«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠӘЙНӘ МЕНӘН ТЕЩА АРАҺЫНДА АЙЫРМА БАРМЫ?
+  - 

Башҡорт теленең ни тиклем бай булыуы тураһында күп һөйләргә лә кәрәкмәй. Телен яратҡан, уның нескәлектәрен белгән кешеләр ошо байлыҡ менән файҙалана ла белергә тейеш тә бит. Тик ғәмһеҙлекмелер, әллә инде бөгөнгө көн менән генә йәшәүгә күнегеп барыуыбыҙмы, ул байлыҡты ҡәҙерләмәйбеҙ ҙә, баһаламайбыҙ ҙа, уны һаҡлауға, үҫтереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индереү тураһында уйлап та ҡарамайбыҙ.

Ә бит ныҡлабыраҡ уйлап ҡараһаң, ҡасандыр телебеҙҙә бер сит һүҙ ҙә булмаған. Бөгөнгө телмәребеҙгә ҡолаҡ һалһаң, ябай ғына кешеләрҙең түгел, белемле, ғалим кешеләрҙең дә, үҙ фекерен аңлата алмай, күберәк рус телен ҡулланыуына шаһит булаһың. Быға ваҡ нәмә, ғәҙәти күренеш, тип ҡарауыбыҙ арҡаһында телмәребеҙ сүпләнгәндән-сүпләнә бара. Шул арҡала "наверное", "может", "если", "например", "значит", "или" кеүек һүҙҙәрҙең сит тел һүҙҙәре булыуын, уларҙың башҡортса бөтөнләй икенсе төрлө яңғырауын уйлап та бирмәйбеҙ. Элегерәк үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең телебеҙгә инеп, нығынып китеүен аңларға ла була, сөнки заман алға барған һайын, техника ла үҫешкән, тормош шарттары ла яҡшыра барған. Шул арҡала яңы һүҙҙәр ҙә уйлап сығарырға кәрәк булған. Бөгөн телебеҙ аралашыу, фекер аңлатыу өсөн һүҙҙәргә мохтажлыҡ кисермәй. Ҡайһы берәүҙәрҙең сит тел һүҙҙәрен йыш ҡулланыуы, уларҙың телмәребеҙгә көндән-көн нығыраҡ үтеп инеүе төп башҡорт һүҙҙәрен телебеҙҙән бөтөнләй ҡыҫырыҡлап сығарып, уларҙың юғалыуына килтерә бара. Бөгөнгө телмәребеҙҙе ишеткән ата-бабаларыбыҙ ни әйтергә теләгәнебеҙҙе, ни турала һүҙ алып барғаныбыҙҙы төшөнмәй ҙә торор ине, моғайын.
Көндәлек аралашыуҙан, телмәрҙән саҡ ҡына ситкәрәк китеп, ҡәрҙәшлек терминдарына туҡталып китһәк тә, ошо айырым осраҡта ғына ла ни тиклем үҙ асылыбыҙҙан ситләшеүебеҙҙе күрер инек. Ә бит нәҫел-нәсәбеңде белеү, ҡәрҙәшлек мөнәсәбәттәрен һанлау һәм ихтирам итеү үҙ-ара матур мөғәмәлә булдырып, туғанлыҡ ептәрен нығытыуға ла ҙур өлөш индерә. Йәш айырмаһына, туғанлыҡ быуынына ҡарап, һәр кемдең тәғәйен үҙ урыны бар, һүҙ ҡушҡанда шунан сығып әҙәп, хөрмәт күрһәтелә. Шуға ла таныш булмаған, исемдәрен белмәгән кешеләргә "һеңлем", "ҡустым", "апай" йә "ағай" тип өндәшеү ҙә һис хилаф һаналмай, ә былай тип һүҙ ҡушыу, киреһенсә, ике аралағы мөнәсәбәтте яҡынайтып ебәргәндәй тойола. Шуныһы ҡыҙыҡ, урыҫ халҡында үҙеңдән олораҡтарҙың барыһы ла "тетя", "дядя" булһа, беҙҙә иһә был туғанлыҡ терминдары "апай", "инәй", "ағай", "бабай"ға (апа) бүленә. "Апай", "ағай" икән, тимәк, улар бары тик үҙеңдән олораҡ, ә "инәй", "бабай" (апа) тигәндә үҙеңдең атай-әсәйеңдән өлкәнерәк кешеләр булыуы аңлашыла.
Өйләнешеп, ғаилә ҡорғас, ҡатын менән ир, йәғни, кейәү менән килендең дә яңы туғандары барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, бикәс, ҡәйнеш, балдыҙ, ҡайнаға, ҡайынбикә, килендәш, апһын нәҡ ошо йүнәлештәге туғанлыҡ бәйләнешен белдерә лә инде. Халыҡ араһында "Бажа - туған, кәзә мал түгел" тип шаяртырға яратһалар ҙа, үҙ-ара килешеп, донъя йөгөн бергәләп тартҡан бажалар ҙа етерлек бөгөн. Бушҡа ғына "Йәшәйҙәр, ти, өс бажа, күрмәйҙәр, ти, һис нужа", тип йырламайҙарҙыр. Ғөмүмән, туғандарҙың үҙ-ара татыулығынан күп нәмә тора. "Апһын-ара татыу булһа - аш етер, ағай-эне татыу булһа - ат етер", тигән һүҙҙәр ҙә буштан ғына килеп сыҡмаған. Үкенескә ҡаршы, бөгөн был терминдарҙы барыһы ла ҡулланмай. Улар урынына "апай", "ағай" тиеү киң таралған. Шул арҡала телебеҙҙәге матур ҡәрҙәшлек терминдары ла юғалыуға табан бара. Элегерәк бер ғаиләлә тыуған балалар үҙ туғанына мотлаҡ "апай" йә "ағай" тип өндәшергә тейеш булһа, бөгөн иһә ата-әсәләрҙең бының ни тиклем мөһим булыуын уйлап бөтөрмәүе арҡаһындамылыр инде, күптәр бер-береһенә исеме менән генә өндәшә. Ә бит "апайым", "ағайым" тип һөйләү матур ғына түгел, ике араны яҡынайтыусы, туғанлыҡты нығытыусы, яуаплылыҡ өҫтәүсе һүҙҙәр ҙә.
Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа сит халыҡ ғәҙәтенә эйәреп, ҡайны менән ҡәйнәне "әсәй", "инәй" (диалект), "атай" тип әйтеү ҙә модаға инеп бара. Әлбиттә, әллә ни төбөнә төшөп уйламағанда бында бер хилаф та юҡ кеүек. Килен менән кейәү туғандарҙы айырмауын, ире йә ҡатынының ата-әсәһен үҙенекеләй итеп ҡабул итеүен күрһәтергә теләйҙер. Ә кем әйтә һуң, ҡайны йә ҡәйнә һүҙенең дәрәжәһе әсәй менән атайҙыҡынан түбәнерәк тип? Икенсе төрлө аталғандан ғына мөнәсәбәттәр, ихтирам үҙгәреп китергә тейеш түгел бит. Эштең исемдә түгел, есемдә булыуын аңлатырға кәрәкмәйҙер. Тик шулай ҙа ҡәйнәнең - үҙ, әсәйҙең үҙ урынында булыуы яҡшыраҡтыр. Һуңғы йылдарҙа тағы ла шундай хәл йыш күҙәтелә. Күп кенә ҡәйнә-ҡайнылар килен-кейәүҙәренә лә исем менән өндәшеүсән. Быны, килен-кейәү тиһәң, уларҙы сит кешенең балалары итеп күрһәтә, ә былай үҙебеҙҙекеләр кеүек, тип аңлаталар. Был күренеш яңы быуында тәрбиәләнгән балаларҙың үҫеп етеп, заманса ҡәйнә-ҡайны булыуынан киләмелер, әллә инде туғанлыҡ терминдарын белмәүҙән йәиһә һанламауҙанмы - билдәһеҙ ҡала.
Тағы ла, телебеҙҙә ҡоҙа-ҡоҙағыйҙан тыш, ҡоҙаса тигән матур термин да бар. Былай тип, килен йәки кейәүҙең апайҙарына йәки һеңлеләренә әйтәләр. Тик бөгөн күптәр был һүҙҙе ҡулланмай, ҡоҙасаға ла ҡоҙағый тип өндәшеү ғәҙәткә инеп бара. Тағы шуныһы ла ҡыҙыҡ. Ҡәйнәләр тураһында ниндәй генә көләмәстәр һөйләмәйҙәр бөгөн. Мәҫәлән, ошондай көләмәсте генә алайыҡ:
Өйҙә гәзит уҡып ултырған кейәүенә ҡәйнәһе:
- Исмаһам, түтәлдәргә сығып һыу ҡойор инең, - ти.
- Һуң, ҡәйнәм, тышта бит ҡойоп ямғыр яуа бит, - ти кейәүе.
- Атаҡ-атаҡ, яуһа ни, плащ кейеп сыҡ, - ти икән ҡәйнәһе.
Йәки, кейәүенең ҡәйнәһенә ҡарата булған мөнәсәбәтен күрһәткән көләмәс:
Дауахананан сыҡҡан кейәүе ҡәйнәһенә арҡаһына төкөрөргә ҡуша ти. Уныһы аптырап:
- Нимә, иҫәрләнеп бараһыңмы әллә? - ти.
Кейәүе:
- Төкөрөгөҙ, тигәс, төкөрөгөҙ. Врач йылан ағыуы менән ыуынырға ҡушты, - ти икән.
Көлкө көлкө менән, тик был көләмәстәрҙең төбөнә төшөп ҡараһаҡ, уларҙың бөтөнләй ҙә беҙҙең менталитетҡа тап килмәүен аңлар инек. Ғәҙәттә, эргә-тирәбеҙҙә кейәүенә ни алып биреп, ни ҡуйырға белмәгән, уны ололаған баҫалҡы ҡәйнәләр йәшәй. Кейәүҙәр ҙә ҡәйнәләренә бар яҡлап та ихтирам күрһәтә, уларҙың абруйын аша атламай. Шуға ла "теща" менән "ҡәйнә" араһындағы ҙур айырманы ла күрә белергә кәрәктер
Әлбиттә, һәр кемгә үҙ дәрәжәһе буйынса өндәшергә өйрәтеү ғаиләлә үк һалынырға тейеш. Был телебеҙҙең байлығын ғына һаҡлап ҡалмай, туғандар араһын нығытыуға, яҡынайтыуға ла нигеҙ булып тора. Үрҙә әйтеп үтелгән һәр терминдың статусына ҡарап, үҙ абруйы бар, нәҡ шунан сығып, нисегерәк һүҙ башлауыбыҙҙы, ниндәйерәк әңгәмә ҡороуыбыҙҙы самалайбыҙ. Нәҡ ошо арҡала матур мөнәсәбәттәр, әңгәмә барлыҡҡа килә. Ә бынан иһә тормошобоҙ тағы ла йәмләнә, нурлана ғына төшә.

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.10.17 | Ҡаралған: 1129

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru