«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УНДА САЛАУАТТЫ ҘУРЛАЙҘАР, УНДА САЛАУАТ РУХЫ МЕНӘН ЙӘШӘЙҘӘР!
+  - 

Йыл һайын 23-24 сентябрҙә Эстонияның баш ҡалаһы Таллинда Эстонияның аҙ һанлы халыҡтары байрамы ойошторола. Эстониялағы "Ағиҙел" башҡорт мәҙәниәте ойошмаһынан ошо сараға саҡырыу килгәс, Башҡортостан Республикаһының "Салауат Юлаев вариҫтары" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Виктор Хәкимов менән оло юлға сыҡтыҡ.

Эстонияға аяҡ баҫыу менән Палдискиға юлландыҡ. Салауатыбыҙ һәйкәле янында батырыбыҙға булған олуғ һөйөүебеҙҙе белдереп, шиғыр уҡыныҡ, ҡурай моңо яңғыраттыҡ. Атаһы яғынан тамырҙары Салауат районынан булған улымды - Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының XI класс уҡыусыһы Хасбулат Абдуллинды - ошо сәфәргә алып сыға алыуыма сикһеҙ ҡыуандым. Уның йәш йөрәгенә им булып килешер мәлдәр, рух булып ҡуныр минуттар бында етерлек ине. Ул Ратуша майҙанында сәхнәнән дә, Палдискиҙың Салауат менән бәйле һәр урынында ҡурай моңон яңғыратты.
Күҙҙән йәш эркелдерер осрашыуҙар, танышыуҙар күп булды Эстония ерендә. Улар хаҡында "Башҡортостан" гәзитендә сыҡҡан (6 октябрь һанында) мәҡәләмдә телгә алып үттем. "Киске Өфө" гәзите уҡыусыларына Палдискиҙағы Изге Георгий сиркәүе руханийы Валерий Назаренко менән осрашыуым хаҡында һөйләргә теләйем. Дин әһеле бында Салауат Юлаевтың исемен мәңгеләштереү менән шөғөлләнә. Ул беҙгә XVIII быуатта Уралда эшләнгән парсунаны күрһәтте, йәғни Салауат Юлаевтың 31/26 см үлсәм менән ағасҡа төшөрөлгән рәсемен тәҡдим итте. Беҙ, башҡорттар - эскерһеҙ, артыҡ ныҡ ышаныусан халыҡ. Шуға күрә Салауат тураһында ниндәй генә мәғлүмәт ишетһәк тә, күҙҙән йәш эркелергә тора, һәр фекерҙе йөрәк аша ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ. Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәнек беҙ был мәғлүмәттәргә, әммә күргәндәрҙе гәзит уҡыусыларға еткерергә кәрәк тип таптым. Ҡалғаны - тарихсылар, тикшереүселәр һәм ваҡыт эше.
Парсунаға түбәндәге һүҙҙәр яҙылған: "Парсуна сиречь живле писание со всякимъ тщаниемъ образа князя Башкирского Салауата воина-харатейника, сына Юлая князя Азналы, воеводы-старшины волости Шайтанъ-Кудеевская. Написася сия парсуна древляго благочестия изографомъ Яискаго войска Юлайска полку писцомъ Андреомъ Толстухиномъ По высочайшему повелению Благочестивейшаго самодержавнейшаго Великого Государя Царя нашего Петра Федоровича Императора всея Роусии при наследнике его Благоверном Государе Цесаревиче и Великом Князе Павле Петровиче в лето от сотворения мира 7280, от Рождества же по плоти Господа Бога и Спаса нашего Исуса Христа 1772, Емуже подобает всяка слава, честь и поклонение со Отцом и Святым Духом ныне и присно, и во веки, веков. Аминь".
Интернет селтәрендә мәғлүмәттәр эҙләп ҡараным. Ысынлап та, Толстухиндар нәҫеленән икона төшөрөүселәр бар, бөгөн дә бер вариҫтары Киров өлкәһендә йәшәй. Әммә был мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн ентекле экспертиза үткәреү зарур. Парсунаның төп нөсхәһе Мәскәүҙә, шәхси ҡулдарҙа һаҡлана икән.
Халыҡ араһында Салауаттың улы Рәхмәтулланың иҫән ҡалыуы билдәле. Ул үҙ заманы документтарында ла теркәлгән. Рәхмәтулланың улы Сөләймән, ә уның ҡыҙы Кинйәбикә булған. Бына шул ҡатындың ҡыҙы Гөлсафияның бүләләре була инде Виктор Хәкимов менән Айгиз Байрамғолов. Виктор Сәлим улы ДНК тикшереүе буйынса үҙенең Салауатҡа туғанлығын иҫбатлаған. Айгизде лә туғандары беҙ Палдискиҙан алып ҡайтҡан Салауаттың рәсеменә оҡшатты... Рухани беҙгә, Салауаттыҡы, тип шандал тип аталған әйберҙе лә күрһәтте. Уралда ҡойолған 37 сантиметрлыҡ был бронза ҡоролма - шәм ҡуя торған нәмә икән, беҙҙә уны шәмдәл тип әйтәләр. Ҡоролма, тим, сөнки ул бер нисә өлөштән тора һәм өс яҡлап унда шулай уҡ Салауат Юлаев хаҡында мәғлүмәттәр теркәлгән. Бер яғына "Сей шандал получен за роздачею имущества Салавата Юлаева" тип яҙылған, икенсеһенә "После его блаженныя кончины сентембрия 26-го 1800 года. Сие исполнено согласно последней воле усопшего" тиелгән, ә өсөнсө ҡырында: "Да упокоить Господь Богъ душу сего" тигән һүҙҙәр теркәлгән. Отец Валерийҙың әйтеүенсә, Салауаттың вафатынан һуң уның шәхси әйберҙәре Урал казактары ҡулына килеп эләккән һәм "Юлайска полку" казак полкы ҡомартҡылары араһында һаҡланған.
Шул уҡ казактарҙа Салауаттың намаҙлығы ла һаҡланған, тине рухани. Ул XVIII быуатта Иранда эшләнгән, үлсәме 124-43,5 см, бер ни тиклем зыян күргән, әммә яҡшы хәлдә. Урал казактары араһында йөрөгән риүәйәттәр буйынса, намаҙлыҡ, йәғни бында теркәлгәнсә, чувал, Салауат Юлаев ҡулға алынғас та уның менән ҡалған. Рогервикка ла хужаһы менән бергә килеп еткән һәм ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем суфый шағир Салауат Юлаев унда намаҙ уҡыған. Намаҙлыҡ батырҙың вафатынан һуң уның дуҫтары, казактар ҡулында ҡалған. Әйткәндәй, казактар менән башҡорттарҙың дуҫлығы хаҡында йыш ҡабатлай отец Валерий, уларҙы азатлыҡ өсөн көрәш кенә түгел, ә Рәсәй халыҡтарын милләтенә, диненә ҡарамайынса берләштереп, яңы дәүләт ҡороу идеяһы туплай, тигән фекерҙе лә әйтә. Ул хатта, Рәсәй федерализмы башында торған шәхес - ул Салауат Юлаев, тине.
Әлбиттә, был хәбәрҙәрҙе бер ни тиклем тетрәнеп тә, ғәжәпләнеп тә ҡабул итәһең. Милләтселектә, тик үҙ халҡын күтәрергә тырышыуҙа ғәйепләнгән Салауаттың, киреһенсә, башҡа ҡәүемдәр менән тығыҙ аралашып, ныҡлы эшлекле бәйләнештә йәшәүен хәбәр итәләр беҙгә. Әлегә тиклем Салауат Юлаевтың шиғырҙары тик урыҫ телендә табылыуы билдәле. Уны Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти иҫ киткес итеп башҡортсаға әйләндергән. Рухани Валерий, Салауат шиғырҙарын урыҫ телендә яҙған, ул был телдә яҡшы аралашҡан, шуға ла шиғырҙары урыҫ телендә табылған, тип иҫәпләй. Был фекерҙең дә хаҡ булыуы бар.
Тыуған яҡты өйрәнеүсе Радик Вахитов үҙенең бер сығышында шундай фараз әйтте: "Каторгала кешеләрҙең иң күбе ике-өс йыл йәшәүе ихтимал, әммә 25 йыл түгел, шуға күрә Салауат һәм уның фекерҙәштәре өсөн унда айырым шарттар тыуҙырылған булған". Был фекерҙе лә кире ҡағып булмай, сөнки Валерий руханиҙың әйтеүенсә, Салауат хатта урындағы Изге Георгий сиркәүен реконструкциялауҙа ҡатнашҡан. Улай ғына ла түгел, иң күп иғәнә индергән кеше ул. Әлбиттә, һорау тыуа: һөргөндәге кешенең ҡайҙан ундай аҡсаһы булған? Ошо уҡ һөйләмдәрҙе Валерий атаға ла ҡабатлайым һәм, ауылдары менән яндырылған башҡорт халҡы нисек аҡса тапһын бында ебәрергә, тим. "Башҡорттар үҙ батырын иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаған, улар уға алтын ебәргән, ул замандарҙа шымсылар шәп эшләгән. Салауат бында бик яҡшы шарттарҙа йә-шәгән. Халҡына ҡабат зыян килер тигән уйҙан ғына ул тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙан баш тартҡан", - ти ул.
Ә бит, бер уйлаһаң, каторгалағы кеше дымлы һауа шарттарында, йүнләп кеше лә йәшәмәгән ярымутрауҙа нисек итеп 25 йыл ғүмер һөргән һуң? Етмәһә, ул бит ихтилалдар ваҡытында бер нисә тапҡыр ҡаты яралана. Шул килеш һөргөнгә киткән батырҙың хәле бик насар булырға тейеш ине кеүек бит. И. Гвоздикованың яҙмаларында: "Маршруты его передвижений за один год боевых действий позволяют говорить о том, что Салават буквально не слезал с коня. Он обладал большой физической силой и выносливостью. Трижды в сражениях под Оренбургом, Кунгуром и Осой был тяжело ранен, но с едва зажившими ранами возвращался в строй. На левой щеке остался рубец как след боевой схватки под Оренбургом, а в сентябре 1775 г. по приговору губернатора И. А. Рейнсдорпа лицо Салавата было обезображено продавленными на лбу и щеках указными знаками - клеймами "З, Б, И" (злодей, бунтовщик, изменник) и вырезанием ноздрей..."
Бынан тыш, аталы-уллы батырҙарҙы Рогервикка 175-әр тапҡыр ҡамсы һуҡтырып алып барғандарын да иҫкә төшөрһәк, шул тиклем язаларҙан һуң сардар Салауат юлда уҡ ауырға тейеш ине, тип уйларға була...
Кем белә, бәлки, Салауат ысынлап та тыуған яғы менән тығыҙ бәйләнештә йәшәгәндер? Һәр хәлдә, быға бик ныҡ ышанғы килә, хатта сиркәүҙә бөгөн һаҡланған әйберҙәрҙең дә батырҙыҡы икәненең раҫланыуын теләй күңел...
Бөгөн Изге Георгий сиркәүендә беҙгә күрһәткән пистолет менән тесак (бысаҡ) та Салауаттыҡы булыуы бик ихтимал. Уларҙың да датаһы XVIII быуатҡа ҡарай. Урал казактарында һаҡланған риүәйәттәрҙә әйтелгәнсә, пистолет батырҙы ҡулға алғанда ҡулында булған, аҙаҡ хөкөм сығарғанда ла енәйәтен раҫлар күрһәтмә дәлил булып хеҙмәт иткән. Һуңынан хужаһына саҡма һуҡҡысы ҡыҫҡартылып, хөкөм тантанаһын күрһәтеп, тәтеһе ватылып, кире ҡайтарылған.
Тесак йәки юнғы, ике яҡлы бысаҡты Салауат каторгала эш барышында ла, көндәлек тормошта ла ҡулланған. Тәүге һабы юғалған, әммә әлеге мәлдәгеһе һуңғараҡ шуға оҡшатып эшләнгән.
Быйыл йәй, 22 июлдә, Палдискиҙа Салауат Юлаевтың һәйкәле яңыртылып ҡуйылды, ундағы тантанала Башҡортостандың Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин да ҡатнашты. Был хаҡта мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итте. Изге Георгий сиркәүе руханийы Валерий Назаренко унда сығыш яһарға әҙерләнгән. Бына уның телмәренән өҙөктәр, улар беҙгә тарихи ысынбарлыҡты эҙләгәндә кәрәк булыуы бик ихтимал: "Он мог бы уйти в зарубеж, например, в Турцию, как это сделали запорожцы или казаки-старообрядцы (некрасовцы), но Салават избрал страдальческий путь принесения себя в жертву искупления за народ. И таким образом он спас не только свой народ, участвовавший в восстании, от репрессий победившей стороны, приняв на себя всю тяжесть карательной машины екатерининского режима, но он спас и честь законного Наследника Престола - будущего Государя Императора Павла I, с надеждой взиравшего на народный престол. Салават был честным воином, верным присяге, данной законному Государю Императору Петру Федоровичу, и поэтому Наследник Престола Великий Князь Павел I относился одобрительно ко всем, кто сохранял верность присяге, данной Петру III, ибо Наследник - цесаревич был уверен, что его царственный родитель жив. Салават тоже был в этом уверен и служил Государю Петру III верой и правдой, за что и пострадал от тех, кто вероломно совершал государственный переворот".
Салауат Юлаевтың исемен халыҡҡа тулы образында ҡайтарыу маҡсатынан Валерий Назаренко Салауат Юлаев исемендәге халыҡ-ара клуб ойошторған, уның гимнын булдырған, гербын эшләгән. Үҙе президенты булып тора. Гербында Башҡортостан гербы менән Эстонияныҡы урынлаштырылған. Иң башында торған лира - ул Салауат шиғриәте символы. Имән һәм лаврҙан эшләнгән венок - Эстония сағылышы. Аҫта - Екатерина II заманында булдырылған Балтика портының гербы. Гимн тураһында айырым һөйләп китеү кәрәк. Гимн урынына улар XVIII быуаттан сиркәүҙә яңғыраған кантты алған. Әйткәндәй, һүҙҙәре - Салауат Юлаевтыҡы. Быныһы ла беҙҙең өсөн бер яңылыҡ булды:

Я гляжу на цепи гор
В нашем благостном краю
И, вбирая их простор,
Божью милость познаю.
Песней небо раскололось,
Соловей поет в долу,
Как азан звенит твой голос,
Богу вознеся хвалу!
Не зовет ли на молитву
Славный наш Башкортостан?
Помни их - героев битвы,
Наш Урал - родимый стан!
Заплатили они кровью
И не дождались похвал.
Осеняет нас любовью
Древний наш седой Урал!
Солнцем небо озарилось,
Скакуны летят в опор.
Радость, счастье, Божья милость
Ждут нас на вершине гор!

Валерий Назаренконың тағы ла бер фекерен еткерәм: "Салауат Юлаев мосолман дине вәкиле булһа ла, ул бындағыларҙы иманына бүлеп ҡарамаған, сөнки Аллаһтың барлығын һәм берлеген таныған. Юҡҡа ғына уны казактар "воин-харатейник" тип хәтерләмәгән, сөнки телмәре, үҙен тотошо менән уның үҙе артынан эйәртерлек көсө булған. Улай ғына ла түгел, Салауат Юлаев доғалары ярҙамында был донъянан киткән ата-бабалары менән аралаша алған. Бындай яугирҙарҙың эшмәкәрлеге үҙҙәренең вафатынан һуң да халыҡҡа хеҙмәт итеүен дауам итә. Ни өсөн беҙгә был хаҡта әйтмәйҙәр, тиһегеҙме? Аңлатам: "Екатерина батшабикә ҡушҡанса, "имя предали вечному забвению". Башҡортостан халҡы ла бөгөн шул хәлдә йәшәй. Батырығыҙҙың исеме юғары кимәлдә иленә ҡайтасаҡ әле".
Салауат Юлаевтың исеме Палдиски өсөн шул тиклем үҙ, хатта урамда осраған һәр кешегә барып өндәшеп: "Беҙ Башҡортостандан!" - тиһәң, "Вы из родины нашего Салаватушки? Милости просим!"- тип ихласлыҡ менән әңгәмә ҡора башлайҙар. Һәйкәле янынан да халыҡ өҙөлмәй, унда ла хәбәрҙәре Салауат тураһында булды.
Юл ыңғайы ингән тавернаға аяҡ баҫыуыбыҙ булды, уның хужаһы Галина Малютина шулай уҡ беҙгә Салауат хаҡында һөйләй башланы. Бына ҡайҙа икән Салауатты ҙурлау! Бына ҡайҙа ул Салауаттың рухы менән йәшәү! Ул батырыбыҙға арнап яҙылған шиғырын дөйөм йыйынтыҡта баҫтырған һәм беҙгә лә уҡып ишеттерҙе. Унда шундай юлдар бар:

Не смог смотреть ему в глаза,
Такая сила в них была!
В тот миг стояла, как броня,
За ним его Башкирия.

Палдискиҙың тупрағын алып ҡайтыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйғайныҡ беҙ. Шуға күрә танытмаһына ҡул ҡуйҙырыр өсөн мэрияға юлландыҡ. Вице-мэр Елена Вилльман ҡул ҡуйған ҡағыҙҙа түбәндәге юлдар яҙылған: "Настоящим подтверждаю, что земля, вложенная в металлическую капсулу с надписью на башкирском и русском языках, взята с места предполагаемого захоронения усопших арестантов крепости Рогервик, среди которых был и Салават Юлаев, признанный как национальный герой башкирского народа и его отец Юлай Азналин. Капсула передана потомкам Салавата Юлаева и Юлая Азналина для доставки в музей Салавата Юлаева в с. Малояз Салаватского района Республики Башкортостан".
Әйткәндәй, Виктор Сәлим улы сәфәргә сығыр алдынан уҡ капсуланы ентекле әҙерләп, башҡортса һәм урыҫса яҙмаларҙы гравюра менән эшләтеп, изге тупраҡты рәсми рәүештә алып ҡайтыу хәстәрлеген ойошторҙо. Эйе, бында килгән һайын һәр кем тупраҡ та, таш та алып ҡайтҡандыр, әммә һәр сәфәрҙең үҙ маҡсаты. Заманында бында Башҡортостан вәкилдәре йыш булған. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Хәләф Ишморатов етәкселегендәге ҙур делегация батырҙың исемен мәңгеләштереү буйынса ҙур эштәр атҡарған. Ул ваҡыттағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия идаралығы начальнигы урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев етәкләгән журналистарҙан торған төркөм Палдиски тәьҫораттары буйынса "Батыр рухы менән осрашыу" тигән китап та сығарҙы. Ундағы иҫтәлекле урындарҙа Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитовтың 2012 йылда ҡалдырған яҙмалары ла һаҡлана.
Елена Вилльман беҙҙе Балтик диңгеҙе ярҙарына алып барып, һөргөндәгеләр эшләгән урындарҙы күрһәтте, тап ана шул ерҙә тултырҙыҡ инде беҙ тупраҡты. Барыһын да видеоға төшөрҙөк, улар "Бәйләнештә" социаль селтәрендә ҡуйылды. Каторжандар эшләгән урында бер йылға ла аға. Әйткәндәй, ни сәбәплелер, уның исемен берәү ҙә белмәй. Салауат шишмәһе тип атап киттем уны. Улар ошо ерҙә эшләгәс, аяҡ баҫҡан урындары булғас, моғайын, тәһәрәт алып, намаҙ ҙа уҡығандыр әле. Яр буйлап теҙелгән эре таштар махсус ҡуйылғанға оҡшаған. Әйтерһең, кемдер аяҡтарын сайҡар өсөн урынлаштырған. Салауаттың исеме менән йәшәй был ҡала.

Лариса АБДУЛЛИНА.
Палдиски, Эстония.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.10.17 | Ҡаралған: 1202

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru