡан. Тимәк, был милләт ҡатын-ҡыҙына иң беренсе сиратта ҡатын-ҡыҙ бурысын үтәү талабы һалынған (асылда, башҡа милләт ҡатындарына ла шулай тейешле лә бит...) һәм улар был бурыстарын үтәмәй тороп, ғаиләлә лә, йәмғиәттә лә хөрмәт ҡаҙана алмай.
Йәштәрҙең өйләнешеүе үҙ-ара танышып та, димләп тә башҡарыла. Хужалар үҙҙәре танышҡан, әлеге улдары ла кәләште үҙе алып килгән. Ә былай димселәр ныҡ яҡшы эшләй икән, йәше еткән егет тә, ҡыҙ ҙа ултырып ҡалмай. Атай-әсәй димсене өйҙәренә саҡырып, үҙ шарттарын әйтә, түләй һәм тиҙ арала хәл дә ителә. Үҙ варианты булмаған йәш кеше ололар һүҙен йыҡмай. "Сит милләткә өйләнәләрме, кейәүгә сығалармы?" - тип һорағайным, хужалар иҫләп-иҫләп тә таныштары араһында ундайҙарҙы хәтерләй алманы.
Тағы ла теге бәләкәй малайға әйләнеп ҡайтам. Ял итеүселәрҙең араһында балалы кешеләр ҙә бар һәм уларҙың балалары хужаларҙың балаларының әйберҙәренә тейә. Мәҫәлән, әүһәләйенә, сәпитенә тотона. Шунда хужабикә "Хужанан рөхсәт һорарға кәрәк", тип тыя. Мин, өлкән кеше шул бала-саға әйберенә лә ҡыҫыламы икән, тип уйлайым. Анан "хужа ла хужа" тигәндәре шул алты йәшлек малай булып сыҡты. Ғаиләләге өлкән малайға "хужа" тип өндәшәләр икән. Тимәк, атай менән олатай өйҙә юҡта был ғаиләгә ул хужа. Шунан нисек итеп ул бала етди һәм яуаплы булмаһын! Шул бер һүҙ генә лә түбәһен күтәрә бит уның.
Иң оҡшамағаны урыҫ туристары булды. Сит ил ял итеү зоналарында беҙҙең ил халҡын яратмауҙары юҡҡа түгел икән. Ҡайҙа иҫерек кеше - шул урыҫ, ҡайҙа ғауға - шунда иҫерек урыҫ. Диңгеҙ ярында һәр урында "эсмәҫкә" тип яҙылған - юҡ, улар шешәләрен таҫтамалға төрөп алып килеп тә эсә. Ҡолап йоҡлап китәләр, эҫе һуға, яналар, баталар... Унан ҡала шул халыҡ урамда купальниктарҙа йөрөй. Белеп торалар ниндәй ерҙә икәндәрен, ерле милләттең тәртип сиктәрен, ундайҙы өнәмәгәнен дә. Үҙ фиғелдәренә, тәрбиәләренә әҙәп һалынмағас, шулай итәләрҙер, күрәһең.
Хушлашҡанда, хужалар: "Башҡорттарҙы ла белдек, мәҙәниәтле халыҡ икәндәр. Тағы ла килегеҙ", - тип ҡалдылар. Беҙ ҙә уларҙы белдек. Ҡунаҡсыл, әммә артыҡ түшәлеп бармаған, алсаҡ, әммә үҙ өлөшөн тоттормаҫ һәм бер нәмәне лә буш бирмәй торған халыҡ булды былар. Беҙҙең кеүек, күп нәмәне айыҡ аҡыл менән түгел, ә хис һәм эмоциялар аша хәл иткәндәргә ундайҙар араһында бик ауыр булыр ине. Шулайтып, сит ерҙәргә һоҡланып, сит халыҡты ҡыҙыҡһынып күҙәтеп, үҙ төйәгебеҙҙе һағынып, туған телебеҙҙе танһыҡлап ҡайтып киттек...

Миләүшә ХӘБИЛОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.10.17 | Ҡаралған: 958

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru